Яҙ һулышын тояһығыҙмы, дуҫтар? Көн торошо ҡапыл ғына үҙгәреп китте, ҡояш йылмая башланы, ҡыйыҡтарҙан тамсылар тама, ә аяҡ аҫтында... Эйе, күләүектәр йүгерә. Ул тиклем артыҡ шәп тә йүгермәйҙәр, әммә ҡар менән ҡушылып, бутҡа яһайҙар инде. Ҡала хакимиәтендә лә ошо ике темаға: ҡыйыҡтарҙы һәм урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға тәү сиратта иғтибар йүнәлтелде.
Кәңәшмәне алып барыусы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов аҙна башында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Хөкүмәт ултырышында урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу сифатын тағы ла бер тапҡыр иҫкә алыуын билдәләне. "Бөгөн 900 кеше урынына 1400 кеше йәлеп ителеүгә ҡарамаҫтан, бигерәк тә ихаталарҙы таҙартыуҙа, эшләп еткерелмәгән урындар асыҡлана. Алдағы ике көндә йәйәүлеләргә уңайлыҡтар булдырыу һәм транспорттың тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәт итеүе маҡсатында ихаталарҙа, тротуарҙарҙа, урамдарҙа тәртип булдырыуҙы йөкмәтәм", - тигән бурыс ҡуйҙы яуаплы хеҙмәттәр алдына.
Шулай уҡ, Салауат Сәхи улы әйтеүенсә, уҙған ял көндәрендә ҡалала ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса рейд үткән. "Хәүефле урындарҙы рейдтар барышында түгел, ә һәр ваҡыт белеп торорға кәрәк, - тине ул район хакимиәттәре башлыҡтарына һәм яуаплы хеҙмәттәр етәкселәренә тәнҡит уғын төбәп. - Юҡһа, бөгөн иртән райондарҙың береһендә машинаға ҡыйыҡтан ҡар төшөүе тураһында мәғлүмәт бар, ә шул уҡ урам буйынса тиҙ арала сара күреүҙе оҙаҡҡа һуҙабыҙ. Шуға күрә һәр берегеҙ һәр йортто, һәр бинаны, һәр учреждениены тикшереп сығығыҙ, үҙ вазифағыҙ буйынса саралар күрегеҙ. Бер генә предприятие ла тикшереүҙән ситтә ҡалырға тейеш түгел. Кәрәк икән, шунда уҡ таҙартыу эштәрен башлағыҙ. Өлгөрмәйһегеҙ икән - иҫкәртеүсе щиттар ҡуйығыҙ йәки ул яҡҡа үтеүҙе ябығыҙ. Халыҡ иҫкәртелеүле булырға тейеш".
Салауат Сәхи улының иғтибарынан балаларға белем биреү учреждениелары ла ситтә ҡалманы. Ундағы хәл-торош менән ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова таныштырҙы. Уның белдереүенсә, мәғариф учреждениелары ҡыйыҡтарҙы таҙартыуға махсус ойошмалар, МУП-тар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар менән килешеү төҙөп, уларҙың хеҙмәте менән файҙалана. Был актуаль мәсьәләгә йомғаҡ яһап, Салауат Сәхи улы муниципалитет ҡарамағындағы матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының да аңлатыу эштәре алып барыу буйынса яуаплылығын билдәләне.
Оператив кәңәшмәлә башҡалар менән бер рәттән көн үҙәгенә подъездарҙы ремонтлау темаһы ла сығарылды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә лә был теманы урап үтмәне, сөнки тейешле документтарҙы әҙерләп, республика Торлаҡ хужалығы министрлығына тапшырыу ваҡыты 20 февралгә тип билдәләнһә, хәҙер ул 1 мартҡаса оҙайтылды. Был йәһәттән Өфө ҡалаһында алып барылған эшмәкәрлек менән Өфө ҡалаһының Торлаҡ хужалығы идаралығы МБУ-һы директоры Раил Мирхәйҙәров таныштырҙы. Билдәләнеүенсә, быйыл баш ҡалала 548 күп фатирлы йортта 1600 подъезды ремонтлау планлаштырыла. Дөйөм алғанда, подъездарҙы капиталь ремонтлау программаһына 3604 йорт (10413 подъезд) индерелгән. Был исемлеккә 2010 йылдан һуң тапшырылған һәм 2013, 2018 йылдарҙа баҫҡыс майҙансыҡтарына ағымдағы ремонт эшләнгән йорттар инмәй. Программаға ярашлы, подъездарҙа ағас тәҙрә рамдары һәм яңаҡтары - пластикка алмаштырыласаҡ, инеү урыны төҙөкләндереләсәк, беренсе ҡаттағы иҙәнгә плитә түшәләсәк, тамбурҙың ағас ишеге урынына пластиктан эшләнгәне ҡуйыласаҡ, стеналар буяласаҡ, лампочкалар энергия һаҡлаусы яҡтылыҡ сығанаҡтарына, почта йәшниктәре алмаштырыласаҡ һәм башҡа эштәр башҡарыласаҡ.
Раил Нур улы белдереүенсә, программала ҡатнашыуҙың бер шарты булып ошо йортта йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышта эштәрҙе башҡарыу исемлеген һәм стеналарҙы ниндәй төҫкә буяу зарурлығын асыҡлаған ҡарары тора. Был йәһәттән, идара итеүсе компаниялар йыйылыштар үткәргән һәм барлыҡ ҡарарҙарҙы Төбәк операторына тапшырған. Әгәр инде халыҡ исемлеккә инмәгән ниндәйҙер эште башҡарырға теләһә, ул программаны финанслашыусы булып инә ала. Подъездарҙы ремонтлауҙы 1 ноябргә тамамлау планлаштырылған.
Салауат Хөсәйенов мәсьәләнең бик етди булыуын һәм ремонтты ысын һөнәр оҫталары башҡарырға тейешлеген билдәләне, сөнки подъездарҙа инженер коммуникациялары ла бар һәм улар зыян күреп, өҫтәмә проблема тыуҙырырға тейеш түгел. Шулай уҡ ремонт эшендә ҡулланылған материалдарға махсус хеҙмәттәрҙең янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тап килеүе буйынса тикшереү үткәреү мәсьәләһе лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Атап үтелгән мөһим мәлдәр һәр район хакимиәте башлығының шәхси контроленә тапшырылды.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА