Беҙҙең йәмғиәттә, мәҙәниәттә яратыу хисе һәм, ғөмүмән, мөхәббәт тигән төшөнсә юғары ҡуйылған. Яратыу - иң беренсе урында, тибеҙ. Унда барлыҡ тойғоларҙың да иң юғары нөктәһен күрәбеҙ. Беҙҙең кинолар ҙа, китаптар ҙа мөхәббәтте ауырлыҡтарҙы, ҡара көстө еңеүсе бер изгелек итеп һүрәтләне һәм һүрәтләй. "Мөхәббәт булһын, башҡаһы үҙенән-үҙе хәл ителә ул" тип теләк теләргә яраталар туйҙарҙа ла. Шулай, яратыуҙы идеаллаштырғанбыҙ, артыҡ баһалағанбыҙ.
Ә, асылда, ысынлап та изгеме ул яратыу тигән нәмә? Яҡшылыҡ алып киләме ул кешегә? Әллә әҙәмдең ғүмерен ағыулап тороусы ауырыу ғынамы был хистәр? Яратыуҙы алға ҡуйып, хөрмәт, сабырлыҡ, яуаплылыҡ кеүек унан күпкә тәрәнерәк булған сифаттарҙы үҙебеҙ ҙә аңғармаҫтан ситкә этәрәбеҙ түгелме? Ысынында, бөтөнөһөн дә яратыу хәл итә алһа, нимәгә кеше үҙен әллә ниндәй ҡатмарлыҡтар менән йонсота һуң? Ни өсөн барыһын ла яратыу хәл итеп кенә ҡуймай? Уйландырамы? Әгәр шулай булһа, әйҙәгеҙ әле, яратыу хаҡындағы өс хәҡиҡәтте асыҡлап китәйек.
Беренсенән, мөхәббәт һәр ваҡыт ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Һеҙ кемгәлер ғашиҡ булғандан ғына уның һеҙҙең ғүмерлек юлдашығыҙ була алыры факт түгел. Мөхәббәт ул - эмоциональ процесс, ә үҙ-ара мөнәсәбәт ҡора белеү - логик процесс. Һәм уларҙың бер-береһенә ярашып китеүенә бер ниндәй ҙә гарантия юҡ. Яратыу тойғоһо күп осраҡта ҡапыл һәм көтөлмәгәндә килә, шунлыҡтан уны аҡыл менән бер нисек тә үлсәп өлгөрөп булмай. Хатта яҡшылап белмәгән кешене лә яратып ҡуялар тормошта. Бигерәк тә йәш саҡта ҡайҙалыр кемделер осраҡлы күрҙең - яраттың. Был кеше һеҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булмаҫҡа ла мөмкин, иғтибар итмәүе, хистәрегеҙгә яуап бирмәүе лә бар. Был осраҡта һеҙ үҙегеҙҙе түбәнерәк баһалайһығыҙ, комплекстар уяна, йә был, йә теге сифаттарығыҙҙы тәнҡитләү башлана. Йәки был кеше һеҙҙе тейешле рәүештә хөрмәт итмәй. Йәки ул кешенең донъяға ҡараштары һеҙҙеке менән тап килмәй. Уның амбициялары юғарыраҡ, маҡсаттары башҡа, теләктәре һеҙҙекенә параллель түгел. Һеҙҙең барлыҡ эске энергияғыҙҙы һурып ала, һәр саҡ кәйефегеҙҙе төшөрә, күңелегеҙҙе ҡыра торған кеше булыуы ла ихтимал. Бәхетһеҙ итеп тойҙора торған әҙәмде лә яратырға була бит. Былар барыһы ла парадокс кеүек, әммә факт, тормош күренештәре.
Яратыу тойғоһоноң ҡоло булып, башҡа төшөнсәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырған парҙар, ғәҙәттә, ярты-бер йыл тирәһенән конфликтҡа инә башлай. Сөнки улар был кеше менән бары тойғоларын еңә алмау арҡаһында ғына яҡынлашҡан. Йәғни, бары тик "яратыу" сәбәпле генә. "Яратҡан кешенең барлыҡ алама ғәҙәттәрен дә яратаһың", тип ҡаршы төшөр ошо урында әле һаман шул эйфория эсендә булғандар йәки яратҡан кешеләре менән бергә була алмай ҡалғандар, сөнки улар ҙа һаман шул хәтирәләр тулҡынында йәшәй. Ә яратҡан кешеләренән рәнйетелгәндәр иһә ризалашыр. Улар бит был дәлилдәрҙе үҙ башынан үткәрҙе, үҙ миҫалында аңланы.
Ни өсөн былай килеп сыҡтымы? Асылда, был хаталар барыһы ла тәүге аҙымда - ғашиҡ булған саҡта уҡ башланды. Ғәҙәттә, ғашиҡ булған кеше (бигерәк тә йәш кеше) "Үҙем беләм"де алға ҡуя. Ысынында, үҙең белмәйһең икән ул. Бөтөнләй белмәй һәм аңламай хәл итәһең ҡайһы бер мәлдәрҙә. Йөрәк был ваҡытта һиңә артыҡ буйһонмай, һин үҙең дә үҙеңә буйһонмайһыңдыр әле хатта. Әммә нисек кенә булғанда ла, аҡылды юғалтырға ярамай. Аҡыл ҡатнашмаған эш аҙағынан, ғәҙәттә, хәйерле булмай...
Икенсенән, яратыу проблемаларҙы хәл итмәй. Хатта, киреһенсә, проблемаларҙы күбәйтә ала. Күҙәтеп ҡарағыҙ: бер-береһен яратҡан кешеләр күберәк талаша. Сөнки улар парҙарының бар нәмәһен дә белеп торорға теләй. Уны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, уйҙарына тиклем уҡып торорға ынтыла. Был икәү яйлап бер-береһенең иркен бөтөнләй быуа. Ә был конфликта илтеүсе юл ғына. Ошонан көнләшеү, ғәйепләү, ышанмау баҫҡыстары китә. Мәҫәлән, йәштәр ата-әсәһен беҙҙең араны бутайҙар, ҡыҫылалар, яратышыуыбыҙҙы аңламайҙар, тип ғәйепләй, ә шул уҡ ваҡытта үҙ-ара ла һыйыша алмайҙар. Уларға мөхәббәт бар ауырлыҡтарҙы ла йырып сығырға ярҙам итер кеүек тойола ла, ә уның ундай мөмкинлектәре булмай сыға.
Бик ябай ғына итеп ҡарайыҡ: яратыуҙан ғына тамаҡ туймай, яратыуҙан ғына аҡса килмәй, яратыуҙан ғына кеше үҙгәрмәй, яратыуҙан ғына бәхетле булып булмай, яратыуҙан ғына донъя теүәлләнмәй. Кеше ниндәй кеше булып яралған, ниндәй мөхиттә тәрбиәләнгән - ул шулай булып ҡала. Мөхәббәт ярҙамында ул ваҡытлыса үҙгәреп торорға ла мөмкин, әммә уны был яһалмалыҡ бик тиҙ ялҡытасаҡ. Беҙҙә "яратам" тип ҡыйырһыталар ҙа, кәмһетәләр ҙә, үлтерәләр ҙә хатта. Үкенескә ҡаршы, күп осраҡта мөхәббәт проблемаларҙы хәл итеүсе булып түгел, ә проблемалар яһауға сәбәпсе хис булып сыға.
Өсөнсөнән, мөхәббәткә үҙеңде ҡорбан итмә. Яратҡан кешене ҡайғыртыу, уны һәр саҡ уйлап йөрөү, уның теләктәрен алға ҡуйыу - ғәҙәти. Был бик ябай итеп аҡлана: мин уны яратам бит. Ә уның тарафынан ниндәй мөнәсәбәт һуң? Ул һинең өсөн ниндәй ҡорбандар килтерә? Килтерәме, ғөмүмән? Әллә бында ҡорбан һин үҙең генәме?
Ғаиләлә бер-берең өсөн ниндәйҙер ҡорбандар яһау, бер-береңә юл ҡуйыу, ишеңде ҡайғыртҡанда үҙ мәнфәғәттәреңде онотоп тороу ғәҙәти хәл. Бындай мөнәсәбәттәр ике яҡлы булғанда, йәғни бер-береңде ҡайғыртып, аңлап, йәлләй белеп йәшәү - бына был сәләмәт мөнәсәбәттәр булалыр. Тик бында "ике яҡлы" тигәнде онотмаҫҡа кәрәк. Әгәр был ҡорбанлыҡтар бары тик бер яҡтан ғына килтерелә һәм һинең дөйөм физик торошоңа, һаулығыңа, амбицияларыңа, ҡараштарыңа зыян яһай икән, был яратыу проблемаға әйләнә. Мөхәббәт хистәре беҙҙең шәхси донъяға ҡурҡыныс менән янамаһын, ә уны тулыландырһын, йәмләһен.
Кәмһеткән, ҡыйырһытҡан йәки нимәләрҙәндер сикләгән мөнәсәбәттәргә түҙеп йәшәп, беҙ үҙебеҙҙең һөйөүҙән йотолабыҙ. Үҙаллы уйлай һәм хәл итә белеү сифаттарын юғалтабыҙ. Тора-бара үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҙә, башҡалар ҙа һәм шулай уҡ беҙ яратҡан кеше лә хөрмәт итмәй башлай. Был юлдың аҙағы тик ошолай ғына.
"Яратмайынса нисек йәшәргә һуң?" тип һорар күптәр. Был һорауға мин дә яуап эҙләйем. Әммә шул хәҡиҡәтте аңлағанмын: бәхет өсөн яратыу ғына аҙ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА