«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИН КӨРӘШТЕҢ ҠАЙҺЫ ЯҒЫНДА?
+  - 

Бәлә яңғыҙы йөрөмәй, тиһәләр ҙә һуңғы осорҙа улар күбәйеберәк тә китте түгелме? Эйе, мәкерле вирус фонында уның башҡа эйәрсендәре үлемесле һәләкәт менән янамай янауын, әммә бөтә көс яман сирҙе еңеүгә йүнәлтелергә тейеш мәлдә зиһенде тарҡата, көсөргәнеш өҫтәй - ҡыҫҡаһы, дошман тирмәненә һыу ҡоя.

Валюта тотороҡһоҙлоғо, шуның эҙемтәһе булараҡ башланған иҡтисад көрсөгө менән COVID-19 афәте араһындағы бәйләнеште берәү ҙә инҡар итмәҫтер. Тап ана шул сир шауҡымы нигеҙендә аҙыҡ-түлек баҙарында килеп тыуған ғауға һәм ығы-зығынан оҫта файҙаланмаҡсы бәғзе берәүҙәр. Аҙыҡ-түлек етештереүселәр менән улар продуцияһын ваҡлап һатыусылар сылбырын берләштереп тороусы аралашсылар, йәғни тәьминәтселәр яҡын араларҙа ризыҡҡа кәмендә 5-20 процентҡа хаҡтар арттырыласағы хаҡында белдерҙе. Белгестәр билдәләүенсә, үткән аҙнала ваҡлап һатыу әйләнешендә инфляция 0,3 процент тәшкил итеп, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәренә былай ҙа бер аҙ хаҡ артыу күҙәтелгәйне. Мәҫәлән, шәкәр - 7 процент, ҡарабойҙай - 2,8, он - 1,2, һуған - 3,5, кишер 2,5 процентҡа ҡиммәтләнде. Хаҡтарҙы күҙаллау һатып алыусыларҙың запас аҙыҡ-түлек туплау маҡсатында теге йәки был тауар төрөнә ғауғалы ихтыяжы нигеҙендә формалаша. Хаҡтар артыуҙың киләһе тулҡыны иһә һумдың осһоҙланыуы менән бәйле буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, ҡулланыусыға билбауҙы ҡыҫыбыраҡ бәйләргә тура килмәгәйе, тип иҫкәртә эксперттар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ваҡлап һатыу әйләнеше иң ҙур һорау менән файҙаланылған өлкә булып ҡала килә.
Әйткәндәй, бынан алдараҡ, март айында, РФ Дәүләт Думаһы тарафынан эпидемия ваҡытында кеше ғүмере өсөн мөһим 700 төр дарыу исемлегенә, медицина тауарҙарына һәм башҡа төр медикаменттарға хаҡ арттырыуҙы тыйыусы закон ҡабул ителгәйне. Был юлы иһә Думаның "Берҙәм Рәсәй " фракцияһы депутаттары оперативлығы ғәжәп итте. Үткән аҙнала фракция вәкилдәре Рәсәй Хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин менән осрашты һәм аҙыҡ-түлеккә, дарыуҙарға хаҡтарҙы арттырыуға юл ҡуймау хаҡында һөйләште. Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин был мәсьәләне хөкүмәт контроленә алыуҙы һәм сара күреүҙе һораны. "Ҡайһы бер йәшелсә-емешкә хаҡтар тиҫтәләгән тапҡырға ҡиммәтләнде, - тине ул. - Тимәк, беҙҙең сауҙа селтәрҙәре кешеләрҙең матди ярҙам йә эш хаҡы булараҡ алған барлы-юҡлы аҡсаларын тартып ала тигән һүҙ..." Рәсәйҙәрҙең 39 проценты үҙҙәренең көндәлек сығымы артыуын тап ана шул хаҡтар күтәрелеүендә күрә лә инде. Премьер-министр депутаттарҙың хаҡ арттырыуҙы тыйыу тураһында тәҡдимен хупланы. Президент алғы һыҙыҡта табиптар көрәшә, тип әйтте, ә бына беҙҙең тылда бөгөн ниҙәр ҡылына, тип өҫтәне Володин бөгөнгө хәлде кеҫә ҡалынайтыу маҡсатында файҙаланырға маташыусыларға. Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр тарафынан коронавирустан әмәл тип иҫәпләнгән лимон, һарымһаҡ һәм имбирҙән башланып киткән ажиотаж арҡаһында бер төн эсендә хаҡтар артыуы әкренләп кенә йоғошло вирус төҫлө башҡа төр аҙыҡ-түлеккә лә күсә башланы: ҡайһы бер магазиндарҙа, мәҫәлән, йомортҡаның тиҫтәһен 67 һумға, кукуруз, йәшел борсаҡтың 200 грамлыҡ иң бәләкәй банкаһын 63 һум 90 тингә, ҡуйыртылған һөттөң ҡалай банкаһын (370 г) 89 һум 90 тингә, сөгөлдөрҙөң килоһын 53 һум 90 тингә, һуғанды - 37 һум 70 тингә, тәмләткес ҡәнәфер бөрөһөнөң 10 грамын 81 һум 90 тингә һатып алырға була. Был исемлеккә әле хаҡы артҡан башҡа бик күп аҙыҡ-түлек төрҙәре инмәне, бары тик осраҡлы, һайлап алынған тауарҙар ғына килтерелде.
Дәүләт Думаһы һәм Хөкүмәт тарафынан пандемия осоронда иң беренсе ихтыяж менән файҙаланылған аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы арттырмаҫҡа тырышыу ниәте ни тиклем генә мәрхәмәтле ғәмәл булмаһын, был миҙалдың бер яғы ғына әле. Уның икенсе яғында - яҡын арала хаҡтарҙы арттырырға ниәтләнеүсе аралашсылар - сауҙа селтәрҙәре тәьминәтселәре. Ваҡлап һатыу компаниялары ассоциацияһы (АКОРТ), властарҙың был ниәткә тыйыу һалыуы магазин кәштәләренән теге йәки был төр тауарҙарҙың юҡҡа сығыуына, йәғни наҡыҫлыҡ килеп тыуыуға сәбәпсе булыуы ихтимал, тип иҫкәртә. Шуныһы ғәжәп: был юҫыҡта етештереүселәрҙең дә, сауҙа ойошмаларының да аппетиттары ҡабарғаны тойолмай, улар әлегә өнһөҙ-тынһыҙ үҙ бурыстарын атҡарыу өҫтөндә: тәүгеһе көн-төн ризыҡ етештерә, икенсеһе - һата. Улай ғына ла түгел, сауҙа селтәрҙәренең ҡайһылары, мәҫәлән, "Магнит" кеүек йорт янында урынлашҡан һәм үҙҙәрен ғаилә магазины тип иғлан иткән ойошмалар күп кенә тауар төрҙәренә, атап әйткәндә, дөгө, быҡтырылған ит консервалары, "Геркулес" ярмаһы, макарон, шәкәр, кер һабыны кеүек тәү кәрәк тауарҙарға хаҡты арттырмаҫҡа, уны тәьминәтсенән һатып алынған хаҡтан күтәрмәҫкә тигән белдереү менән сығыш яһаны. Афарин, бөгөн шулай булырға тейештер ҙә. Спикер В. Володин һүҙҙәрен үҙгәртеберәк әйткәндә, бөтәһе лә намыҫын юғалтмаған әле. Был коронавирус, әйтерһең дә, лакмус ҡағыҙылай кемдең кем икәнлеген донъяға таныта башланы түгелме? Донъя, ил өсөн икеләтә, өсләтә ябырылған оло һынау мәлендә, эйе, хаҡтарҙың да баш бирмәй китеүе бик ихтимал, ләкин йәшәү менән үлем араһында барған көрәштә ауыр һынауҙы бер төптән тартыу ғына уңышҡа килтерер. Үкенескә, бар әле һаман арабыҙҙа мәкерле сирҙең башҡа илдәрҙә ҡылғанын баһалап еткермәүселәр, битарафтар, нәфсе ҡолдары, ҡомһоҙҙар. Был көрәштең ҡайһы яғында һуң улар?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.20 | Ҡаралған: 510

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru