Көҙәй ырыуының килеп сығышы буйынса аныҡ мәғлүмәттәр күп түгел. Был башҡорт ырыуының Тарихи Башҡортостан ерлегендә оло абруй ҡаҙанған Әйле берләшмәһенә инеүе, уның урта быуаттарҙағы йәшәйеше хаҡында яҙма сығанаҡтар ҙа юҡҡа иҫәп. Шуға ҡарамаҫтан, башҡа төрки халыҡтарында көҙәй этнонимына оҡшаш атамалы ҡәүемдәрҙең булыуын иҫәпкә алып, улар хаҡындағы урта быуаттарға ҡараған мәғлүмәттәр менән бер рәттән, шәжәрә материалдарын, риүәйәттәрҙе, ырыу атрибутикаһын (тамға, оран, онгон - ырыу ҡошо, ағасы) ҡулланыу аша этнолог Р.Ғ. Кузеев ошо ырыу хаҡында билдәле һығымталар яһай алған.
Башҡорт этник тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған ғалим көҙәй ырыуының да беҙҙең эраның I мең йыллығы урталарынан VIII-IX быуаттарға тиклемге арауыҡта боронғо башҡорт этносы формалашыуында ҡатнашыуын күҙаллай. "Һырдаръя һәм Арал тирәһендәге ерҙәрҙәге бәшнәк этник мөхитендә боронғо башҡорт ҡәбиләләре төркөмө барлыҡҡа килә. Был ҡәбиләләрҙең этнографик базаһы үтә ҡатмарлы була. Был төркөмдөң этник нигеҙе боронғо төрки һәм бер ни тиклем кимәлдә төркиләшкән боронғо монгол ҡәүемдәренән хасил була. Уларҙың әүәлерәк булған этник тарихы, башлыса, Үҙәк Азия һәм Алтайҙағы төрки мөхитенә, төркиҙәрҙең көнбайышҡа табан миграцияһының кульминацион этабына ҡарай (үҫәргән, бөрйән, байлар, сураш, түңгәүер, яғалбай, тамъян, ун, бишул, көҙәй)", - тип яҙа тарихсы.
Көҙәйҙәр үҙҙәренең килеп сығышын төрлөсә аңлата. Шайтан-көҙәйҙәрҙең бер риүәйәтендә ата-бабаларының Кавказ тарафтарынан килеүе бәйән ителә. Төркмән-көҙәйҙәр, әлбиттә, боронғо илдәренең Урта Азияла булыуын раҫлай. Көҙәйҙәрҙә тарихи сығыштарын Ыҡ буйҙары, Минзәлә өйәҙе менән бәйләп аңлатыусылар ҙа булған. Урман-көҙәйҙәр араһынан хатта ки "ата-бабаларыбыҙ мариҙарҙан булып, был яҡтарға Ҡаҙан тарафтарынан һунарсылыҡ менән шөғөлләнер өсөн килгән икән", тип һөйләүселәр ҙә теркәлгән.
Билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙмаларында көҙәй ырыуы тарихына ҡағылған мәғлүмәт бар. Ул "Фарханг-намә тарихы" тигән китапҡа ҡарата яҙылған иҫкәрмәләрҙә Сәйҙәш исемле хандың улы Ҡоштаймаҫ, ейәне Әйле, бүләһе Тенеш, шулай уҡ Тенештең башҡорт хандары булып киткән улдары - Көҙәй һәм Ҡошсо иҫкә алыныуы хаҡында яҙа. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди тарафынан яҙылған киң билдәле "Тарих нама-и булғар" китабында, йәғни әйле ырыуы шәжәрәһендә, ғәмәлдә, шундай уҡ мәғлүмәт бирелгән. Ошо мәғлүмәттәр, уларға өҫтәп әйле, тырнаҡлы, мырҙаларҙың боронғо риүәйәттәрен иҫәпкә алғанда, әйле берләшмәһенә ҡараған төрлө исемле ырыуҙарҙың нәҫелдәш булыуын раҫлай.
Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев көҙәйҙәрҙе төрлө сығышлы этник төркөмдәрҙән хасил булған, тигән һығымтаға килә. Ул уларҙың беренсе төркөмөнә төп көҙәйҙәрҙе - бүләкәй-көҙәй, ҡыр-көҙәй һәм урман-көҙәй исемдәрен йөрөткән ырыу бүлемдәрен, икенсе төркөмгә - шайтан-көҙәйҙәрҙе, өсөнсөһөнә төркмән-көҙәйҙәрҙе индерә. Ғалим боронғо көҙәй ата-бабаларының Урта Азия тарафтарында башҡа төрки ҡәбиләләренән бик иртә айырылып сығып, VIII-IX быуаттарҙа Урал алдының көньяҡ-көнбайыш территорияһына үтеп инеүен фаразлай. Уныңса, тап ошо осорҙа ҡайһы бер көҙәй ырыуы бүлемдәре, атап әйткәндә, шайтан-көҙәйҙәр был яҡтарҙағы боронғо мадъярҙарҙан тороп ҡалған ҡәүем кешеләрен, шулай уҡ төркиләшеүгә бирелгән фин-уғыр сығышлы төркөмдәрҙе үҙ составына ҡуша алған. Ғалим һыҙғы, өпәй, терһәк, уваныш, шайтан-көҙәй ырыу бүлемдәре составында бер ни тиклем кимәлдә уғыр-самодий элементтарының булыуын нигеҙле тип иҫәпләй. "Шайтан" этнонимының килеп сығышын ул мәжүси уғырҙарға ҡарата ҡулланылған атама рәүешендә һүрәтләй.
Тарихсы С. Хәмиҙуллин иһә ошо этнонимдың "шайтан" өлөшөн боронораҡ башҡорттарҙың ниндәйҙер бер серле, шомло йә булмаһа кеше өсөн хәүефле тип иҫәпләнгән мистик урындарҙы ен-бәрейле, шайтанлы һүҙҙәре менән нарыҡлауы арҡаһында ошо тирәлә йәшәүселәргә лә ошо уҡ атаманың "тағылып" китеүе менән бәйләп аңлата. Ошо хаҡта XIX быуатта Рәсәйҙә киң билдәле тикшеренеүсе, тарихсы-археолог, фольклорсы Р.Г. Игнатьев былай тип яҙып ҡалдырған: "Златоустовского уезда, близ башкирской деревни Улькундов, Мурзаларской волости, есть два городища, самими башкирами называемые чудскими и шайтан-городищами; по их преданиям, эта чудь - неверный народ, знавшийся с сатаной и Бог за это его искоренил с лица земли. Чудь погибла, но дьявольская волшебная сила и теперь владеет над здешним местом и оберегает зарытые и заклятые клады на две тысячи лет. Из страха давно уже перестали башкиры косить опушую сочную траву около городищ; смельчакам же кладоискателям являлись демено в остроконечных колпаках".
Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, төркмән-көҙәйҙәр иһә ҡасандыр ҡыпсаҡ берләшмәһендә көн иткән, төркмән-ҡыпсаҡтарҙың, төркмән-көҙәй һәм бүләкәй-көҙәйҙәрҙең һәнәк-тамғалары бер иш.
Тарихи сығанаҡтарҙа көҙәйҙәр составында күрһәтелгән түбә-аймаҡтар бер-береһенә тулыһынса тап килмәй, мәҫәлән, Көнгөр бургомистры Юхнев исемлегендә (1725-1726 йылдар) Себер даруғаһының "Кудинский" һәм "Трухменский" олоҫтары айырым биләмәләр итеп күрһәтелә. 1735 йылдағы "Росписи разделения башкир Уфимского уезда по волостям", тип аталған документта Көҙәй, Дыуан-Көҙәй, Төркмән-Көҙәй, Шайтан-Көҙәй, Нуғайҙар (Нагайлярцы) олоҫтары булып, Ҡыр-Көҙәй иҫкә алынмай. XVIII быуатта губерна хеҙмәткәре һәм тарихсы П.И. Рычков төҙөгән "Разделение башкирского народа по волостям и родам" тип исемләнгән списокта көҙәйҙәр составындағы аймаҡтар бына нисек аталған: "Урман-Кудейский, Билекий-Кудейский, Кир-Кудейский, Шетан-Кудейский, Нагайларский, Зюббердинский, Усрак-Кудейский, Урусба-Кудейский, Куллар-Кудейский, Трухменский, Лямес-Трухменский".
Р.Ғ. Кузеев башҡа төрки халыҡтарында көҙәй этнонимияһының бик аҙ булыуын ошо башҡорт ырыуының башҡа төрки ҡәүемдәренән бик иртә айырылып китеүе менән бәйләп аңлата. Шулай ҙа ул 2 аналог таба алған: Урта Азияның йыраҡ көнсығышында йәшәүсе ҡырғыҙҙарҙың бугу ҡәбиләһендә кедей ырыуы теркәлгән; шулай уҡ Алтайҙа, тываларҙың Хемчик хошунында кеде бүлеме бар икән. Тарихсы, журналист Салауат Хәмиҙуллин ошо мәсьәлә буйынса Р.Ғ. Кузеевҡа билдәле булмаған бер мәғлүмәткә иғтибар итә. Көҙәйҙәрҙең Урта Азия тарафтарында алыҫ ҡәрҙәштәре булыу мөмкинлеге хаҡында Ә.-З. Вәлиди Туғандың яҙмаларында иҫкә алына. Көнсығыш тарихы буйынса киң мәғлүмәтле арҙаҡлы ғалимыбыҙ XVI-XVII быуаттарға ҡараған "Насабнаме" исемле китапта һанап кителгән 92 үзбәк ырыу бүлемдәре араһында Көҙәй (Кudey) исемлеһенең дә булыуын билдәләй. Унан башҡа, көҙәйҙәрҙең эҙҙәре Кесе Азияла (Анатолия һәм Кавказ аръяғында) булыуы мөмкин. Төрөк тикшеренеүсеһе Авни Али Джандар Төркиәнең Зонгулдак, Сушехри һәм Карс провинцияларында Күдүклү, Көдели, Күделли тигән ауылдарҙың исеме башҡорттарҙың көҙәй (күҙәй) ырыуы атамаһына тап килеү мөмкинлеген тоҫмаллай. Был ысынбарлыҡҡа тап килһә, көҙәйҙәрҙең тәү тарихы уғыҙ мөхите менән бермә-бер бәйләнешле булыуы ла бар.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА