Бынан утыҙ-ҡырҡ йылдар самаһы элек Ер йөҙөндә бығаса кешелек белмәгән СПИД (Синдром приобретенного иммунодефицита) тип аталған сир пәйҙә булып, уға ҡаршы бер ниндәй ҙә сара таба алмағас, уны тик профилактикалау мөмкин, тигән ҡарарға килделәр. Ышаныслы профилактик сара, әлбиттә, тиҙ табылды, хатта ике төрлө! Был "дарыуҙарҙы" илебеҙҙә юморға бай кешеләр ошолай тип атаны: беренсеһе - "Спидома", икенсеһе - "Спиодин".
Әлеге COVID-19 тип аталған сир барлыҡҡа килгәндән һуң һәр телепрограммала рекламаланған яҙыуҙар бер аҙ ана шул дәүерҙе хәтерләтеп ҡуя. Был яман сирҙе лә дауалау өсөн әлегә махсус дауа табылмаған, әммә профилактик сараларҙың атамалары илебеҙҙә әле бер, әле икенсе телдә йә ике телдә лә бер юлы яңғырап тороуы тынысландыра. Үҙәк телевидениела ул "Сидидома" тип аталһа, БСТ-ла -"Домаяҡшыраҡ". Ә беҙҙең Сибай телевидениеһы уны "Тышҡанеходи" тип атаған. Башта иҫкә алған ВИЧ инфекцияһының профилактик саралары бөгөнгө көнгәсә иң ышаныслыһы булып, үҙен аҡлап килгән һымаҡ, әлеге коронавирустан да бына ошо саралар ярҙам итер, тип өмөт ителә. Ҡыйын булһа ла, матур ҡояшлы яҙғы көндәрҙә тышҡа сыҡҡыбыҙ килһә лә, мөмкин тиклем әлегә өйҙә булырға тырышайыҡ инде, ҡәҙерле туғандар.
Туғандар, тигәндәй, хатта бер ҡалала йәшәгән яҡын туғаның менән дә айҙар буйы осраша алмау, бер яҡтан - ифрат ауыр. Әммә туғандарыңды һағыныу хистәре ошо арала уяныуының да ҡәҙерен беләйек. Бер ғаиләлә йәшәп, бергә үҫеп килгән дәүерҙә, унан бер-берең менән йыш ҡына күрешә алған мәлдәрҙә теге йәки был туғаныңдың ни тиклем ҡәҙерле икәне хаҡында әллә ни уйланмайһың. Ә инде әҙме-күпме оҙайлыраҡ ваҡытҡа алыҫҡа китеүең була, шунда уҡ был яҡындарың һағындыра башлай. Сирек быуат тирәһе илдән ситтә йәшәгән кеше булараҡ, бындай хистәр миңә ифрат та таныш. Бөгөнгө көндә тап ана шуның һымағыраҡ тойғолар бер мине генә биләп алмайҙыр ул. "Араларҙың алыҫлығын кем яҡынайта?" тип элегерәк "Почтальон" йырын йырлай торғайныҡ. Бөгөнгө көндә бына ошо сир, киреһенсә, беҙҙең араларыбыҙҙы байтаҡ ҡына алыҫайтып тотоп торған һымаҡ. Бер-берең менән телефон аша хәл белешкән булаһың да ул, әммә, урыҫтар әйтмешләй, был барыбер - не то… Эйе, ел һәр саҡ караптар теләгән яҡҡа ғына иҫмәгәндәй, тормош та гел генә беҙ теләгәнсә бармай. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәләнең эштәренә риза булып, сабырлыҡ ҡылып, Уның фәҡәт Үҙенән генә ярҙам һорап йәшәйек. Раббыбыҙҙың һәр эшендә ниндәйҙер хикмәт бар. Ниндәй хикмәт икәнен беҙ бер ҡасан да белә алмаясаҡбыҙ. Шундай бер фәһемле хикәйәт иҫкә төшә: "Борон бер егет ҡырға сыҡҡанда ҡырағай ат күреп ҡала һәм уны ҡороҡлап тотоп, өйөнә алып ҡайта. Күршеләре был егеттең атаһына: "Ҡалай яҡшы, хәҙер атлы булдың", - ти икән. Ә аҡһаҡал быға: "Әллә инде, яҡшымы-насармы…" - тип кенә яуап бирә. Бер нисә көндән әлеге атты өйрәтергә маташҡан егет, йығылып, аяғын һындыра. "Улыңдың ат алып ҡайтыуы насарға булған икән…" - ти күршеләре. "Әллә инде, насарғамы, яҡшығамы…" - ти ҡарт тағы. Күп тә тормай, илдә һуғыш сығып китеп, бар йәш егеттәрҙе хеҙмәткә саҡыртып, һуғышҡа алып китәләр. Күптәре һәләк була. Ә аяғы һынған булыу сәбәпле ҡарттың улы әрмегә бармай ҡала. "Улыңдың аяғы һыныуы яҡшыға булған икән, шулай ҙа", - ти тағы күршеләре. "Әллә инде, яҡшығамы-насарғамы…" - тип яуаплай аҡһаҡал".
Бөгөн, бөтә донъяға ана шул тажлы микроб һөжүм иткәндә, күптән түгел генә дошманлашып, миллионлаған кешене бер нисә секундта юҡ итерҙәй ғәйәт көслө йәҙрә ҡоралын бер-береһенә тоҫҡап торған бәғзе ҙур дәүләттәрҙең пандемияға ҡаршы мобилизацияланып, ниндәйҙер кимәлдә татыулаша, хатта бер-береһенә ярҙам итешә башлауы, ысынлап та, бәлки, яҡшығалыр ҙа. Башта иҫкә алған ВИЧ инфекцияһы ла, моғайын, әллә күпме кешене зина гонаһынан ҡотҡарып алып ҡалғандыр, тип ышаныла… Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм, ниндәй генә ауырлыҡтар килеп тыуғанда ла: "Әлхәмдүлиллаһи ғәлә күлли хәл" (Һәр хәлдә лә Аллаһҡа маҡтау) тип зекер әйтергә ҡушҡан. Сабырлыҡ ҡылғаныбыҙ өсөн Раббыбыҙ әжерен ҡайтарыуына өмөт итәйек. Шул уҡ ваҡытта, һәр төрлө йоғошло сирҙәр, бөжәктәр һәм башҡа теләһә нимәнән һаҡланыу өсөн Аллаһ илсеһе ошолай тип доға ҡылырға ҡушҡан хәҙис бар: "Әғүҙү би-кәлимәтиллаһи-ттәмәти мин шәрри мә халаҡ" (Аллаһтың гүзәл һүҙҙәренә Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләренең яуызлығынан һыйынам!). Сахих хәҙистәр йыйынтығынан алынған бына ошо ҡыҫҡа ғына доғаларҙы ятлап алып, һәр саҡ уҡып йөрөү кәрәк. "Мин бер сирҙе лә уға ҡаршы сараһыҙ барлыҡҡа килтермәнем", тип Раббыбыҙ әйткәне хаҡында ла Уның илсеһе беҙгә еткергәнлеген беләйек.
Бына шулай, ҡәҙерле туғандар, үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләргә лә онотмайыҡ, хөкүмәтебеҙҙең талабын - үҙ сикләү ҡағиҙәләрен дә тотайыҡ. Иң мөһиме - төшөнкөлөккә бирелмәйек. Был пандемия ла үтеп китер, ин шәә Аллаһ.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА