Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
|
|
ТҮҢГӘҮЕР ХӘСИТӘҺЕ СЫҢЫ
|

Хафиза апай Амантаева Өфөләге Бөтә Рәсәй Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә был юлы Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан "урман шәле", "сана шәле" , "ауыл шәле", "оло шәл" тигән дебет шәлдәрен алып килгәйне.
Тәүҙән үк Хафиза апайҙың шау тәңкәнән торған түшелдерегенә күҙ төштө. "Ҡара әле, был беҙҙең түңгәүер хәситәһе! Матурмы? Күргәнең булдымы? Юҡтыр. Һынташтағы бер боронғо апайҙың тағы ла боронғораҡ фотоһынан ҡарап эшләнек", - тийә һалды түшелдерегенә иғтибарҙы шәйләгәс. Хафиза апай Республика халыҡ үҙәге ойошторған "Селтәр" милли биҙәүестәр клубына йөрөп, өйрәнеп, лицензиялар алып ҡайтып, бөгөн үҙ төбәгендәге ағинәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға өйрәтеүсе, кәңәшсе, төҙәтеүсе бурысын йөкмәгән. "Фольклор белгесе Гөлгөнә Баймырҙинаға рәхмәт. Белмәгәнемде өйрәттеләр, инде белгәнемде башҡаларға таратмаҡ булып сығып киттем ауыл буйлап, район буйлап, ил буйлап..." - тине ағинәй һәм үҙ ауылында үҫәргән, түңгәүер ырыуы кейемдәрен тергеҙеү менән бик яуаплы шөғөлләнеүе тураһында бик ентекләп һөйләп китте. Махсус курста уҡыу уның күҙен асҡан, ышанысын нығытҡан, "Һәр кем ошондай яуаплылыҡ һәм дәрт менән тотонһон ине милли кейем үрнәктәрен тергеҙеүгә", тигән теләген дә еткерҙе ул.
-Октябрьский ҡалаһында йәшәгән ҡыҙыма хәл белешергә барһам, ул яҡтың ҡатын-ҡыҙҙары ла милли биҙәүескә йәбешкән икән, - тип һөйләп китте тағы ла. - Эй өйрәнгеләре килә, үҙҙәре яһап таҡҡылары килә, рәхмәт төшкөрҙәр. Сәмле-ғәмле булғандарына иҫем ҡороно - барыбер беҙҙең башҡорт халҡы утта янмай, һыуҙа батмай; ҡайҙа түгел, айҙа йәшәһә лә, донъя матурлығынан төңөлмәй, биллиһи-ғазим шөкөр! "Беҙ - йылан ырыуынанбыҙ, - тиҙәр, - эске йылан, урман йылан, тышҡы йылан, ҡыр йылан тигән тармаҡтарыбыҙ бар. Боронғо төп башҡортлармыҙ. Тарихыбыҙ әллә ҡайҙа тамырланған, ете быуын менән генә буйламалы түгел шәжәрәләребеҙ: тәрәнлеге - меңъйыллыҡтарҙа! Иллә мәгәр тамғаларыбыҙҙы белмәйбеҙ..." Бына шуға уфтаналар. Тамға теле лә бик көслө, мәғәнәле бит, шуны уйлайҙар. Бына беҙҙең үҫәргән тамғаһы - ярым ай. Ул тамғаны эйәргә ҡуйыу - дөрөҫ. Әммә ҡашмауға ҡуйыу ярамайҙыр. Бындай ваҡлау тамға ҡеүәтен тарҡата. Ырыу тамғалары онотолған, юғалған - уны ир-егет ҡоралына, аты өҫтөнә япҡан сергетышҡа, бал ҡортон япҡан солоҡ умартаға, таш ҡаяға йә ҡәбер ташына сүкегәндәр. Ырыу тамғаһы бик ҡиммәтле билдә бит ул. Ҡатын-ҡыҙҙың елән итәгенә, башлыҡ-таҡыяһына ҡуйыу ҙа хилаф кеүек. Тамға баһаһын белмәгәндәр, аңлап етмәгәндәр күп, тимәк, тамғаға тотонмаҫҡа кәрәк...
Шулай итеп, Хафиза апай Амантаева янынан әллә күп уй-һорау йөкмәп кителде. Яуаптарын бергә эҙләйек әле, йәмәғәт.
Сәрүәр СУРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 997
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|