«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИҢӘ КИТӘЛӘР ТЫУҒАН ЕРҘӘРҘЕ ТАШЛАП?
+  - 

Мине борсоған иң ҙур проблема бөгөн дөйөм халыҡ бәләһенә әүерелде. Был проблема тураһында асыҡтан-асыҡ 2010 йылдан алып һөйләйбеҙ, әммә ваҡыт үтеү менән ул киңерәк тарала бара. Һүҙ халыҡтың Башҡортостан Республикаһы сиктәренән күпләп күсеп китеүе тураһында бара. Миграцияның реаль масштабын һәм күләмен тулыһынса рәсми үлсәмәгән осраҡта ла, статистика хәүефле һәм ҡыҙғаныс. Уны яңыртыу ниәтендә быйылғы йәй башында республиканың Баймаҡ, Белорет, Мәләүез һәм Миәкә райондарында (уларҙың өсәүһе - башҡорттар, береһе төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән төбәк), осраҡлы рәүештә һайланған ауылдарҙа өй буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Һөҙөмтәләр беҙ көткәнсә булды, шулай ҙа кире һәм яңы факттар башҡорт халҡының миграция тенденцияһы үҫә барыуын күрһәтте. Беҙ тикшереү үткәргән ауылдарҙа хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың яртыһына тиклеме ситкә сығып киткән йәки вахта менән эшләп йөрөй. Улар араһында 35 йәшкә тиклемге эшкә яраҡлы, репродуктив йәштәгеләр бигерәк күп. Быға айырыуса баҫым яһала, сөнки һуңғы йылдарҙа тыуым кәмеүен дә күҙәтәбеҙ. Төрлө сәбәптәр күп, шул иҫәптән тәбиғи-демографик, әммә был проблемаға йәш быуын миграцияһы ла һиҙелерлек өлөшөн индерә. Йәштәрҙең уҡыу һәм хеҙмәт миграцияларының быға тиклем булған Себер, Мәскәү, Питер йүнәлештәренә көньяҡ һәм Ҡаҙан миграция векторҙары өҫтәлде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың уҡырға һәм эшкә сығып китеү осрағы ир-егеттәрҙекенә тиңләшеүе, урыны менән хатта артып та китеүе хәлдең милли афәт кимәленә күтәрелеүен дәлилләй.
Ҡыҙғанысҡа күрә, былар барыһы ла дөрөҫләнгән факттар. Хәлде төҙәтеү өсөн ни эшләргә, ниндәй саралар күрергә? Ғәйеплеләрҙе эҙләү яҡшы эш түгел. Беҙҙе лайыҡлы хеҙмәт һәм тейешле эш хаҡы менән тәьмин итә алмаған дәүләт ғәйепле булыуы көн кеүек асыҡ. Барлыҡҡа килгән, дөрөҫөрәге, тарҡалған йәмәғәт производствоһы, коллектив хеҙмәт системалары һ.б. ғәйепле. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы сит ҡала һәм илдәргә аҡса табырға сығып китергә рөхсәт итеүсе, хатта мәжбүрләүсе ир-егеттәр - беҙ ҙә ғәйепле. Әммә шуныһы ла мәғлүм: быға тиклем күреп белмәгән ошо бәләнән ҡотолоу буйынса халыҡтың бөтә көстәрен һәм төбәк власть мөмкинлектәрен бергә туплап алыу кәрәк беҙгә.
Өгөт-нәсихәт һәм тыйыуҙар менән был мәсьәләне хәл итеп булмай. Кәмендә, һәр муниципалитетта һәм ауылда йәмәғәт тыңлауҙары үткәреп, халыҡ фекерен тыңлауҙан башларға кәрәк эште. Халыҡ һәр ваҡыт ысынбарлыҡҡа тап килгәнде асыҡтан-асыҡ әйтеп, тураһын һөйләй. Үҙебеҙ ойошоп, муниципаль власты ауылды, ундағы элекке производстволарҙы, инфраструктураны тергеҙеү буйынса реаль эшкә тотонорға ашыҡтырырға, "мәжбүр итергә" кәрәк. Ауылда граждандар йәмғиәте һәм ысын үҙидара институттары эшләп китһен өсөн үҙебеҙгә тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Был йәһәттән хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙҙәре ентекле эшләнгән, әммә улар беҙҙең әүҙемлектән тыш мәғәнәһен юғалта. Эште бәләкәйҙән башларға була, мәҫәлән, ауылдағы шишмә инештәрен таҙартыу, яңыртыу, кәртәләүҙән. Был кешеләрҙе берләштерә, урындағы етәкселекте халыҡҡа яҡынайта, насар эштәрҙән ҡурсалай, йәштәрҙең туй сараларын үткәргәндә кәрәкле урынға әүерелә, ауылдан киткән кешеләрҙе үҙенә тартып торған рухи һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы була һ.б. Шишмәләрҙең берләштереүсе һәм рухи (хөрәфәти) асылын ата-бабаларыбыҙ беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ аңлаған, башҡа мәғәнәүи йөкмәткеләре тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Яңы, ысын мәғәнәһендә ауыл хужалығы кооперативтарын (колхоздар менән бутамаҫҡа) төҙөү йәһәтенән дә берләшергә кәрәк. Шул тиклем яҡшы һәм уңдырышлы ерҙәребеҙ бар, улар коллектив хеҙмәт һалынған объект, халҡыбыҙҙың матди байлыҡ сығанағы булды һәм булырға тейеш. Ере булған халыҡ ярлы була алмай.
Миграцияны тотҡарлаған факторҙар етерлек. Уларҙы берәмләп туплап, үҙебеҙҙең һәм киләсәк быуын мәнфәғәтенә файҙаланырға кәрәк. Әлбиттә, республиканан ситкә этәреүсе факторҙарҙы мөмкин тиклем кәметеү ҙә мөһим. Бында төбәк һәм урындағы власть органдары тейешле социаль-ижтимағи өлкәләге сәйәсәт һәм мәғариф стратегияһы алып барыу йәһәтенән әүҙем эшләргә бурыслы. Инвестициялар йәлеп итеү генә етмәй, уның менән дөрөҫ идара итеү һәм быға тиклем булған һәм буласаҡ бай тәбиғәтебеҙ һәм кешелек потенциалын файҙалана белеү ҙә кәрәк.
Республиканан ситтә йәшәүселәргә, вахтаға китеүселәргә тыуған төйәктәрен мәңгегә ташламаһындар ине, тип теләгем килә. Әлбиттә, илдең башҡа ҙур ҡалаларында һәм хатта сит илдәрҙә сифатлы белем алырға, хеҙмәт тәжрибәһе тупларға була, әммә ата-бабалар тыуған ергә ҡайтырға һәм уға хеҙмәт итергә кәрәк. Быны выждан ҡушыуы ғына тип түгел, бөгөнгө еңел булмаған заманда мотлаҡ талап тип аңлау мөһим. Был осор ысынлап та ябайҙарҙан түгел. Бер проблема артынан икенсеһе килеп сығып тора, шунда сағыла ла инде хәлдең киҫкенлеге, көсөргәнешлеге. Бер вахтовиктар төркөмөн икенсеһе алыштыра, хеҙмәт мигранттарының яңы тулҡыны барлыҡҡа килә: йәйге осорҙа алынған ҡулланыусылар һәм башҡа төр кредиттарын ҡапларға теләп, эш эҙләп сығып китеүселәр. Был тема өҫтәмә анализ һәм баһа биреүҙе талап итә.

Рим ВӘЛИӘХМӘТОВ, Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.19 | Ҡаралған: 541

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru