«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ИДЕЯҒА ТИҢДЕР ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҘӘ
+  - 


Башҡортостандың тарихы бай һәм ҡатмарлы. Тарихи Башҡортостан ерлегендәге ваҡиғаларҙы XVIII быуаттан бирле тарихсы ғалимдар ҙа ентекләп өйрәнә, ошо өлкәлә тыуған яҡты өйрәнеүсе айырым шәхестәрҙең хеҙмәттәре лә киң билдәле. Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең махсус ойоштороу конференцияһы уҙғарылып, ошо йәмғиәттең рәйесе вазифаһына тарих фәндәре кандидаты, БР Милли музейының генераль директоры Марат Миңлеғәли улы Зөлҡәрнәев һайланды. Уның менән тыуған яҡты өйрәнеүселәр эшмәкәрлеге хаҡындағы әңгәмәбеҙҙе һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

XXI быуат башында, интернет селтәрҙәре, яңы информацион технологиялар өҫтөнлөк алған дәүерҙә, тыуған яҡты өйрәнеүселәр эшмәкәрлегенә дәүләт кимәлендә иғтибар кәмемәй. Ошо хаҡта аңлатма биреп китһәгеҙ ине.

- Тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлеге Рәсәйҙә XVIII быуатта уҡ башлана. Батша Петр I барса төбәктәрҙә лә урындағы тормош, унда йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлектәре хаҡында яҙма мәғлүмәттәр туплау маҡсатын ҡуйған махсус указ сығара. Рәсәйҙә крайҙы, тыуған төйәкте өйрәнеү шул рәүешле башланып китә. Тыуған яҡты өйрәнеү тик тарихи ваҡиғаларҙы теркәүҙән генә тормай, уның тәбиғәтен, географияһын, иҡтисадын, мәҙәниәтен һәм этнографияһын да сағылдыра. Башҡортостан хаҡында XVIII быуатта тупланған материалдар, башлыса, тарихсылар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе ул. Ғөмүмән, төбәктәрҙе, крайҙы өйрәнеү эше Рәсәйҙә XIX быуаттың икенсе яртыһында - XX быуат башында ныҡ әүҙемләшә һәм дәүләт кимәленә күтәрелә.
Совет осоронда, уҙған быуаттың 20-се йылдарында, Башҡортостанда ла Халыҡ мәғарифы комиссариаты эргәһендә тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы барлыҡҡа килә. Йәш быуында тыуған илгә, тыуған яҡҡа һөйөү тойғоһон ошо юҫыҡта тәрбиәләй алыу мөмкинлеген яҡшы аңлай ул ваҡыттағы етәкселәр. Тыуып үҫкән өйөң тупһаһынан, ауылың тарихынан башлана ватансылыҡ. Шуға күрә тарихсыларыбыҙ ҙа тыуған яҡты өйрәнеү эшен төрлөсә хуплап, бындай эшмәкәрлеккә йүнәлеш биреп тора. Тап совет осоронда һәр бер мәктәптә ошондай эштәр башҡарыла, байтаҡ ҡына музейҙар асыла. Крайҙы өйрәнеүселәр күп башланғыстар менән сығыш яһай. Мәҫәлән, ирле-ҡатынлы Григорий һәм Зинаида Гудковтар, Юрий Узиков кеүек энтузиастар Өфө ҡалаһы хаҡында мәғлүмәттәр туплап, киң матбуғат сараларына сығара. Улар ябай тел менән тыуған яҡ тарихын халыҡҡа еткереүгә, шул уҡ топонимика өлкәһенә ҡараған мәғлүмәттәрҙе теркәп, һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә.
90-сы йылдарҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәр эшмәкәрлеге Башҡортостан архив идаралығы ҡарамағында булһа, артабан ул эш БР Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин етәкселегендә башҡарыла. Әйтергә кәрәк, ошо йылдарҙа барса район һәм ҡалаларҙа эш алып барған ойошмалар, айырым тыуған яҡты өйрәнеүсе әүҙем шәхестәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Уҙған йылда ошо йәмәғәт ойошмаһын юридик яҡтан нығытып, Уставын ҡабул итеп, теркәп ҡуйыу маҡсатында махсус конференция ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, ойошмабыҙҙа тарихсыларҙан башҡа бик күп һөнәр эйәләре бар, уларҙы бер уртаҡ тойғо - тыуған яғыбыҙҙы һөйөү берләштерә.
Тыуған яҡты ентекләп өйрәнеүгә дәүләт иғтибары көслө хәҙер. Сәбәбе бер генә - беҙгә ниндәйҙер юғарынан төшөрөлгән идеология ла, йә иһә уны сит тарафтарҙан эҙләүҙең бер кәрәге лә юҡ. Бай тарихыбыҙ бар, үҙебеҙ яҡын күргән тыуған еребеҙ бар, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, мәҙәниәтебеҙ бар, ошо ерҙә тыуып үҫкән арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ бар. Бына ошоларҙы өйрәнеү, һаҡлау, йәш быуындарға мираҫ итеп тапшырыу үҙе үк оло һәм күркәм идея ул Башҡортостан өсөн. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәр саҡта ла йәмғиәт иғтибары үҙәгендә - улар төрлө осрашыуҙар, конференциялар уҙғара, китапханаларҙа, мәктәптәрҙә сығыш яһай, күргәҙмәләр, байрамдар ойоштора, арҙаҡлы яҡташтарының тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәтте халыҡҡа еткерә. Улар был эштәрҙе тиҙерәк, ойошҡаныраҡ, халыҡҡа аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлырак рәүештә башҡара ала. Шәхсән шундай һығымтаға ла килдем - тыуған яҡтарын өйрәнеүсе әүҙем ойошмаһы, музейҙары булған райондар башҡаларына ҡарағанда һәр саҡта ла алдынғыраҡ булып сыға! Бындай мөхиттә үҫмерҙәргә өлгө булырҙай ыңғай геройҙар бар, һәм уларҙың йоғонтоһон тойоп үҫә йәштәребеҙ.

XIX быуатта йәшәгән һәм ижад иткән мәғрифәтсе-ғалимыбыҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың халҡыбыҙға васыятын шул рәүешле ғәмәлгә ашырып була тиһегеҙ инде?

- Тап шулай. Бына Бөйөк Ватан һуғышы тарихын ғына алып ҡарайыҡ. Ошо бөйөк тарихҡа мөнәсәбәте булмаған ғаилә юҡтыр Башҡортостанда. Һәр ауылдан ошо һәләкәтле алыштан тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән кеше кире ҡайта алмаған. Һәләк булғандары ла, яраланып йә иһә иҫән-һау ҡайтҡандары ла - беҙҙең данлы геройҙарыбыҙ ул. Улар хаҡында ауыл, мәктәп музейҙарында экспозициялар булһа, айырым стендтарҙа фотолары ҡуйылһа, батырлыҡтары хикәйәләнһә - былар барыһы ла балаларыбыҙҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләү сараһына әйләнә. Батырҙары күп булған халыҡ ҡына батыр ул-ҡыҙҙар үҫтерә ала.

Был ҡатмарлы эштә айырым проблемалар ҙа килеп сығалыр инде?

- Эйе, проблемаһыҙ эшмәкәрлек булмай ул. Ҡайһы бер тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихи белемдәре һайыраҡ булһа, үҙ яҙмаларында, нәшер ителгән китаптарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән хаталар ебәрә, объектив һығымталар эшләй алмай. Шул йәһәттән беҙҙең ойошма тыуған яҡты өйрәнеүселәргә ғилми-методик ярҙам күрһәтә аласаҡ, улар өсөн консультациялар ойошторасаҡ, тип уйлайым. Бындай эшмәкәрлек бер үҙәктән тороп координациялауға ла мохтаж. Унан башҡа, үҙ нәҫел-нәсәбен, ауылдар тарихын өйрәнеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында "Башархив" тип аталған өр-яңы проект эшләп, уны яҡташтарыбыҙ ҡуллана алырлыҡ кимәлдә интернет селтәрҙәренә сығарҙыҡ. "Башархив. ру" сайтында 1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт тарафынан уҙғарылған ауыл хужалығы иҫәбен алыу материалдарының электрон күсермәләре ҡуйылды. Унда Өфө губернаһының 5 өйәҙе буйынса 5740 уникаль документ ингән, Башҡортостан райондарының күпселегенә ҡараған ауылдар буйынса мәғлүмәт табырға була. Бында ауылдың һәр айырым хужалығы сағылдырылған карточкаларҙа хужаның исем-шәрифе, ғаилә составы, мал-тыуары, биләгән ер майҙаны, төрлө культураларҙың сәсеү майҙандары, башҡа ер биләмәләре, ерҙе ҡуртымға биреү һәм башҡаларға тапшырыу, ниндәй ауыл хужалығы ҡорамалдары, сәнәғәт һәм сауҙа итеү ойошмалары булыуы хаҡында мәғлүмәт табырға була. Ғөмүмән, был документтар аша халҡыбыҙҙың 1917 йылға тиклемге демографик һәм иҡтисади хәлен аныҡ күҙаллап була. Киләсәктә ошондай эштәребеҙҙе дауам итербеҙ, тип уйлайым.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.20 | Ҡаралған: 637

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru