Иртәме, һуңмы, беҙ коронавирусты еңәсәкбеҙ. Был афәттән һуң беҙҙең тормошобоҙ, йәшәйешебеҙгә ҡарашыбыҙ үҙгәрәсәк, тигән ышаныстамын. Ниндәй үҙгәрештәр күҙаллайым?
Кешеләрҙең, шулай уҡ етәкселәрҙең дә, фәнгә, һаулыҡ һаҡлауға, белем алыуға ҡарашы үҙгәрәсәк. Кешелектең киләсәктә тереклек итеүе фәндең үҫешенә, белем кимәленә, заманса технологияларҙы үҙләштереүгә һәм башҡаларға бәйле икәнен пандемия беҙгә ап-асыҡ күрһәтте. Шунлыҡтан был өлкәгә сығымдар ҙа артасаҡ.
Дистанцион уҡытыу, эшләү, аралашыу феномены киләсәктә шулай уҡ үҫеш аласаҡ, сөнки был алым үҙенең өҫтөнлөгөн, һөҙөмтәле булыуын иҫбатланы. Өҫтөнлөгө нимәлә: берәү ҙә бер кемде лә сыбыртҡыламай, контролдә тотмай, үҙяуаплылыҡ тәрбиәләнә. Кем шуны аңлаған, бөтә күңеле менән эшкә, белем алыуға кереште, үҙенең мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға ынтылды, ижад мөхитенә сумды. Ә кемдәрҙә үҙойошоу түбән, етәкселәр ҡушҡанды ғына эшләп өйрәнгән, уларға ауыр. Киләсәктә ундайҙарҙың эшһеҙ ҡалыуы көн кеүек асыҡ, сөнки үҙойошоу бөгөн беренсе урынға сыға һәм һәр кешенән үҙтәрбиә, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу, үҫтереү, башҡаларҙы артыңдан әйҙәү, үҙаң, лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү һәм башҡа сифаттар өҫтөндә эшләү талап ителә. Ошо урында бер миҫал килтереп китәйем әле: республикала киң таралып киткән ағинәйҙәр, шулай уҡ ир-егеттәрҙең "Мәргән уҡсы"лар хәрәкәттәре лә үҙойошоу күренеше булды бит. Белеүемсә, был ойошмалар өҫтән төшөрөлгән ҡарар буйынса түгел, ә милләттәштәрҙең үҙ ихтыяры менән, асылыбыҙға, йолаларыбыҙға ҡайтыу ынтылышы менән ойошторолдо.
Эйе, етеш тормошта йәшәү беҙҙең аңыбыҙҙы томаланы: маһайыу, тәкәбберлек саманан ашты, үҙебеҙҙе Ер йөҙөндәге бөтә нәмәне үҙгәртә ала торған иң көслө затбыҙ тип һанай башланыҡ һәм, кешелек тарихы күрһәтеүенсә, бер үк тырмаға баҫтыҡ... Бынан һуң кешеләрҙең тормошҡа, йәшәйешкә, кешелек ҡиммәттәренә ҡарашы үҙгәрер, тип өмөтләнәм. Кисә мөһим тип һаналған байлыҡ, дәрәжә бөгөн үҙенең әһәмиәтен юғалтты, коронавирус пандемияһы барлыҡ ҡатлам кешеләрен бер кимәлгә ҡуйҙы, бөтәһен дә өйҙәренә бикләне - байын да, ярлыһын да, түрәһен дә, көтөүсеһен дә... Дөйөм бәлә беҙҙе берләштерҙе - туғандарҙы, яҡындарҙы ғына түгел, ә етәкселәр менән халыҡты ла...
Тормошто яратыу, илһөйәрлек, изгелек, миһырбанлыҡ, туғанлыҡ кеүек сифаттарға икенсе күҙлектән ҡарай башлаясаҡбыҙ, йәғни уларҙың төп асылы өҫкә ҡалҡып сығасаҡ. Дингә ынтылыш көсәйәсәк, Аллаһы Тәғәләгә инаныу, уның барлығына, берлегенә, ҡөҙрәтенә ышаныу ҙа үҙгәрәсәк .
Һуңғы йылдарҙа ярҙам итеү, изгелек эшләү - кешенең матди хәленә, дәрәжәһенә бәйле була барһа, киләсәктә быға ҡараш үҙгәрәсәк, тигән фекерҙәмен. Бушлай, эскерһеҙ, ихлас ярҙам итеү (бәләгә тарығандарға, өлкән йәштәгеләргә, ауылдаштарға) миҫалдары бөгөн дә бихисап бит. Бушлай аҙыҡ-түлек, һаҡланыу битлектәре, бирсәткәләр таратыусы күпме милләттәштәребеҙ барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта ошондай көсөргәнешле мәлдән файҙаланып ҡалырға тырышыусы, тауарҙарын күп тапҡыр арттырып һатыусылар ҙа бар баҙарҙарҙа...
Әлбиттә, был афәт барыбер ыңғай һабаҡтарын бирмәй ҡалмаҫ. Шул уҡ ваҡытта эске донъяһы боҙоҡ, көнсөл, һәр бер нәмәнән етешһеҙлек эҙләүсе, ғәйбәт таратыусылар барыбер кешелек сифаттарына өлгәшә алмаясаҡ, йәмғиәткә бер файҙа ла килтермәгән, әммә файҙалымын тип күҙ буяған ике йөҙлөләр, һәр аҙымында үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан, әммә халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейешле вазифаға ынтылғандар барыбер үҙгәрмәҫ, тип уйлайым...
Гүзәл МОНАСИПОВА,
Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
КИРЕ СЫҒЫРҒА