Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылының үр яғында, Һаҡмар туғайындағы ғәжәп күркәм урында 2019 йылдың 14 июнь көндө бер юлы ике бәйге үтте. Гүйә, ике ҡанатын ҡағып, Уралтау иңләп осҡан Аҡбуҙатты менеп, Уралбатыр менән Һомай килеп төштө. Йыйылған халыҡҡа фатиха биреп, ике илаһи ҡанат бүләк итте рухи батырҙарыбыҙ: сәсәнһүҙ оҫталарына - йыр-моң ҡеүәһе, ҡул эше оҫталарына - милли биҙәктәрҙе тергеҙеү ҡомары! Ҡупшы сәхнәлә Мөхәмәтйән йыраусы Ҡаҙаҡбаев хөрмәтенә Төбәк-ара асыҡ сәсәндәр бәйгеһе башланды, йәнәшәләге аулаҡ аласыҡтарҙа - Әсмә Усманова иҫтәлегенә "Гәләбаш тауы буйында" тип исемләнгән милли кейем оҫталары конкурсы теҙелеп китте.
Хәйбулла төбәгенең уникаль халыҡ ижады һандығы - милли ҡурсаулыҡ булыуы хаҡында Мөхәмәтйән олатай менән Әсмә инәй икеһе бер булып гел әйтә килде: беҙҙәге - ауыҙ-тел ижады, тәбиғәт, кешеләр яҙмышы, шәжәрә, йыр, ҡурай, бейеү, милли кейемдәр - мәңге лә бөтмәҫ бәрәкәт. Улар икеһе лә бер ниндәй ҡаршылыҡҡа, ауырлыҡҡа, ситләтеүгә ҡарамай, ошо хазинаны һаҡланы һәм мөмкин булғандың барыһын эшләп, белгәнен башҡорт халҡына тапшырҙы. Илдән алғаныңды илгә ҡайтарыу бурысы менән йәшәнеләр. Был - уларҙың тарихи миссияһы булғандыр. Урал батыр ораны менән Һомай моңо кемгә генә ҡағылмай, ишетелмәй, кемде генә илһамландырып-байытмай, әммә бик һирәктәр генә был ҡот-бәрәкәтте халыҡҡа өләшә.
Аҡъяр ауылы егет-ҡыҙҙары "Гәләбаш тауы буйында" уйынын башлай. Риүәйәттәге гәләбаш күҙ алдына килә. Бөгөн донъяның ике генә музейында - Дрезденда һәм Санкт-Петербургта һаҡланған башҡорт гәләбашы өлгөләре, емелдәп-сылтырап, Һаҡмар буйҙарын йәмләй.
"Һаҡмар буйында, Әбеш ауылы аръяғында, Төрткән яғында, бер бәләкәй тау бар - уны Гәләбаш түңе, тиҙәр. Борон шул тау башында ҡайындар менән уратылған аулаҡ аҡланда ҡыҙҙар йыйылып уйын ҡорған. Бай ҡыҙҙары үҙҙәренең гәләбашын ҡайынға элеп торған. Лыс көмөштән генә булғас, гәләбәш әллә ҡайҙан уҡ йылтырап күренә икән. "Селтәр элдем ситәнгә..." тигән таҡмаҡта ла шул биҙәүес хаҡында һүҙ бара бит - ҡыҙҙар ауыр көмөш тәңкәнән торған селтәр, һаҡал, гәләбаштарын ағасҡа, ситәнгә, кәртәгә элеп тороп та уйнаған. Күҙ алдында бит. Етмәһә, майҙанды ла йәмләй..." Был иҫтәлек һүҙҙәре - Әсмә инәй һөйләгәндәрҙән. Уның хыялы тормошҡа ашты - Хәйбулла районы ҡатын-ҡыҙҙары уның баласаҡ хыялын балҡытып торған гәләбашты - башҡорт ҡыҙҙарының баш кейемен тергеҙеп, Һаҡмар буйында уйын ҡорҙо.
Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова менән өлкән методист, район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғоловалар Әсмә инәйҙең яҡты рухына бағышлап, был йыйынды Төбәк-ара асыҡ конкурс тип иғлан итте. Әбеш ауыл советы биләмәһе башлығы Таһир Мөғлөтдин улы Юнысов бөтә тирә-яҡ ауыл оҫталарын аяҡҡа баҫтырып, йыйнаҡ сәхнә эшләтте, мәғәнәле эмблема, байраҡтар элдерҙе, аласыҡтар, аш-һыу, ял итеү урындары, тирмәләр ҡорҙорҙо. Ҡунаҡсыл һәм хәстәрлекле, ихлас хужалар килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһенә күргәҙмәлек тыныс урын, ял итерлек шарттар булдырҙы. Иң матуры, әлбиттә, йырлап аҡҡан Һаҡмар буйы үҙе ине.
Арҙаҡлы йыраусы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев репертуарынан оҙон көйҙәр, мөнәжәттәр, ҡобайырҙар башҡарыусылар Хәйбулла ауылдарынан ғына түгел, тирә-яҡ райондарҙан, хатта Өфөнән дә килгәйне. Танылған ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов етәкселегендәге талапсан баһалама комиссияһына ҡатнашыусыларҙы тыңлап, һәр береһенә лайыҡлы баһа биреү өсөн арыу уҡ түҙемлек, диҡҡәт һалырға тура килде. Ю. Ғәйнетдинов Мөхәмәтйән ағайҙың оло талант эйәһе булыуын, уны халыҡ-ара кимәлдә лә баһалауҙарын, Танимота тигән Япония ғалимының уны тыңлар өсөн генә Башҡортостанға килеүен һәм йыраусыны Бөтөн донъя йыр фестиваленә саҡырып ҡайтыуын, 2000 йылда бергәләп Японияға сәйәхәт итеүҙәрен ентекләп бәйән итте. "Ошондай оҙон көйҙәрегеҙ йәшәй икән, милләтегеҙ ҙә йәшәйәсәк", - ти япон ғалимы Мөхәмәтйән ағай менән осрашыуҙың йомғаҡлау һүҙе итеп. Был хәҡиҡәттең бөгөнгө оҙон көй башҡарыусы йырсыларыбыҙ аңына һалыныуы ҡыуаныслы. Әлеге бәйгелә ҡатнашыусылар ҙа бөйөк йыраусының васыятына, мираҫына тоғролоҡ һаҡлауҙың төп талап булыуын яҡшы аңлаған булып сыҡты. Хәйбуллалар үҙҙәре Илдар Юнысов менән Камил Илембәтовты Мөхәмәтйән ағайҙың мираҫын дауам итеүселәр тип иҫәпләй. Былтырғы бәйгелә төп еңеүсе исеме лә үҙҙәренекенә - Камил Илембәтовҡа бирелгән. Әммә был юлы бәйгенең төп бүләктәрен дандары әллә ҡайҙарға таралған Баймаҡ районы Буранбай ауылы егеттәре - Рәмил Ҡотдосов менән Аралбаевтар яуланы һәм конкурстың кимәлен ысынлап та Мөхәмәтйән йыраусы кимәленә лайыҡ юғарылыҡҡа күтәрҙе...
Ә икенсе бәйгелә иһә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен яратҡан, аңлаған, ихлас күңелдән тергеҙергә, таратырға тотонған оҫта ҡуллылар - Учалынан (милли орнаменттар, кейемдәр, биҙәүестәр белгесе Азат Салауат улы Ғарипов етәкселегендә), Йылайырҙан (Юлдыбай ауылында ағинәйҙәрҙе әйҙәүсе, биҙәүестәр һәм башҡорт кейеме өлгөләрен ижад итеүсе Миләүшә Моратова етәкселегендә), Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан (әллә нисә йылдарҙан бирле күркәм милли кейем кейенеп, башҡорт мәҙәниәтен ололоҡлап-пропагандалап йөрөүсе фиҙакәр йәнле шағирә һәм һәүәҫкәр көйҙәр авторы Минзәлә Аҡҡошова етәкселегендә) ҡатнашты. Бәйгене шулай уҡ Бөрйәндән ( Иҫке Собханғолдан ҡашмау оҫтаһы Таңһылыу Ғимранова әйҙәүендә), Сибайҙан (милли кейемде яратыусы һәм үҙенсә генә зауыҡ менән кейеп йөрөп таратыусы Мәмдүҙә Илбәкова менән "Талир тәңкә " милли кейемдәр әҙерләү ойошмаһының Сибай сәнғәт колледжындағы бүлексәһендә оҫтарған дүрт һылыу ҡыҙ), шулай уҡ Әбйәлилдән (Тәғзимә Махиянова - Хәйбулла яғының ҡоҙағыйы, боронғо кейеҙ-ҡораманы, һаҡал-ҡашмауҙарҙы һаҡлаусы һәм тергеҙеүсе, Вәзәм ауылына килен булып төшкән талантлы һәм булдыҡлы Гөлназ Суринаның әсәһе) һәм Хәйбулла районының байтаҡ ҡына ауылдарынан йәмғеһе иллегә яҡын оҫта башҡорт ҡатындары күтәрмәләне. Сөбханаллаһ, әссәләмәғәләйкүм, иҫәнмеһегеҙ, тип улар сыуаҡ көндө, һылыу туғайҙы, бер-береһен сәләмләне!
Ҡырҡтан ашыу бай ырыулы башҡорт халҡының кейемдәре күп төрлө, атамалары ла һәр төбәктә үҙенсә. Шуға күрә уларҙы таныуға, дөрөҫ атамаһын белеүгә һәм тергеҙеүгә әлеге ваҡытта ныҡ иғтибар бирелә. Әҙәби телдә һәм махсус әҙәбиәттә, ғилми хеҙмәттәрҙә һәм халыҡ араһында осраған һәр бер исем-атама иҫәпкә алына, теркәлә, һүҙлектәр төҙөлә, киренән белгестәргә һәм бөтә халыҡҡа еткерелә. Атамалар менән бергә кейемдәр ҙә кире ҡайта, иҫкә төшә, элекке мәғәнәһе менән үҙ урынын ала. Яңы биҙәүес элементтары ла халыҡсан дөрөҫ атамаһы менән ҡулланылышҡа инә. Шуға күрә кейем-һалымдың, биҙәүестәрҙең дөрөҫ исемен беләләр, биҙәккә һалған һәр бер бөртөк мәрйен, ҡортбаш, тәңкә, таҫма, көмбәҙ, өрфөйә, ҡытай, гәрәбә, аҡыҡ, сулпы, уҡа, аҡташ, бәйғәмбәр борсағы - һәр нәмә ни өсөн ҡуйылғанын белеп-аңлап эшләргә тырышалар. Был яҡтан оҫталар бик яуаплы ҡарай.
"Гәләбаш тауы буйында" конкурсы алдына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәре - гәләбаш, ҡашмау, текә ҡалпаҡ, таҡыя өлгөләрен баһалау маҡсат итеп ҡуйылды. Шулай уҡ баш кейемен биҙәп торған сәсҡап (елкәлек, елкәсуҡ), сәсмау (сәсмәүер, ҡаралыҡ), эйәкте уратып ҡаплаған һағылдырыҡ (ҡаптырма,элмәк, эйәклек, ҡаплауыс, эйәкмәрйен), сикәнән төшөп торған сикәсуҡ (сикәһырға, сикәтәңкә) һәр милли кейемдә кәрәк була. Конкурстың йәме булған - һаҡал, селтәр, яға, түшелдерек, иҙеү, хәситә, алмиҙеү - шулай уҡ айырым баһаланды.
Баштан уҡ шулай һөйләшелде: бөгөн башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеү өс йүнәлештә бара һәм өс төркөмгә бүлеп ҡарала: сәхнә кейеме (ҡурайсы, ҡумыҙсылар, йырсы, бейеүселәр кейеме, ансамбль, мифик һәм әкиәти образдарҙың костюмы), стилләштерелгән этник кейем (башҡорт милли орнаменты, биҙәүестәре, кейем тегеү-биҙәү үҙенсәлектәре менән таныулы, халыҡ араһында, көндәлек тормошта кейерлек), этнографик кейем (боронғо башҡорт ырыу үҙенсәлектәре һаҡланған, ҡомартҡы булған һәм тарихи-фәнни яҡтан нигеҙләнгән, асыҡ танылып торған).
"Гәләбаш тауы янында" бәйгеһенә килгән оҫталарҙы берләштергән бер дөйөм һыҙатты әйтеп китмәй булмаҫ: улар бер-береһенең эшен ихтирам менән өйрәнә, һаҡсыл һәм изге ниәттә бер-береһенә бар белгәнен өйрәтә. Мин бигерәк тә Йылайыр оҫталарының һүҙен онота алмайым: "Беҙ - оло изге эш башлап торабыҙ, милли кейемдәребеҙгә кейенеү генә түгел, күҙ һалғандан уҡ йөрәктәребеҙгә һағыш һәм иркәлек тула ине, тулҡынланыуҙан ҡулдарыбыҙ ҡалтырап, күҙҙәребеҙ йәшләнә торғайны... Башҡорт кейемен кейеү - оло дәрәжә, бәхет бит ул, ошо көндө күрҙек, Аллаһыға мең шөкөр, илебеҙ имен булһын! Халҡыбыҙға, балаларыбыҙға боронғо аҫыл кейемдәребеҙҙе бай итеп яңыртып кейҙереү - тормошобоҙҙоң йәме, мәғәнәһе һымаҡ булып китә хатта. Һеҙ беҙҙе маҡтамағыҙ, етешһеҙлектәребеҙҙе күрһәтегеҙ, үҙегеҙ күреп-белгәнегеҙҙе әйтеп китегеҙ."
Иң яҡшы тип табылған баш кейеме, биҙәүестәрҙе һайлаған баһамандар: Хәйбулла районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, тарихсы Рәзилә Байғусҡарова, Сибайҙа һәм Хәйбулла яғында булып торған милли кейем һәм мөнәжәт байрамдарының даими иғәнәсеһе, Өфөлә "Башгосбланк"дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры, эшҡыуар Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Әлибаева, Учалы ҡалаһында уҡытыусы, милли орнамент һәм кейемдәр буйынса фәнни хеҙмәттәр авторы, рәссам Азат Салауат улы Ғарипов менән мин үҙем, баһалама рәйесе булараҡ, бергә ҡараныҡ. Бәйге ифрат алсаҡ, халыҡсан рухта барҙы: оҫталар иркенләп йөрөп фекер алышты, һәр күргәҙмә аласығы алдында күмәк кәңәш ҡоролдо, һәр кем үҙ эшенең ябай ғына түгеллеген белә. Милли кейем үҙенсәлектәрен асыҡларға тырышыу, һорауҙарға яуап алыу, бигерәк тә етешһеҙлектәрҙе күреү һәм төҙәтеү өсөн килгәйне улар. Республиканың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы күптән инде "Милли кейемдәге хаталарҙы төҙәтеү өҫтөндә эш" иғлан итте, һәр оҫта үҙ эше өсөн тәғәйен яуап бирә, һүҙлек төҙөй, һәр элемент, орнамент исемен белә һәм аңлата - был уларға өй эше булараҡ бирелде.
Гран-при бүләген яулаған Светлана Ибраһимова Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылыныҡы. Уның зауыҡлы селтәр, ҡашмауҙары, биҙәүестәре республика кимәлендә билдәле, Санкт-Петербург, Мәскәү һылыуҙары ла яратып кейерлек өлгөлө эштәрҙең башы уның әсәһендә - Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Минзәлә Насированың алтын ҡулдарында һәм алдан күреүсән аҡылында. Заманалар булдыҡлы һәм хәстәрле кешеләргә оран ташлағас, ҡыҙыма бер һөнәр, эшләп тапҡан мал ҡото булыр, тип ошо боронғоса селтәр, ҡашмау эшләү серен өйрәтә Минзәлә, үҙе лә арымай-талмай булыша, ярҙам итә. Үҙенә күрә милли зауыҡлы, фәһемле ғаилә кәсебен шулай яйға һала улар.
Шулай итеп, гәләбаш буйынса бик ҡыҙыҡлы күренешле бәйге булды. Беренсенән, ниһайәт (!) гәләбәш бөтә боронғо йәме, дәрәжәһе, хоҡуғы менән башҡорт ҡатыны башына кейелде. Икенсенән, бөтә был ҡомартҡыны иҫбатлап-юллап биргән Әсмә инәй Усманованың рухына бер оло тәһлил-тәсбих булды. Өсөнсөнән, музей экспонатынан, китап-каталогтарҙан өйрәнеп, үҙ тарихи хәтерен һәм этнографик белемен, тәжрибәһен, үҙ саялығын һәм һөйөүен ҡушып эшләгән гәләбаштар һәр кем күңеленә хуш килде. Гүйә, тау башына уйынға йыйылған ҡыҙҙар кеүек, һәр кем өр-яңы гәләбаштарҙы сәләмләне, маҡтап теләктәр әйтте. Яугир, донъялыҡлы, уңған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары "лыс көмөш тәңкәнән торған гәләбашты кейгән һәм кейәсәк" тигән уй һәр кемгә уйылды.
Сәрүәр СУРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА