«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЕНСЕЛӘР МӘЛЕ
+  - 

Режиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тарихи нәфис фильмы экрандарға сыҡты. 17 марттан уны Өфөнөң һәм республика ҡалаларының ҡайһы берҙәрендә күрергә мөмкин буласаҡ. "Беренсе Республика" һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән картиналарҙың иң көтөп алынғаны, тиһәк тә хата булмаҫ. Ҙур мөмкинлектәр мәле тип иҫәпләнә тарихта фильмда һүрәтләнгән осор. Һәләтлеләр осоро, халҡын ярата белгәндәр осоро...

Рәсәй тарихындағы килешеүҙәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм юридик йәһәттән беренсе совет автономиялы республикаһы булған Башҡортостандың сәскә атҡан мәле. Һәләтле, белемле башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары фән, мәҙәниәт үҫешенә көсөн йәлләмәй. Фильм тап улар хаҡында. Дөрөҫөрәге, уларҙың ошо дәүер һәм дәүләт биргән мөмкинлектәрҙе халыҡ мәнфәғәтендә ҡуллана белеүе тураһында. Ғәзиз Әлмөхәмәтов башланғысы менән ауылдарҙан йыйып алынған һәләтле йәштәр Мәскәү консерваторияһында белем алып ҡайтып, 1938 йылға опера театрының төп көстәрен тәшкил итә. Ғабдрахман Хәбибуллин, Хәбир Ғәлимов, Баныу Вәлиева, Зәйтүнә Илбаева, Шәһиҙә Вәлиәхмәтова һ.б шулар рәтенән. Хөсәйен Әхмәтов башта вокал класында шөғөлләнә, әммә уның композиторлыҡ һәләте асыҡланып, ошо йүнәлештә лә белем ала. Фильмда Ғәзиз Әлмөхәмәтов уларға: "Мин һеҙгә ышанам", - тип юҡҡа ғына әйтмәй. Ысынлап та, Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт студияһында, Ленинград хореография училищеһының башҡорт бүлегендә, Ваганов училищеһында, Башҡорт театр училищеһында белем алыусылар башҡорт милли мәҙәниәтенә нигеҙ һала. Кинола исемдәре яңғырап киткән Зәйтүнә Насретдинова, Тамара Хоҙайбирҙина һәм тағы ла әллә күпме шәхестәрҙең ижад шишмәһе башланғысында Ғәзиз Әлмөхәмәтов тора. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыусы, уның директоры һәм художество етәксеһе булған Вәлиулла Мортазиндың милли театр һәм башҡорт фольклоры нигеҙендә уның репертуарын булдырыу, театр өсөн артистар тәрбиәләүҙәге эшмәкәрлеген баһалап бөтөп буламы? Уның саҡырыуы буйынса Мәскәүҙә уҡып һәм театрҙа эшләп йөрөгән еренән Өфөгә ҡайтыусы Мәкәрим Мәһәҙиев иһә тарихҡа "милли театр реформаторы" булараҡ инеп ҡала. Яҙыусы, тел белгесе Ғабдулла Амантаевтың, яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың, йәмәғәт эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшиндың хеҙмәт биографияһында ниндәй генә вазифалар юҡ. Был шәхестәр тураһында әллә күпме һөйләргә һәм, әлбиттә, һәр береһе тураһында айырым кино төшөрөргә мөмкин булыр ине.
Заманына күрә генә түгел, заманынан күпкә алда бара алырлыҡ сифаттарға һәм белемгә эйә ошо шәхестәрҙең демократик лозунгыларҙан дәртләнеп, үҙҙәре үк тыуҙырған революцияның, партияның, идеалдарының, хыялдарының үҙ баштарына етәсәгенә ышанмауы бөгөнгө тамашасыға аңлашылып та етмәҫ. Улар партияға, ошо идеяларына аҙаҡҡаса тоғро ҡала. Халҡына ла. Сирле көйө тотҡонлоҡ бәләләрен кисереп, ҡайтҡас, үҙ замандаштарының битарафлығына дусар ителгән Һәҙиә Дәүләтшина һуңынан, минең партиям ғына бар, ул мине ҡасан да булһа аңлаясаҡ, тип яҙа. Унан һуң, Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы Нинель Юлтыеваның хаттарында ла ата-әсәһен ошондай яҙмышҡа дусар иткән илгә ҡарата бер асыу ҙа юҡ. Фильмдың бөгөнгө түгел, ә ошо шәхестәр күҙлегенән төшөрөлөүе уны шул тиклем яҡтылыҡҡа, өмөткә тулы итә. Ғәйеплеләрҙе эҙләү ҙә, кемгәлек ғәйеп ташлау ҙа юҡ унда, бары яҡты киләсәк кенә бар. Шулай уҡ фильмдың тамашасыла йәлләү тойғоһо уятырлыҡ деталдәргә ҡоролмауы уны юғары күтәрә. Юғиһә, шәхестәргә бәйле әллә күпме трагедияларҙы күрһәтергә мөмкин ине. Беҙ бында ҡапма-ҡаршылыҡлы осорҙо ошо геройҙар менән бергә йәшәйбеҙ генә. Шулай уҡ 1937 йылдың иң ҙур трагедияһы - балалар яҙмышына төшкән һынауҙар. Ғабдулла Амантаевтың ейәне, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев, ошонда күрһәтелгән балалар өсөн рәхмәт һеҙгә, тип бушҡа әйтмәне. "Беренсе Республика"ла уларҙың яҙмышы тураһында ла бер аҙ мәғлүмәт бар.
Актерҙар эше тураһында әйткәндә, был картина милли сәнғәтте матур эштәр менән байытты. Рафиҡ Хәсәнов (Ғ. Әлмөхәмәтов), Рәмзил Сәлмәнов (Д. Юлтый), Руслан Хайсаров (В. Мортазин), Фәнил Толонғужин (Ғ. Амантаев), Артур Ҡунаҡбаев (М. Мәһәҙиев), Роберт Йылҡыбаев (Ҡ. Аҙнабаев) һ.б. - ошо шәхестәрҙең яҙмышын йәшәй алыуҙан тыш, уларҙың эске рухын күрһәтә алыуы менән һәләттәрен тағы бер тапҡыр раҫланы. Ә ҡатын-ҡыҙ образдары ниндәй! Башҡортостандың халыҡ артисы Рушана Бабичтың (З. Бикбулатова), Лилиә Исҡужинаның (Һ. Дәүләтшина), Зиләрә Юлтыеваның (М. Әлмөхәмәтова), Гөлназ Мөхәмәҙиеваның (Ф. Юлтыева) һәм, әлбиттә, Рената Крицкаяның Нинель Юлтыеваһы тураһында күп һөйләнәсәк әле. Тормош бер ҡасан да еңел булмаған. Тик заманына, иҫкән елдәргә ҡарамайынса, халҡыңды гел яратырға, уға хеҙмәт итә белергә кәрәк. Был фильм ошо турала ла.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.19 | Ҡаралған: 717

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru