Башҡорт ир-егете өсөн ат - уның уң ҡанаты ғына түгел, яуҙашы ла, дандашы ла, серҙәше лә. Булған. Әммә заманалар үҙгәреү менән быуаттар буйына дауам итеп килгән бәйләнеш яһалма рәүештә өҙөлөү сигенә килтерелеп еткерелгән. Ул ғына ла түгел, хатта башҡорт аттарына юғалыу ҡурҡынысы ла янай. Ни өсөн был мәсьәлә шундай сиккә килеп етте һәм артабан да, атлы халыҡ, тигән даныбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Ошо һәм башҡа проблемаларҙы "Любизар" 1-се башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ менән асыҡларға тырыштыҡ.
Башҡорттоң йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе борон-борондан билдәле, улар беҙҙә ялан тултырып тигәндәй үрсей. Әммә бөгөн килеп шундай дилемма алдына килеп терәлдек: башҡорт тоҡомло аттар ҡалырмы, әллә улар, ут күршеләребеҙҙең йылғырлығы һөҙөмтәһендә, барыһы ла "татар аты" булып китерме?
- Мал буйынса профессиональ белгес булмаһам да, 2005 йылдан башлап "Төньяҡ амурҙары", "Любизар" 1-се башҡорт атлы полкы" йәмәғәт ойошмаларын төҙөп, юридик яҡтан теркәтеп, ойоштороп йөрөгәс, был теманың ысынлап та ҙур проблема булыуын үҙ елкәмдә татыған кешемен. 2009 йылда Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына Чапаевтың Өфөнө Колчак ғәскәренән азат итеү ваҡиғаһына арнап, Ҡыҙыл Яр ауылында ойошторолған реконструкцияла ҡатнашыу өсөн эйәрле-йүгәнле аттарҙы ҡуртымға һорап мөрәжәғәт иттек. Бер фермерҙың йылҡы өйөрөн килтерҙеләр. "Уларҙың эйәре юҡ таһа, атҡа нисек менәйек?" - тигәс, аптырап киттеләр. Өфө ат заводы директоры Николай Штенцов өйөнән үҙенең спорт эйәрен килтерҙе, тағы ла 4-5 атты инәлеп-ялбарып тигәндәй урам буйлап эҙләп таптыҡ. Уларҙың да эйәр-йүгәндәре туҙған йәки бөтөнләй юҡ ине. Ә беҙгә казактарҙыҡы һымаҡ йәки көтөүсе эйәре кәрәк. Министрлыҡҡа барып, "Һеҙ миңә ат табаһы урынға, йылҡы тәҡдим итәһегеҙ", - тигәс, "Ә нимә менән айырыла һуң ат менән йылҡы?" - тип аптыраштылар. Һуңынан беҙгә ипподромдан спорт аттары килтерҙеләр. Уларҙы оҙатып килеүсе конюх ҡыҙҙар реконструкцияла ҡатнашҡан полк егеттәренә аттарын менергә рөхсәт итмәне. Аптырағандың көнөнән шул ҡыҙҙарға егеттәр кейемдәре кейҙереп, уларҙың алдынан "Ура!" ҡысҡырып, ғәрләнә-ғәрләнә "һөжүмдәр" ойошторорға мәжбүр булдым. Башҡортостанға төрлө өлкә-ҡалаларҙан килгән дуҫтарыбыҙ башҡорт аттарын үрсетеү буйынса Башҡортостан ауыл хужалығының бөгөнгөһөн шундай хәлдә күрҙе. Ҡатнашыу шатлығы түгел, ғәрлек тойғоларын кисерҙем ул ваҡытта.
Ғөмүмән, "Ә нимә менән айырыла һуң ат менән йылҡы?" тигән һорауҙы министрлыҡтағылар түгел, ә мин бирергә тейеш инем, сөнки улар ошо тармаҡ буйынса белгес. Министрлыҡтағы малсылыҡ тармағы ит-май-һөт етештереү менән шөғөлләнә, шул маҡсатта йылҡы үрсетә, әммә аттар түгел. Ат үрсетеү (дөрөҫөн әйткәндә, ат тәрбиәләү, ат яратыу) менән шөғөлләнгәндә уларҙы эйәрләп-йүгәнләп байрамдарға әҙерләрҙәр, мәҙәниәтте үҫтерерҙәр ине, ә был осраҡта йылҡыларҙы ит өсөн генә тоталар, шул йүнәлеш буйынса отчеттар төҙөйҙәр. Бындай йылҡы малы оҙаҡ йәшәмәй, бер-ике йылдан ғүмере өҙөлә. Хужаларҙың йәйгеһен ҡымыҙ иҫтәренә төшә, һуңынан, бейәләр һыйыр кеүек ҡышын да һөт бирмәгәс, сентябрҙән майғаса уларҙы тотоу бюджеты ҡыҫҡартыла, яйлап малдарҙың һаны ла кәметелә...
Ни өсөн бөгөн башҡорт йылҡылары "татар" аты булып китте, тигән һорауыма яуап булманы...
- Башҡорт йылҡыһы, башҡорт аты булып нисә дәүер йәшәгәндәр бит инде улар, сөнки йылҡыны тәрбиәләп, уға мәҙәни һөнәрҙәр, инстинкттар биреп, холҡон йүнәтеп тормаһаң, тыумыштан ҡырағай йылҡы малы барыбер ҡырағай булып ҡала. Ат булып китһен өсөн кешенең бик әүҙем ҡыҫылышы кәрәк. Ат булаһы йылҡы малы гел ҡараулы тора, ул кешегә тоғро хеҙмәт итә, алыҫ походтарға сыға, үҙен менергә рөхсәт итә, аяҡтары, кәүҙәһе менән төрлө хәрәкәттәр күрһәтә, ял-ҡойроғо ла тараулы була, музыканы ла аңларлыҡ кимәлгә етеп, ысын ат булып яратыла. Әгәр кеше уны егеп кенә йөрөй икән, ул мал әле ат түгел. Ат булһын өсөн йылҡы малына кеше хәстәрлеге һәм юғары мәҙәниәтле, иғтибарлы хужаларса мөнәсәбәт кәрәк.
Тарихтан ҡараһаҡ, халыҡ үҙенең йылҡыһы тураһында атлы ғәскәрҙәре барлығы менән белдергән. Һуғыш, әлбиттә, аяныслы ваҡиға, ул һабантуй түгел, уны тәмләп һөйләп булмай, данлап ҡына хәтергә алып була. Халҡыбыҙҙың шул данлы эштәренең береһе - ул үҙенең йылҡыларын ат итеп тәрбиәләп, үҙенең атлы яугирҙарын үҫтергән, кавалерия төҙөүгә өлгәшкән. Күп халыҡтар, хатта Татарстан да, ул заданиены үтәй алмаған. Тимәк, уларҙың ат тураһында һүҙ йөрөтөү түгел, йылҡыһы ла булмаған. Бөгөн шул фактты, йәғни "Йылҡы булмайынса, ат булмай" тигәнде күрәләтә инҡар итеп, Башҡортостандан һатып алған йылҡыларҙы "татар аты" тип иғлан итә күршеләр. Был турала китапҡа алтын хәрефтәр менән, хатта Ҡөрьәнгә яҙып ҡуйһалар ҙа, ул татар аты була алмай! Шулай уҡ сыуаш аты ла, марый аты ла була алмай! Эйе, беҙҙән һатып алынған мал мал һанын арттырып, хатта ат булып йәшәй ала, әммә тоҡомдары бер ваҡытта ла икенсе халыҡтың исеме менән атала алмай, башҡорт йылҡыһынан сыҡҡас, барыбер ҙә башҡорт аты булып иҫәпләнә улар.
Бөгөн "татар" аты булып яҙылып ҡуйылған йылҡы малдары, асылда, башҡорт ерлегендә тыуып, башҡорт тоҡомло йылҡы ҡанын йөрөтөүсе малдар. Татарстан уларҙы Иглин районындағы Оло Тәләк фермер хужалығынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары, Силәбе өлкәһе хужалыҡтарынан йыйып, һатып алып ҡайтҡан. Йылҡы малы менән элек тә шулай ҡан яңыртыу, тоҡом йүнәтеү өсөн алыш-биреш булып тора, ләкин бығаса уларҙың тәбиғи атамаһын үҙгәртеп яҙырға бер кемдең дә башына килмәне. Был эш, ғәмәлдә, генетикаға ҡаршы, уны инҡар итеү тип аңлайым, ғалимдар ҙа үҙ һүҙен әйтер тип ышанам.
Аттарҙа ла кеше яҙмыштары, тигән кеүек, уларҙың да үҙҙәренең паспорты, шәжәрәһе бар бит. Бына һеҙ ситтә, тарихи реконструкция ваҡытында аттарҙы Башҡортостандан алып бараһығыҙмы, әллә шунда йәшәгән башҡорт тоҡомлоларын эҙләп табаһығыҙмы?
- Минең башҡорт яугиры икәнлегемде белгәс, ситтәге коллегалар, реконструкторҙар һәр ваҡыт үҙҙәрендә булған, беҙҙән алып ҡайтылған йылҡынан тәрбиәләнгән башҡорт тоҡомло аттарын биреп тора. Шуға күрә республиканан ситтә башҡорт атына менеү минең өсөн бер ваҡытта ла проблема булманы. Хатта Германияла бейеп торған, мине ултыртып, ятҡан еренән тороп баҫҡан "Илсе" атамалы башҡорт тоҡомло атҡа менеү бәхете тейҙе. Европала, донъяла, Рәсәйҙә Бородино, Мәскәү, Тверь өлкәләрендә башҡорт тоҡомло йылҡылар күп. Уларҙы матур итеп аҫрайҙар, үрсетәләр. Хужалары тап башҡорт тоҡомо икәнен белеп, ҡәҙерләп тәрбиәләй. Хатта "Ты же башкир, сейчас тебе башкира подберем", тип йүгереп йөрөйҙәр. Ситтәр башҡорт тоҡомон башҡа тоҡомдар менән ҡушып, ҡандарын яңыртып, сифаттарын яҡшыртыр өсөн һатып ала икәнен беләм. Мәҫәлән, Бородино өлкәһендәге "Мерлин" ҡушаматлы атты дүрт йыл рәттән мендем. Уны Баймаҡтан һатып алғандар. Былтыр Малоярославецта Белорет районының Шығай ауылынан барған башҡорт тоҡомло атҡа мендерҙеләр. Һәр хәлдә, ситтә мин ат эҙләп хитланмайым. Ҡуртым хаҡын ғына түләйем дә, эш тә бөттө.
Башҡортостанда ниндәйҙер байрам үткәрә башлаһаҡ, беренсенән, башҡорт тоҡомло аттарҙы бер сафҡа теҙеп ҡуя алмайбыҙ, сөнки эйәр-йүгәндәре юҡ, ул ҡаралмаған, атҡа әйләндерелмәгән, гел тибендә йөрөгәнлектән, ҡытығы килә һәм арҡаһына эйәр һалдырмай. Яҙмыштары ла аяныслы - улар ит, колбаса булырға әҙерләнеп, бер һөнәр ҙә үҙләштермәйенсә, ҡырағай йылҡы малы булып ғүмер кисерә. Бейәләрен дә йәйгеһен ҡымыҙ өсөн тоталар, бер аҙ тоҡом алыу өсөн файҙаланалар һәм улар ҙа оҙаҡ йәшәмәй, иткә оҙатыла. Бына шулай башҡорт тоҡомло атҡа генетик яҡтан юғалыу хәүефе янай. Уның тоҡомо көсһөҙләнә, тарҡала, сифаты юғала. Ут күршеләр ҙә йоҡлап ятмай, беҙҙә хужаһыҙлыҡҡа дусар булғанды тиҙ генә үҙләштерергә әҙер торалар.
Башҡорттарҙың йылҡынан ат тәрбиәләүгә арналған йола-ҡағиҙәләрен атты яратыу һөнәре, сәнғәте тип тә әйтергә була. Ул - мәҙәниәт, донъяуи күренеш. Беҙҙә ат яратыу мәҙәниәте юҡҡа сыҡты - машиналарға ултырып, атты онотҡанбыҙ. Бында ҙур хужаларҙан башлап, ябай ауыл кешеләренә тиклем барыбыҙ ҙа ғәйепле, сөнки йылҡыларыбыҙ бар, уларҙы башҡа халыҡтар үрнәгенән сығып, ат хәленә тиклем тәрбиәләмәйбеҙ, башҡа халыҡтарҙың аттарын гаджеттар аша бер-беребеҙгә ебәреп, рекламалайбыҙ, ә үҙебеҙҙең брендыбыҙҙы ашап, һатып ятабыҙ.
Башҡорт йылҡыһының, башҡорт аттарының үҙенә генә хас ниндәй үҙенсәлеге, айырмаһы бар?
- Татарстандар Башҡортостандан һатып алынған йылҡылар хаҡында, хатта башҡорттоҡонан да бәләкәйерәк тоҡомдо таптыҡ, тип әйтергә маташа. Әммә уларҙың да һырттарында ҡара һыҙаттар ята бит. Һыҙаттары бар икән - ул, һис шикһеҙ, башҡорт йылҡыһы. Ә беҙҙең фермерҙар йылҡыларҙы ситкә һата икән, был инде шәхси бизнес, бөтөнләй икенсе тармаҡ һәм уларҙың быға тулы хоҡуғы бар. Ошо урында хорваттарҙы һәм төркмәндәрҙе миҫалға килтерер инем. Хорватиялағы липициан тоҡомло аттарҙы ла, Төркмәнстандағы ахалтекин тоҡомло аттарҙы ла дәүләт кимәлендә ҡурсалауға алғандар, уларҙы сит илдәргә сығарыу тыйыла. Әйткәндәй, Башҡортостанда эйәрле-йүгәнле, менергә өйрәтелгән башҡорт тоҡомло йылҡынан ат кимәленә еткерелгән аттар һаны буйынса фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығы беренсе урында тора ине. Уның тырышлығы менән бынан 6-7 йыл элек кенә унда 30-40 өйрәтелгән, эйәрле-йүгәнле башҡорт тоҡомдары тупланды. Ул һәр ваҡыт уларҙы ярышҡа әҙерләне, Мәскәү тарафтарына һатып, аҡса ла эшләне. Татарстанға һатылғанға тиклем беҙ ошо аттарҙы менеп, Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендә тарихи сюжеттар, башҡорт яугирҙары тураһында тиҫтәләгән фильм төшөрөп өлгөрҙөк.
Халҡыбыҙҙа шундай матур һәм тәрән мәғәнәле бер мәҡәл бар: урлаған бер ғәйепле, урлатҡан мең ғәйепле. Бөгөнгө хәл-торошта кем ғәйеплерәк?
- Бер яҡтан, республикабыҙҙағы институттар ғилми-фәнни яҡтан әүҙемләшмәйенсә, бәлки, йомшаҡлыҡ күрһәтәлер. Икенсе яҡтан, Ауыл хужалығы министрлығынан башлап киткәндә лә, Хөкүмәт, дәүләт кимәлендә был мәсьәләләр ғәҙәти күренешкә әйләнеп, иғтибарҙан ситтә ҡалғандыр, тип фаразларға мөмкин. Кисә йәшәп, кисә донъянан киткән кешеләрҙе бер нисек тә әрләй, уларҙы дөрөҫ эшләмәүҙә ғәйепләй алмайбыҙ. Ләкин бөгөн алдыбыҙға килеп баҫҡан мәсьәләләрҙе күрәбеҙ, таныйбыҙ, беләбеҙ икән, тимәк, иртәгә улар киләһе быуынға ауыр йөк, үкенес булып ҡалмаһын өсөн атай-олатайҙарыбыҙ нисек тырышҡан, нисек донъя көткән - беҙ ҙә, фермерҙар, эшҡыуарҙар ҙа, һәр кем үҙ урынында фиҙаҡәр рәүештә тырышып, ныҡышып, дәүләт эшмәкәрҙәре менән бер төптән берләшеп, халыҡ алдында, тарих алдында, заман алдында отчет биреп, үҙ бурыстарыбыҙҙы яуаплылыҡ тойоп атҡарырға тейеш, тип уйлайым. Башҡорт ерлегендә барлыҡҡа килгән ҡиммәттәребеҙҙе, ҡомартҡыларыбыҙҙы (башҡорт йылҡылары, башҡорт бал ҡорто) ниндәй замандарҙан халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан, фәндән төшөрөп ҡалдырмай, китаплы халыҡ булараҡ, яҙып, теркәп, һаҡлап килгәнбеҙ икән, беҙҙең бөтөн байлығыбыҙҙы күршеләр ҙә, башҡалар ҙа үҙләштерергә тейеш түгел, быға юл ҡуйырға ярамай. Үткән йылдарҙа ҡурайға яҫҡындылар, былтыр башҡорт йылҡыларына...
Беҙҙең матди-мәҙәни, тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙың, брендтарыбыҙҙың яҙмышы бары тик башҡорт халҡынан ғына тора. Уларға бөгөн хужа булабыҙмы, әллә иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл, тигән кеүек, хужаһыҙлыҡ күрһәтәбеҙме - үҙебеҙгә бәйле барыһы ла. Күршеләрҙең шундай ҡылығы беҙгә тағы ла нығыраҡ тырышырға, яуаплылыҡ алыуға этәргес булырға тейеш. Халыҡта бер әйтем бар: "Арғымаҡҡа ҡушарлап менгәшмә, үҙең өйрәтеп мен". Күршеләр ҙә, үҙебеҙ ҙә шуны онотмаһаҡ ине.
Йылҡысылыҡ тип, нисектер, тар мәғәнәлә генә ҡарарға күнеккәнбеҙ, ә бит әңгәмә барышында уның киң ҡырлы булыуы, тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләренә ҡағылышлы булыуы асыҡлана башланы. Әле бит йылҡыларҙың төҫтәрен дә тулыһынса белеп бөтмәйбеҙ...
- Йылҡысылыҡ үрсеһә, унан ат яратыу сәнғәте халыҡ тарафынан йылдан-йыл үҙләштерелеп торһа, уның терминдары ла йәшәй. Әле беҙ, ир уртаһы кешеләр, бәләкәй саҡта белеп ҡалғаныбыҙҙы ғына хәтерләп һөйләйбеҙ. Ә бала саҡтан белмәй үҫкән бөгөнгө быуындар иртәгә нимә эшләргә тейеш? Тимәк, "Тормош һабаҡтары" фәнен тергеҙеп, башҡорт гимназияларында факультативтарҙа булһа ла башҡорт хужалығын, йылҡысылығын, милләтебеҙгә генә хас булған башҡа шөғөлдәрен өйрәнеүҙе индерергә кәрәк. Сөнки үҙебеҙҙең үҫеш юлын заман талаптарынан сығып, үҙебеҙ билдәләргә тейешбеҙ. Әгәр шулайтмаһаҡ, йылдан-йыл ҡомартҡыларыбыҙ тирә-яҡтағы күршеләргә күсеп торасаҡ, сөнки тәбиғәт бушлыҡты яратмай, һәр нәмәнең хужаһы булырға тейеш. Үҙең хужа булмаһаң, уға хужа табыла ул.
Бөгөн беҙ йәш быуынға мал ҡарау, уны яратыу тәрбиәһен бирмәгәс, улар икенсе нәмәгә ылыға, күҙ һала. Мәҫәлән, венгрҙар индустриаль Европаның уртаһында ҡамауҙа ҡалып йәшәүенә, күпме ерҙәрен юғалтыуына ҡарамаҫтан, барыбер Венгрия дәүләте булып һаҡланып ҡала алған. Улар малсы, көтөүсе булып, йылҡысылыҡты, эре малдарҙы үрсетеп, төрлө тоҡомло малдарҙы ҡарап, ошо һөнәр кешеләрен иң беренсе милли профессия тип иғлан итеп йәшәп яталар. Евросоюздың бер фастфудын да һатып алмайҙар, үҙҙәрен ит ризыҡтары менән тулыһынса үҙҙәре тәьмин итәләр. Үҙҙәрендә етештерелгән сифатлы ризыҡты ғына ашайҙар. Беҙҙең кеүек, сәхнә кейеме кейеп байрам итмәйҙәр, эшләгәндә лә ғәҙәти милли кейемдә йөрөйҙәр, милли асылдарын ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Беҙҙә милли кейем сәхнә сыбарлығы менән боҙолоп бөттө бит хәҙер.
Милли йылҡысылыҡты тергеҙәһе, ат яратыуҙы аяҡҡа баҫтыраһы бар. Унан инде йәш-елкенсәктең, ир-аттың эйәргә ултырып, сабып барышлай йәйәнән уҡ атыусы мәргәндәребеҙҙе барлыҡҡа килтереренә лә күп ҡалмай. Шуның өсөн ауылдарҙа йылҡы үрсетеүсе хужалыҡтар, фермерҙар, йылҡыларҙан ат яһаусылар, өйрәтеүселәр кәрәк.
Башҡортостандың элекке Башлығы Рөстәм Хәмитов власҡа килеү менән, башҡорт аттарын брендҡа әйләндерәйек, тигәйне лә...
- Әйтеү менән эшләү бер түгел шул. 2012 йылда мин дә уның менән шәхсән килешеп, ышанып, Бородинола буласаҡ 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған ҙур халыҡ-ара хәрби-тарихи фестивалгә Башҡортостандан 5 ат алып барыуҙы һөйләшеп-килешеп бөткәйнем. Ләкин ул, юл сығымдарын еңел хәл итергә уйлап, Тверь өлкәһендәге дуҫы Веремеенкоға шылтыратҡан, ә ул үҙ сиратында беҙгә унда йәшәгән башҡорт тоҡомдарын алып килергә вәғәҙә итте. Ваҡыт еткәс, Тверь өлкәһендә сир таралып, карантин иғлан ителде, ә беҙ, "Төньяҡ амурҙары" яугирҙары, атһыҙ ҡалдыҡ. Был мәсьәләне урындағы аттарҙы аҡса түләп ҡуртымға алып, саҡ хәл иттек.
Һуғыштан һуң Европала тыныслыҡ урынлашып, хорват халҡы үҙенең республикаһын төҙөп йәшәй башлағас, хужалары шундай дөрөҫ ҡарар ҡабул итә: "Беҙҙең хорват халҡын донъя кимәлендә тоҡомло аттарыбыҙ танытты, уны хатта Наполеон менеп йөрөгән", - тип, аграр индустрия белгестәренә заказ биреп, ошо тоҡомдоң пони, лилипут, карлик тоҡомдарын да барлыҡҡа килтерәләр. Уларҙы бала-сағаларҙы йөрөтөр өсөн ҡулланалар. Малдарҙың иҫәбен булдыралар, республика хужалыҡтары буйлап тараталар ҙа, һан буйынса шул бер кимәлде тоталар. Липициан тоҡомоноң легендаһын яҙалар. Һәр хорват шул легендаға йәбешеп ята. Шуның менән туристарҙы ылыҡтыралар. Наполеон менгән аттың тоҡомон күрер өсөн генә Хорватияға агротуристар ағыла. Бренд тип атағас, аттарҙың иҫәбен 2 меңдән арттырмайҙар. Бренд булғас, уны ситкә сығармайҙар, бары тик ил эсендә тоталар, сифатын яҡшырталар, өйрәтәләр. Беҙгә уларҙан үрнәк алырға кәрәк.
Республиканың барлыҡ муниципалитеттары үҙҙәренең гербын булдырҙы. Уларҙың бер ни тиклемендә аттар һынландырылған. Әммә һеҙ күптән инде Башҡортостан Республикаһы символдарын эшләгәндә лә геральдика ҡанундары буйынса үҙ фекерегеҙҙе еткерә киләһегеҙ. Ошо муниципалитеттар геральдикаһы буйынса нимә әйтерһегеҙ?
- Европа был ҡағиҙәләрҙе яҡшы аңлай, беҙ генә, өйрәнмәгәс, белмәгәс, һанға һуҡмағас, әлеге көндә лә интуиция менән генә йәшәйбеҙ. Башҡортостан муниципалитеттарының гербтарын рәссамдар төп принциптарҙы аңламайынса эшләне: гербҡа атты төшөргәс, уның өҫтөнә мотлаҡ рәүештә эйәр һалынырға, мотлаҡ йүгән булырға, мотлаҡ рәүештә ялы таралған, мотлаҡ рәүештә уның ҡойроғо йә төйнәлгән, йә киҫелгән булырға тейеш. Ғөмүмән, Халыҡ-ара геральдика фәнендә гербтарға йылҡы малын төшөрмәйҙәр. Ә беҙҙә күп осраҡта ҡырағай аттар төшөрөлгән. Тимәк, йылкы ҡиәфәтендә гербта мал төшөрөлгән икән, был территория үҙләштерелмәгән, ҡаралмаған, тәрбиәләнмәгән, цивилизация килмәгән, ҡырағай хәлдә, тигәнде аңлата.
Бөгөн беҙ, башҡорттар, башҡорт тоҡомло йылҡыларыбыҙҙы, аттарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн нимәләр эшләй алабыҙ?
- Йылҡыларҙан аттар тәрбиәләү өсөн башҡорт атының тыуған көнөн билдәләргә кәрәк. "Аҡбуҙат", "Урал-батыр" эпостарында Аҡбуҙаттың күлдән сыҡҡан миҙгелен билдәләп, ошо ваҡытты Башҡортостанда Башҡорт аты көнө тип иғлан итеүҙе кәрәк тип табам. Шул уҡ хорваттар ҙа апрелдең һуңғы бер көнөн, липициан - хорват аты көнө, тип киң билдәләй. Төркмәндәрҙә лә ахалтекин атының тыуған көнө билдәләнә. Халыҡ-ара йылҡы көнө тигән байрамдар бар. Ғөмүмән, беҙгә донъяла, башҡа халыҡтарҙа йылҡы һәм аттарға бәйле нимәләр бар, шуларҙы өйрәнергә кәрәк, сөнки улар ҡасандыр беҙҙә лә булған, әммә донъяларҙың шартлы үҙгәреше һөҙөмтәһендә үҙебеҙ ҙә үҙгәргәнбеҙ. Асылыбыҙға ҡайтыр өсөн үҙебеҙҙә булғандарҙы ла киренән йыйнарға тейешбеҙ.
Икенсенән, уҙған йылдарҙа Баймаҡ районында 90 меңлек Президент грантына Ат байрамы үткәрҙеләр. Был ғына суммаға Ат байрамы үткәреп булмай. Уны маҡсатлы рәүештә, дәүләт программаһын ҡабул итеп, ул оҙаҡ йылдар дауам итһен өсөн һәр милли байрамдың эсенә ат яратыу конкурстары индереп, милли йәрминкәләр, аттарҙы өйрәтеүселәрҙең конференцияларын, фестивалдәрен, ярыштарын ойоштороп үткәреү маҡсатка ярашлы булыр ине. Венгрҙар шулай эшләй: һәр кем үҙ хужалығынан килтереп, атының һөнәрен күрһәтә - кемдекелер бейей, кемдекелер тыпырлай, кемдекелер артына ултыра һ.б. Милли кейемле ир-аттар ғорурлыҡ менән көтөүсе һөнәрҙәрен күрһәтә, оҙон сыбыртҡылар менән сауҙа итәләр, уларҙы һәр малай-шалай ҡуллана белә. Беҙҙә лә шулай булырына ышанып йәшәйек: кемдер эйәре менән маҡтанырға тейеш: үҙем эшләнем, был сергетышты ҡатыным тегеп бирҙе, йүгән - олатайымдан ҡалған мираҫ; ә был юртаҡты ҡолон сағынан тәрбиәләнек, улым өйрәтте, эйәрҙә ейәнем ултыра...
Шулай итеп...
"Юҡҡа ғына халыҡ йырында, атым да бар, дәртем дә бар, әммә һөйгән йәрем юҡ, тип йырламағандар. Ир-егеттәр атлы булғас ҡына үҙенә йәр эҙләгән. Беҙҙең әле йылҡыбыҙ ғына бар, дәртебеҙ ҙә һүрелгән, атыбыҙ ҙа, йүгән-эйәрҙәребеҙ ҙә юҡ хәлендә. Атыбыҙ булһа, кейеҙ баҫыу, эйәр-өпсән эшләү, тимерселек кеүек кәсепселек, ошо нигеҙҙә эшҡыуарлыҡ та үҫешер ине. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ошо барлыҡ теләктәрҙе мин Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы йыйыны сығыштарында, ҡарарҙарында ишеткем һәм улар буйынса эш һөҙөмтәләрен күргем килә", - тип йомғаҡланы һүҙен Илдар Шәйәхмәтов. Бәлки, был теләктәр "Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының" бер йүнәлеше булырға ла лайыҡтыр?
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА