«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАКОН ҺӘМ КЕШЕЛЕКЛЕК ХАҠЫНДА ФӘЛСӘФӘ
+  - 


Гәзитебеҙҙең 3-сө һанында отставкалағы прокурор Зәкирйән Әминевтың "Айыумы? Ул Госстрах инструкцияһын белмәгән бит" тип аталған шаян мәҡәләһен (булған хәл) оло кинәнес менән, көлә-көлә уҡып сыҡтым. Әҙәм балаһы прокурор менән башлыса теге йәки был законды "аша атлап" сыҡҡан осраҡта танышып ала бит инде. Шуға күрә, Зәкирйән ҡорҙаш әйтмешләй, закон вәкилен "бигүк яратып та бармайҙар". Ә әлеге айыу менән бәйле ваҡиғала бер кешегә ярҙам итеп ебәреүе был прокурорҙың киң күңелле булыуына, ғөмүмән, уның кешелеклегенә ишара тип һанайым.

Был авторҙың үҙе менән бер мәртәбә генә осрашҡаным булды. Юҡ, прокурор кабинетында түгел, Алла һаҡлаһын! "Киске Өфө" гәзите редакцияһында. Икебеҙ ҙә, төп һөнәребеҙ бөтөнләйгә башҡа булыуына ҡарамаҫтан, отставкаға сығып, яҙыусылыҡ менән булыша башлаған кешеләр булғанғамылыр, һүҙҙәребеҙ беректе. Уның йыш ҡына баҫылып сығып торған яҙмаларын мин дә яратып уҡыйым. Дөрөҫөн әйткәндә, Зәкирйән ҡорҙаштың үҙенең ҡасандыр етди, принципиаль закон вәкиле булғанын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Сөнки мин уны бөгөн ифрат алсаҡ, юморға бай, итәғәтле, ғөмүмән, ябай кеше тип кенә беләм. Әлеге айыуҙан зыян күргән кешегә ярҙам итеүе лә уның һөнәренә генә түгел, ә тап бына ошо изгелекле сифатына ла бәйлелер, тип һанайым. Ә ҡағыҙға яҙылғандар менән генә эш иткән, ғәҙәттә, кеше хәленә бик үк инә һалып бармаған закон кешеһе әлеге осраҡта бер ни ҙә эшләй алмаған булыр ине шәйт. "Ничем не могу вам помочь", тип кенә әйтеүе лә ихтимал. Илебеҙҙәге закондар, әлбиттә, барыһы ла кеше хоҡуғы яҡлы. Әммә уларҙы дөрөҫ итеп ҡулланырға ла кәрәк бит әле. Әҙәм балаһын дауалау маҡсатында етештерелгән дарыуҙарҙы тейешенсә ҡулланмаған хәлдә, кешегә зыян килтереү мөмкинлеге лә бар. Тап ана шуның һымаҡ, закондарҙың үтәлеүен дә тормошҡа ашыра белеү кәрәк. Закон һағында торғандар, әлбиттә, иң тәү сиратта тап бына ошоноң өсөн көрәшә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кемдер әйтмешләй, тормош - тормош инде ул. Унда ниндәй генә ваҡиғалар булмай. Әлегесә, айыу түгел, хатта закон сығарыусыларҙың да был ҡатмарлы тормошта бәғзе хәлдәрҙең булыу-булмау ихтималлығын күҙаллай алмауы мөмкин…
Әлхәмдүлиллаһ, закон вәкилдәре менән уларҙың кабинеттарында осрашҡаным юҡ. Әммә, хәрби табип булараҡ, бәғзе ваҡыт уларҙың теге йәки был һорауына яуап биргеләргә тура килә ине. Һүҙбашым булған "кешелеклек"кә ҡағылған бер осраҡты бәйән итмәк булдым әле шунда ла. Был хаҡта элегерәк яҙған мәҡәләләремдең береһендә иҫкә ала биреп тә үткәйнем. Бөгөнгә тиклем хәтерҙә һаҡланған был ваҡиға тураһында тулыраҡ һөйләйем әле. Хәрби госпиталдә подполковник дәрәжәһендә, отоларингология бүлеге мөдире вазифаһын үтәп йөрөгән мәл. Бүлмәмә бер йәш хәрби прокурор килеп инде. Майор званиеһында. Матур итеп, йылмайып һаулыҡ һорашҡандан һуң, һаулығына зарланып, ифрат та әҙәпле итеп үҙенең проблемаһын һөйләп алды. Әммә сире отоларингологияға бөтөнләйгә ҡағылышлы булмаған, медицинаның башҡа өлкәһенән ине. Тейешле табипҡа (дөрөҫөрәге - дермато-венерологка) барып, был ауырыуҙан рәсми дауаланған осраҡта башҡалар, айырыуса ҡатыны белеп ҡалыуҙан шикләнеүе хаҡында ла йәшермәй һөйләне был иптәш. Бына шундай хәлдә табип ни эшләргә тейеш? "Ничем не могу помочь", тип әйтеп сығарғанда ла бер ни ҙә булмаҫ ине, әммә… Кеше хәленә инеү кәрәк, тип таптым. Халыҡ әйтмешләй, "тәртәнән бер аҙ ситкә сығып" булһа ла… Ҡыҫҡаһы, ниндәйҙер бер диагноз (гайморитмы, отитмы, хәтерләмәйем) менән үҙемдең бүлеккә һалып, бөтөнләй башҡа ҡалала аноним консультация биргән дермато-венерологтың тәғәйенләүе буйынса һәр төрлө уколдар яһап, был кешене дауалай башланым. Ысынлап та, мин уны кешеләрсә йәлләнем. Госпиталгә ятҡандың иртәгәһенә ул әҙәпле генә ишек шаҡып, бүлмәмә килеп инде. Һаулыҡ һорашҡас, шундай уҡ итәғәтле тон менән миңә ошондайыраҡ һорау бирҙе: "Доктор, ә һеҙ "врачебная тайна" тигән нәмәгә нисек ҡарайһығыҙ?" "Ыңғай", тинем мин, тик башта уның тел төбөн аңлап етмәнем. "Әгәр минең ысынбарлыҡтағы сирем хаҡында башҡа берәүгә әйтә ҡалһағыҙ, уның өсөн законда тейешенсә статья барлығы хаҡында беләһегеҙме?" - тине пациентым, шулай уҡ әҙәпле генә итеп. "Беләм", - тинем мин дә мөмкин тиклеп тыныс булырға тырышып, әммә күңелдә ошо кешегә ҡарата ихтирам тойғоһо әкренләп (юҡ, тиҙләп!) һүрелә барғанын да һиҙҙем. Минең урында башҡа берәй уҫалыраҡ доктор булһа, әлбиттә, уға икенсерәк итеп яуап бирер ине, тип уйлайым…
Эш бының менән генә бөтмәне. Бүлектә унан тыш, әлбиттә, бүтән хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә ята ине. Башлыса - һалдаттар. Уларҙың бәғзеләренә операциялар яһағайным. Әлеге әйткәндәй, гайморит, отиттарҙан дауаланып ятҡандар ҙа бар. Был пациентым да тейешенсә процедуралар алыуын дауам итә. Бер көн ул минең бүлмәмә тағы килеп инде. Ғәҙәтенсә, "вежливо" итеп кенә иҫәнләшкәс, бүлектә дауаланып ятыусы һалдаттарҙың барыһының да танауына рентген тикшереүе яһарға кәңәш итте!.. Нисәмә йыл хеҙмәт итеп, бындай хәл менән бер ҡасан да осрашырға тура килмәгәнгәме, башта албырғап ҡалдым. "Нисек инде?" - тием аптырап. "Эйе, эйе, тап шуны эшләргә!" - ти пациентым. Был юлы мин инде асыуымды йәшерә алманым: "Кемгә рентген-тикшереү кәрәклеген мин үҙем хәл итәм. Кемгә тейеш - уларҙың барыһына ла яһалған да инде!" "Ә мин, закон вәкиле булараҡ, быны талап итәм! Һеҙҙең бүлегегеҙҙә уставтан тыш мөнәсәбәттәр арҡаһында танауҙары һынып, башҡа диагноз менән дауаланып ятыусылар булыуы ихтимал…" - тимәһенме пациентым. Хәрби госпиталдә, шәхсән, мин етәкләгән бүлектә прокурор тикшереүе яһарға ҡарар иткән был эшлекле кеше менән артабан дауайлашып тороуҙы мәғәнәһеҙ тип таптым һәм ризалашырға мәжбүр булдым. Бүлектәге бөтә һалдаттарҙы рентген аша үткәрҙек. Рентгенолог барыһының да ауырыу тарихына "Костной патологии не выявлено" тигән ҡарарын яҙып ҡуйҙы. Дауалау курсы бөткәс, пациентым госпиталдән сығып ҡайтып китте. Рентген-снимоктарҙы ла үҙе менән алды. Күпмелер ваҡыттан округ хәрби госпиталенә "Суд медицинаһы" һөнәре буйынса уҡыуға барған бер хирург ҡулына рентген ҡағыҙҙары тотҡан әлеге пациентыбыҙҙы шунда күреп ҡалғаны тураһында һөйләне. Беҙҙең рентгенологка ышанмай, уларҙы шунда ҡабаттан тикшертеп йөрөгән булған икән…
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән ниндәй генә илдә йәшәһәң дә, көнкүрештә уның хөкүмәте сығарған ҡарарҙарға буйһоноп йәшәү зарурлығы хаҡында бер хәҙис бар. Шәриғәт ҡанунына ярашлы, илдәге закондарҙы тәнҡитләү ҙә ярамай… Шулай ҙа, уларҙың нисек үтәлеүе хаҡында әленән-әле һөйләшкеләп алыу мотлаҡтыр, тип уйлайым. Ә иң мөһиме - ҡайһы ғына өлкәлә, ниндәй генә вазифа башҡарыуыңа ҡарамаҫтан, башта килтергән мәҡәлә авторы һымаҡ, кешеләргә ҡарата кешелекле булып ҡалыу кәрәк.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.20 | Ҡаралған: 620

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru