Үҙем ир затынан булараҡ, һүҙемде ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың матурлығы тураһында алып бармаҡcымын. Ә ир халҡының шундай сифаттарын баһалауҙы ҡаршы енес вәкилдәренә тапшырайыҡ.
Башта бер аҙ ғына бала сағыма сәйәхәт итеп, үҙемдең матурлыҡ төшөнсәһенә ҡарашымдың нисек үҙгәрә барғанын бәйән итәйем. Бәләкәй саҡта, һәр төрлө кешеләрҙең йөҙөн сағыштырып, "Фәләнбикә апай - матур" йәки "ямаҡай", тип, уларға үҙемсә баһа биреүемде хәтерләйем. Ҡайһы саҡта "ҡалай матур ғына" тип йөрөгән берәй апай ауыҙынан яман һүҙҙәр ишетеп, быны көтөлмәгән хәл һымаҡ ҡабул итеп, аптырай инем. Уның матурлығы минең күҙ алдымда юйылып бөткәне лә хәтеремдә. Ә бәғзе ваҡыт, киреһенсә, тәү ҡарауҙа ямаҡ булып тойолған берәй апайҙың яғымлылығын күреп, уның йөҙөнөң матурланып киткәнен күрә инем... Әле бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, тиҫтер ҡыҙҙарҙың йөҙөнә иғтибар итеү һәр малайға хастыр. Күҙҙәре, керпек, ҡаштары, танау һәм ирендәре идеалыңа, йәғни, хыялыңдағы ҡыҙҙыҡына тап килә икән, һинең өсөн ана шул ҡыҙ ғына донъяла иң матуры булып тойола. Тәү ҡарауҙа ғашиҡ булыу мәлдәре, башлыса, ун ике-ун өс йәштәрҙәге осорға тап килә. "Бына нимә икән ул ҙур апай-ағайҙар гел генә телгә алған беренсе мөхәббәт!" тип уйланаһың ана шул ваҡытта. "Мин һине тәү күреүҙә үк оҡшаттым! Һин - Ер йөҙөндәге иң матур ҡыҙ!" тип, әле алтынсы-етенсе генә синыфта уҡып йөрөгән "Фәләнбикә"гә запискалар яуҙырыусы, мәктәп коридорында йәиһә урамда ҡаршыңа тап булған был ҡыҙыйҙы күреү менән һүҙһеҙ ҡалып, оялыштан ҡыҙарынып, ҡарашын йәшереп уның янынан үтеп киткән "епшек" малай ҙа тик бер мин генә булмағанмындыр, моғайын. Ғишыҡтан башы әйләнгән малай өсөн был ҡыҙҙың бер генә лә етешһеҙлеге юҡ, уның көлөүҙәре, атлап йөрөштәре, һәр бер әйткән һүҙе лә шундай матур! Кейгән мәктәп формаһы ла башҡа ҡыҙҙарҙыҡынан йәмлерәк. Хатта уның "мыршылдатып" танау тартыуына ҡәҙәр үҙенә килешеп кенә тора. Ул ғына ла түгел, был "Фәләнбикә"нең атаһы, әсәһе һәм башҡа туғандары ла һиңә яҡын тойола башлай... Синыфташтарыңдың береһе был ҡыҙ адресына берәй килешмәгән һүҙ әйтеп кенә ҡараһын, уның "икмәк шүрлегенә менеп төшөүгә" лә күп һорамайһың…
Тағы ике-өс йылдан, инде егет ҡорона инеп килгән кешегә әлеге ҡыҙ элеккерәккә ҡарағанда ла матурыраҡ булып тойола башлауы тәбиғи. Ә бәғзе ваҡыт - киреһенсә... Мәктәпкә күрше ауылдан туғыҙынсы-унынсы синыфҡа уҡырға килгән икенсе бер ҡыҙҙы шәйләп ҡалаһың. Йөрәгеңдәге әле күптән түгел "һылыуҙарҙан һылыу" булған "Фәләнбикә" урынына һиҙҙермәй генә "Төгәнбикә" килеп урынлашыуына үҙең дә ғәжәпләнәһең. Баштағыһы, әйтәйек, ҡуңыр сәсле, ҙур йәшел күҙле, бер аҙ ғына йыуантағыраҡ булһа, быныһы - сөм ҡара сәсле, муйылдай сөм ҡара күҙле, нәҙек буйлы... Хәҙер инде һинең өсөн ошо ҡыҙ - бар донъяла иң сибәре...
Егерме-егерме биш йәштәр тулып, инде башлы-күҙле булыр ваҡытың етеүгә, күңелеңә оялап, күпмелер ваҡыт тороп сығып киткән ҡыҙҙарҙың байтаҡ ҡына булып киткәненә аптырайһың. "Тәүге һәм ысын мөхәббәт" тигән төшөнсәнең тормошта барлығына әкренләп кенә икеләнә, ә матурлыҡтың фәҡәт сағыштырмаса ғына булыуы хаҡында уйлана башлайһың. Ысынлап та, кемгәлер матур булып тойолған ҡыҙ икенсе берәүгә, киреһенсә, һис кенә лә оҡшамауы мөмкин. Бер мәл, яратып, осрашып йөрөгән ҡыҙым хаҡында бер танышым: "Был ҡыҙға нисек күҙең төштө? Ҡап-ҡара бит!" - тигәйне. Ә минең өсөн донъяла тап ошо ҡыҙҙан да матурыраҡ һис бер кем юҡ бит, ауыҙыңа май булғыры! Иң ҡыҙығы: күпмелер ваҡыттан мине тәнҡитләгән әлеге танышым күрше ауылда йәшәгән ҡара Хәйриҙең ҡыҙына өйләнде. Уның йәш кәләше - нәҡ атаһы, минекенә ҡарағанда күпкә ҡарараҡ! Тормош тап ана шул үҙенең бихисап төрлөлөгө менән дә матурҙыр. Беребеҙгә гүзәлдәребеҙҙең ҡара ҡашлы, ҡара күҙлеләре оҡшаһа, икенселәребеҙҙең күңеленә һоро, зәңгәр, йәшел күҙлеләр хуш килә.
Бәғзе бер ир-егеттәр ҡыҙҙарҙың буй-һынына ла ныҡ иғтибар итеүсән. Мин үҙем бер ҡасан да уға әһәмиәт бирмәнем. Әлеге көндә лә талдай нәҙек биллеме ул, әллә тулыраҡмы, тәпәшерәк йәиһә бейегерәкме, оҙон йә ҡыҫҡа ботломо, ҡарағусҡыл төҫтәме, әллә аҡ йөҙлөмө - ҡатын-ҡыҙҙар барыһы ла тик матурлыҡтан ғына тора, тигән инаныуҙамын. Үкенескә, тап бына ошо мәсьәләлә бәғзе бер ҡатын-ҡыҙҙар комплексланыусан, йәнәһе лә, ул башҡаларға ҡарағанда йөҙгә йәмһеҙерәк, буй-һыны ла килбәтһеҙ һ.б. Ошолай хаталаныусы ҡыҙҙарыбыҙға: "Төптән дөрөҫ булмаған бындай фекерегеҙҙе күңелегеҙҙән бөтөнләйгә юйып ташлағыҙ", - тип әйтке килә. Беҙ, ир-аттар, һеҙҙең барығыҙҙы ла "гүзәл зат" тип атайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә һәммәгеҙҙе лә берҙәй нәфис, матур итеп яралтҡан. Ә "быныһы - матур, тегенеһе - ямаҡай" тигән баһалауҙар һәр кемдең субъектив фекерләүе нәтижәһе генә. Аллаһы Тәғәлә бер ҡасан һәм бер кемгә ғәҙелһеҙлек ҡылмай. Ул бар ҡатын-ҡыҙ затының йөҙөн генә түгел, ә бөтә тәнен (хатта сәс толомдарын да!) матур, ир-ат халҡын ҡыҙыҡтырырлыҡ, гүзәл итеп яралтҡан. Ана шул күҙ ҡыҙҙырырлыҡ матурлыҡҡа ситтәр иғтибар итеп, уға ҡарап гонаһҡа батмаһын өсөн, шулай уҡ башҡаларҙың күҙе теймәһен өсөндөр, динебеҙ ҡанунына ярашлы, ҡыҙҙарыбыҙға тәненең күп кенә өлөшөн ҡаплап йөрөү лазым. Икенсенән, ят күҙҙәрҙән һаҡланып йөрөүҙе ошо нәфистәрҙән нәфис заттарыбыҙҙың ғорурлыҡ билдәһенең береһе тип тә ҡарау кәрәк...
Әлегә тиклем башлыса тышҡы матурлыҡ хаҡында ғына һүҙ алып барҙым. Кемдеңдер "матур тышлы, әммә насар эстәлекле китап", "ялтыр ҡағыҙға төрөлгән сифатһыҙ кәнфит"тәрҙең дә булыуы хаҡында иҫкә төшөрә башлауын күҙаллап, бер аҙ ғына булһа ла "эскәрәк инеп" сығыу ҙа зарурҙыр, тип уйлайым. Бала сағымда олораҡтарҙың ошондайыраҡ йырҙар йырлағанын ишеткәнем бар:
Ана килә автомобиль,
Туҡтатығыҙ конторға!
Аңын-тоңон белмәйенсә,
Ҡыҙыҡмағыҙ матурға!..
Күп нәмәне әле тик өҫтән генә уйлау һәләте булған малай булыуыма ҡарамаҫтан, кешеләрҙең фәҡәт тышҡы ҡиәфәтенә генә алданырға ярамағанлығы хаҡындағы ошондай йырҙарҙың ишараһын аңлай инем шулай ҙа. Барса ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тыштан матур тип һанаһам да, инде аҡһаҡалдар ҡорона ингән кеше булараҡ, уларҙы башлыса эстәлегенә ҡарап баһаларға тырышам. Ә инде йәш-елкенсәккә килгәндә, бәғзеләрҙең минең менән әллә ни килешеп етмәүе лә мөмкин. Беҙ ҙә ҡасандыр улар һымаҡ бер аҙ еңелерәк уйлай торғайныҡ бит…
Баштараҡ, ир затының матурлығын баһалауҙы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тапшырайыҡ, тиеүемә ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә ҡағылышлы фекеремде лә бер аҙ әйтеп китәйем. Теге йәки был ҡатын-ҡыҙ нисек итеп күрһә, беҙ - шулайбыҙ. Беҙҙең яҡтарҙа әйтмешләй, "азый-бозой" ҡарашлы, йәғни уҫал сырайлы, "ҡарсыға йәиһә картуф танаулы", "ҡарпыш ҡолаҡлы"мы, Бөрйән айыуы һымаҡ, ҡабаланмай ғына, алпан-толпан баҫып йөрөгән "арҡыры аяҡлы"мы, әллә, киреһенсә, уттай ҡыҙыу, ярыш атындай "ярһыу холоҡло" булайыҡмы, гүзәл заттарыбыҙ барыбер беҙҙе һайлап ала. Ир-аттың физик яҡтан көслө, бер аҙ тупаҫыраҡ, ҡатыраҡ, һалҡыныраҡ тәбиғәтле булыуы, ҡыҙҙарыбыҙҙан айырмалы, йөҙгә лә әллә ни ныҡ һылыу булмауы ла - норма, тигән инаныуҙамын. Аллаһы Тәғәлә хатта беҙҙең биттәребеҙҙе лә йөнлө итеп яралтҡан! Үҙебеҙҙең ошондай сифаттарыбыҙҙы белгәнгә лә, йәштәр уйыны мәлендә ҡыҙҙарҙың беҙгә ҡарап әйткән таҡмаҡтарын да ауырға алмай торғайныҡ:
Шырпы ҡабы, шырпы ҡабы,
Шырпы ҡабы бушаған.
Беҙҙең ауыл малайҙары
Шүрәлегә оҡшаған.
Ар яҡта ла ҡомалаҡ,
Бир яҡта ла ҡомалаҡ.
Беҙҙең ауыл егеттәре
Төп-төпәр ҙә тумалаҡ...
Ҡатын-ҡыҙҙың да зауығы төрлөсә булалыр шул. "Тупай күҙле", йәиһә "шүрәлегә оҡшаған", "төп-төпәр, тумалаҡ", ауыҙ-моронобоҙ йөнлө булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ана шул ҡыҙҙар ваҡыты еткәс барыбер беҙҙе тормош иптәше итеп һайлай бит…
Әйткәндәй, ир-егеттәрҙең йөҙөнә ҡағылышлы "сибәр егет", "матур ир", "һылыу абышҡа" һымағыраҡ һүҙҙәрҙе, ир кеше булараҡ, нишләптер өнәп етмәйем (мәҫәлән, "айыуҙай көслө ҡатын", тип маҡталған ҡатын-ҡыҙ ҙа бындай баһалауҙы оҡшатмаҫ ине, моғайын). Ә ир-ат адресына әйтелгән "батыр", "азамат", "арыҫлан", "айыу", "бөркөт", "ыласын" һымағыраҡ һүҙҙәр күңелгә нығыраҡ ята. Һәр хәлдә беҙ, ир-егеттәр, "айыу тотоп менерҙәй", "типһә - тимер өҙөрҙәй", "ҡуш йөрәкле" һәм, әлбиттә, "алтын ҡуллы", "алтын башлы" тигән һымағыраҡ баһаға лайыҡ булырға ынтылырға тейешбеҙ.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА