«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨҒЖИЗӘЛӘР ТЫУҘЫРЫУҒА ҺӘЛӘТЛЕ ХАЛЫҠ БУЛЫП ҠАЛАЙЫҠ!
+  - 


Үтеп барған йылыбыҙ ниндәй кинәнестәр, һорауҙар, фекерҙәр йә үкенестәр тыуҙыра? Яңы йыл алдынан ошо юҫыҡтағы һорауҙарыбыҙҙы халҡыбыҙ зыялыларына төбәнек. Был юлы ситтән тороп диалогта танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышева, яҙыусы-шағир-журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Учалы районында йәшәгән шағирә Наилә Хамбалеева ҡатнашты һәм беҙҙең һорауҙарға яуаптарын юлланы.

Әйҙәгеҙ, үтеп барған йылдың һеҙҙең өсөн иң әһәмиәтле ваҡиғаларын барлауҙан башлайыҡ ҡоробоҙҙо.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай:
Үтеп барған йылдың ваҡиғаларының ваҡиғаһы, әлбиттә, республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү. Әгәр ҙә 100 йыл элек милләтебеҙҙең аҫыл улдары ҡулдарына ҡорал алып, милли автономия өсөн көрәшмәгән булһа, Башҡортостан Республикаһы ла, илебеҙҙең башҡа республикалары ла, Рәсәй Федерацияһы ла булмаҫ ине. Был - аксиома.
Таңһылыу Ҡарамышева: "Киске Өфө" гәзитендә "Улар автономия яуланы" рубрикаһы аҫтында мөхтәриәт яулауҙа ҡатнашҡан тарихи шәхестәребеҙҙең ҙур исемлеге баҫылып сыҡты. Гәзиттең был һанын мин бик ҡиммәтле мәғлүмәт күреп үҙ архивымда ҡәҙерләп һаҡлайым. Исемлек бар, тимәк, был шәхестәрҙең исемдәре лә уларҙың тыуған төйәктәрендә һәм башҡа урындарҙа мәңгеләштерелеүен дауам итәсәк. Исемлек һаман да тарихсыларыбыҙҙың тырышлығы менән тулыландырыла бара, урындарҙа исем мәңгеләштереүҙәр дауам итә. Минең шәхсән үҙемә, мәҫәлән, Ишембай районы Маҡар ауылында Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәше, башҡорт дворяны Мөхәммәтйософ Ибраһим улы Ҡарамышевтың туранан-тура нәҫеле булған Мөхәммәтгәрәй Батыргәрәй улы Ҡарамышевҡа, уның бер туған ҡустыһы, мөхтәриәт яулау йылдарында 1-се Башҡорт атлы полкы командиры булған, Верхнеуральск фронтының Башҡорт ғәскәрҙәре командующийы Әмир Ҡарамышевҡа таҡтаташ асыу тантаналарында ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы үткәрелгән саралар, асылған объекттар һеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың танһығын ҡандырырлыҡ булдымы? Тағы ниндәйерәк объекттар асылмай, ниндәй исемдәр мәңгеләштерелмәй ҡалды, тип уйлайһығыҙ?

Таңһылыу Ҡарамышева:
Ит күрмәгәнгә үпкә танһыҡ, тигәндәй, танһығыбыҙҙы бик ҡандырып етмәгән мәлдәр ҙә булмай ҡалмағандыр, әлбиттә. Беренсенән, ерле мөхтәриәттең әле 1917 йылдың 15 декабрендә үк иғлан ителеү факты рәсми рәүештә телгә алынманы. Был хаҡта тарихсыларыбыҙ һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре генә һүҙ әйтте. Асылда, беҙ мөхтәриәтебеҙҙе Үҙәк власть раҫлаған, йәғни таныған көнөн билдәләп үттек. Ә был үҙ сиратында мөхтәриәтте беҙгә әлеге лә баяғы большевиктар бүләк иткән кеүек килеп сыҡты. Улай килеп сыҡмаһын өсөн Башҡортостандың Рәсәй составында Үҙәк менән Килешеү нигеҙендә төҙөлгән берҙән-бер республика икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алыу мотлаҡ ине. Сөнки һәр төрлө Килешеүҙә ике яҡ ҡатнаша. Башҡортостан яғы ҡайҙан хасил булған? Большевиктар үҙҙәре менән үҙҙәре килешеү төҙөмәгән дә инде. Рәсәйҙәге ҡалған республикаларҙың береһенең дә бындай килешеүе юҡ. Сөнки улар өҫтән төшөрөлгән декреттар буйынса төҙөлгән. Асылмай ҡалған объекттарға килгәндә, баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан автономияһына һәм ошо хәлгә бәйле рәүештә Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл ҡуйылырға тейеш ине. Бындай күренеш илебеҙҙә һаманғаса милли сәйәсәт доктринаһының булмауынан киләлер тип уйлайым. Әгәр ҙә Федераль үҙәк хоҡуҡи демократик дәүләт төҙөргә теләй икән, унитарлыҡ идеяһынан асыҡтан-асыҡ баш тартырға, милли доктринаны булдырырға бурыслы. Халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы ҡыҫырыҡланырға тейеш түгел.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Салауат батыр һәйкәленә барған юлда, Әхмәтзәки Вәлиди урамы башланған урында, Башҡортостан телерадиокомпанияһы алдында мәшһүр шағирыбыҙ, республикабыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылыуын беҙ күпме көттөк! Ә бит Бабич физик рәүештә үлтерелгәндән һуң тағы ла бик күп тапҡырҙар "үлтерелде", исеме тыйылды, китаптары юҡ ителде, әҫәрҙәре уҡыу әсбаптарынан алып ташланды. Шундай шағирға тап шул урында һәйкәл асылыуы мөмкин булмаған хәл ине. Әлбиттә, ошо ваҡиға ғына ла танһыҡтарҙы мең ҡат ҡандырырлыҡ. Шул уҡ ваҡытта хаҡлы рәүештә Рәсәй Федерализмы атаһы тип танылған Әхмәтзәки Вәлидигә тап республиканың быуатлыҡ юбилейы барғанда иғтибарҙың аҙ бүленеүе шатландырмай, әлбиттә.
Наилә Хамбалеева: Яҡшынан, яҡтынан танһыҡ ҡанамы икән? Айырыуса беҙҙең кеүек ауылдарҙа рух һаҡлап йәшәүселәрҙең. Барыһы өсөн дә әйтә алмайым, шәхсән үҙемә, сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәмәгән ауыл ҡатынына, бер сараға барып ҡына ҡайтыу ҙа әллә күпме көс бирә. Республикабыҙҙың юбилейы айҡанлы күп саралар уҙғарылды, әлбиттә. Һәр береһен ситтән булһа ла күҙәтеп барырға тырыштым. Яңылышмаһам, Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап, 100 объект асылырға планлаштырылғайны. Улар мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә, бөтә Башҡортостан буйынса төҙөлөргә тейеш ине. Ошо исемлектә Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусы ла барлығын күреп, бик ҡыуанғайным. Бөгөнгө көндә төҙөлөш ҡыҙыу темптар менән алып барыла. Уның тиҙерәк файҙаланыуға тапшырылыуын көтәбеҙ.

Бөгөн республикабыҙҙа халыҡтың йәшәйеш кимәлен яңы баҫҡысҡа күтәреү өсөн бик күп эшләнә. Беҙҙе яңы юлдар ҙа, яңы медпункттар, балалар баҡсалары асылыу ҙа, пассажирҙар автотранспорты эшенең яйға һалыныуы ла шатландыра. Әммә бөгөн халҡыбыҙҙы иң оло афәттән -эскелек һаҙлығынан ҡотҡарыу өсөн башланған саралар нығыраҡ хуплана һымаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығының, депутаттарҙың Яңы йыл байрамдары табынын алкоголле эсемлектәрһеҙ ҡорорға тигән саҡырыуына нисек ҡарайһығыҙ?

Таңһылыу Ҡарамышева:
Халыҡтың матди көнкүрешен, әлбиттә, яҡшыртырға кәрәк. Рухи аҙығын да хәстәрләргә кәрәк. Һәр хәлдә, республика бар икән, ул халыҡтың көнкүрешен тейешле кимәлдә тотоу өсөн ниндәй ҙә булһа төбәк кимәлендәге үҙаллылыҡҡа эйә булырға тейеш. Шунһыҙ, уның барса мәғәнәһе юҡҡа сыға. Йәғни, ниндәйҙер дәрәжәләге автономлыҡһыҙ ниндәй ҙә булһа мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге юҡҡа сыға. Шул иҫәптән, ихтимал, халыҡтың йәшәйеш кимәлен яңы баҫҡысҡа күтәреү мөмкинлеге лә.
Эскелеккә ҡаршы көрәште айыҡ аҡыллы һәр кемебеҙ, шул иҫәптән мин дә, хуплайым ғына. Йәмәғәтселек тә, рәсми органдар ҙа был йүнәлештә уртаҡ маҡсат юлынан бара. Иң мөһиме, һөҙөмтә менән түгел, сәбәп менән көрәшергә ваҡыт. Эскелекте тыуҙырған сәбәптәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн социаль проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Был бер көнлөк, ваҡытлы сара түгел. Алкоголле эсемлектәр һатыуҙан бюджет табыш ала бит, был килемдән ул баш тартмаясаҡ. Бар өмөт - халыҡтың үҙаңында, үҙенең сәләмәт тормош алып барырға теләүендә.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Мин хәҙер халҡыбыҙҙы "эскелек һаҙлығында" тип атамаҫ инем. Был хаҡта алда ла күп тапҡырҙар яҙғаным булды: айырым кешеләрҙең ошо сирҙән арына алмауына ҡарап ҡына "халыҡ эсә" тип әйтеү дошман һүҙе. Хоҙайға шөкөр, милләтебеҙ был афәттән ҡотола алды. Үҙ күҙҙәрем менән күргәнем бар: туйҙарҙа эсерергә кеше таба алмайҙар. Бигерәк тә милләтебеҙ йәштәре спиртлы эсемлеккә бөтөнләй битараф. Республика башлығының Яңы йыл табындарын эскелекһеҙ ҡаршылау хаҡында саҡырыуы һәр йәһәттән хуплауға лайыҡ. Әммә ошо саҡырыуға һәр ҡайһыбыҙҙың күңел, йөрәк саҡырыуы ҡушылырмы - бына шуныһы мөһим. Әйткәндәй, айырым көндәрҙә, шулай уҡ мәктәптәрҙә уҡыуҙар тамамланып, сығарылыш имтихандары башланғанда спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыуҙың ике осо ла булыуы бар бит. Шуны ла иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине. Алдан иҫкәртеү булғас, эсергә яратыусылар, киреһенсә, араҡы-шарапты йәшникләп-йәшникләп запаслап алмаҫмы? Ә бит бына был мәсьәләне бер нисек тә контролдә тотоп булмаясаҡ. Шуға күрә лә мин бөтөнләй эсмәү яҡлы!
Наилә Хамбалеева: Эйе, республика Башлығы, депутаттар тарафынан күп кенә ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителә. Тик ҡабул ителеү - бер, уның үтәлеүен талап итә белергә лә кәрәк. Урындарҙағы депутаттар, власть ысын мәғәнәһендә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләргә тейеш. Йәшерене юҡ бит инде, бүленгән аҡса елгә оса, осмағаны тейешенсә файҙаланылмай. Күп осраҡта исем өсөн башҡарыла. Мәҫәлән, матур, сынъяһау итеп ултыртып ҡуйған медпункттарҙа ауыл халҡын ҡыш көндәрендә ҡабул итерлек түгел. Ярҙам алырға килгән әбей, бабайҙар, өшөп, зарланып ҡайталар. Фәлән саҡрым юл эшләнде, тип отчет бирелә, ә ул юлдарҙан йөрөрлөк түгел. Кеше башындай таш түшәп китәләр. Былмы халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу? Һанай китһәң, күп инде бындай етешһеҙлектәр. Республика Башлығы һәр ауылға барып, ҡарарының үтәлешен тикшереп йөрөргә тейешме? Һәр етәксе үҙ урынында компетентлы, кешелекле булырға тейеш.
Эскегә килгәндә, эйе, был - афәт. Милләтебеҙҙе упҡын ситенә этәргән афәт. Аҫыл-аҫыл ирҙәрҙе, гөлдәй ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы шәүләгә, тере мәйеткә әйләндергән ҡәбәхәт ул эскелек. Һәр кем үҙ тамағына үҙе хужа тигән булабыҙ ҙа бит. Бер быуаттан ашыу ғүмерен иманһыҙ үткән илебеҙҙе тиҙ арала ғына һауыҡтырып алып булырмы һуң? Юҡтыр. Бында энә менән ҡойо ҡаҙығандай, бер туҡтауһыҙ, арымай-талмай эшләргә кәрәк. Рухты, иманды нығытырға кәрәк. Аллаға шөкөр, халҡыма иман ҡайтты. Бик күптәр тайпылды хәмерле юлдан. Ә беләһегеҙме, йәш быуын, 20-25 йәшлектәр, эскегә, наркотикка ынтылып бармай бит! Уларҙың рухи донъяһы байыраҡ. Йәштәр телде белмәй, ауылдарҙа ла урыҫса ғына һөйләшәләр, тип әйтәбеҙ. Эйе, шулай. Был да бошондора. Әммә ҡандары, мейеләре хәмер менән ағыуланмаған быуын ҡасан да булһа асылына, башҡортлоғона ҡайтыр тигән өмөт бар. Минең тыуған ауылым Наурыҙҙа бер өйҙә лә һул хәмер һатылмай. Быға тынғыһыҙ хакимиәт башлығы Закир Ғадинан улы өлгәште. Тимәк, була бит шулай эшләп! Иҫерткес эсемлекте мин кибеттеке - һәйбәт, "һулы" - насар, тип айырмайым, әлбиттә. Хәмерҙең ниндәйе лә хәмер, ағыу. Шуға ла яңы указды хуплайым. Тик Радий Фәрит улының әйткәне үтәлһен ине: өйҙән һатыусыларҙы ла сикләргә кәрәк. Беҙҙең халыҡ һәр тыйыуҙы ла урап үтеү әмәлен табыусан бит.

Әлбиттә, беҙҙе "йәшел йылан" арбауынан тыш, эшһеҙлек мәсьәләләре, шул арҡала ир-егеттәребеҙҙең Себер тарафтарына олағыуы ла бик борсой. Республика Башлығы бер мәл ул ир-егеттәрҙе республикаға ҡайтарыу тураһында һүҙ ҙә күтәргәйне. Беҙгә ошо мәсьәләнең шулай уҡ оло бер афәткә әйләнеүе тураһында нығыраҡ саң ҡағыу кәрәкмәйме икән?

Таңһылыу Ҡарамышева:
Яуап һорауҙың эсендә. Саң ҡағырға һуңламаныҡмы, тип тә уйлап ҡуям. Эшһеҙлек мәсьәләләрен ауылдарҙың юҡҡа сығыу күренеше менән бәйләп ҡарайым мин. Себер тарафтарына, эре ҡалаларға күпләп кемдәр юллана? Ауыл кешеләре. Ир-ат ҡына түгел. Ҡатын-ҡыҙ ҙа. Тап улар сит илдәргә китеп ҡарттар ҡарай, Себергә юллана. Тиҙҙән ауыл бөтөнләй бот һонасаҡ һымаҡ булып китә. Был реаль хәүеф. Ауылды ҡотҡарыу өсөн уның таралған халҡын ҡайтанан йыйып алырға, йәшәү шарттары тыуҙырырға, эш урындары булдырырға кәрәк. Ә нисек? Бынан тиҫтә йылдар әүәле "Киске Өфө"лә мин иҡтисад фәндәре докторы, күренекле профессор Мазһар Иҫәнбаевтың тап ошо һорауға яуап биргән бик аҡыллы әңгәмәһен уҡығайным. Ғалим ауылдарҙы тергеҙеүҙең берҙән-бер юлын уларҙа заманса күмәк хужалыҡтар ойоштороуҙа, халыҡҡа таратылып бирелгән пай ерҙәрендә пайсыларҙың бергәләп, күмәк көс булып эшләүендә, ер эшкәртеп, иген сәсеп кенә түгел, мал аҫрап, йылҡысылыҡ, бүтән төр малсылыҡ менән шөғөлләнеп, ҡымыҙ, һөт продукттары етештереүҙә, тире эшкәртеү һәм башҡа традицион һөнәрҙәребеҙҙе тергеҙеүҙә күрә. Һүҙ совет заманындағы хөкүмәт тарафынан төҙөлгән һәм бар тапҡанын план буйынса уға тапшырып торған колхоздарҙы тергеҙеү тураһында түгел, ә пайсыларҙың үҙ килемен үҙе файҙалана алырлыҡ ойошмалары тураһында ине. Агрохолдинг, агрокомплекстар, инвесторҙар йәлеп итеү хаҡында ла түгел ине ғалимдың әйткәндәре. Пайсы ерен бары үҙ районы пайсыларына ғына һата алһын, тип һыҙыҡ өҫтөнә алынғайны. Был башҡортто ерһеҙләндереүҙән ҡотҡарыу өсөн кәрәк булған аҙым тиелгәйне. Үҙ пайын эшкәртә алмаусыларға күмәк хужалыҡ килеменән өлөш сығарылырға тейешлеге тураһында әйтелгәйне. Был пландарҙы район етәкселәре тормошҡа ашырһа, үҙе бер революцион еңеү булыр ине лә бит! Сөнки бик тиҙҙән ситтәр ҡулына күсеп бөткән ерҙәребеҙҙе кире ҡайтарып ала алмаясаҡбыҙ. Сит төбәктәрҙә төйәк тапҡан милләттәштәребеҙ өсөн милли-мәҙәни автономиялар төҙөү генә беҙҙең милләттәштәребеҙҙе үҙ республикаһы өсөн юғалыуҙан һаҡлап ҡала алмаҫ ул. Ситтә төпләнеү үҙе үк илһеҙлек бит.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Беҙҙекеләр ситкә өйрәнеп тә бөттө шикелле. Ошо урында совет осорондағы бер күҙәтеүем менән бүлешеп үтәйем. Мәҫәлән, әрмәндәр шул ваҡытта уҡ үҙҙәрендә эш булмауы сәбәпле бөтә ил буйынса төркөм-төркөм таралып эшләне. Беҙҙең ауылдарға ла килеп фермаларға һарайҙар, күперҙәр төҙөй торғайнылар. Белергә ине: уларҙың шулай йөрөүенән әрмән милләте рухиәте ниндәй кимәлдә зыян күрҙе икән? Ә беҙҙең йәштәребеҙ Себер, Мәскәү, Ҡаҙан тарафтарына ғаиләләре менән күсеп китә лә, уларҙың балалары милләтебеҙ өсөн "юғалып" ҡала. Минеңсә, беҙгә был йәһәттән саң ҡағыуҙан бигерәк, йүнәлешле дәүләт программалары ҡабул итеп эш итеү кәрәк. Ярар, ситкә киткәндәрҙең йөрәгенә үтерлек итеп әйттек тә, улар ҡайтты ла икән ти. Ә бит эш урыны булмағас, улар барыбер кире китәсәк. Барлыҡ кешеләр ҙә эшҡыуар була алмай, шуға күрә бында тик дәүләт кимәлендәге саралар ғына мәсьәләне тамырынан үҙгәртергә мөмкинлек бирәсәк. Киреһенсә булған осраҡта ауылдарыбыҙҙан, ҡалаларыбыҙҙан киткән йәштәр менән бергә милләтебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәге лә китәсәк беҙҙән.
Наилә Хамбалеева: Беләһегеҙме, был проблема буйынса минең үҙ ҡарашым бар. Проблема бар, әлбиттә. Ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙарҙың Себер юлланыуы күңелде өйкәй. Тик был ул хәтлем дә афәт кимәлендә түгелдер тип уйлайым. Себерҙәрҙә, башлыса, ауыл халҡы йөрөй. Бына бер мәсьәлә сисеп ҡарайыҡ. Ауылда мал тотҡан 150 йорт бар икән, ти. Һәр береһендә 3-әр баш мал. 450 баш мал май башынан көтөүгә сығырға тейеш. Апрель аҙаҡтарында халыҡты сходҡа йыйып, ошо мәсьәлә күтәрелә. Бер кем дә, эшһеҙ ятҡан бер ир заты ла был эшкә риза түгел. Эйе, көтөү эше еңел түгел. Ҡойон ямғырҙарын да, йәшенен дә, томра эҫеһен дә малыңдан күҙ яҙлыҡтырмай үткәрергә кәрәк. Хәҙер аҡсаһын һанап ҡарайыҡ. Мал башына 180 һум менән түләү һалғанда ла, көтөүсе айына 81 мең һум аҡса эшләй ала. Көтөү сезонын биш ай итеп алғанда, 405 мең килем алыр ине ул. Ул аҡсаға ҡышын ғаиләңде аҫрарға була. Был, әлбиттә, дөйөм эшһеҙлек проблемаһын хәл итмәйәсәк. Шулай ҙа Себерҙә бер ай эшләп, алып ҡайтҡан аҡсаһын эсеп бөтөп киткәндәр ҙә аҙым һайын. Ғаиләһе түҙә, түҙмәгәне тарҡала. Бына был афәт. Ауылдарҙа эш бар ул эшләйем-тешләйем тигән йүнселдәргә. Бына беҙҙең ауылда яҙ еттеме, оҫталарға сират теҙелә. Ҡулы оҫта ирҙәр бура бурарға, ремонт, ағас эштәренә ялланып, район буйлап сығып китәләр. Яҡшы аҡса эшләп алалар. Ә эскәне замананы һүгеп, эсеп көн үткәрә...

Быйыл 31 майҙа РФ Хөкүмәте тарафынан "2020-2025 йылдарға ауыл биләмәләре үҫешенең комплекслы дәүләт программаһы тураһында" ҡарарға ҡул ҡуйылды. Был документта рәсәйҙәрҙең дөйөм һаны иҫәбендә ауыл халҡы өлөшөн 25 процент кимәлендә һаҡлап ҡалыу, бының өсөн ауыл халҡының мәшғүллеген тәьмин итеү, инженер һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү кеүек мәсьәләләр менән бер рәттән, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү, уға заманса төҫ биреү бурысы ла ҡуйылды. Әйткәндәй, киләһе 2020 йылдың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән "Тораҡ пункттар эстетикаһы" йылы тип иғлан ителеүе лә осраҡлы түгел. Был мәсьәләне бойомға ашырыуҙы нисек күҙаллайһығыҙ һәм ошо йәһәттән һәр ауыл кешеһенә ниндәй бурыстар йөкмәтелә тип уйлайһығыҙ?

Таңһылыу Ҡарамышева:
Ысынлап та, әле 1959 йылда Рәсәйҙә ауыл халҡы 52 процент тәшкил иткән булһа, хәҙер 25 процент. Йәғни 25 процент ҡына халыҡ ауылда йәшәй һәм үҙен-үҙе генә түгел, ҡаланы ла ашата. Ауыл аҙыҡ етештереүҙән туҡтаһа, илебеҙҙе яһалма ит, йомортҡа һ.б. ризыҡтар баҫып алыуға ла күп ҡалмаҫ. Әле үк был процесс бара. Һөт составында - һөт, иттә ит проценты кәмей бара. Магазин кәштәләренән нимә һатып алып ашағаныңды белеүе ауырлаша. Нормаль кеше ауылда йәшәргә һәм саф һауа һуларға, экологик яҡтан таҙа ризыҡ ашарға, бала-сағаһы аллергия, диатез кеүек ауырыуҙарҙан яфаланмаҫҡа, үҙ йортоноң баҙында аҙыҡ запасы тупларға тейеш. Ләкин бар ҡиммәттәрҙе матди байлыҡҡа ғына ҡайтарып ҡалдырған илдә аяныс хәл килеп тыуҙы: ауылдарҙа халыҡ һаны кәмене. Һеҙ телгә алған ҡарарҙа әлеге кимәлде генә булһа ла нисек тә һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ бара. Бының өсөн, әлбиттә, ауыл кешеһенә бурыстар йөкмәтелерҙән алда уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ниндәйҙер хоҡуҡи нигеҙ тыуҙырылырға тейеш. Хоҡуҡтарһыҙ беҙ бер кем дә түгел. Мәшғүллек өсөн база кәрәк бит әле. Ауыл кешеһе һеҙ әйткән инфраструктура менән файҙалана алһын өсөн башта халыҡты ауылдарға йыйнарға, ташлап китергә мәжбүр итмәҫлек шарттар тыуҙырырға кәрәк.
Мин ғалим түгел, шуға күрә үҙ исемемдән ауылды һаҡлау буйынса нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында теҙеп бәйән итә алмайым, белгестәр фекеренә мохтажмын. Төҙөк ауылдар мәсьәләһенә килгәндә, уның эстетик яғын да үҙ эсенә алған конкурстар быйыл уҡ үткәрелде, беренсе урынды Учалы районы Наурыҙ, икенсе урынды Ишембайҙан минең ҡәҙерле маҡарҙарым яуланы. Бик матур акция булды. Үрҙә һеҙ әйткән башланғыстарҙы хуплауымды белдерәм.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Был йәһәттән шуны ғына әйтә алам: хәҙерге заманда Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ауылды һаҡлап ҡалыу ул дәүләтте һаҡлауға тиң стратегик мәсьәлә. Ни өсөн тигәндә, ауыл илде туҡландырыусы һәм туйындырыусы урын ғына түгел, ул иң беренсе нәүбәттә демографик мәсьәләне хәл итеүсе урын. Ауылһыҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың киләсәге юҡ. Дәүләтебеҙ шуға күрә лә үҙен һаҡлап ҡалырға теләгән өсөн дә ауылға ярҙам итергә, уны дотацияларға бурыслы. Мин, мәҫәлән, Ҡытайҙағы һымаҡ, ауыл хужалығын һалымдан бөтөнләй азат итеү яҡлы. Әгәр ҙә ошо хәл закон менән нығытылһа, ҡалала йәшәүселәр эшелон-эшелон булып ауылдарға ағыласаҡ һәм ауыл хужалығы көтөлмәгән үҫеш кисерәсәк, балалар ҙа эшелон-эшелон булып донъяға киләсәк.
Наилә Хамбалеева: Ауылдар бөтөүгә табан барыуының ниндәй ҙур проблема икәненә, хөкүмәт, ниһәйәт, төшөндө тип ҡыуанырға ҡала. Программала эҙмә-эҙлекле саралар яҡтыртылған. Сөнки ауылдарҙы һаҡлап алып ҡалыу өсөн иң тәү сиратта эш урындары булдырылырға тейеш. Ә был үҙ сиратында ауыл хужалығына йөҙ менән боролоуҙы талап итә. Тарҡалған колхоз-совхоздарҙы әүәлге кимәлгә еткереп тергеҙеп булмаҫтыр инде. Әле яҙа-йоҙа, мең бәлә менән көн күргән фермер хужалыҡтарына, бәләкәй эшҡыуарҙарға реаль ярҙам күләмдәре арттырыу зарур. Үҙебеҙҙеке үҙебеҙгә тигән лозунг менән йәшәһәк, насармы ни? Нишләп беҙ шикле составлы сит ил аҙығы менән туҡланырға тейешбеҙ? Кешегә көн итерлек ризыҡтарҙың һәммәһе лә бар бит беҙҙә. Халыҡ бөгөн әүҙем генә булып, хәләл ризыҡҡа күсә. Хәләл баҙарҙар артһын ине. Шөкөр, оптимизация тигән насар нәмә туҡтауға табан барған һымаҡ. Халыҡтың күпләп ҡалаға күсеүенең сәбәпсеһе шул күренеш тә булды бит. Һәр кем балаһының бөгөнгөһөн, киләсәген уйлап йәшәй. Башланғыс мәктәпле йәки бөтөнләй мәктәпһеҙ, балалар баҡсаһыҙ ауылдарҙа йәштәрҙе төпләндереү мөмкин түгел. Социаль инфраструктура ла үҫешергә тейеш. Тиҫтә йыл самаһы элек кенә әле ауыл халҡы ҡалаларға коммуналь уңайлыҡтары өсөн юллана ине. Утын әҙерләп, урам ҡойоһонан күнәк-күнәк һыу ташыуҙан биҙгәндәр уңайы сығыу менән ҡала кешеһенә әйләнде. Ә хәҙер бит хәлдәр ҡырҡа үҙгәрҙе. Һәр бер йорт ихатаһында үҙ ҡойоһо. Улай ғына ла түгел, өйөндә үк йылы һыуы, ваннаһы. Күпселек ауылдарға газ һуҙылған. Шуныһына өҫтәп, өй өҫтөндә эше булһа, балаларына йылы мәктәп, йырлап-бейергә клубы, медпункт булһа, ауылда ла артым булыр. Ышанайыҡ.
"Тораҡ пункттар эстетикаһы" йылы итеп иғлан ителеү бик яҡшы, әлбиттә. Ауылдарыбыҙ ҙа йәмләнеп, төҫ кереп ҡалыр. Башҡа райондарҙа нисектер, беҙҙең Учалыла йыл һайын "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", йә шәжәрә байрамдары үтеп тора. Төп маҡсат ситтә йәшәгән ауылдаштар менән осрашыу булһа ла, ана шул ауылдарҙы төҙөкләндереп ҡалыу өсөн ул. Емерек ихаталар яңыртыла, буяла. Халыҡ бер күтәрелеп ала. Киләһе йыл ағымы ла шул юҫыҡта барыр тип уйлайым. Һәр бер кеше иң башта үҙ йортон тәртиптә тотһа ғына дөйөм һүрәт матур буласаҡ. Был - хәҡиҡәт.

Бер генә һөҙөмтәле эш тә рухи нигеҙһеҙ, рухи күтәренкелектән тыш эшләнмәй. Беҙҙе үҙ донъяларыбыҙҙы үҙебеҙ ҡорорға, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә, шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ, республикабыҙ мәнфәғәтенә лә хеҙмәт итергә нимә дәртләндерергә, нимә көс бирергә тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Таңһылыу Ҡарамышева:
Һорауҙа "рух" һүҙе осраҡлы рәүештә генә килеп сыҡмағандыр тимен. Мин был төшөнсә хаҡында күп уйландым. Уйланам. Кеше - ул иң тәүҙә рух, тигән инанысым бар. Тәнебеҙ иһә - йәнебеҙҙең, беҙҙең үлемһеҙ рухыбыҙҙың ҡабығы, тышлығы ғыналыр. Әгәр ҙә һин үҙеңде ниндәйҙер бер халыҡтың вәкиле, ниндәйҙер бер ватандың, кешелекте төйәк иткән ер шарының ағзаһы итеп тояһың икән, донъябыҙҙы, ғәләмебеҙҙе бар итеүсенең дә, дин теле менән әйткәндә, Аллаһы Тәғәләнең дә бер өлөшсәһе итеп тойорға тейешһеңдер ул. Рух ул беҙҙең кейем кеҫәһендә ятыусы нәмә түгел. Рух - ул беҙҙең үҙебеҙ. Башҡортлоҡ та - ул иң әүәле рух, ә ата-бабаларыбыҙ ҡаны ғына түгел. Һәр милләттең көсө тап уның рухи сығанаҡтарында ята. Рухһыҙ кеше үҙ милләтенең вәкиле була алмай. Әгәр башҡорт рухһыҙ халыҡ булһа, дәүерҙәрҙең ҡатмарлы һынылыш осорҙарында тарих арбаһынан төшөп ҡалған булыр ине. Рухи көсөбөҙ беҙҙән яугир халыҡты тыуҙырған. Әгәр ҙә бөгөн Рәсәйҙә Башҡортостан Республикаһы тигән берәмек бар икән, ул башҡорт халҡының рухи көсө булған өсөн генә барлыҡҡа килгән. Уны һаҡлау - иң изге маҡсатыбыҙ. Азатлыҡ, үҙбилдәләнеш тойғоһо ул беҙҙең халҡыбыҙҙың рухында һаҡланып ҡалған нәмә. Ул беҙҙең мораль көсөбөҙ, ныҡлығыбыҙ, кешелек асылыбыҙ. Беҙ - матди булмаған башланғыс, беҙ - рух!
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Ике мең йыл һуҙымында үҙ ерҙәренән, туған телендә аралашыу мөхитенән ситтә йәшәргә мәжбүр ителеп тә, һуңынан кире үҙ дәүләтселеген, туған телен тергеҙгән йәһүдтәр быға милли рухы менән өлгәшә алған. Ә нимә һуң ул милли рух? Ул тарихи хәтерҙең хәҙерге көндәге сағылышы. Шундайын тарихыбыҙ, ҡаһарман шәхестәребеҙ, аҫыл йырҙарыбыҙ, мәңгелектең үҙе кеүек оҙон көйҙәребеҙ, дәртле һәм мәғәнәле бейеүҙәребеҙ, моңло ҡурайыбыҙ була тороп, был мәсьәлә беҙҙең алда мөмкин булмаған ғәмәл булып торорға тейеш түгелдер тип уйлайым. Уйлап ҡына ҡалмайым, инанам.
Наилә Хамбалеева: Был һорауға пафослы, дөйөм һүҙҙәр менән яуап бирергә булыр ине лә... Эйе, рухи төшөнкөлөк менән ыңғай һөҙөмтәгә ирешеү ауыр. Үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә, шул уҡ ваҡытта республикабыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тиһегеҙме? Ә мөхәббәт бит ике яҡлы булһа ғына матур балалар тыуа, тип шаяртып ебәрәйемме икән? Үрҙә әйтеп үтелгән һәр бер ниәт, теләк бойомға аша торған булһа, был республикабыҙҙың (был осраҡта, хөкүмәтебеҙҙең) беҙгә ҡарата мөхәббәте тип әйтергә булыр ине. Ә беҙ, уның халҡы, үҙ сиратыбыҙҙа уға ҡарата яуап һөйөүебеҙҙе - намыҫлы хеҙмәтебеҙҙе, көсөбөҙҙө, рухи байлығыбыҙҙы бирер инек. Тәрбиәле, белемле балаларыбыҙҙы үҙ төйәгебеҙҙә уҡытып, һөнәр алдырып, үҙ төйәгебеҙгә үк хеҙмәт итергә ҡалдырыуға өлгәшер инек.

Һәр Яңы йылды иң яҡты өмөттәр менән һуғарылған бер мөғжизәләй ҡаршы алабыҙ. Оҙаҡ йылдар көткән мөғжизә ни ул һеҙҙең өсөн?

Таңһылыу Ҡарамышева:
Мин күптән инде бер Яңы йылдан да бер ниндәй мөғжизә лә көтмәйем. Ғөмүмән, тормошта бер кемде лә бер ҡасан да бер ни ҙә көтөп тормай тип иҫәпләйем. Бар мөғжизәне үҙеңә үҙең тыуҙырырға тейешһең. Йәғни барыһын да үҙең менән алып килергә кәрәк. Ҡунаҡҡа үҙ ризығың менән барған кеүек. Яңы йыл байрамына - алдағы көнгә ниәттәреңде алып кил, ғаиләңә - мөхәббәтте, һәр яңы көнөңә - бәхетте, дуҫ-иш, туған-тумасаңа күңел йылыһын бир! Йәшәй-йәшәй ситтән сәғәҙәт өмөт итмәҫкә ғәҙәтләндем. Өмөт - ул бит һинең нимәгәлер ҡарата ҡарарың юҡлығын, үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алмауыңды аңлата. Яуаплы кеше булыу үҙе бер мөғжизә түгелме ни? Тап бына ошондай яуаплылыҡҡа эйә булған ата-бабаларыбыҙ халҡыбыҙ ғүмерен, яралған һәм көн иткән төйәгебеҙҙе бихисап ҡорбандар биреп һаҡлап алып ҡалған, кемдер беҙгә үҙаллылыҡ бирер тип, мөхтәриәт бүләк итер тип көтөп ултырмаған, иҫ китерлек, ғәжәп ҡылырлыҡ батырлыҡтар күрһәткән, ысын мөғжизәләр тыуҙырған! Яңы йыл ҡотлауы итеп ошондай һүҙҙәр генә әйткем килә: артабан да мөғжизәләр тыуҙырыуға һәләтле халыҡ булып ҡалайыҡ!
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Мөғжизәләр көткән ергә, көткән ваҡытҡа килмәй тиҙәр. Үҙенән-үҙе килгән мөғжизә ул Ивандың мейес башына ултырып ниҙер көтөүе йә булмаһа тағы ла бер әкиәт геройының суртан әмере буйынса мөғжизә там итеүе түгел. Оҙаҡ йылдар ҡалала йәшәһәм дә, мин һаман да шул крәҫтиән балаһы инде. Атайым мәрхүм 70 гектар ер алып, шул ергә йыл һайын иген сәсеп, бер нисә йыл рәттән ямғыр көтөп, көтөк булып, баҡыйлыҡҡа күсте. Хәҙер бит үҙ ваҡытында яуған ямғыр-ҡарҙар, үҙ миҙгелендә килгән ҡыштар, яҙҙар, йәйҙәр һәм көҙҙәр ҙә мөғжизәгә әүерелде. Мин ана шул мөғжизәне көтәм.
Наилә Хамбалеева: Мөғжизәләр көтмәгәндә тыуһа ғына булмышыңды яулай бит әле ул. Һәр кем һымаҡ, мин дә Яңы йылдан мөғжизәләр көтәм. Бына тыуып килгән йылды ла матур теләктәр, яҡты уйҙар менән ҡаршылайым. Донъялар имен булһын, әҙәмдәр ишле булһын. Мөхәббәтле ғаиләләрҙә тәүфиҡлы балалар донъяға килһен. Ҡазалы үлемдәр бөтөнләйе менән булмаһын ине тип теләйем. Һәр кеше яҡты донъяларҙан йәшәрен йәшәп китһен. Ҡулдарында дилбегә булғандар, иманын юлдаш итеп, халҡым тип тартһын йөгөн. Кешеләр, үҙ сиратында, бер-береһен яратһын, хөрмәт итһен. Яңы йыл менән, милләттәштәрем! Яңы йыл менән бар бөйөк Башҡортостан халҡы! Бар теләгән теләктәребеҙ тормошҡа ашһын! Бәрәкәте менән тыуһын 2020 йыл!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 509

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru