Илдәге, бөтә донъялағы иҡтисади хәл-торош һәр кемдең тормошона туранан-тура йоғонто яһай. Шуға күрә ошо өлкәләге прогноздар менән танышып тороу бер кемгә лә артыҡ булмаҫтыр. Әлбиттә, белгестәрҙең фекерҙәре бөтөнләй ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм төрлө яҡлы булыуы мөмкин. Шулай уҡ иҡтисадта булған үҙгәрештәр берәүҙәргә көслө тәьҫир итһә, икенселәре өсөн бөтөнләй һиҙелмәйенсә үтә, кемгәлер икмәккә хаҡтың артыуы финанс ауырлыҡтар тыуҙырһа, икенселәргә яхтаның ҡиммәтләнеүе бәкәленә һуға. Ләкин ниндәй осраҡта ла долларҙың "хәле", һумдың торошо, кредит өлкәһендәге үҙгәрештәр ил бюджетына ҙур йоғонто яһай. 2019 йылға финанс өлкәһендә эшләүсе эксперттар ниндәй прогноз бирә? Танышайыҡ.
Рәсәй һумының хәле
Баштан уҡ иҫкәртеү - быйылғы йылда иҡтисадта яҡшы үҙгәрештәр көтөлмәй. Улай ғына түгел, белгестәр ағымдағы йылда сираттағы иҡтисади көрсөккә әҙер булырға саҡыра. Һуңғы ваҡытта халыҡ-ара валюта һәм нефть баҙарындағы хәлдәр финансист һәм аналитиктарҙы борсоуға һала, сөнки нефткә хаҡ төшөүен дауам итә. Ә ул, үҙ сиратында, Рәсәй валютаһын - һумды ла - үҙенең артынан "һөйрәй". Шулай уҡ Рәсәйгә ҡарата ҡулланылған санкциялар ҡыҫымы ла, бөтөн донъялағы тотороҡһоҙ сәйәсәт тә һумдың үҫешенә йоғонто яһай. Эксперттар араһында нефттең хаҡы һумдың баһаһына күптән тәьҫир итмәй, тип белдереүселәр артҡандан-арта, ләкин быны "нәҡ шулай" тип тулы ышаныс менән әйтеү яңылышлыҡ буласаҡ. Ни тиһәң дә, нефткә хаҡ ҙур булғанда һумға уның шауҡымы әллә ни ҡағылмай, ләкин ҡара алтынға хаҡ төшөүе була, һум да "ҡалтырай" башлай.
Быйыл долларҙың хаҡы уртаса 75 һум буласаҡ, тип күҙаллана. Шулай уҡ был күрһәткес 100 һумды үтеп китәсәген белдереүсе иҡтисадсылар ҙа бихисап. Ләкин беренселәренең дә, икенселәренең дә уртаҡ фекерҙәре бер - дәүләткә, тимәк илдең граждандарына ла, милли валютаның баһаһы төшөүенә әҙер булырға кәрәк. Ситтән һумға таяныс эҙләү урынһыҙ, тимәк, бөтә ышаныс Рәсәй Үҙәк банкына ҡайтып ҡала, тиҙәр улар. Әгәр ҙә Үҙәк банк минималь процент ставкаһының дәүмәлен тағы ла күтәрһә һәм сит ил валюталарын һатып алыуға яңы мораторий индерһә, һумға хаҡтың төшөүен, бәлки, туҡтатып булыр, тигән фекер белдерә эксперттар. Тик бында төп һүҙ - "бәлки" икәнен оноторға ярамай, шуға күрә артыҡ оптимизмға бирелергә ярамай. Ләкин пессимистик кәйефте лә алға сығарыу урынһыҙ булыр, ни тиһәк тә, кешене яҡты киләсәккә ышаныс йәшәтә.
Аҡсаны нисек һаҡларға?
Ил иҡтисадында әҙ генә тулҡынланыуҙар башланһа ла, артыҡ аҡсаһы булған халыҡ милли валютанан, йәғни һумдан баш тартып, доллар йәки еврола һаҡлау сараһын күрә башлай. Сит ил валютаһы күптәргә аҡсаһыҙ ҡалмаҫҡа өмөт бирә һәм иҡтисади хәлдәренең тотороҡло буласағына ышаныс уята. Тик доллар һәм еврола һаҡланған аҡса менән барыһы ла шулай ал да гөл буламы икән? Ошо өлкәлә "эт ашаған" бер финансист та был юлдың 100 процент ышаныслы булыуын гарантияламай. Тимәк, валюталағы аҡсалар шулай уҡ хәүефкә дусар. Американың һуңғы санкциялар пакетында (әлегә ҡабул ителмәгән) Рәсәйҙең эре банктарына доллар менән ҡулланыуҙы һәм уларҙың валютаһы менән финанс операцияларҙы тыйыуҙы билдәләгән пункт бар. Әгәр ҙә Конгресс был законды раҫлаһа, Рәсәйҙәге валютала һаҡланған бөтә аҡсалар ҙа һумға күсереләсәк. Һәм бының, тәбиғи, Рәсәй вкладчиктары өсөн иң ҡулайһыҙ курс буйынса үткәреләсәген күҙалларға була.
Шуға күрә эксперттар аҡсаны бер нисә өлөшкә бүлеп, һумда, долларҙа, еврола һаҡларға кәңәш итә. Шулай уҡ алтын һатып алырға ла мөмкин, тип белдерә улар. Тағы ла шуныһы: дөйөм ажиотаж мәлендә сит ил валютаһы алып ҡалырға тырышыу урынһыҙ, сөнки доллар күтәрелгәндән һуң күпмелер ваҡыттан һуң кире төшә. Һәм ҙур хаҡҡа алып ҡалынған доллар үҙ ҡиммәтен юғалта, ә ике хаҡ араһындағы айырма ярайһы ғына ҙур булырға ла мөмкин.
Ипотека
Уҙған йылдың көҙөндә Рәсәй Үҙәк банкы минималь процент ставкаһын 7,8 процентҡа тиклем күтәрҙе. Тәбиғи, банктар шунда уҡ ипотека буйынса ставкаларын арттырҙы. Әлеге ваҡытта илдә ипотека буйынса ставка күрһәткесе уртаса 10-10,5 процент тәшкил итә. Белгестәр фекеренсә, был һан 11 һәм унан да күберәк процентҡа тиклем күтәрелергә мөмкин. Был иһә ипотека юллаусылар һанының кәмеүенә килтерәсәк, тип күҙаллана. Шулай ҙа 10-11 процент менән ипотекаға торлаҡ алыусылар етерлек буласаҡ әле. Ә бына ставканың 12-14 процентҡа ҡәҙәр күтәрелеүе кредит ярҙамында йәшәү шарттарын яҡшыртырға теләүселәрҙе бөтөнләй юҡ итеүе лә мөмкин. Шулай ҙа бындай уҡ күрһәткескә барып етмәҫ, тип ышандыра эксперттар.
Былтыр ике һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә 6 процент менән ипотека юллау мөмкинлеге тураһындағы программаға бағланған ҙур өмөттәр аҡланманы. Атап әйткәндә, 2018 йылдың 9 айында был ташламалы ставка буйынса 4171,6 миллион һумлыҡ 1786 килешеү төҙөлгән. Был дөйөм ипотекалар һанының 0,17 процентын ғына тәшкил иткән. Ни өсөн был программа тулы көсөнә эшләй алманы һуң? Сөнки ташлама менән икенсе бала тыуғанда - 3, өсөнсө бала тыуғанда 5 йыл арауыҡта ғына ҡулланырға мөмкин. Ә ипотеканың уртаса ваҡыты 15-20 йыл икәнен күҙ уңында тотҡанда, ташламаның ҙур әһәмиәткә эйә булмауын аңлауы ҡыйын түгел. Шулай уҡ әлеге программаны тик яңы төҙөлгән йорттағы фатирға ҡарата ғына ҡулланып булыуы ла күптәр өсөн ҡаршылыҡ булып торҙо. Программа ҡабул ителгәс тә, күпселек банктар ғәмәлдәге ипотека буйынса ставкаларҙы рефинанслауҙан баш тартты. Был да программаның "бәкәленә" һуҡты. Шуға күрә икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр ипотекаға торлаҡ юллаған хәлдә, ставканың проценты бөтә срок буйынса 6 проценттан үтмәүе шарт. Шулай уҡ бөтә банктарҙы ла, программаға ярашлы, рефинанслауҙы талап итеү мотлаҡ. Ғаиләләргә икенсел торлаҡ баҙарында фатир һатып алыу мөмкинлеге биреү ҙә программаның сиктәрен күпкә киңәйтәсәк. Ағымдағы йылда шулай уҡ ипотека буйынса дәүләт йәһәтенән "Хәрби ипотека", "Әсәлек (ғаилә) капиталы менән ипотека", "Йәш ғаилә", "Социаль ипотека" һәм "Ғаилә ипотека"һы программаларына ярашлы ярҙам алырға мөмкин.
Кредиттар тураһында
2019 йылда һәр рәсәйле шәхси кредит рейтингына эйә буласаҡ һәм был кредит буйынса ставкаларҙың кәмеүенә килтерергә мөмкин, тип баһалай белгестәр. 2018 йылда ҡабул ителгән "Кредит тарихтары тураһында" законы бурыстар буйынса ҙур түләмдәрҙең барлыҡҡа килмәүенә булышлыҡ итәсәк, ти улар. Шулай уҡ шәхси рейтингын ҡарап, һәр гражданин кредит алғанға тиклем үҙенең түләй алыу мөмкинлеген барлап ҡарай аласаҡ. Кредит рейтингы - ул айырым кешенең кредит түләй алыу мөмкинлеген билдәләүсе күрһәткес һәм һанда сағылыш таба. Уны кредит тарихын анализлап, махсус программа иҫәпләп сығара. Рейтингтың максималь күрһәткесенә етеүселәр бик һирәк буласаҡ, тип көтөлә. Шулай ҙа 650 балл "йыйған"дар заявкаларына ыңғай яуап алыуҙарына өмөт итә ала. Рейтингтар бирелгәндән һуң банк кредит алыуға бирелгән заявкаларҙы тиҙерәк ҡарасаҡ һәм төрлө тикшереү программаларын хеҙмәтләндереү өсөн сығымдарын кәметәсәк. Был иһә бирелгән кредиттарҙың процент ставкаһы кәмеүенә ла тәьҫир итәсәк, тип көтөлә.
Әлегә тиклем кире ҡайтарылмаған кредиттарҙы ҡаплау өсөн банк үҙенең башҡа клиенттарына ҙур процентлы кредиттар тәҡдим итә ине. Ә ышанысһыҙ клиенттарҙың һанын кәметкәндән һуң улар уңайлы процентлы кредит тәҡдим итә башлаясаҡ, ти эксперттар. Тәү ҡарашҡа кредит буйынса яңы параметрҙар тик банктарға ғына файҙалы кеүек. Ләкин үҙенең рейтингын белгән кеше банкка мөрәжәғәт итмәҫ элек үҙенең кредит алыу-алмау мөмкинлеген баһалай ала.
Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА