«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘН СЫҠҠАН ҮҪӘРГӘНДӘР БЕҘ!
+  - 


Боронғо Хорезм тарихын С.П. Толстовтан алдараҡ ғилми яҡтан өйрәнеүсе бәғзе бер сит ил тикшеренеүселәре Хорезм хоронимының (территория атамаһының) килеп сығышын ике һүҙ ҡушылмаһы рәүешендә аңлата: фарсыса Хvar (ҡояш) һәм һинд-европаса zem (ер) һүҙҙәренән "Ҡояш ере" тигәнде белдәргән ул, тип фараз ҡылына. Әммә С.П. Толстов был аңлатманы ҡабул итмәйенсә, башҡасараҡ яңғыраған этимологик ҡарашты нигеҙлерәк, тип иҫәпләй. Уныңса, был осраҡта Xurri+zem, йәғни Хурри ере, Хурри иле, тип фаразлау дөрөҫөрәк. Бында хуррит халҡы хаҡында һүҙ бара, уларҙың Митанни тип аталған ҙур дәүләте булған. Совет тарихсыһы Хорезмдың Джетыасар һәм Кердер ҡаласыҡтарына хас археологик мәҙәниәттәрҙең Алғы Азияла табылған ошондай уҡ объекттар менән оҡшашлығы сәбәптәрен ошо ике ареалда йәшәүсе ҡәүемдәр араһында ҡасандыр булған тығыҙ бәйләнештәр менән аңлата. Унан башҡа, Боронғо Хорезм халҡының билдәле бер өлөшө менән Митанни һәм Урарту батшалыҡтарында йәшәүселәр араһында генетик бәйләнеш булыуын хорезмлыларҙың ошо ерҙәргә сит яҡтарҙан килеүен бәйән иткән легендалар ҙа раҫлай. Мәҫәлән, X быуатта йәшәгән ғәрәп географы Шәмс ад-Дин әл Мөҡәддәси яҙмаларында былай тип әйтелә: "Боронғо замандарҙа Көнсығыш батшаһы үҙенә яҡын булған хеҙмәтселәренән 400 кешегә ныҡ асыуланған, тип һөйләйҙәр, һәм ул уларҙы йәшәгән торлаҡтарынан 100 фарсах алыҫлыҡта булған урынға ебәрергә бойорған, был урын хәҙер Кас ҡалаһы булған ерҙә".
Ошо "Көнсығыш батшаһы" кем булғандыр - Мидия йә иһә Арал диңгеҙе буйындағы ерҙәрҙе буйһондорған Ахеменид Ираны хакимымы, билдәһеҙ. Нисек кенә булмаһын, Хорезм тәү башлап батша Дарий I (б.э. тиклем 522 - 486 йй.) тарафынан яҙҙыртылған Бехистун яҙмаһында иҫкә алына. Шул уҡ ваҡытта "тарих атаһы" Геродот Ахеменидтар империяһының Кавказ аръяғындағы территорияһында матиен ҡәбиләһенә ҡараған кешеләр йәшәүен теркәп ҡалдыра. Былары хуррит сығышлы булып, Митанни исемендәге ҡеүәтле держава төҙөй алған (б.э. тиклем XVII - XII бб.)
С.П. Толстов Хорезм менән Митанни дәүләттәре араһындағы бәйләнештәрҙең ниндәй тарихи ерлектә барлыҡҡа килеүен, ошоға бәйле ниндәй ҡәүемдәрҙең ошо тарафтарҙа күсенеп йөрөүен аныҡ рәүештә билдәләп булмай, тип белдерә. Шулай ҙа Хорезмдың иң боронғо замандарынан бирле (шулай уҡ Урта Азия халыҡтары тарихынан) беҙҙең осорға тиклем һаҡланып ҡалған мөйтән (митан) этнонимын шул дәүерҙең бер ярсығы рәүешендә ҡабул итергә кәрәктер. Мөйтән исемле ырыуҙар ҡарағалпаҡтарҙа һәм Арал һәм Зеравшан үзбәктәрендә лә бар, шулай уҡ митан һүҙе ингән топонимдар ҙа байтаҡ унда. Урта быуат ғәрәп һәм фарсы сығанаҡтарында Үрге Хорезмда Хош-Митан, Ардахошмитан, Мада-Митан тип аталған ерҙәр булһа, Зеравшан йылғаһы үҙәнендә Митан, Актепе-Митан, Урмитан һәм башҡа шундай атамалар йыш осрай. X быуатта йәшәгән Урта Азия тарихсыһы Мөхәмәт Наршахи Рамитан тип аталған ҡаласыҡтың Бохаранан да боронғораҡ булыуы хаҡында яҙа. 1740 йылда ҡарағалпаҡтар йәшәгән ерҙәргә Ырымбур драгун полкы поручигы Д.Гладышев етәкселегендә килгән рус миссияһы уларҙың түбәндә һанап үтелгән ырыуҙарын яҙып алған: китайский (ҡатай), кунрацкий (ҡоңғрат), кинягаз-мангоцкий (кенегес-манғыт), кипчацкий (ҡыпсаҡ),усюнский (уйсын/уйшин), джабинский (джабы), киятский (кият), митонский (митан/мөйтән).
Икенсе бер тикшеренеүсе В.А. Шишкин Бохара һәм Урта Азияла киң таралған "митан" топонимын фарсы сығышлы, тип иҫәпләп, уның йәшәгән урын, йорт, фамилия мәғәнәләрендәге фарсы һүҙе мейханға тура килеүен фаразлай. Әммә Л.С. Толстова боронғо матиен һүҙенә тура килгән Мутиян (Хорезмда, Хазараспҡа яҡын ерҙәге ауыл исеме) һәм Мотиян (үзбәктәрҙә митан/мөйтән этнонимының бер варианты) атамаларын да үҙ фекеренә дәлил итеп килтерә. VII быуаттағы "Әрмән Географияһында" чечендар ҙа "нахча-матьян", тип атала, ә чечендарҙың үҙ атамалары - "нохчо". Күрәһең, чечендар составына ла ҡасандыр боронғо матиен/мутиян сығышлы ҡәүемдәр ингән булғандыр. Тарихсы Л.С. Толстов үҙе ошо боронғо этнонимдың фонетик яҡтан үҙгәрешен ошолай итеп күрһәтә: митанни - матиен - митан/мюйтян/мотиян/мутиян.
В.В. Вәлиханов Бохара әмирлегендәге үзбәктәр араһында митан ҡәбиләһе, ә Көмөш тип аталған урында мөйтән ырыуы булыуын теркәп ҡалдырған. Әммә XVI быуатта Көнбайыш Себерҙән күсеп китеп, Мөхәммәт Шейбани хан етәкселегендә Урта Азияны яулап алған үзбәктәр составында митан/мөйтән ҡәбиләһе иҫкә алынмай. Тимәк, Дәште Ҡыпсаҡтың күсмә үзбәктәре составында мөйтәндәр баштан уҡ булмаған, күрәһең, улар үзбәктәргә XVI быуаттан һуңыраҡ ҡушылып киткән. Ә митан/ мөйтәндәр Урта Азияла был тарафтарға төрки ҡәүемдәре килгәнгәсә үк йәшәгән.
Тикшеренеүсе Т.А. Жданко мөйтәндәрҙең боронғо бер риүәйәтен яҙып алған: "Мөйтәндәрҙең генеалогик ғөрөф-ғәҙәттәрендә фантастика күп урын биләй. Уларҙың легендаларында ошо ҡәбилә башлығының ер сигенә - ике бәрей ҡыҙы батшалығына сәйәхәт ҡылыуы хаҡында бәйән ителә. Бәрей ҡыҙҙарҙың береһе мөслимә, икенсеһе кафыр була. Мөйтән кафыр бәрейгә ҡаршы көрәшкән мөслимә бәрейгә ярҙам итә, гүзәл бәрей ҡыҙы дошманын еңгәс, Мөйтәнде ошо хеҙмәте өсөн үҙ биләмәләрендә йәшәргә ҡалдыра. Мөйтән мәктәптә балалар уҡыта, ә тыуған иленә ҡайтып китергә теләгәс, бәрей ҡыҙы ултырып кире ҡайтыр өсөн уға болот бирә лә, күктән ергә ҡарарға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртә. Әммә Мөйтән уның һүҙен тотмай, түбәнгә ҡарай ҙа, ергә йығылып төшә. Ул үтеп сыҡҡыһыҙ урманда йәшәргә мәжбүр булып, ҡырағай кешегә әүерелә, бөтөн тәнен йөн ҡаплай. Мөйтәндең исеме лә шунан килеп сыҡҡан икән, тип һөйләйҙәр - фарсы телендә "мөй" һүҙе йөндө аңлатҡас, ул "йөнлө тән" тигәнде белдерә икән". Ә бына үҫәргәндәрҙә бының тап киреһе килеп сыға икән. Уларса, "мөй" һүҙе "шыма" мәғәнәһен белдергәс, Мөйтән - "шыма тәнле" булып сыға. Үҫәргәндәрҙең шиғри шәжәрәһендә иһә "мейтан" варианты теркәлгән. Башҡорттарҙың урта быуаттарға ҡараған "Ҡысса-и Сыңғыҙ хан" әҫәрендә Мөйтән бейҙең исеме башланғыс вариантында - Мутиан бей, тип бирелә. Нисек кенә булмаһын, боронғо митан/мутиян атамаһы башҡорттарҙа мөйтән формаһында ҡулланыла башлай.
Үҫәргән ырыуының килеп сығышында, мөйтәндәрҙән башҡа урта быуат ҡаңлыларының, хатта ҡытай сығанаҡтарында иҫкә алынған кангюйҙарҙың да тарихи эҙҙәре булыуы ысынбарлыҡҡа тап килә. XIX быуатта тыуған яҡты өйрәнеүсе булып танылған Юлбарыҫ Бикбов үҫәргәндәрҙең боронғо риүәйәттәрен яҙып алған. "Мөйтән бейҙең атаһы Тоҡсаба бей булған; телдән телгә тапшырылған боронғо мәғлүмәт уның ҡаңлы ырыуынан булыуын һөйләй. Ҡаңлылар төрки ҡәүеменең айырым тармағынан булдылар һәм Уғыҙ хан тарихында арба уйлап табыусылар булараҡ танылдылар", - тип яҙып ҡалдырған ошо уҡымышлы зат. Күрәһең, ошондайыраҡ мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, билдәле тюрколог Ә.-З. Вәлиди Туған да шундай һығымтаға килә: "... бөгөн башҡорттарҙың иң күп һанлылары булып ҡыпсаҡтар һәм сығыштары буйынса ҡаңлыларҙан булған үҫәргәндәр иҫәпләнә".

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 10-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.20 | Ҡаралған: 543

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru