Ҡаңлы ырыуы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Ыҡ-Ағиҙел төркөмөнә ҡарай. Этнографтар ҡаңлы ырыуының төп өс бүлеме булыуын билдәләй: ҡыр-ҡаңлы, иҙел-ҡаңлы һәм шәмшәҙе-ҡаңлы. Башҡа башҡорт ырыуҙарындағы кеүек үк, ҡаңлыларҙың да үҙҙәренә генә хас эске ырыу бүленеше бар, ул ара/нәҫел бәйләнештәренән хасил булып, билдәле бер атамаларҙан тора: аҡтау, күкәй, туҫары, ишәй, яҡшый, йөрәктау, көйөк, балғазы һ.б.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ҡаңлылар нигеҙләгән 110 ауыл бар. Бүздәк районындағы 43 ауылда, Туймазылағы - 21, Благоварҙағы - 16, Дүртөйлөләге - 12, Бөрөләге - 4, Бәләбәйҙәге - 6, Мишкәләге 3 ауылда ҡаңлы ырыуы вариҫтары йәшәй. Улар йылан, мең, дыуан, ҡобау, елдәк, ҡаршын, унлар ырыуҙары башҡорттары менән йәнәш һәм ҡайһы бер ауылдарҙа ҡатнашып-аралашып көн итә.
Тарихсы-ғалимдар ҡаңлы ырыуының тарихи тамырҙарын боронғо Үҙәк, Алғы һәм Урта Азия территорияһында хакимлыҡ иткән Иран һәм Туран илдәре ҡәүемдәре менән бәйле яҙма мәғлүмәттәр аша күҙаллай. Ысынлап та, ҡаңлы этнонимы әлегә тиклем ҡаҙаҡ, нуғай, ҡараҡалпаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк һәм башҡа төрки халыҡтарының ырыу-ҡәбилә атамалары составында һаҡланып ҡалған. Тап иран (фарсы) телле легендар Туран дәүләте хаҡындағы боронғо яҙмаларҙа Кангха, Канг, Кенгу атамалары тәүләп теркәлеп ҡалған икән. X быуатта йәшәгән күренекле фарсы шағиры Хәким Әбүл Ҡасим Фирҙәүси тарафынан яҙылған "Шаһнамә" эпик поэмаһында легендар арий батшаһы Фәридундың үҙенең өс улына үҙе биләгән ерҙәрҙе бүлеп биреүе хаҡында бәйән ителә. Унда "Ҡыйыу Турға сал сәсле хаким Туран һәм Чинды бирҙе биләр өсөн", тип әйтелә. Турҙың Сельм (Сарм) һәм Иредже (Арья) исемле туғандары ла була. Легенда буйынса, Сарм һәм Тур, туғандары Арьяның аталарының иң яратҡан улы булыуынан көнләшеп, уны үлтерә. Шунан һуң Туран һәм Иран араһында йөҙәр йылдарға һуҙылған һуғыш башлана. Ошо ваҡиғалар боронғо арийҙарҙың изге китабы Авестала, артабан сасанидтар империяһының "Хвадай-намаг" ("Хоҙайнамә") исемле рәсми эпосында сағылыш таба. Фирҙәүсиҙең "Шаһнамә"һе лә ошо легендар эпостың поэтик варианты булараҡ ижад ителә.
Авеста китабында бәйғәмбәр Заратуштраның һыуҙар алиһәһе Ардви-Сура Анахитаға ошондай доға менән мөрәжәғәт итеүе хаҡында эпизод бар:
"Шундай далан бирсе, изге Ардви-Сура,
Йөҙләп Туран яугирын юҡ итерлек,
Илле тапҡыр һуҡҡанымда изге Канхала."
Тимәк, Туран яугирҙары менән һуғыш булған ер Авестала изге Канха ере тип атала. Тикшеренеүсе С.П. Толстов ошо ерҙең Урта Азиялағы Хорезмда һәм уға яҡын территорияла булыуын фаразлай. Баҡтиһәң, "Шаһнамә"лә Канг (Ҡаң) йә иһә Кангдиз (Ҡаң замогы) Туран батшаһы Афрасиабтың резиденцияһы сифатында күрһәтелгән икән. Ҡанг ҡәлғәһен Афрасиаб батшаның кейәүе Сиявуш төҙөткән була:
"Йырлайым сал тарих ғәмәлдәрен,
Данлы ҡала Канг хаҡында, боронораҡ
Һалған уны шан-шөһрәтле Сиявуш батша."
X-XI быуаттарҙа йәшәгән күренекле мосолман ғалимы Әл Бируни мәғлүмәттәренә ярашлы, тап Сиявуш батша хорезмшаһтарҙың артабан афригид-сиявушидтар тип аталған династияһын нигеҙләй. Шулай ҙа С.П. Толстов: "Кангха - Хорезмға ҡарағанда киңерәк төшөнсә", тип тә иҫкәрмә яһап ҡуя.
Иран менән Туран араһындағы килешеү, арий принцы Сиявуш һәм Афрасиаб батшаның ҡыҙы Ференгис (Фарангиз) араһындағы никах менән нығытылған хәлдә лә, оҙаҡҡа бармай. Фирҙәүси поэмаһында, турандар сик буйы йылғаһы Амударъя аша сығып, килешеү улар яғынан боҙолоуы хаҡында бәйән ителә. Иран батшаһы Кей-Кавустың улы Сиявуш ғәскәре менән үҙенең ҡайныһын ил эсенәрәк сигенергә мәжбүр итә:
"Чач, Согд, Сәмәрҡәнд, Бохара, Сепиджабты,
Ерен дә, тәхетен дә - барыһын ташлап китте Афрасьяб;
Эҙләмәне тәҡдим һәм хәйләләр ҙә,
Ғәскәре менән Кангҡа ашығыс сапты ул."
"Шаһнамә" поэмаһында сағылдырылған мәғлүмәттәрҙән Турандың баш ҡалаһы Канг Һырдаръя йылғаһы буйында урынлашҡаны беленә. Ул ошо замандағы Сепиджаб (Исфиджаб) ҡалаһынан (хәҙерге Чимкенттан йыраҡ түгел) төньяҡтараҡ, Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһына яҡын урында төҙөлә. Тап ошо ерҙән "арийҙар иленә" походтар ойошторола, ер эшкәртеүсе фарсылар 2 мең йыл дауамында тиерлек төньяҡ далалары күскенселәренең өҙлөкһөҙ ябырылыуынан оло зыян күрә. Шуның өсөн Авеста китабы, артабанғы пәхләүи һәм яңы фарсы сәйәси-мәҙәни традицияһы туранлыҡҡа ҡарата нәфрәт менән һуғарылған.
Турандың Иранға ҡаршы алып барған һуғыштарында берзула һәм алан яугирҙары ла ҡатнаша, һуңғылары Кавказ тарафтарында көн иткән ҡәүемдәрҙән. Боронғо грек яҙмаларына ярашлы, аландар массагеттар тип аталған этник берләшмәгә ҡараған халыҡ була. Тикшеренеүсе И.В. Пьянков та массагеттарҙы Туран вариҫтарына индерә.
Беҙҙең эраға тиклем 530 йылда фарсы батшаһы Бөйөк Кир II, ошоға тиклем Мидия, Вавилон, Лидия дәүләттәрен буйһондороп, массагеттарға ҡаршы походҡа сыға. Күскенселәрҙең Томирис исемле батшабикәһе Кирға бына ошолай янаған: "...массагеттарҙың хужаһы ҡояш аллаһы менән ант итәм, мин ысынлап туйғансы ҡан эсерермен һиңә". Әммә Кир ошо киҫәтеүгә иғтибар итмәй, һәм ул бәләгә тарый. Амударъя йылғаһының көнсығыш ярында фарсы ғәскәре һәләкәткә дусар ителә, ә массагеттар батшабикәһе Кирҙың киҫеп алынған башын ҡан менән тулы турһыҡҡа һалдыртып ҡуя. Шул мәлдә Томирис былай тигән: "Бына мин хәҙер һиңә, әйткәнемсә, туйғансы ҡан эсертәм".
Беҙҙең эраға тиклем 519 йылда фарсы батшаһы Дарий I массагеттарҙан (уларҙы фарсылар сак-тиграхаудтар, тип атаған) үс ала. Тарихи Бехистун яҙмаһында ошо хаҡта бына ниҙәр теркәлгән: "Дарий батша һөйләй: һуңынан мин ғәскәрем менән Сактар иленә ҡаршы барҙым. Шунан һуң осло башлыҡ кейеүсе сактар алышҡа сығыр өсөн ҡуҙғалды. Йылғаға килеп еткәс, мин ғәскәрем менән уның икенсе яғына сыҡтым. Шунан мин сактарҙың бер өлөшөн тулыһынса тар-мар иттем, икенсеһен әсиргә алдым... Уларҙың Скунх исемле юлбашсыһын әсиргә алдылар һәм миңә килтерҙеләр... Һуңынан ил минеке булды".
Тикшеренеүселәр раҫлауынса, фарсылар үҙҙәренең дошмандары булған күскенселәрҙе "сак" ҡушаматы менән атаған. Башлыса, был ҡушамат Туран ҡәүемдәренә ҡарай. Иран телле ҡәбиләләр араһында аръя, тура, саирима (сармат), даһа этнонимдары ҡулланыла. Сак - башҡалар ҡушҡан исем, ул экзоним була. Иран телле ҡәбиләләрҙә эт культы таралған була, сөнки күсмә малсылыҡ менән көн иткән дала кешеләренә эт мал көтөү өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы була. Хатта Кир батшаның бәпес сағынан уҡ эт имеп, тере ҡалыуы хаҡында ла легенда сығарылған була. Ә боронғо иран телендә эт һүҙе "spaka" рәүешендә булып, хәҙерге фарси, дари, тажик телдәрендә "саг", тип йөрөтөлә. Әйткәндәй, боронғо эт культының урта быуат башҡорттары телендәге сағылышы сифатында Эткөсөк, Этимгән, Этҡол, Этҡусты кеүек кеше исемдәрен килтерергә була.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА