Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, "Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес" тигән проект иғлан иткәйне. Түбәндә беҙ шул исемлекте баҫыуҙы дауам итәбеҙ.
Исхаҡов Ибраһим Ейәнбай улы (1891-1921), Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылында тыуған - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡорт армияһы офицеры, 2-се Башҡорт пехота полкы командиры (1918-1919). Көньяҡ фронттағы һәм Петроград эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнашыусы (1919). Башҡорт Республикаһының Хәрби комиссары урынбаҫары ярҙамсыһы (1920).
Имаҡов Таһир Ғилман улы (1895-1837), Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ҡансура ауылында тыуған - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башревком ағзаһы (1919), Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһын ойоштороусы (1919), БашЧК, Башревком рәйестәре вазифаһын башҡара (1920).
Әмиров Хәлим Насретдин улы (1894-?) Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңы Артауыл ауылында тыуған - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, мәғариф хеҙмәткәре, белем биреү буйынса китап авторы. 1918 йылда Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй, 1919 йылда - БАССР Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы, Айырым Башҡорт бригадаһы комиссары, Петроградтағы башҡорт ғәскәрҙәренең Башҡортостан ревкомы махсус уполномоченныйы.
Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (1895-1938) Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Мораптал ауылында тыуған - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттең әүҙем ҡатнашыусыһы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы. 1917 йылда Башҡортостан Үҙәк шураһы уға уҡыу өсөн пособие билдәләй. 1918 йылдың февралендә Башҡорт Хөкүмәтен ҡулға алғандан һуң, "Башҡортостанды ҡотҡарыу буйынса комитет"ты ойоштороусыларҙың береһе була. 1918 йылдың йәйендә Башҡорт хәрби советы ҡушыуы буйынса Башҡортостандың Ҡыпсаҡ кантонының ирекмәндәр отрядын ойоштороу менән шөғөлләнә, бер ни тиклем ваҡыт (ойошторолған сағында) отряд етәксеһе була.
Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы (1885-?) Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Смаҡ ауылында тыуа, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡорт Үҙәк шураһы ағзаһы (1917), Башҡорт Үҙәк шураһының статистика, мәғариф бүлектәрен етәкләй. Башҡортостандың Кесе ҡоролтайы ағзаһы (1917), Арғаяш кантонында Башҡорт Хөкүмәте уполномоченныйы (1918-1919). БАССР Мәғариф наркомы коллегияһы ағзаһы. Башҡорт телен уҡытыу буйынса китап авторы.
Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (1895-1937) Ырымбур өлкәһе Новосергиевск районының Мерәҫ ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, яҙыусы, публицист. 1918 йылда Башҡорт Хәрби советында хеҙмәт итә, "Башҡорт тауышы" гәзитен ойоштороуҙа ҡатнаша, мәҡәләләр баҫтыра, 2-се Башҡорт кавалерия полкы составында хеҙмәт итә, 1919 йылда Тамъян-Ҡатай, һуңынан Туҡсоран кантондарының хәрби комиссары була. 1926 йылда "1917, 1918, 1919 йылдарҙа башҡорт хәрәкәте" китабын яҙа.
Иркәбаев Ғәбделхәй (1893-1919) Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, шағир, публицист. Бөтә Башҡорт съездары ҡатнашыусыһы (1917), Башҡорт Хәрби советы ағзаһы (1918), башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороуҙа ҡатнаша, Башревком гәзите типографияһында эшләй (1919).
Сәлихов Яхъя Шәрәф (Мөхәмәтшәриф) улы (1893-1937) Ырымбур өлкәһе Тоцк районының Ҡыҙыл Мәсет ауылында тыуған - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡорт Үҙәк шураһы ағзаһы (1917), Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидат (1917), Башҡорт Хөкүмәтенең агрономия бүлеге мөдире (1918), БАССР Финанастар наркомы (1919).
Айытбаев Ғәлиәхмәт, тыуған урыны билдәһеҙ, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡорт Үҙәк шураһы ағзаһы (1917), уның 3-сө Башҡорт ҡоролтайындағы доклады (1917) Башҡорт Хөкүмәтенең Ер программаһына нигеҙ итеп алына (1918). Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат (1919), БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантонының ЧК рәйесе (1919).
Әмиров Йыһангәрәй Ғилман улы, тыуған урыны билдәһеҙ, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡорт Үҙәк шураһы ағзаһы (1917), Шураның иҡтисад бүлеге мөдире (1917), Башҡортостандың Кесе ҡоролтайы ағзаһы (1917), 1918 йылда - Башҡорт Хөкүмәтендә, 20-се йылдарҙа - Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләгән, "Башҡорт аймағы" журналын сығарыуҙа ҡатнаша.
Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы (1894-?) Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡорт Үҙәк шураһы ағзаһы (1917), шураның статистика бүлеге мөдире (1917), Башҡорт Хөкүмәтенең финанстар бүлеге мөдире (1918), БАССР-ҙың Аҙыҡ-түлек наркомы (1919), БАССР-ҙың Ер эшкәртеү наркомы (1920).
Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы (1887-1937) Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районы Кисеүсат ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡортостандың Кесе ҡоролтайы ағзаһы (1917), Башҡорт Хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеге мөдире (1918), "Башҡортостан хөкүмәтенең теле" гәзите мөхәррире, БАССР-ҙың Социаль тәьминәт наркоматы коллегияһы ағзаһы (1919), БАССР Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы (1920). "Башҡорттар тарихы" хеҙмәтен яҙа (1925).
Төхвәтуллин Фәтих Насир улы (1894-1938) Татарстан Республикаһының Сыбыҡлы ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башревком ағзаһы (1919), БАССР-ҙың Эске эштәр һәм милләттәр эше буйынса наркомы (1919), Башревкомдың Петроградтағы Башҡорт ғәскәрҙәренең махсус вәкиле (1919). "Башҡорттар тарихы буйынса материалдар" китабын яҙа.
Әхмәҙуллин Фәтхи Әхмәҙулла улы (1895-1938) Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ибраһим ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, "федералист башҡорттар" исемлеге буйынса Ойоштороу йыйылышына ағзалыҡҡа кандидат (1917), "Тулҡын" ойошмаһының башҡарма комитеты ағзаһы (1917), фронттарҙа башҡорт ғәскәрҙәре эштәре буйынса вәкилдәрҙең Ревсовет рәйесе (1920), БАССР-ҙың Мәғариф наркомы (1921-1922).
Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (1894-1937) Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡортостандың Дыуан кантоны етәксеһе (1918), Дыуан, Арғаяш кантондарының хәрби комиссары, РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты президиумы ағзаһы, РСФСР-ҙың Милләттәр халыҡ комиссарҙары ҡарамағындағы вәкиллеге етәксеһе урынбаҫары.
Рәсүлев Талха Ғайса улы Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Әүәз ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, Башҡортостандың Хәрби советы ағзаһы (1918), Башҡортостандың Тамъян-Ҡатай кантоны етәксеһе (1918), Башревком ағзалығына кандидат (1919), БАССР Аҙыҡ-түлек наркомы вазифаһын башҡарыусы (1919).
Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәли улы (1893-1918) Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, Ойоштороу йыйылышы депутаты (1917), Башҡортостандың Кесе ҡоролтайы ағзаһы (1917), Башҡорт Хөкүмәтенең беренсе отряды етәксеһе (1918)
Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы (1896-1938) Ульяновск өлкәһе Иҫке Кулаткин районының Зеленовка ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, Башҡорт Хөкүмәтенең Ҡаруанһарай ротаһы командиры (1918), Башҡорт ғәскәрҙәре командующийының адъютанты (1919), Башҡортостан Автономияһы тураһында килешеү һөйләшеүҙәре алып барыуҙа һәм уға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашыусы (20 март, 1919), ВЦИК ҡарамағындағы БАССР вәкиллегенең хәрби бүлеге мөдире (1919-1920).
(Дауамы. Башы 12-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА