БР Халыҡтары ассамблеяһы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Мәғариф һәм фән министрлығы берлектә "Халыҡ-ара туған тел көнө" айҡанлы Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант үткәрҙе.
Баш ҡала халҡы өсөн Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ нигеҙендә республикала уҡытыу алып барылған алты телдә: башҡорт, урыҫ, татар, мари, удмурт, сыуаш телдәрендә диктант яҙыу ойошторолдо. Барыһы ла Сабир Ҡадировтың 1981 йылда баҫылған "Урал бөркөтө" китабынан алынған генерал Миңлеғәли Шайморатов тураһындағы өҙөктө үҙ телендә яҙҙы. Акцияға республиканың барлыҡ төбәктәре, Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәр, Татарстан һәм Удмурт республикалары ла ҡушылды. "Башҡортостан халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктантты туған телдәргә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында ла, быйылғы иҫтәлекле даталарҙы халыҡ хәтеренә төшөрөргә ниәтләп тә үткәрәбеҙ, - ти был турала Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова. - Белеүегеҙсә, республикала "Башҡорт теле йылы" уҙа һәм ғинуар айындағы эшмәкәрлекте беҙ "Башҡорт теле - дәүләт теле" темаһына арнаныҡ, һәр муниципалитетта дәррәү генә бик күп саралар, акциялар ойошторолдо. Әле "Шайморатов вариҫтары" акцияһы дауам итә, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында алышҡан яҡташтарҙың тулы исемлеген төҙөү ниәтендә мәғлүмәттәр туплайбыҙ һәм тиҙҙән генералға һәйкәл ҡуйыу өсөн халыҡтан аҡса йыйыуҙы махсус сайт аша ойошторасаҡбыҙ".
БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, быйыл тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылыр һаны бик күп булған. Киләсәктә диктантты онлайн режимында тағы ла күберәк телдәрҙә яҙҙырыу масштабын киңәйтеү маҡсатҡа ярашлы булыр, тигән фекерҙә ул.
- Бөгөн Ер шарының миллиардлаған халҡы 6 меңдән ашыу телдә һәм диалектта һөйләшә. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөтәһенең дә хәле ҡәнәғәтләнерлек түгел, төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, бер быуаттан ошо телдәрҙең 3 меңе генә тороп ҡалыуы бар. Һуңғы үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса илдә 270 телдә һөйләшһәләр, шуларҙың 136-һына юғалыу ҡурҡынысы янай. Һуңғы һөйләшеүсе менән 49 тел үләсәк. Телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү шарттары бар: тәү сиратта ул телдә һөйләшергә, яҙырға кәрәк, төрлө баҫмалар нәшер ителергә тейеш. Дәүләт ярҙам итергә, ә иң мөһиме, кешенең үҙ туған телен белергә һәм шул телдә ижад итергә теләге булырға тейеш. Атай-әсәйҙәр белгәнен балаларына өйрәтеп ҡалдыра һәм шул рәүешле тел йәшәйәсәк. Бына ошо сылбырҙы замандаштар дауам итеүен теләп ойошторған сараларҙың береһе был диктант, - тине РФ Дәүләт Думаһы депутаты, БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
БДПУ-ның башҡорт теленән диктант яҙыусылар йыйылған аудиторияһына 200-ҙән ашыу кеше йыйылды. Яҙа башлар алдынан БДПУ ректоры Салауат Сәғитов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова туған тел тураһында шиғыр һөйләне, телмәр тотто. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәт Үтәшев уҡыған тексты йыйылыусыларҙың барыһы да иғтибар менән тыңлап, тырышып ҡағыҙға күсерҙе. Был да күңел тантанаһы булды аңлаған кешегә. Күптәр шулай ҡабул итте лә инде был сараны.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|