Үҫкән ваҡытта, йәш саҡта йыш ҡына фекерҙәрем әсәйемдеке менән тура килмәне. Уның уй-теләктәрен артыҡ уртаҡлашманым, үҙемсә уйланым һәм хәл иттем, хатта һүҙен дә баһалап етмәгәнмендер әле. Миңә шулай һымаҡ тойолдо. Үҙ фекерем, еңмеш кенә холҡом шундай уйға юлыҡтырғандыр инде.
Ә бөгөн иһә уйым үҙгәргән. Ҡапыл ғына, бер бөгөн генә килеп түгел, ә йәшәй-йәшәй, тормошто өйрәнә-өйрәнә мин шундай хәҡиҡәткә килдем: әсәләрҙең көсө шундай ҙур һәм ҡөҙрәтле икән. Балаһы алдындағы көсө. Әсә балаһының донъяға ҡарашын, кешеләргә мөнәсәбәтен һәм тағы ла бик күп төшөнсәләрҙе бар итә һәм формалаштыра. Балаға ябай тел менән аңлатып ҡына ла бөтә алмаҫлыҡ күп нәмә, күп аң әсә тарафынан һалына икән. Ҡасандыр мин әсәйемдең һүҙен артыҡ һанға һуҡмаған һымаҡ булһам, әле уның шул саҡтағы ҡарашы аша ҡарайым, уның үлсәме менән баһалайым һәм хатта ҡайһы бер кешеләрҙе лә уның ҡасандыр әйткән һүҙҙәре буйынса ҡабул итәм йәки итмәйем.
Миҫалдар килтерәм. Әсәйем үҙенең санитаркаларын яратты. Беренсеһе мин бала саҡта булған Нәғимә инәй, икенсеһе үҫеп сығып киткән саҡтағы, үҙе пенсияғаса бергә эшләгән Мәрйәм апай булды. Тәүгеһе әсәйемдән күпкә оло, икенсеһе күпкә йәш ине. Ҡатындарҙың икеһен дә яҡындан белмәйем, улар беҙгә килеп йөрөгән йәки аралашҡан кешеләр булманы, бары ауылдаштар ғына. Әммә әсәйемдең шулар хаҡындағы яҡшы һүҙен ишетеп үҫкәс, нисектер, күңелемдә хөрмәт тойғоһо тамыр йәйеп өлгөргән. Әле килеп улар хаҡында кем генә, нимә генә тиһә лә, мин тыңламаҫ һәм ҡабул итмәҫ инем. Сөнки миңә бала саҡтан әсәйем ул апайҙар хаҡында яҡшы фекер һеңдергән. Шулай уҡ бер килен хаҡында ике ауыҙ һүҙ менән генә "Эй аҡыллы ҡыҙыҡай икән" тип әйткәйне, шул киленде әллә нисә йылдар үткәс тәүгә күрҙем. Ҡоҙоҡ буйында осраҡлы ғына тап булыштыҡ та, ул "Һеҙҙең әсәйегеҙгә ингеләп йөрөй торғайным", тип һүҙ ҡатты. Ә мин уны әсәйемдең шул бер баһаһынан ғына ла яҡын күреп өлгөргәйнем. "Әсәйем маҡтаған киленһең икән", тинем. Ҡояш булып балҡып китте.
Шундай уҡ миҫалдан сығып, әсәйемдең "Ул мине яратмай" йәки "Эй тар күңелле кеше лә инде" тип әйтеүе лә йөрәгемдә ул әҙәмдәргә ҡарата кире тойғолар уятҡан. Унан һуң, әсәйем насар тип иҫәпләгән ғәҙәттәрҙе, эштәрҙе, хәбәрҙәрҙе лә эске донъям ҡабул итмәй. Әсәйем эсмәне һәм эскеселәрҙе лә, эскелекте лә яратманы. Яратманы ғына түгел, ене кеүек күрҙе. Шуға, бөгөн әлеге "йәшел йылан" ҡолдары менән осрашырға тура килгәндә намыҫымды бесәй тырнай. "Былай дөрөҫ түгел, дөрөҫ түгел. Әсәкәйем, ғәфү ит", тип өҙгөләйем үҙемде эстән. Тағы ла ул ҡатын-ҡыҙҙың ире алдындағы тоғролоғон юғары баһаланы, абортҡа ҡаршы булды, яҙмыш ауырлыҡтары алдында бәлйерәп төшкәндәрҙе яратманы (теҙһәң, күп улар). Ғүмер буйы эсеп-боларып йәшәгән атайыма ҡарата ла нәфрәт уятманы. Хатта ул нәфрәт уянырға тип баш ҡалҡытҡанда ла "ул булмаһа, һин булмаҫ инең", тип бармаҡ янап йә атайҙың яҡшы сифаттарын һанап күрһәтеп, хистәрҙе яҙып ебәрҙе. Атайҙы беҙ, уның балалары, әсәй һүҙе буйынса ғына ҡабул иттек. Күҙ алдыбыҙҙа нисек кенә булмаһын, әсәйебеҙ уны хөрмәт иттерҙе, атай итеп буйһондорҙо һәм... яраттырҙы. Бөгөн мин, үҙем дә аңғармаҫтан, әсәйем уҡыған китаптарҙы, киноларҙы ҡат-ҡат уҡыйым, ҡарайым. Малышеваның "Здоровье" тапшыуына (хәҙер ул "Жить здорово" тип атала) барып юлыҡһам да һүндереп ҡуя алмайым, сөнки был әсәйемдең яратҡан тапшырыуы ине... Былар ҙа миңә һеңгән. Асылда, минең рухи булмышымды әсәйем формалаштырған да ҡуйған икән. Бына шундай асыш яһаным.
Төрөктөң "Великолепный век" тигән сериалын яратып ҡараным. Шунда Сөләймән Солтандың ике ҡатынында тәрбиәләнгән балаларҙың тормошта эшләгән хаталары һәм уңыштарын күҙәттем. Беренсе ҡатыны Махидевран иренә үс итеп, көндәшенә дошманлашып, бөтөн шул асыуын балаһына һеңдерҙе лә ҡуйҙы. Ул тик ҡара уйҙар менән генә йәшәне, улына был ситуацияла еңеп сығыу, нисек тә тере ҡалыу юлдарын, алымдарын өйрәтер, уның киләсәген ҡайғыртыр урынға бары бер көнлөк көрәштәр менән йәшәне. Ә икенсе ҡатын Хөррөм хатта иренең беренсе ҡатынын да "хөрмәт итегеҙ" тип киҫәтте балаларына. Бәлки, быларҙы ул ысын күңелдән дә эшләмәгәндер, әммә балаларын ғаилә араһындағы ығы-зығыға, талаш-тартышҡа тыҡманы. Шулай итеп, ике ҡатын бер ата балаларын һәр икеһе үҙҙәренсә формалаштырып үҫтерҙе. Һәм, әлбиттә, икенсе ҡатындың балаһы солтанлыҡты алып ҡалды ла. Әсәһенең дөрөҫ йүнәлеш бирә белеүенән генә еңде ул.
Шәжәрә атай тармағынан ғына ҡаралһа ла, бала тулыһынса әсә тәрбиәһендә, әсә йоғонтоһонда үҫә һәм уның булмышын үҙенә һеңдерә. Бында аптырарлыҡ та түгелдер, әсә ҡарынында яралып, туғыҙ ай ятып, бөтөн камиллығы шунда етлегеп сыҡҡан бит һуң. Хатта бер яғы менән дә әсәһенә оҡшамаған балалар уның ғәҙәттәрен тота. Ул ниндәй аштар ашатҡан, шуларҙы тәмле күрә, ул нисек мөғәмәлә иткән - дөрөҫ һымаҡ, ул матур күргәндәр оҡшай, ул яманлағандар - дошман, ул маҡтағандар - дуҫ. Көслө характерлы, үҙаллы балалар ҙа әсә йоғонтоһонан азат була алмай. Сөнки ул - әсәй. Ул һиңә ҡарынында уҡ үҙ булмышын һеңдергән, һин уның бер өлөшө, унан бүленгәнһең. Төрки халыҡтарҙа "Атаң атлы булмаһа ла, инәң затлы булһын" тигән мәҡәл йәшәй. Бында һүҙ мал йәки матди мөмкинлектәр хаҡында түгел, ә әсәнең балаһына һалғанының сифаты тураһында. Шунлыҡтан, мин уны улай итеп тәрбиәләмәгәйнем, ни өсөн балам улай булды икән, тип аптыранған әсәләргә иң беренсе үҙен һәм үҙенең йәшәү рәүешен, тормошҡа ҡарашын, кешеләргә мөнәсәбәтен, ғаиләлә ҡорған сәйәсәтен, балаларына талаптарын анализларға кәңәш итер инем. Һәм ни тиклем иртәрәк - шулай яҡшыраҡ. Ошоларҙы аңлағандан һәм ҡабул иткәндән һуң, уйла инде: балаңдың күңеленә ниндәй донъя һалаһың? Һин - әсә, һинең шундай ҡөҙрәтең һәм мөмкинлектәрең ҙур. Һин - бөйөк. Һәм балаңды кеше итеп һин әүәләйһең. Ә һин нисек уйлайһың һуң, уҡыусым?
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА