"Бер нәмә лә ишетмәнем", "Ишеттем, әммә уларҙа нимә тураһында һүҙ барғанын уйлап та ҡараманым", "Бик ҡатмарлы яҙылған, аңлауы ауыр"... Ҡала Cоветы депутаты Артур Хазиғәлиев үҙенең һайлаусыларына милли проекттар тураһында һорау биреп, шундай яуаптар алған. Белеүселәр бар, әммә улар эштәре буйынса, сараһыҙҙан ғына хәбәрҙар икән.
Мәғлүм булыуынса, былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттар тураһында указға ҡул ҡуя. Улар барлығы 13. Башҡортостанда иһә Рәсәйҙең милли проекттарына ингән барлыҡ 11 төбәк проекты: "Демография", "Һаулыҡ һаҡлау", Мәғариф", Мәҙәниәт", "Торлаҡ һәм ҡала мөхите", "Экология", Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар", "Һанлы иҡтисад", Хеҙмәт һөҙөмтәлелеге һәм мәшғүллеккә ярҙам", "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам", "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" проекттары үтәлергә тейеш.
Башҡортостанға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 175,1 миллиард һум бүленгән, шуларҙың 74,155 миллиарды - федераль бюджеттан, 49,71 миллиарды - республиканың берләштерелгән бюджетынан, 44,77 миллиарды - бюджет булмаған сығанаҡтарҙан, 6,29 миллиарды - дәүләттең бюджет булмаған фондтарынан.
Өфө ҡалаһы ла был милли проекттарҙа ҡатнаша һәм шуға ла ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә "Мәҙәниәт" милли проектының үтәлешенә төп иғтибар йүнәлтелде. Хакимиәттең Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Шамил Абдраҡов белдереүенсә, милли проектҡа өс федераль проект инә: кадрҙар әҙерләүҙе, ижади проекттарға һәм ирекмәнлек хәрәкәттәренә ярҙам итеүҙе күҙаллаған "Ижади кешеләр", тармаҡҡа һанлы технологиялар индереүҙе күҙаллаған "Һанлы мәҙәниәт" һәм халыҡ өсөн мәҙәниәт учреждениелары булдырыу, уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы күҙаллаған "Мәҙәни мөхит". Был проекттарҙың төп маҡсаты булып 2024 йылға тиклем мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларына йөрөүселәрҙең һанын 18 процентҡа арттырыу тора. "Ижади кешеләр" проектын тормошҡа ашырыу барышында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырып тора, ижади коллективтар төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә сығыш яһай һәм дипломдар менән бер рәттән аҡсалата премияларға лайыҡ була. "Һанлы мәҙәниәт" проектына ярашлы, баш ҡаланың ҡайһы бер мәҙәни учреждениеларында виртуаль залдар эшләй башлаған һәм улар аша ҡала халҡы Рәсәй генә түгел, донъя йондоҙҙары сығыштарын онлайндан да, яҙманан да ҡарай ала. Тиҙҙән Үҙәк ҡала китапханаһында, Киң күләмле үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының үҫмерҙәр филиалында, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк китапханала мәғлүмәт технологияларына тоташыу нөктәләре булдырыласаҡ. "Мәҙәни мөхит" проектының маҡсаты - мәҙәниәт учреждениелары селтәрен киңәйтеү һәм һәр кешегә унда йөрөй алыу мөмкинлеге булдырыу. Бөгөн иһә баш ҡалала халыҡты клубтар һәм ошо типтағы учреждениелар менән тәьмин итеү планы нормативҡа ярашлы 82,3 процентҡа ғына үтәлә. Булғандарының да ҡайһылары заманса талаптарға тап килмәй. Шамил Абдраҡов шулай уҡ үҙенең сығышында 2024 йылға тиклем Өфө балалар филармонияһын, Ҡала мәҙәниәт һарайын, Ҡала мәҙәниәт-күңел асыу үҙәген, Йәш тамашасы театрын һәм Өфө ҡала планетарийын реконструкциялау, капиталь ремонтлау планлаштырылыуын билдәләне.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА