Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған бихисап саралар араһында иң тантаналы һәм әһәмиәтлеһен билдәләргә булһа, нәҡ М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының иң алдынғы уҡыусыларын тәбрикләү кисәһен атарҙар ине, моғайын. Сөнки бында һәр кескәй йөрәктә шағир рухы, һәр кемдең күңелендә уның йор һүҙе, тормош фәлсәфәһе урын тапҡан. Бына ошондай матур мөхиттә тәрбиәләнгән һәм белем алған балалар төрлө өлкәләрҙә өлгәшкән еңеүҙәре өсөн юғары баһаға - Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына лайыҡ булды.
Иң тәү булып сәхнәгә күтәрелгән Дәүләт Ғәйнуллин бихисап олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүсеһе, "Хәүефһеҙлек мәктәбе" ирекмәне һәм хатта "Хәүефһеҙлек мәктәбе отличнигы" билдәһе менән дә бүләкләнгән. Уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы һәм шул уҡ ваҡытта Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбендә яҡшы өлгәшкән Аделя Егорова, хәрби дан музейының алыштырғыһыҙ экскурсоводы булған Ислам Зөлҡәрнәев, ғилми-ғәмәли конференциялар еңеүсеһе Зарина Сәитғәлина, ҡала кимәлендәге конкурстарҙа призлы урындар яулаған Зәйнәп Ғәлимова, һәр яҡлап үҫешкән һәм уңыштары менән ҡыуандырған Наҙгөл Әхмәтшина, беренсе синыфтан тик "бишле"гә өлгәшкән Дамир Вәлиев, гимназияның президенты булып һайланған Ренат Ибраһимов, гимназияның барлыҡ сараларында әүҙем ҡатнашҡан Марина Ҡолбахтина һәм теүәл фәндәр буйынса олимпиадалар призеры Асман Ҡарағолов та лайыҡлы бүләктәрен алып ҡыуанды. Грант сертификаттарын уҡыусыларға шағирҙың ҡыҙы һәм М. Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова үҙе тапшырҙы.
Ул бер тиҫтә уҡыусыны ғына бүләкләп ҡалманы, гимназия музейына ла бик ҡиммәтле һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында шағирҙың ейәндәре өсөн тип үҙ ҡулдары менән эшләгән ян һәм уҡтар, бүләк аттарының йүгәндәре, ҡамсыһы һәм шағирҙың ташҡа уйылған портреты, яңы нәшер ителгән китаптары бар ине.
Ә байрам аҙағында тәбрикләнеүселәрҙең үҙҙәренә һүҙ бирелде һәм улар Мостай Кәрим шиғырҙарын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә һөйләп ишеттерҙе. "Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!" шиғырын яттан һөйләгән Дамир Вәлиев, тап ошо шиғырҙа Мостафа Сафа улының тарихы һәм характеры сағыла, тип иҫәпләй. Ә бына Асман Ҡарағолов шағирҙың ижадын яңы үрҙәр яуларға илһамландырып торғаны өсөн үҙ итә. "Тәүге тапҡыр грант алдым һәм был көн минең өсөн бик әһәмиәтле. Сөнки шундай дәрәжәле баһаға лайыҡ булыуыма шатмын, көтмәгәйнем. Грантты нимәгә сарыф итеремде белмәйем, әммә әсәйем берәй ҡайҙа сәйәхәткә ебәрәм тине. Рәсәй сиктәренән тыш бер ҡайҙа ла булғаным юҡ, Төркиәгә барыр инем. "Великолепный век" сериалы төшөрөлгән ерҙәрҙе күргем килә", - тип тәьҫораттары һәм теләктәре менән бүлеште 10-сы синыф уҡыусыһы Наҙгөл Әхмәтшина.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Үҙ халҡының тарихын һәм шәхестәрен белгән быуындың киләсәге өмөтлө, тибеҙ. М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында тап шундай үткәнен хәтерендә тотҡан, ә яҡты киләсәгенә юлды үҙ тырышлығы менән ярған балалар уҡый. Ысынлап та, ойоштороусылар үҙҙәре әйтмешләй, өй йәме - балаларҙа, гимназия йәме - уҡыусыларҙа, илдең йәме - Мостай Кәрим кеүек шәхестәре булған халыҡта.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|