Иң тәүҙә республика халҡын "Афарин!" тип алҡышлағы килә: 8 сентябрҙә үткән һайлауҙарҙа уларҙың 71,82 проценты һайлау участкаларына килеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Коммунистар партияһы ағзалары үҙҙәренең төбәк башлығы вазифаһына кандидат Юнир Ҡотлоғужинға (6,89 процент), Либераль-демократик партияныҡылар - Иван Сухаревҡа (4,53 процент), "Яблоко" партияһыныҡылар - Зөлфиә Ғайсинаға (1,53 процент), "Ғәҙел Рәсәй"ҙәр - Юрий Игнатьевҡа (1,23 процент), "Рәсәй патриоттары"ныҡылар - Рәфис Ҡадировҡа (1,10 процент), "Граждандар көсө"нөкөләр - Владимир Барабашҡа (0,97 процент) һәм "Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы"ныҡылар Владимир Кобзевҡа (0,81 процент) тауыш бирҙе. Ә Радий Хәбиров өсөн тауыш биреүселәр һайлаусыларҙың 82,02 процентын тәшкил итте. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы 10 ай эсендә үҙенең атҡарған эштәре, алып барған сәйәсәте менән һайлаусыларҙың ышанысын ныҡлап яуланы, тигәнде аңлата булыр был һандар.
…"Өйҙә эшләү" бәхетен татырға күптән хыялланған булғандыр Радий Фәрит улы. Уның Мәскәүҙә Башҡортостан студенттары алдындағы сығышын әле булһа телгә алып һөйләй йәштәр: "Һеҙ Мәскәүҙе яулау өсөн конкурентлы көрәшкә аяҡ баҫтығыҙ. Ләкин "Ҡайҙа тыуһаң, шунда кәрәк бул!" тигән мәҡәл бар. Һеҙҙе Башҡортостанда бик көтәләр. Мин һеҙҙең республиканы алға, сәскә атыуға алып барыусы локомотив булырығыҙға ышанам. Был һеҙҙең ҡулдан киләсәк. Ләкин мин үҙемде лә һеҙҙән айырып ҡарамайым - беҙҙең ҡулдан киләсәк!" Ошо һүҙҙәре менән Радий Фәрит улы йәштәргә лә, үҙенә лә маҡсат ҡуйҙы, тип аңларға кәрәк быны. "Ҡайҙа тыуһаң, шунда кәрәк бул!" - был бөгөнгө йәштәребеҙ өсөн иң мөһим саҡырыуҙыр ул.
Был һүҙҙәре лә шуны раҫлай: "Бер саҡ оператив кәңәшмә ваҡытында мин, бик онотолоп китеп, хыялланыусан йөҙ менән ултырғанмындыр инде, -тип тә һөйләгәйне ул саҡта Радий Фәрит улы. - Мине яҡшы белгән етәкселәремдең береһе быны шәйләгән һәм миңә: "Радий, Башҡортостан тураһында төш күреүеңде туҡтат инде", - тине. Мин уға шулай тинем: "Беләһегеҙме, был мин үтәй алмаған берҙән-бер үтенес. Сөнки ул минең ватаным һәм мин һәр ваҡыт үҙемдең республикам тураһында төштәр күрәсәкмен һәм уйлаясаҡмын", - тинем..."
Күрәһең, Радий Фәрит улының да, беҙҙең дә бер ҡандан, бер рухтан булған етәксе тураһындағы хыялдар тормошҡа ашты: ул былтыр октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде, ә әле генә үткән һайлауҙарҙа һайлаусыларҙың 1 миллион 800 меңгә яҡыны уның кандидатураһы өсөн тауыш биреп, республика киләсәген, халыҡ яҙмышын уның ҡулына тапшырып ҡуйҙы. Һуңғы йылдарҙағы "һоролоҡтан", тотороҡһоҙлоҡтан, өмөтһөҙлөктән арынырбыҙ, Башҡортостаныбыҙға элекке ҡеүәт, элекке оптимизм һәм энтузиазм, маҡсатлы йәшәйеш әйләнеп ҡайтыр, тигән өмөт тыуҙы бына. Аҡлана күрһен беҙҙең ышаныс, тип теләйек.
Эйе, ул республикаға, тыуған Башҡортостанына идара итеү мәктәбенең бар һынауҙарын үтеп, йәғни иңенә республика кимәлендәге етәксе вазифаһы сифаттарын туплап, федераль үҙәктә идара итеү стратегияһын һәм тактикаһын үҙләштереп, шулай уҡ Рәсәйҙең бик ҙур Красногорск муниципалитетында эшләү тәжрибәһен артмаҡлап, тыуған төбәгендә, "үҙ йортонда" һөҙөмтәле эшмәкәрлек атҡарыуға дәртләнеп ҡайтты. "Мин республика халҡы алдындағы яуаплылыҡты бик яҡшы аңлайым. Бөтә көсөмдө Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫешенә һәм уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен. Нәҡ ошо бурыстарҙы үтәүҙе һәр ҡайһығыҙҙан һораясаҡмын һәм талап итәсәкмен. Бөтә тырышлығыбыҙҙы туплағанда, закондар сығарыу, башҡарма власть, хоҡуҡ һаҡлау тармаҡтары көсөн, муниципалитеттар башлыҡтары эшмәкәрлеген берләштергәндә генә республиканы артабан үҫтереү бурысын атҡарып буласаҡ. Эшебеҙҙе дүрт миллионлы республика халҡы мәнфәғәтенән, һәр граждан мәнфәғәтенән сығып, асыҡлыҡ, законлылыҡ, эш урынындағы һөҙөмтәлелек нигеҙендә төҙөргә тәҡдим итәм..." - тине ул ошо вазифаға билдәләнгән көндә депутаттар, республика етәкселәре, йәмәғәтселек алдында.
Яңы етәксенең буш һүҙ менән һыйлай торғандарҙан түгел икәнен шунда уҡ тойҙо халыҡ. Баштараҡ уның бер төбәктән икенсе төбәккә сәфәрҙәрен, аралашыуҙарын ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр. Уның тарафынан Көньяҡ Урал төбәгендә күптән күҙәтелгән ғәҙелһеҙлеккә - законһыҙ таш сығарыуҙарға кәртә ҡуйыу халыҡ араһында киң хуплау тапты. Радий Фәрит улы шулай уҡ Өфө халҡының ҡанын ҡыҙҙырған пассажирҙар ташыусы автотранспорт хеҙмәтләндереүендә тәртип булдырҙы. Артабан сүп-сар реформаһын атҡарыуҙың республика халҡы өсөн уңайлы вариантын тәҡдим итте, йәғни был хеҙмәт өсөн түләүҙәрҙе кәметтереп, тармаҡ эшмәкәрлеген үҙ контроле аҫтына алды. Подъездарҙы тәртипкә килтереү, юлдарҙы ремонтлау, йәғни донъяларыбыҙҙы төҙөкләндереү менән шәхсән үҙе шөғөлләнә башланы. Төҙөкләндереү, тигәндән. Был эш бит беҙҙә юлдарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе генә лә аңлатмай ине. Беҙҙең бик күп етәкселәрҙең, граждандарҙың, йәмәғәтселектең аңын, эшкә мөнәсәбәтен дә, идара итеү алымын да "төҙөкләндереү" кәрәк ине. Шундай тырышлыҡ һалды ла инде Радий Фәрит улы ошо ун ай эсендә. Уның "үҙ ҡулдары менән идара итеү" (ручное управление) алымын хуплағандар ҙа, хупламағандар ҙа булды, хатта Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың ҡайһылары "үҙ ҡулдары менән идара итеү" алымын ҡаты тәнҡит утына тотоп маташты. Әммә беҙҙең һуңғы йылдарҙағы бөтә өлкәләрҙә лә барлыҡҡа килгән көрсөк шарттарында, етәкселәрҙең күбеһенең эшләмәй генә, "туй генералы" булып йөрөү ғәҙәте өҫтөнлөк иткән йәмғиәттә ошо алымһыҙ булмай икәнен төшөндө халыҡтың аңлы ҡатламы, һәм бар ерҙә уны саҡыра, көтә башланылар. Ә ҡайҙа уның һүҙе, контроле, проблемалы йөктө ҡуҙғатырға кәрәк, был эшкә интернет киңлегенән "Инцидент" программаһы һөҙөп сығарған орандар, мөрәжәғәттәр, саҡырыуҙар ярҙам итте...
Радий Фәрит улының иң тәүҙә чиновниктарҙы халыҡ менән иғтибарлы мөнәсәбәт урынлаштырырға саҡырыуы ла юҡтан барлыҡҡа килмәне бит: "... чиновниктың тәкәбберлеген, тупаҫлығын, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә эрелеген тамырынан ҡоротоуҙы талап итәсәкмен, - тип айырып әйтте ул. - Кешеләр менән кешеләрсә мөғәмәлә итергә кәрәк... Етәкселәрҙең эшмәкәрлеген мин ике төп критерий - һөҙөмтәле профессионаллек һәм кешелек сифаттары, башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙәге намыҫлылыҡ буйынса баһалаясаҡмын. Мин һеҙҙең кешеләр менән партнерҙарса, өлкән иптәштәрсә мөнәсәбәт ҡороуығыҙҙы теләйем. Беҙҙең республикала байҙарса мөнәсәбәт булмаясаҡ. Чиновниктарҙың халыҡ менән танау күтәреп аралашыуы булмаясаҡ. Ысынында, һеҙҙе бит был эшкә берәү ҙә көсләп килтереп ҡушмаған. Һеҙ халыҡҡа хеҙмәт итергә килгәнһегеҙ. Шуның өсөн эшегеҙҙе шулай ойошторорға кәңәш итәм: кешеләрҙе ишетегеҙ, уларға иғтибарлы булығыҙ һәм мәсьәләләрен хәл итегеҙ. Бәлки һеҙ берәүҙән дә рәхмәт һүҙе лә ишетмәҫһегеҙ. Киреһенсә, һеҙгә халыҡтан тәнҡит һүҙҙәре күберәк тә яуыр. Донъя шулай ҡоролған. Ҡасан да булһа ишетерһегеҙ һеҙ ул рәхмәт һүҙен, ләкин уға тиклем һеҙгә бик оҙаҡ һәм егелеп эшләргә тура киләсәк әле..."
Был һуңғы һөйләмдәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһен Радий Фәрит улы башҡа етәкселәргә генә түгел, үҙенә лә төбәгәндер, тип уйланыла хәҙер. Ошо ун ай эсендә уның үҙенә лә күтәрмәләү, хуплау, һоҡланыу ғына түгел, тәнҡит һүҙҙәре лә ишетергә тура килде бит. Ни эшләмәк кәрәк, халыҡ әйтмешләй, "яҡшы атҡа ҡыңғырау тағалар". Радий Фәрит улының эштәренә көнләшеп ҡараусыларҙың, хөсөтсөләрҙең тәнҡите әллә ни борсолоу тыуҙырмай - улар шуның менән үҙенә сәйәси йә матди капитал туплай. Әммә ҡайһы бер милләттәштәрҙең ҡаршы яҡҡа сығыуы барыбер ҙә күңелде ҡыра. Эйе, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы мәлендәге бер бәләкәй генә ваҡиғаны күбәләй итеп шаулатып, Радий Фәрит улын һәм ҡайһы бер чиновниктарҙы ғәйепләүҙәр булды. Ләкин ошо хәлде һөңгө осона алғандарҙың үсегергә, үс итергә түгел, ә яңы етәксе менән аңлашыу юлын табырға, үҙҙәренә дөрөҫлөккә тап килмәгән яла яғылыуы тураһында аңлатырға тырышыуы дөрөҫ булыр ине. Әммә беҙҙең ҡыҙыу баш егеттәрҙең йыш ҡына ошондай диалогтарға түҙемлеге етмәй китә шул. Ә шулай ҙа ошонда тағы бер тапҡыр аҡһаҡалдар иҫкәртеүен телгә алып китке килә: көтөү кирегә боролған мәлдә "артта һөйрәлеүсе әтрәгәләмдәр" алға сығыусан. Бына шундай артта һөйрәлгән һәм донъяны артҡа һөйрәгән, әммә әрһеҙлеге арҡаһында ваҡиғалар башында булырға һәләтлеләрҙән Хоҙай һаҡлаһын яңы етәксебеҙҙе. Сөнки тап шундайҙар дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратырға, кемдәрҙелер кемдәргәлер ҡаршы ҡуйырға һәләтле булыуы менән ҡурҡыныс. Беҙ был тарихты баштан кисерҙек бит инде...
Әйткәндәй, сит тарафтарҙа, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, хатта Америка тарафтарында беҙҙең уңышлы, юғары дәрәжәләргә өлгәшкән егеттәребеҙ бихисап икәнен беләбеҙ. Әммә улар республикаға ҡайтырға, Башҡортостанына хеҙмәт итергә бер ҙә ашҡынып тормай. Сөнки тегендә улар берәү алдында ла яуаплылыҡ тоймай. Ә Радий Хәбировты тыуған ере, халҡы алдындағы яуаплылыҡ ҡурҡытманы бит. Ошоно аңлау ғына ла уның командаһында булырға, уға теләктәшлек итергә, уны ыңғай баһаларға сәбәп булып торалыр, моғайын. Радий Фәрит улы Башҡортостанға ҡайтҡас, үҙе туплаясаҡ команда тураһында шундай һүҙҙәр әйткәйне: "Минең командала булыу бик ябай. Ни бары кешеләрҙең хәстәрен уртаҡлашырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе белергә һәм шуларҙы хәл итергә теләк кенә кәрәк". Ошо шарттарға ярашлы команда тупланһын, фекерҙәштәре, лайыҡлы арҡадаштары менән үҙ маҡсаттарын, атап әйткәндә, ошо көндәрҙә ҡул ҡуйыласаҡ Башҡортостандың 2024 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы тураһындағы указда билдәләнгәндәрҙе, тормошобоҙҙо арыу яҡҡа үҙгәртә торған төрлө закон-ҡарарҙарҙы, шулай уҡ халыҡтың хыялында, ихтыярында һәм ихтыяжында булған талаптарҙы ғәмәлгә атҡарырға яҙһын, тип теләге килә Башлығыбыҙға.
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА