«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАҠСАТЛЫ ЙӘШӘҮ - БЫНА БЫЛ ҮҪЕШ СТРАТЕГИЯҺЫ
+  - 



Ер йөҙөндә тереклек иткән барса йән эйәһе бер уртаҡ ҡанунға - үҫеш ҡанунына буйһона. Үҫеш булмаһа, йәшәйеш тә юҡҡа сығыр ине. Тап үҫеш процестары быуындар алышыныу, яңырыу аша тормоштоң мәңгелек әйләнешен тәьмин итә.

Тәбиғәт донъяһында хөкөм һөргән биологик ҡанундар йәнле организмдарға, автоматик рәүештә тигәндәй, йәшәү һәм үрсеү мөмкинлектәрен бирә. Әлбиттә, үҫемлектәрҙең дә, хайуани заттарҙың да тәбиғәт шарттарына яраҡлашыу механизмы аша бер ни тиклем үҙгәреүе, хатта ниндәйҙер яңы сифаттар алыуы мөмкин. Әммә улар бер нисек тә үҙҙәренең үҫеш процестары менән идара итә алмай. Беҙ, аң-зиһен ҡеүәһенә эйә булыусы кешеләр, тәбиғи үҫеш ҡанундарынан азат түгелбеҙ, әммә шәхес булараҡ үҫешебеҙ тулыһынса тиерлек йәмғиәт тарафынан хәл ителә. Ғаилә һәм мәктәп тәрбиәһе лә йәмғиәттә ҡабул ителгән ижтимағи талаптарға ярашлы башҡарыла. Йәштәрҙең физик һәм рухи, интеллектуаль һәм әхлаҡи үҫеше менән идара итеп була, хәҙерге заманда балаларҙың үҫешен тиҙләтеү, тәбиғи һәләттәрен үҫтереү маҡсатында бик күп яңы технологиялар уйлап табыла. Тимәк, йәмғиәттең ижтимағи үҫеш кимәле ни тиклем юғары булһа, айырым шәхестәрҙең шәхси үҫеше өсөн дә бығаса күрелмәгән мөмкинлектәр хасил була. Идеаль дәүләттәр ҡора алыусы идеаль шәхестәр миллионлап үҫеп етер, тигән хыялдар ҙа тормошҡа ашыр кеүек.
Бына шулай фекер йөрөтһәң, беҙ күптән инде сәскә атыусы, идеаль бер донъяла йәшәгән булыр инек. Шул уҡ ваҡытта парадоксаль һорауҙар тыуа: ни өсөн беҙ, үтә бай тәбиғи ресурстарыбыҙ, талантлы йәштәребеҙ йөҙөндәге интеллектуаль потенциалыбыҙ, етерлек кимәлдә эшсе ҡулдарыбыҙ була тороп, үҙебеҙҙә етештерелгән, йә булмаһа сит илдәрҙән һатып алып була торған ҡеүәтле техниканы файҙаланып, яңы технологик ҡоролошҡа нигеҙләнгән, донъя кимәлендәге алдынғы дәүләт була алмайбыҙ һуң? Нилектән мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында башҡалар менән берҙәй белем-тәрбиә алып та, шәхси тормошонда юлдан яҙған, аҙғынлыҡты, уғрылыҡты үҙ иткән, етәксе вазифалар биләп тә, коррупция тигән яман социаль сир йоҡторған, әхлаҡһыҙ һәм енәйәтсел ғәмәлдәр ҡылған граждандарыбыҙ шул тиклем күбәйеп бара? Ни өсөн әҙәм балаһы яҡтылыҡты ҡараңғылыҡҡа, изгелекте яуызлыҡҡа, дуҫлыҡты дошманлыҡҡа алыштырырға ризалашып, выждан ғазабы кисермәй, бер ни булмағандай йәшәй бирә? Был кешегә тыумыштан һалынған кешелек бурысын да, йәмғиәт ҡанундарына тап килгән үҫеш маҡсаттарын да вәхшиҙәрсә емереүгә тиң бит!
Минеңсә, әлеге осорҙа беҙ дәүләт һәм йәмғиәт, ғаилә һәм шәхсиәт кимәлендә алға, прогресҡа алып барыусы үҫеш стратегияһын аңлай һәм билдәләй алмай аҙапланабыҙ. Әлбиттә, юғары даирәләрҙә стратегик маҡсаттар билдәләүсе, дәүләт кимәлендә үҫеш стратегияларын билдәләй алыусы ғалимдарыбыҙ етерлек, ил тормошоноң төрлө өлкәләренә ҡараған проект-программалар ҙа әленән-әле донъя күреп тора. Ни өсөн ошондай изге маҡсатлы пландар бойомға ашмай тороп ҡала ла, иҫкеһе яңыһына алыштырыла? Күрәһең, бында, марксистар терминологияһын ҡулланып әйткәндә, етештереү (планлаштырыу, ойоштороу, финанслау һ.б.) мөнәсәбәттәре етештереүсе көстәр менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа инә. Бигерәк тә бүленгән финанс сығанаҡтарын маҡсатҡа ярашлы тотонмау, ошо өлкәлә йыш күҙәтелгән енәйәттәр, сығымдарҙы саманан тыш арттыра барыу, проекттар менән идара итеүгә квалификацияһы түбән булған вазифа биләүселәрҙе йәлеп итеү - бындай кире күренештәр бер нисек тә, бер генә өлкәлә лә уңышҡа, ысын үҫешкә алып бармай. Бәлки, иҡтисад өлкәһендәге стагнация, хатта түбәнгә тәгәрәү бары тик хосуси милекселек ҡанундарының етешһеҙлегенән түгелдер: дәүләттең ошо фундаменталь өлкәһендә лә ысын социаль-рухи үҫеш бейеклегенә күтәрелә алмаған, әммә юғары постарҙа үҙ мәнфәғәттәрен алға һөрөп, дөйөм үҫеш барышына тотҡарлыҡ итеүсе етәкселәр булыуы беҙҙең төп бәләләребеҙҙең береһелер.
Әлеге фекерҙәрем дә шуға ишара: дәүләт, ил үҫешен билдәләүсе стратегияларҙы бойомға ашыра алыусы, идара итеү ғилемен дә, ғәмәлиәтен дә яҡшы үҙләштергән, шәхси үҫешендә йәмғиәт һәм дәүләт юғарылығындағы үҙаңға эйә булған, ҡанундар һәм әхлаҡ талаптарынан ситкә тайпылмаған яңы типтағы эшмәкәрҙәр үҫтереү зарурлығы көн кеүек асыҡ бөгөн. Тик юғары үҫешкән шәхестәр генә башҡаларҙы алға әйҙәй, бөтөн дәүләт, ил үҫешен етәкләй ала. Хатта боронғо, архаик дәүләттәрҙә лә (мәҫәлән, Боронғо Ҡытайҙа) һәләтле йәштәр һайланып алынып, дәүләттең төрлө өлкәләренә етәкселек итеү эшенә махсус әҙерләнгән. Шуның өсөн бала саҡтан уҡ лидер булырлыҡ, ойоштороу, башҡаларҙы артынан эйәртә алыу һәләте булғандарға юл асыу, йәшенә ҡарап, төрлө йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү фарыз. Юғиһә, саманан тыш әүҙемлектәре менән айырылып торған үҫмерҙәрҙе өлкәндәр тыйып, баҫтырып тоторға әүәҫ бит беҙҙең мөхиттә.
Йәнә шул: ил үҫеше уның граждандарының мөмкинлектәре менән бәйле. Тыумыштан барыбыҙ ҙа төрлөбөҙ, тәбиғи потенциалыбыҙ ҙа бер иш түгел, һәр кемдең үҙ йөҙө, үҙ характеры, үҙ һәләттәре бар. Әммә һәммәбеҙгә лә үҫеш мөмкинлектәре һалынған: физик яҡтан да, зиһенеңде үҫтереү йәһәтенән дә, мәҙәни һәм дә рухи сифаттарҙы үҙләштереү мөмкинлектәре лә һис бер сикләнмәгәндер. Хатта һәр кем билдәле бер юҫыҡта үҙенең ижади һәләттәрен аса ала, был сифат аҡылы камил булған һәр кешегә тәбиғәттән һалынған. Әлбиттә, бала саҡ һәм йәшлек осоро - шәхси үҫеш өсөн иң яуаплыһы ла, иң ҡулайлыһы ла. Әммә кеше заты үҫештән бер ҡасан да мәхрүм түгел, ундай мөмкинлектәр уның ғүмере буйына юғалмай. Мәктәпте лә, һөнәри уҡыу йортон да тамамланым, эшем бар, йортом, ғаиләм бар - тағы миңә ни кәрәк, тип йәшәү кешенең шәхси үҫешенә кәртә булып, уның юғарыраҡ, алдынғыраҡ, сифатлыраҡ тормошта йәшәй алыуы тураһындағы уй-фекерен томалап та ҡуя.
Шуның өсөн һәр кем үҙ йәшәйешенең шәхси стратегияһын анығыраҡ билдәләп көн итһен ине. Заман психологтары үҙеңдең уй-хыялдарыңды, ниәт-пландарыңды ҡағыҙға теркәп тә, үҙ алдыңа ҡысҡырып уҡып, ҡабатлап тороу ҙа үтә файҙалы һәм һөҙөмтәле, тиҙәр бит. Йыш ҡабатланған, ныҡышмалы рәүештә аңға һеңдерелгән идеялар, йәғни, уй-ниәттәр матдиләшә ала, тигән фекер ҙә бар бит. Ябайыраҡ әйткәндә, һәр кемдең йәшәйеш, үҫеш стратегияһы - уның тормошонда һәр ваҡыт билдәле бер маҡсаттар ҡуйылып, уларҙы бойомға ашырыу өсөн тейешле ғәмәлдәр башҡарыуында. Ялҡауҙың ғына ялы күп, тырыштың, уңғандың балы ла, малы ла күп булыр, халыҡ араһында хөрмәтле кеше булып, дан-шөһрәт тә ҡаҙаныр. Миҙалдың ике яғы булған кеүек, ижтимағи мөхиттә барған үҫеш процестарының ике яғы бар. Үҫешә барған прогрессив ил граждандары өсөн уңайлы йәшәйеш шарттары булдыра, ә төрлө яҡлап үҫешкән, алдарына яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәүсе әүҙем граждандар йәмғиәт һәм дәүләт үҫешенә һис бер ни менән алыштырғыһыҙ ыңғай йоғонто яһап тора. Демократик дәүләт һәм граждандар йәмғиәте гармонияһы ла тап шундай үҫеш стратегияһына ярашлы хасил булалыр ул. Беҙ әле һүрәтләгән идеал ҡасан да булһа ғәҙәти бер күренеш булып, киләсәк донъя ошондай хыялдарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндерер, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.19 | Ҡаралған: 613

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru