Бик борон заманда күккә ашҡан бейек тауҙарҙағы ҡарурмандар араһында донъя ығы-зығыһынан арыған, донъяның фани икәненә тамам төшөнгән, ҡалған ғүмерҙәрен Аллаһы Тәғәләгә арнаған, уға ғына ғибәҙәттә зекерҙәр ҡылған изге дәрүиш суфыйҙар йәшәгән, ти. Был урын бик бай булып, суфыйҙар ошондағы тәбиғәттә үҫкән төрлө ризыҡ менән генә туҡланып көн иткән. Эскән һыуҙары көмөштәй саф, балдай татлы, шифалы шишмәләрҙән икән.
Изге суфыйҙарҙы аяғандай, бында ҡыштың һалҡыны ла, йәйҙең көйҙөргөс томра эҫеһе лә артыҡ маҙаһыҙламаған. Йомшаҡ ҡына иҫкән ел дә тик хозурлыҡ, тик сафлыҡ ҡына алып килеп торған. Суфыйҙар ғүмерҙәрен ғибәҙәттә үткәргәс, ҡәлебтәре (йөрәктәре) изге доғаларҙан сафланып, күңелдәре гонаһ-бысраҡтан таҙарынып, йөҙҙәре һәр ваҡыт рухи сафлыҡ, илаһи нур бөркөп торған.
Бер саҡ уларҙың береһенең башына шундай уй килгән: "Мин рухи яҡтан бигерәк бәхетлемен, ә батшаның бәхете нисегерәк була икән?" Шулай итеп, был суфыйҙың бер генә көн булһа ла батша булып ҡарау теләге уянған. Ошо ниәтен тормошҡа ашырырға булып, суфый, йәннәттәй төйәген ташлап, батша бәхете эҙләп сығып киткән. Үҙе юлда уйлана бара икән: "Йә, Хоҙай! Ҡолоңдоң теләктәрен ҡабул итеп, бер генә көн батшалар бәхетен татытып ҡаратһаңсы..." Шулай бара торғас, ҡарт суфый, үҙе лә һиҙмәҫтән, алтын-көмөш менән биҙәлгән һарай янына барып сыҡҡан. Ул ҡыуана-ҡыуана, күҙҙең яуын алырҙай ҡыуаҡтар, сәскә түтәлдәренә күмелгән баҡса аша үтеп киткән. Туп-тура һарайға, унан аш бүлмәһенә ингән. Алдында бығаса төшөндә лә күрмәгән татлы ризыҡтар менән һығылып торған өҫтәлде күреп, суфый шулай уйлаған: "Хаҡ Тәғәлә теләктәремде ҡабул итте, хыялымдағыны алдыма килтерҙе. Бер генә көн батша булып йәшәп ҡарайым әле", - тип шатланған.
Суфый иҫке-моҫҡо кейемдәрен ташлап, йыуына, батшаның затлы кейемдәрен кейә һәм ашарға керешә. Бүлмәгә ингән батша хеҙмәтселәре, был хәлде күреп, аптырашта ҡала.
- Һин кем булаһың? Бына-бына батшабыҙ һунарҙан ҡайтасаҡ... - тип, хеҙмәтселәр ҡысҡырырға тотонған.
- Мин бөйөк батшаның дуҫы, уның саҡырыуы буйынса ҡунаҡҡа килдем, - тигән суфый дәрәжә һаҡлап.
Батша хеҙмәтселәре уға ышанған, ашап бөткәс, батшаның ял бүлмәһенә оҙатҡан. Суфый батшаның йомшаҡ түшәгендә донъяһын онотоп, ләззәтле йоҡоға талған.
Ошо мәл арып-талып һунарҙан ҡайтып килгән батша вәзирҙәренең береһен һарайға сапҡын итеп ебәргән.
- Батшабыҙ дуҫын беҙгә ҡунаҡ итеп ебәргәс, уға тип әҙерләнгән ризыҡты ашаттыҡ, - тип ҡаршылаған хеҙмәтселәр вәзирҙе.
Вәзир батша бүлмәһенә барып ингән һәм хырылдап йоҡлап ятыусы суфыйҙы күреп туҙынған.
- Ҡамсы бирегеҙ, батшабыҙҙың бындай дуҫы юҡ, - тип ҡысҡырған вәзир.
Ҡарт тәнен ҡамсы яндырыуҙан тертләп уянып киткән. Барыһы ла суфыйҙы туҡмарға тотонған. Ҡаты туҡмалған ҡарт: "Был - минең донъя ләззәтенә алданыуым өсөн Хоҙайҙың язаһылыр. Кеше ни тиклем изгерәк, тәҡүәлерәк булһа, уның Хаҡ Тәғәләнән һораған теләктәре шул тиклем тиҙерәк ғәмәлгә аша, әгәр инде гонаһ ҡылһа, хатта гонаһы бәләкәй булһа ла, язаһы шул тиклем тиҙерәк үҙенә ҡайта...", - тип уйлап, донъяның ошондай ҡанундарын аңламағанлыҡтанмылыр, тәненең ҡаты ауыртыуына ҡарамай, ҡысҡырып көлә башлаған. Хеҙмәтселәр уны торған һайын ярһыбыраҡ һыҙырған. Ҡарт тегеләр һуҡҡан һайын ҡысҡырыбыраҡ көлә, ти. Улар суфыйҙы аңын юғалтҡансы туҡмап, һарайҙан ситкә, урман араһына илтеп ташлаған.
Аҙаҡ суфыйҙы иптәштәре эҙләп табып, төйәктәренә алып ҡайтҡан. Иптәштәренең береһе ҡыбырҙай алмай ятҡан ҡарттың ауыҙына һөт ҡойоп: "Һин беләһеңме ауыҙыңа кем һөт ҡойғанын?" - тип һораған. "Минең ауыҙға һөт ҡойҙороусы үҙен онотоп, бер генә көн батшалыҡ ләззәтен татырға теләгән өсөн яза биреүсе Алланан башҡа кем булһын," - тип яуап биргән суфый. Иптәштәре рәхәт-ләззәттә лә, ауырлыҡ килгәндә лә, Ғәләмдәр Раббыһына ҡарата үҙгәрешһеҙ саф мөнәсәбәттә ҡалған ҡартты күреп ҡыуанышҡан.
Тап ошо ваҡытта батша һарайына әйләнеп ҡайтҡан. Үҙе юҡта килеп, алдашып, уға тип бешергән ризыҡты ашаусыға йәне көйөп, ҡартты табып килтерергә бойорған.
Батша ярандары ҡартты табып, типкеләй-туҡмай һарайға килтергән. Батшаны күреү менән ҡарт элеккенән дә ҡысҡырыбыраҡ көлә икән. Батша уны үлтереү менән янаһа ла, тыйылмаған суфый. Яйлап-яйлап батшаның асыуы ғәжәпләнеүгә күсә башлаған. Әгәр ҙә үҙенә бының сәбәптәрен аңлатып бирһә, суфыйға үҙенең тәхетен дә ҡыҙғанмай бирәсәген әйткән батша.
- Күрәһегеҙме, мин бер генә көн үҙемә ошо матди донъяның барлыҡ алдатҡыс ләззәте менән күңелемә хушлыҡ табып йәшәргә теләгәнем өсөн Хаҡ Тәғәләнән ҡаты яза алдым. Ғазап сиктем, туҡмалдым. Көлөүемдең сәбәбе шулдыр: әгәр ҙә мин бер генә көн донъя алдатҡыстарына ымһынып, ялған рәхәтлек менән ләззәтләнгән өсөн ни хәтле туҡмалыу, ыҙаланыуға дусар ителһәм, һеҙҙең ғүмерегеҙ буйы Алланың барлығын да онотоп, донъя ләззәтенә алданып йәшәгәнегеҙ өсөн ни хәтле туҡмаласағығыҙҙы күҙ алдына ла килтерә алмауҙан ғажиз булып аптырауҙан көләм бит. Әле миңә бүләк итергә теләгән тәхетегеҙҙән баш тартам. Мин бер генә минутҡа ла батша булырға теләмәйем, - тигән суфый…
Был ҡиссаның ниндәй халыҡтыҡы икәнен иҫләмәйем. Әммә үҙҙәрен донъя алдатҡыстарынан арындыра алыусы, күңелдәрендә мөхәббәт, донъя тигеҙлеге һәм матурлыҡ фәлсәфәһен йөрөтөүсе кешеләр булған бит. Мәҫәлән, суфыйҙар хәҡиҡәтте Хаҡ Тәғәлә тиеп атап йөрөткән, ә Хаҡ Тәғәләнең мөхәббәт икәненә инанған.
Һинд фәйләсуфтары Хаҡ Тәғәләнең өс төрлө өлөштән торғанын белгән:
- Сат - бөтөнбарлыҡ, матди донъя;
- Чит - аң һәм көстәге рух (энергия);
- Ананда - ләззәт, мөхәббәт, яратыу.
"Яратыу" һүҙе "барлыҡҡа килтереү" тигәнде аңлата. Тимәк, мөхәббәтһеҙ бер нәмә лә барлыҡҡа килә алмай. Тимәк, донъяны Аллаһы Тәғәлә яратҡан, барлыҡҡа килтергән икән, ул донъяны мөхәббәте менән бар иткән. Барлыҡ йән эйәләре, кешеләр ҙә мөхәббәт емеше.
Бер саҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр кейәүе Ғәлиҙән һораған:
- Алланы яратаһыңмы?
- Яратам, - тип яуап биргән кейәүе.
- Бәйғәмбәребеҙҙе яратаһыңмы?
- Яратам...
- Балаларыңды яратаһыңмы?
- Яратам...
- Ә ҡатыныңды яратаһыңмы?
- Яратам, - тигән кейәү кеше.
- Һин, тимәк, барыһын да яратаһың. Ә ҡайһылай итеп бынау хәтле мөхәббәтеңде эсеңә һыйҙыра алаһың? - тип һораған Бәйғәмбәр.
Кейәүе был һорауға яуап бирә алмаған. Ҡайтҡас, ҡатыны Фатиманан һораған.
- Алланы яратыу - аҡылдан, Бәйғәмбәрҙе яратыу - имандан, балаларҙы яратыу - тәбиғәттән, ҡатынды яратыу - мөхәббәттән килә, - тип яуап биргән уға Фатимаһы.
Сәлих ХӘЙҘӘРОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА