«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
+  - 

Ғәйнә башҡорттары 1735-1740 йылдарҙағы ихтилалда ла йән аямай көрәшкә ынтыла, үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа булыуҙан һис ваз кисмәй. Бына шул заман документтарында теркәлеп ҡалған ғәйнә башҡорттарының ҡайһы берҙәренең исем-шәрифтәре: Аҡлыш ауылынан Йосоп һәм Имәнғол Аҫабиндар, Шараши (Сараши?) ауылынан Туйсыбай Пушкаров һәм Ромашка Сабаниев, Ҡыҙыл Ярҙан Батыш Сабаниев, Ҡаҙмағы (Ҡаҙмаҡты?) ауылынан Туйгилде Байҡашев, Дүсәй Иҫәнәев, Асый Чыпчыков, Ирыс (Ырыҫ?) ауылынан Тетү (Тетәй?) Биктулин, Бай ауылынан Абдулла Мырҙалин. Ғәйнә ере лә батша карателдәре тарафынан ҡанға батырыла. Бындағы башҡорттарҙың өстән ике өлөшө үлтерелә, һөргөнгә ебәрелә, әсир алынып, Рәсәй төбәктәренә һатып ебәрелә. 1726 йылда Кунгур бургомистры Юхнев Ғәйнә олоҫонда 600 хужалыҡ булып, хәрби хеҙмәткә яраҡлы 1800 ир-атты теркәһә, 1739 йылда генерал Урусов бындағы 214 хужалыҡта барлығы (ике енестән дә) 1744 кеше ҡалыуын күрһәтә.
Күп юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, ғәйнәләр, башҡа ырыу башҡорттары менән бер рәттән, 1772-1775 йылдарҙа Емельян Пугачев етәкселегендә Яйыҡ казактары башлаған оло ихтилалға ҡушыла. Ғәйнә башҡорттарынан Абдей Абдулов (Ғәйниямаҡ ауылы), Худхуд мулла Әҙиғут Тимәсев (Елпачиха ауылы), Батырҡай Иткинин (Тундортамаҡ ауылы), мулла Сәйфулла Сәйҙәшев (Усман ауылы), Әҙел Азменев (Елпачиха ауылы), Ябан Ҡуштанов (Ҡыҙыл Яр ауылы), Туҡтамыш Ишбулатов (Барҙы ауылы) Пугачев полковниктары булып таныла. Ихтилал командирҙарынан Әбдесәләм Рамзин (Ишмән ауылы), старшина Рахманҡол Иртуғанов (Елпачиха ауылы), старшина Көсөкбай Абдуллин (Ҡыҙыл Яр ауылы) үҙ отрядтары менән яуға ҡушыла.
Ғәйнә башҡорттары Рәсәй империяһының Кама буйындағы руда сығарыу эшендә бик әүҙем ҡатнаша, бында башҡорттар араһынан да билдәле рудопромышленниктар барлыҡҡа килә. Уларҙың иң арҙаҡлыһы - Ҡуян ауылы башҡорто Исмәғил Тасимов. Ул үҙенең эшселәре менән металлургия заводтарына йылына 340-960 мең бот руда ташый. Исмәғил Тасимов 1771 йылда Берг-коллегияға үҙ иҫәбенә Югов баҡыр иретеү заводтары эргәһендә тау училищеһын асыу хаҡында мөрәжәғәт итә. Был уҡыу йортонда башҡорт рудопромышленниктарының балаларын уҡытыу ҙа күҙаллана. Әммә училище 1774 йылда Пермь крайында түгел, Санкт-Петербургта асыла. Байтаҡ ваҡыт уҙғас, 1830 йылда рус академигы Д.И. Соколов ошо хаҡта бына нисек яҙған: "Кто бы поверил, что полудикий башкирец из дымного аула своего положил первый камень в основание Горного Корпуса... По своенравию судьбы, башкирцы были виновниками нашего просвещения в деле Горном".
Ғәйнә башҡорттары башлыса Пермь крайының Барҙы районында йәшәй, уларҙы, Тулва йылғаһы исеменән сығып, Тулва башҡорттары, тип тә атайҙар. Бында уларҙың 40-тан ашыу ауылдары бар. Пермь ҡалаһында 10 меңгә яҡын башҡорт йәшәһә, Пермь районының Ҡуян һәм Башҡорт Ҡултайы (Башҡултай) ауылдарында 1500 башҡорт теркәлгән. Крайҙың Суксун районында, Уинский районының Толбаш ауылында ла бер ни тиклем башҡорт кешеһе бар. Чернушка ауылында һәм районында (3 меңләп), Куедала (2 меңгә яҡын) ла ғәйнә башҡорттары татарҙар һәм башҡа бер башҡорт ырыуҙары вәкилдәре менән ҡатнаш ауылдарҙа көн итә. Свердлов өлкәһендә, Ҡариҙел үҙәнендә бисер-ғәйнә башҡорттарының вариҫтары йәшәй. Мәсетле районының Ҡорғат ауылын да ғәйнә башҡорттары нигеҙләгәне билдәле. Ғәйнәләрҙең Дим буйында Ғәйниямаҡ һәм Туҡмаҡ (Әлшәй районы), Кесе Ғәйнә һәм Тауҡай Ғәйнә (Миәкә районы), Мәнәүез-Мәскәү (Бишбүләк районы) исемле ауылдары бар. Тәтешле районының Бүлйегәрт-Ҡайпан ауылы башҡорттарының бер өлөшө сығышы менән ғәйнә ырыуына ҡарай.
Этногенетик тикшеренеүҙәр ғәйнә башҡорттарының барыһы ла тиерлек бер генә - R1b-M173 гаплотөркөмөнә ҡарауын асыҡланы. Ошо гаплотөркөмдөң ғәйнәләргә хас булған R1b-U152 субклады төрки халыҡтарында һирәк осрай, бындай генетик маркерлы төркөмдәр Үҙәк, Көнбайыш һәм Көньяҡ Европа халыҡтары араһында таралған. Ошондай гаплотиптар башҡорттарҙың байлар һәм ҡошсо ырыуҙары вәкилдәрендә лә осрай. Был факт урындағы фин-пермь субстратына ошо тарафтарға килеп ерләшкән башҡорт ҡәүеме вәкилдәре ҡушылыуҙан формалашҡан айырым бер ырыу үҙенә ғәйнә атамаһын алғандыр, тигән һығымта яһау мөмкинлеген бирә.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 1-3-сө һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.20 | Ҡаралған: 703

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru