«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ТӨБӘКТӘГЕЛӘР ҘӘ - БЕҘҘЕКЕЛӘР
+  - 



V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһында, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр менән бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләһе төп бурыстарҙың береһе, тип билдәләнгәйне. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холл бинаһында Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы һәм Татарстан Республикаһы делегаттары эшлекле һөйләшеүгә яңынан йыйылыуы был бурысты ғәмәлгә ашырыуҙың бер сараһы булды.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған сарала республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу тәүмаҡсат булып торҙо. Шуға күрә, йыйындың беренсе өлөшөндә ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алышты, һәр төбәк вәкиле уй-зары менән бүлеште, тәҡдимдәрен белдерҙе. Ошо рәүешле фекер туплап алғандан һуң делегаттар Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән түңәрәк ҡорҙа ҡатнашты. Әңгәмә барышында Радий Фәрит улы: "Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында башҡорт халҡының үҫеше өсөн яуаплы төп субъекты", - тип белдерҙе. Шуға күрә, тәү сиратта милләттәштәрҙе берләштергән йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге менән танышыу һәм хеҙмәттәшлек итеүҙе яйға һалыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Хөкүмәт йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү йәһәтенән уларға саралар үткәреүҙә финанс ярҙамы күләмен арттырырға әҙер. Шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрен көсәйтеү мөһимлеге лә билдәләнде. "Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу мөһимлеген аңлайбыҙ, шуға уны кәрәкле, модалы итеү тураһында уйланырға тейешбеҙ. Бының өсөн беҙ төрлө мобиль ҡушымталар, башҡорт телен уҡытыуҙың яңы методикаларын эшләйбеҙ, яҡын киләсәктә уларҙы киң йәмәғәтселеккә сығарабыҙ. Был саралар башҡорт телен ул тиклем яҡшы белмәгәндәр, мәктәптә уны уҡымағандар өсөн туған телде аңларға, һөйләү теле кимәлендә белергә ярҙам итәсәк. Беҙ матди базаны нығытыу мәсьәләһен дә хәл итәбеҙ - бөгөн һеҙ яңы әсбаптар аласаҡһығыҙ. Шулай уҡ сит төбәктәрҙә йәшәгән малай-ҡыҙҙарға республикала барлыҡҡа килгән яңы полилингваль мәктәптәрҙә белем алыу мөмкинлеген бирәбеҙ. Был заманса йыһазландырылған, юғары сифатлы белем бирелгән, ентекле һайлап алынған педагогик коллектив эшләгән 21-се быуат мәктәбе. Унда уҡытыу рус, инглиз, икенсе сит тел һәм башҡорт телендә алып барыласаҡ. Өфөлә ошондай ике мәктәп асылырға тора, әлегә йәшәү урыны бирергә әҙер түгелбеҙ, әммә киләсәктә был мәсьәләне лә хәл итербеҙ", - тип тамамланы һүҙен Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Радий Фәрит улы күтәргән мәсьәләләр түңәрәк ҡорҙа ҡатнашҡан төбәк вәкилдәрен борсоған һорауҙар менән ауаздаш булып сыҡты. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин республика етәксеһенә башҡорт теленән белем бирәсәк йәш кадрҙар һәм әсбаптар тураһында мөрәжәғәт итте. Әҙәби башҡорт телендә уҡыта башларҙан алда урындағы диалектты өйрәтеү күберәк халыҡты йәлеп итәсәк, шуға ла тәүҙә ошо өлкәлә аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк, тигән фекере менән бүлеште Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов һәм фекерен, тап аңлатыу эштәре алып барыу һөҙөмтәһендә туған телен өйрәнергә теләүселәр һаны 3 ғаризанан 70 ғаризаға тиклем артты, тигән һүҙҙәр менән йөпләп ҡуйҙы. Шулай уҡ Рәсил Тимерғәзе улы крайҙа республика менән берлектә лингвистик лагерҙар ойошторорға тәҡдим итте.
Осрашыу барышында төбәктәрҙә республиканың вәкиллеген, башҡорт сауҙа йортон булдырыу тәҡдимдәре лә яңғыраны. "Свердловск өлкәһе тарафынан "Башҡортостан" сауҙа үҙәген асыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылды бөгөн, беҙҙә ул күптән бар һәм уны булдырыуға ҡағылышлы барлыҡ сетерекле мәсьәләләрҙе беләм. Һуңыраҡ милләттәштәр менән тәжрибә уртаҡлашырмын тип торам, - тине был турала Ханты-Манси автономиялы округ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов. - Әйткәндәй, күп кенә өлкәләрҙә Башҡортостан вәкиллектәре лә бар ине, тик һуңғы осорҙа уларҙың эше һүлпәнәйеп китте. Вәкил - хөкүмәт кешеһе, ул әүҙем эшләһә, халыҡҡа ла файҙаһы нығыраҡ тейә. Шулай уҡ Пермь крайы делегаттары республиканың бер айырым районына башҡорттар күпләп йәшәгән төбәкте хеҙмәттәшлек өсөн беркетеү кәрәклеген күтәрҙе. Был йәһәттән дә тәжрибә бар: Сургут районы менән Ишембай районын, Сургут ҡалаһы менән Сибай ҡалаларын, Сургут нефтселәре менән Баймаҡ районын дуҫлаштырҙыҡ, килешеүҙәр яңыртылып тора. Мине бөгөн Башҡортостанға кире ҡайтып йәшәргә теләгән милләттәштәргә йорт һалыу, тамыр йәйеү өсөн ер биреү мәсьәләһе борсой. Республикала ер алыуы бик ҡатмарлы, муниципалитеттар ер участкаларын осһоҙ хаҡҡа һата, уларҙы алыпһатарҙар ала ла, хаҡтарын арттыра. Халыҡ ер алһа, ул шунда мотлаҡ йорт һаласаҡ - тимәк, ҡайтып йәшәйәсәк тә. Мотлаҡ Өфө эргәһенән ер бирергә тимәгән, һәр кемгә үҙе тыуған райондан бирелһә лә шәп бит..."
Әйткәндәй, йыйын барышында башҡорт халҡының тарихи ерҙәре, крайҙы өйрәнеүселәре тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар юл күрһәткестәренә башҡортса ер-һыу атамаларының яҙылмауы, уларҙы бутау һәм үҙгәртеү эҙемтәһендә тарихтан юйылыу хәүефе тураһында белдерҙе. Милли архивтың бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин был мәсьәләне хәл итеү өсөн ирекмәндәргә урындарҙа һәр ер-һыу атамаһын һәм уның тарихын өйрәнеп, туплап, интернет селтәрендәге мәғлүмәти сығанаҡтарға ҡуйырға, "Википедия"ла сағылдырырға тәҡдим итте. Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙең тарихи үҙаңын формалаштырыуҙа крайҙы өйрәнеүселәрҙең роле ҙур булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды делегаттар. Уларҙы дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү өсөн Башҡортостандан кәрәкле китаптар исемлеге төҙөп, бушлай таратыу форсатын табыу бурысы ҡуйылды.
- V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы, БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырған эштәрҙе тормошҡа ашыра башлау маҡсатында ойошторолдо был йыйыныбыҙ. Шуға төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтар менән яңы проекттар, үткәреләсәк гранттар тураһында һөйләштек. Һәр төбәк менән айырым эш планы төҙөлә, араларҙы яҡынайтырға теләйбеҙ. Беҙгә берҙәм булырға кәрәк, шуға сит өлкәлә йәшәүсе милләттәштәр тик ярҙам ғына һорап мөрәжәғәт итмәһен, беҙ ҙә уларға таянып эшләй алырлыҡ булһын, тип теләйбеҙ. Сөнки әле Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу алдында торабыҙ һәм тарих, туған тел, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә арналған төрлө матур саралар үткәреү ҡаралған", - тине әңгәмә барышында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Әйткәндәй, башҡорт телен өйрәнеүгә бәйле һорауҙар түңәрәк ҡорҙан һуң Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында айырым фекер алышыу майҙансығында дауам итте. Әлеге көндә Силәбе өлкәһендә 32 мәктәптә, Ырымбур өлкәһендә 12 мәктәптә, Ҡурған өлкәһендә 3 мәктәптә генә башҡорт теле уҡытылыуы, Татарстан Республикаһында эшләгән берҙән-бер башҡорт мәктәбенең бөгөнгө көндә ябылыуы, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар, кадрҙар етешмәүе кеүек проблемалар тураһында һөйләне сит өлкәләрҙән килгән милләттәштәр. Бөтә был проблемалар бар тулылығында тиерлек республика етәкселегенең дә, Ҡоролтайҙың да иғтибар үҙәгенә еткерелде, ишетелде. Артабан иһә уларҙы хәл итеү сараларына, етди ярҙамға өмөт итергә генә ҡала.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.19 | Ҡаралған: 569

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru