«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ҠАТЫНДАРЫ ДОНЪЯ КӨТӘ, ИЖАД ИТӘ
+  - 

Был ҡыҙ-ҡатындар "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башҡорт-ҡатын ҡыҙы" төркөмөндә яҙыша. Яҙғандары башҡаларҙыҡы һымаҡ түгел, ә фекерле, йөкмәткеле булыуы менән айырыла. Уларҙың үҙ тормошондағы ваҡиғаларҙы ихлас итеп һүрәтләүе, һәр кем күңеленә йәшәйеш аҡылы, ҡағиҙәһе булып килеп инер һығымталары, бай, һутлы башҡорт теле барыһының да иғтибарын йәлеп итә. Шуға ла төркөмдәштәре ул яҙмаларҙы көтөп алыуы тураһында белдерә, фекергә фекер өҫтәп дауам итә, хуплап лайк ҡуйыусылар бихисап. Танылған йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдыҡова тарафынан 2012 йылдың 7 февралендә ойошторолған "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө бына шундай авторҙары һәм тик позитивҡа ҡоролған яҙмалары менән дә күптәр күңеленә хуш килә торғандыр. Хәҙер ундағы төркөмдәштәр иҫәбе 32 мең ярымға етеп бара. Ҡыҫҡаһы, һүҙ "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнөң иң әүҙем өс авторына. Улар һәм бында исемдәре сыҡмаған тағы бер нисә ҡатын-ҡыҙ (ҡыҙғаныс, матур яҙмалар авторҙары араһында ир-егеттәр бик күренмәй) артабан "Киске Өфө" гәзитенең дә дуҫтарына һәм әүҙем авторҙарына әйләнер тигән ышаныстабыҙ.


БАЛА САҠ ХӘТИРӘҺЕ

"Се-е-е-е-з-з, сы-ы-з-з-з, сыж, сарт-сорт, шарт, серт..." Бына ошондай тауышҡа уянып киттем. Тәүҙә аңламайыраҡ яттым. Был ниндәй тауыш, мин ҡайҙа? Ятҡан еремдә әҙерәк ҡыбырлап алдым. Аҫтымда ҡатылыҡ һиҙҙем. Был бит урындыҡ. Өҫтөмдә йомшаҡ ҡына йылы юрған. Ә-ә, иҫемә төштө. Мине бит кисә өләсәйемдәрҙә ҡалдырып киттеләр. Теге тауыш тигәнем мейестәге утын тауышы. Сызылдап ҡына сыҡҡаны суйында ҡайнап ҡына килгән һыу, имеш. Тулыһынса уянып етһәм дә, ҡапыл ғына торғом килмәне. Күңелем әҙерәк болоҡһоп китте. Үҙебеҙҙең өй, әсәйемдәр иҫкә төштө. Улар әле ни эшләй икән? Йоҡонан уяндылармы, торҙолармы, мейескә утын яҡтылармы икән? Ипләп кенә ҡулымды һуҙып, ҡорманың ситенән асып ҡараным. Тышта ҡараңғы әле, тинем дә тағы ла иҫкә төштө. Өләсәйем тәҙрә ҡапҡастарын төнгөлөккә япты бит әле. Ул гел шулайта. Ҡыш көндәре ҡаты һыуыҡтарҙа өй һыуынмаһын тиҙер инде. Ваҡытты белә алмаһам да, иртә икәнен беләм. Сөнки өләсәйем мин йоҡлаған арала малын ҡарап инә һала. Уянһам бит уның менән ҡуша сығам. Өйҙә бер үҙем ҡалырға ҡурҡам шул. Мейестә сыртлап ҡына янған утындың ялҡын яҡтыһы ҡаршы стенаға төшә. Стенала төрлө шәүләләр барлыҡҡа килгән һымаҡ. Мин уны төрлө нәмәгә оҡшатам. Анау береһе бейеп йөрөгән ҡыҙға оҡшаған, икенсеһе буран һымаҡ ялпылдай, өсөнсөһө туҡтауһыҙ эшләп йөрөгән өләсәйемә оҡшаған... Өләсәйем минең уянғанды белмәй. Ипләп кенә йөрөргә тырыша. Теге суйында һыу ҡайнап сыҡҡайны, һыуын алып, ҡомғандағы һыуына өҫтәне. Әҙерәген ҡулйыуғысҡа һалды. Соланға сығып ит индерҙе. Сайып ебәреп, суйынға һалды, өҫтөн таба менән ҡапланы ла тағы ла ут ҡаршыһына ултыртты. Теге суйын тағы ла " се-е-е-е-з-з" тигән тауыш сығарып көйләй башланы. Мин юрған аҫтынан башымды ла сығарырға йыбанып, өләсәйемдең һәр бер хәрәкәтен күҙәтәм. Шундай рәхәт, иҙерәп кенә ятам.
Өләсәйем йылтыр ғына самауырын мейес эргәһенә килтереп ултыртты. Ҡапҡасын асып һыу тултырҙы. Аҙаҡ инде йәмкә алып, эсенә мейестән ҡуҙ алып һалмаҡсы итте. Туҡтап ҡалды. Ниҙер уйланы шикелле. Эйе, самауырҙы ситкә тартты. Әҙерәк көтөргә булды шикелле. Тағы ла бер күнәк һыуын ҡаҙанға һалды. Һыуы әҙерәк сайпылып көлдөксәгә түгелде. Танауыма мейес аҡбалсығының еҫе бәрелде. Аҡбалсыҡ ашағым килеп, тамшанып киттем хатта.
Өләсәйем урындыҡтың бер ситенә генә ултырҙы ла, бәйләмен алып, бәйләй башланы. Иҙәндәге йомғаҡ йәнле һымаҡ ҡыбырлап йөрөй башланы. Ул шәп бәйләгән һайын йомғаҡ яҡыныраҡ килә. Өләсәйем бауҙы тартып, оҙонайтып алһа, йомғаҡ тәгәрләп ҡасҡан һымаҡ була. Тик өләсәйем уға иғтибар бирмәй. Мейестә янған утынға ҡарай. Ирендәре ҡыбырлап-ҡыбырлап китә. Эстән генә ниҙер әйтәме, әллә һөйләйме...
Бәйләгән һайын бәйләме ҙурая. Ә мейестәге утын кәмей. Ҡуҙға ғына ҡала башланы. Шул саҡ өләсәйем торҙо ла ут ҡаршыһындағы ҡайнап сыҡҡан суйынды ситкә алды. Усаҡ яғының йүшкәһен асты ла, былғаусын алып, ҡуҙҙарҙы усаҡ яғына тарта башланы. Өй эсендә әҙерәк ҡуҙ еҫе лә сыҡҡандай булды. Бушап ҡалған мейес эсенә теге суйынды ултыртты. Мейестең йүшкәһен еткергәнсе япты. Һәм ауыҙын да ҡапланы. Әһә, өләсәйем бөгөн мине мейес ашы менән һыйлай икән. Дөгө һалырмы, әллә тары ярмаһымы... Теге самауырҙы ла эшһеҙ ҡалдырманы. Усаҡ эсенән йәмкә менән ҡуҙ алып, самауырға һала башланы. Торбаһын кейҙереп, усаҡ эсенә ҡаратып ултыртты.
Ынтылып миңә ҡараны. Мин һаман йоҡлағанға һалышып ятам. Өләсәйем башындағы яулығын ҡыҫыңҡырап бәйләне һәм шәленә ынтылды. Ә, мал ҡарарға сығырға уйлай бит. Мин йәһәт кенә һикереп торҙом. Өйҙә бер үҙем ҡалыу юҡ инде. Өләсәйем минең торғанды күреп, аһ итте. Тағы ла үҙе менән алып сығырға тура киләсәгенә көйөндө инде. Миңә һыуыҡ теймәһен тип кенә тора. Ә һарайҙа һалҡын. Ярар инде, тине лә мине кейендерә башланы. Ҡат-ҡат кейем, дебет шәл, бәлтә, уның өҫтөнә шаҡмаҡ ҡалын шәлде арҡыры бәйләне. Аяғыма яңы баҫылған ҡаты быйма кейҙерҙе. Бына шундай әҙерлек менән мине ҡуша алып сығып китте. Туптай булып, саҡ атлап сығып киттем. Иң мөһиме, өйҙә яңғыҙ ҡалмайым тип күндем инде ҡатлап кейендереүенә....
...Ошо ваҡиғаға хәҙер инде 35 йыллап ваҡыт үткән. Мейес ашы ла һирәк эләгә, хан һыйындай ул, тик өләсәйемдекенә етмәй. Ә мин һаман талғын ғына ҡайнаған һыу тауышын яратам:
"Се-е-е-е-з-з, сы-ы-зз..."
Ваҡыт аяуһыҙ-ҙ-ҙ,
Үтә бик тиҙ-ҙ-ҙ.

Фирүзә ХӨСӘЙЕНОВА-ӘБДРӘХИМОВА.
Күгәрсен районы.



ҮҘЕҢДЕ ЯРАТА БЕЛӘҺЕҢМЕ?

Хәҙерге йәштәрҙең Инстаграмда, "Бәйләнеш" селтәрендә алып барған "марафондарын" уҡып, ҡыҙыҡһынып барам. Бик матур, аҡыллы һүҙҙәр яҙылған, үҙеңде нисек яратырға, нисек йәшәү дәрте алырға, нисек үҙ- үҙеңде төрлө яҡлап асырға, үҫтерергә һәм башҡа төрлө мауыҡтырғыс ысулдар, хатта йога күнекмәләре өйрәтелгән постар бихисап.

Беҙҙең йәшлек үткән инде, яйлап ҡына ҡартлыҡ яғына шыуышабыҙ. Һорау тыуа: беҙ үҙебеҙҙе ярата, яраттыра белдекме? Хәйер, ул кешенең үҙенән торалыр. Хәҙерге заман, үткән заман, тип бүлеү дөрөҫ түгелдер, минеңсә. Яратҡаны уның элек тә үҙ ҡәҙерен белгән, гел кеше күңелен ҡайғыртҡаны хәҙер ҙә етерлек...
Кисә генә шул юҫыҡта һөйләшеү булып алды Динә ҡыҙым менән.
Нишләптер, хәҙерге балалар әсәй-атайҙың бер әйтеүенән генә ҡыбырлап, әйткән йомошҡа йәһәт кенә тороп китмәй. Ҡыҙыма бер әйтәм дә, тызымай ғына сабыр көтәм. Оҙаҡ ҡына ултырырға мөмкин әле. Шунан ипләп кенә: "Элек өләсәйең, ҡартайың әйтһә, ҡайҙа ул һинең һымаҡ иркәләнеп ултырыу, шул секундта тороп сабабыҙ - әсәйҙе борсомаҫҡа тырышыумы, ихтираммы, ҡурҡыу булдымы икән, бәлки, бөтәһе бер юлы булғандыр инде",- тим.Шул һүҙҙәр тәьҫир итә, ҡыҙым шунда уҡ ҡушҡан эште башҡарып ҡуя...
Бала саҡтан хәтерләүемсә, гел кеше күңеле өсөн йәшәнем. Тәүҙә атай-әсәйгә, аҙаҡ иремә, уның туғандарына ярарға тырышып, аҙаҡ балалар тип... Бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған донъямда тырышып, кемдер әйтмешләй, сәсем менән ер һепереп, итәгем менән сүп йыйып йәшәнем дә йәшәнем... Бәлки, үҙемде ихтирам итһәм, яратһам, үҙемде генә ҡайғыртһам, башҡасараҡ йәшәр инем. Газым да булыр ине, бар уңайлығы булған йортом да... Совхоздар бөтөү менән, әйтерһең, донъя түңкәрелде. Эш булмағас, күптәр ҡырға сығып китте. Кемдер мал аҫрап, кемдер ҡош-ҡорт тотоп йәшәргә тырышты... Ирем ҡырға эшкә китергә ашыҡманы. Малды ла өс-дүрт баштан арттырманы, етмәһә, транспортһыҙ, мал аҙығы әҙерләү, ташыу үҙе бер проблема булыр ине... Күмәк ғаиләне итһеҙ, майһыҙ ултыртманыҡ, әлбиттә, артып ҡалған бер баш үгеҙҙе бер көҙ һуйып тотонһаң, дүрт уҡыусыны бер ҡат кейендерергә саҡ етер ине.... Балалар мәктәп уҡыусылары, аҙаҡ студенттар булды. Бер ваҡытта ла уларға, атайығыҙ эшләмәй, тип зарланманым, баҫым яһаманым. Башҡа ҡатындар һымаҡ "Бына мин эшләйем, ирем эшләмәй, мин май, һөт, күкәй, нәски, шәл бәйләп һатам, мин… мин…" тип күкрәк һуҡманым. Аңлаған кешегә һинең ҡупырыныуың кәрәк тә түгелдер...
Үҙемде ярата белһәм, бәлки, мин бөтөнләй икенсерәк йәшәр инемме икән? Кемдәргәлер ҡаршы һүҙ әйтһәм, үҙ мәнфәғәтемде генә ҡайыртһам, кемдәргәлер ярарға тырышһам, үҙемә тейешлене шатырлатып тартып алһам, бәлки, мине лә ихтирам итә башларҙар инеме икән? Бик икеле, бик сетерекле һорау... Ысынлап та, үҙеңде ҡарап, матур кейенеп, үҙеңде ышаныслы тотоп йөрө әле, әлбиттә, һине яратасаҡтар. Ә һәпрәң ҡойолоп, һуғыш заманындағы күлдәгеңде кейеп, сәсең туҙып, тишек, шапайған гамаш, төҫө уңып бөткән яулыҡ ябынғаныңды күргән берәйһе танау өҫтөнән, сирҡанып ҡараясаҡ... Әммә һинең берәүҙә лә эшең юҡ! Һиңә өлгөрөргә кәрәк: ашарға бешерергә, ҡырҙағы балаларға кеменә фарш, кеменә балан, кеменә бәлеш, икмәк, ит кәрәк. Әһә, нәскиҙәре туҙған. Эй, Төпсәнгә барыр кәрәк. Бөгөн көн йылы, тиҙ генә кер йыуырға кәрәк. Көл түгергә, ашлыһыу, бысраҡ һыу түгергә, көнөнә нисә күнәк һыу индерергә, һауыт-һаба йыуырға… Ә мин ҡасан үҙемде яратып өлгөрәйем?
Минең был үҙемде ҡәҙерләмәү бала саҡтан килә. Аҙаҡ үҫмер саҡта ла, артабан да шулай уҡ дауам итте: тормош йөгөн алдан һөйрәнем, ҡуй, түҙәйем, сабыр итәйем, иртәгә һәйбәт буласаҡ, Алла бирһә, ярай булыр әле, тип йәшәлде лә йәшәлде. Иң ҡурҡынысы, һәр саҡ үҙ-үҙемде ғәйепле тойоуҙан ҡотола алманым. Берәй ергә ҡунаҡҡа саҡырҙылар, ти. Аҡса юҡ, нисек бараһың. Кешенән алып торор инең, ҡайтарып бирәһе бар. Ә саҡырыусы үпкәләй, ул үҙе лә эшләй, ире лә, аҡсаһыҙ йәшәмәйҙәр. Нишләп һеҙҙең аҡсағыҙ юҡ ул, тип аптырарға мөмкиндәр. Эйе, мин бит бик күп һөнәрҙәргә эйәмен: ашнаҡсы, йыйыштырыусы, пекарь, кәрәгендә мал ҡараусы һәм башҡалар. Тик нишләп аҡсам етмәй икән, ҡайҙа ҡуям икән? "Мин эшләмәйем шул", тип ирем бер ваҡыт та әйткәне юҡ. Ә "Беҙ эшләмәйбеҙ", тип әйтергә мөмкин. Ул үҙен ныҡ ярата. Кәрәк икән, бар етешһеҙлектәрҙе минең өҫкә өйөргә мөмкин…
Ә мин, бәлки, шулай кәрәктер ул, тип күнәм, түҙәм…
Шул уҡ ваҡытта башҡаларға кәрәк булыуҙан туҡтаған юҡ. Хәҙер Ейәнсуралағы һылыуым "Апай, кәзә тарарға кил", тип, шылтыратһын, китәм, билләһи! Ашы ла бешеп өлгөрмәҫ! Атайым: "Ҡыҙым, мейес һыларға кил", - тиһә, йөҙ эшем ҡыйралып ятһын, йәйәү сығып китергә әҙер торам. "Апааай, берәй көн йоҡларға кил әле, ҡул эшеңде тотоп, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырбыҙ, берәй тәмлекәс бешерербеҙ", - тип, ауылдың ике осонда йәшәгән ике киленемдең саҡырыуы үҙе ни тора! "Беҙҙең "Тиҙ ярҙам" бит ул", тип яратып әйтеүҙәре ни тора! МЧС тип тә ҡуялар әле ишшеү. Ғүмер үтеп бара, үҙемде яратам, тип, күнегелгән ғәҙәттәрҙе аша атлай алмайым бит инде...
Кисәге бер матур осрашыуҙы яҙып китәйем. Исемен яҙмайым, йә үпкәләр. Үҙ эшен асҡан, ауыл халҡы, йәштәре тормошона, йәшәйешенә битараф булмаған бер егет кисә миңә кәңәшкә, йәғни бешеренеү тәжрибәм менән уртаҡлашырға килде. Үҙемә уңайһыҙ ҙа кеүек, ул тиклем оҫта кеше түгелмен бит инде! Яңы эш башлағанда бәләкәй генә кәңәштең дә ярҙам итәсәгенә лә ышанам. Белгәнемде кешегә аңлата алам икән, минең ярҙамға мохтаж икән, тимәк, һиңә ышаналар, ихтирам яулағанһың, тигәнде аңлата. Нисек кенә булмаһын, мин шуны беләм: үҙеңде үҙең яратып ултырыу ғына етмәй, һине башҡалар яратһын, һинең кәңәшең кешеләргә кәрәк булһын! Матур кейенеп, ҡулдарыма ҡиммәтле балдаҡ тағып, тундар кейеп, беләгемә бер һарыҡ хаҡына бәрәбәр сумочка аҫып, тыҡылдап магазин буйлап йөрөү, туғандарың, таныштарың өсөн ҡырыҫ, уҫал булыу минеңсә түгел! Сирек быуат шулай йәшәлде, ҡалған ғүмерҙә нисек үҙгәреп китәйем ти инде...
Уф, бына хәҙер әҙерәк өй эштәрен генә бөтөрәм дә, Төпсәнгә китәм!
МЧС саҡырттылар, бармай булмай...

Айгөл МИҢЛЕБАЕВА.
Күгәрсен районы.



АТАЙЫМ ТУРАҺЫНДА

"Киске Өфө" гәзитендә Миләүшә Ҡаһарманованың "Атай" тигән хикәйәһен уҡып тетрәндем. Ғөмүмән, атайҙар тураһында яҙылғандарҙы урап үтә алмайым. Йотлоғоп, яратып уҡыйым. Сөнки әсәй берәү генә булған кеүек, атай ҙа берәү генә була. Сөнки атайымдың миңә, бер бөртөк кенә ҡыҙына булған һөйөүе мине әле лә, атайһыҙ ҡалһам да, йылыта, һаҡлай, хәстәрләй.

Алтын ҡуллы, оло йөрәкле булды атайым. Инде тиҫтә йылдар үтһә лә уның тураһында бер насар һүҙ ишеткәнем юҡ. Моңло, хисле йөрәкле булған. Йыр яратҡан, хикәйәләр, шиғырҙар ижад итеп булашҡан. Йомшаҡ күңелле ине ҡәҙерле кешем. Ана шул йомшаҡлығы ла "йәшел йылан"дың дуҫы булып китеүенә сәбәпсе булғандыр инде, күрәһең. Тора-бара бөтөнләй хәмерҙең ҡолона әйләнде лә ҡуйҙы шул ул. Алтын ҡулдарының хеҙмәтен бер яртыға баһалаусылар ҙа уның был һаҙлыҡҡа батыуының бер сәбәпселәре булғандыр. Әммә һәр кемдең үҙ ҡулында яҙмышы. Бары ҡайһылыр бер мәлдә теҙгенен бушатҡандыр ҙа атайым, кире үҙ ҡулына ала алмағандыр инде...
Киттек әсәй менән атайҙан. Замана афәтенә ҡаршы бер үҙен ҡалдырып киттек. Көрәшергә, яңынан аяҡҡа баҫырға ла тырышты ул, ләкин яңғыҙлығы үҙәгенә үткәндә яраларын тап шул әсе һыу менән йыуғандыр инде, ҡотолоу сараһын төпһөҙ һаҙлыҡта эҙләгәнен аңламағандыр. Минең килеүемде байрамдай итеп ҡабул итер ине ул. Нимә алып биреп, нимә ҡуйырға белмәй ине. Бер һүҙ өндәшмәйенсә оҙаҡ текләп ултырыр ине күҙҙәремә. Шундай яратыу менән ҡараған ҡараштарҙы тик һөйгәнемдән генә тойҙом. Ҡайны менән кейәү ҙә бер-береһен ихлас оҡшатҡайнылар, ирем уны әҙ генә белеп-күреп ҡалыуына ҡарамаҫтан, ҡайным, тип, ихтирам менән иҫкә ала атай мәрхүмде. Бер йығылып, бер аяҡҡа баҫып ауа-түнә тигәндәй яңғыҙы ғүмер иткән атайымдың йөрәге бер көн килеп түҙмәгән. "Минең ейәнем булды, мин олатай, тип ҡыуанып, инде барып күрәм, балалар риза булһа, эргәләрендә торам да ҡалам, бер мөйөш табылыр әле йәшәрлек", тип йөрөгән һуңғы һүҙҙәре генә килеп етте шул. Минең балалыҡ, йәшлек менән, әсәйемдең ғорурлығы, яҡындарының моңһоҙлоғо менән упҡындан йолоп ҡала алманыҡ беҙ уны, тип уйлайым хәҙер. Хәйер, барыһы ла Аллаһ ҡулында шул…
Балаларымды ла атай абруйын, атай һүҙен тоторлоҡ, атайҙарын хөрмәт менән, тәрән ихтирам менән иҫкә алырлыҡ булһын тип тәрбиәләргә тырышам. Атай менән бала араһындағы мөнәсәбәт әсәйҙән торалыр тип уйлайым. Беҙҙең өс ул үҫтергән ғаиләбеҙҙә атайҙың роле айырыуса ҙур, мөһим. Аллаға шөкөр, уландарым атайлы-арҡалы булып үҫеп киләләр. Ир-егеттәрҙең бар эшен үҙе белгәнсә өйрәтеп, һеңдереп үҫтерә аталары. Ҡамасаулап йөрөмә әле, тигән һүҙ менән түгел, ярҙамлаш, булыш, өйрән тип тәрбиәләй ул. Ҡаты, уҫал, талапсан да булырға тырыша. Ә мин иһә, үҙ сиратымда балаларға "Атай" һүҙенең бәҫен, баһаһын һеңдерергә булышам. Беҙҙең ғаиләлә һуңғы, хәл иткес һүҙ - атай һүҙе. Сөнки, улдарым да, ир, атай һүҙенең, роленең, тормоштағы үҙ урындарының мөһимлеген, кәрәклеген аңлап, ысын ир, ысын атай булып үҫергә тейештәр тип һанайым.

Гүзәл МЫРҘАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.20 | Ҡаралған: 766

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru