Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
(Хикәйә)
Кәртә эсендә көсөргәнеш артҡандан-артты. Һоло таратҡан ат ҡараусылар ҙа, оло ҡапҡа төбөндә быҫҡылдатып тәмәке һурған ветврач менән зоотехник та тыштан ғына тыныс күренделәр, ә эстәрендә сараһыҙлыҡ үҫкәндән-үҫә барҙы. Хатта аттар ҙа ниндәйҙер хәүефме, кешеләр күңелендәге тулҡынланыуҙымы һиҙемләп, сәбәпһеҙгә кешәнәп-кешәнәп алды, фырылдап тауыш бирҙе.
- Булды, етәрлек көттөк, - ниһайәт, ветврач халаты кеҫәһенән оҙон еңле резина бирсәткәләрен алып кейә-кейә, ферма осондағы айырымланған аҙбарға йүнәлде. Зоотехник һурып бөтөрмәгән төпсөгөн мөйөштәге ҡалай биҙрәгә ташлап, ашығып уның артынан эйәрҙе. Быларҙың ҡыбырлағанын күргән малсылар ҙа, эштәрен ташлап, шул тирәгә эркелеште.
Ҡолон тулғағында тартышҡан йәш бейә, ирҙәрҙең килеп инеүен әллә оҡшатмауын белдереп, әллә, киреһенсә, ярҙам һорапмы, аҫҡы иренен генә дерелдәтеп тауыш бирҙе. Был өнө үңәс буйынан килгән хырылдау булып сыҡты.
- Их!.. Хәле етмәй бит бының, - зоотехник әйткәнен дәлилләтергә теләп, ветврачҡа ҡарап алды. Уныһы, тәжрибәле мал докторы, ризалашып, баш ҡына ҡаҡты.
Бейәләр ҡолонлағанда, ғәҙәттә, ҡыҫылмайҙар бында. Малдар үҙҙәре лә кеше күҙенән йәшерен тыуҙырырға тырыша ҡолондарын. Ҡайһы бер олораҡтар хатта мал тыуым мәлен ир-егеткә күрһәтергә теләмәй, ҡарап торғанда уңайһыҙлана ла, тиҙәр. Шулайҙырмы-түгелдерме, бындай ырымдарҙы иҫкелек ҡалдығы тип кире ҡаҡһалар ҙа, шул ғөрәфәттәрҙе тыңлап үҫкән халыҡ балалары ҡайһы бер йолаларҙы тота. Мал-тыуарға, әлеге хәл кеүек булмағанда, тыуым мәлендә ҡамасаулап, артыҡ күҙ булып йөрөмәҫкә тырышалар. Был һылыу бейәне лә, ҡолонлар мәлен самалап, айырып ҡуйғайнылар, иртәнән бирле тулғаҡта, бушана алмай әле. Бығаса көнөнә әллә нисәшәр бейә ҡолонлап торғас, бейәләрҙең тап артым ваҡыты булғас һәм быйыл береһе лә ҡатмарлылыҡ тыуҙырмағас, йәш бейәгә лә артыҡ иғтибар бирмәгәйнеләр. Тик малсыларҙың береһе, төшкә ҡарай, белгестәрҙе ҡуҙғатты: Ҡырым бейәһе ҡолонлай алмай оҙаҡ ята.
Былтыр республикаға Ҡырымдың Керчь ҡултығы буйында үрсетелгән тоҡом аттарын һатып алғайнылар, шуларҙан бер бейәне Өфө ат заводы ла эләктереп ҡала алды. Төн шикелле ҡара, ҡарға ҡанатылай шыма йылтыр, ҡыҙҙар сәсендәй ҡабарынҡы ялбыр ялдары нәҙек бәкәлдәренә һуғылып ялпылдап йөрөй ине малҡайҙың. Бейек янбашлы, аҡҡош муйынлы, бәләкәй генә ҡупшы башлы. Ваҡ ҡына аҙымдар менән бейеп-юртып йөрөгән был йәш бейәне күргән завод директоры ла, малсылар ҙа тел сартлатыуҙан үтә алманы. Ирҙәр телмәрендә йылҡының бындай гүзәллеген һүрәтләрлек һүҙҙәр юҡ ине.
Ят малҡайҙы кешеләр генә түгел, өйөрҙәге башҡа йылҡы ла аңғарҙы. Улар "был кем" тигән шикелле таҫырайышып торһа, сысҡан һыртлы, киң күкрәкле ғәййәр айғыр ерҙе һеңдерә баҫып елдереп килеп тә етте. Киң танау тишектәрен ҡуржыратып, башта морон тирәһен еҫкәне, унан, бер уратып әйләнеп сыҡҡас, яурынбашы менән этәрә биреп үтеп, өйөр эсенә әйҙәне. Ҡара бейә, артыҡ ихлас ҡабул итмәгән оло бейәләрҙән шикләнеп, өйөр башына һырынып тигәндәй ҡушарлап китте лә, бынан ары ҡайһы мәл ҡараһаң да уның йәнәшәһендә генә булды. Атап ҡына исем дә бирмәнеләр уға, Ҡырым бейәһе, Һылыу бейә, Керчь бейәһе тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Һәм ошо Һылыу бейә төптән йыуан эре һөйәкле уҫал айғырҙың айырылмаҫ юлдашына әйләнде. Яратҡан ҡатыны булып алды, ахыры, башлыҡтың, тигән һығымтаға килде малсылар ҙа.
* * *
Ветврач менән зоотехник бейә ҡорһағындағы арҡыры килгән ҡолондо ыңғайлатҡансы ла хәтһеҙ ваҡыт үтте. Хәҙер эш яйланыр кеүек ине лә, малҡайҙың бөтөнләй хәле ҡалмаған. Ул үҙаллы көсәнеп, этеп сығарырлыҡ түгел эстәгеһен. Ирҙәр хәҙер бейә кәүҙәһен арҡан менән ҡороҡлап, өҫ яғын быуа биреп күтәртеп ҡаранылар. Аттың ҡарышырлыҡ та, хатта артыҡ туларлыҡ та ҡөҙрәте тойолманы.
- Ай, әттәгенәһе… Нишләп кенә былай булды һуң? - ветврач, өҙгөләнеп, Һылыу бейәнең йомола барған күҙ ҡабаҡтарын алмаш-тилмәш асҡылап ҡараны ла, артҡа әйләнә барған күҙ алмаларынан хәлде төшөнөп, фарман бирҙе:
- Нәҙек бау алып килегеҙ, ҡолондо һөйрәп алам.
Алғы тояҡтарынан эләктерелгән ҡолонсаҡ тартып сығарылғас, уның дерелдәп торған һау кәүҙәһен әсәһенең морон төбөнә алып килеп төрттөләр:
- Бына ҡолоноң, Һылыу бейә… Йә-йә, терел, әйҙә, тор… балаңды кем имеҙә?
Балаһының еҫен һиҙгән бейә, күҙен асмаһа ла, башын ҡалҡытырға итеп бер-ике талпынды ла, тынды. Ул шулай шым ғына ятып йән бирҙе. Ә әсә еленен бер тапҡыр ҙа төртөп ҡарамаған һәм яҡтыға оҙаҡ сыға алмауҙан тонсоғоп, мәлйерәп өлгөргән ҡолонсағы, әсәһенең ни эшләп һаман уны йылытып яламағанын аңламай, һыуынып етмәгән һыртына һырынып ятып ҡалды. Уларға ярҙам итә алмаған ирҙәр сараһыҙ булышып ҡарап тора бирҙе.
* * *
Бейәнең үлеүен документтарҙа теркәп, ат заводы директорының килеп күҙ һалыуын көткән ферма хеҙмәткәрҙәре үле кәүҙәне алырға тип ингәндә, йәнһеҙ бейә эргәһендә нәҙек тояҡтарында бәүелә биреп баҫып торған ҡолонсаҡты күреп аптырап киттеләр. Был ҡолон бая ғына баш-тояғын тота алмаған сепрәк хәлендә, әсәһе яҙмышын ҡабатлары көн кеүек асыҡ ине. Шуға уны хатта салып та тормай ҡалдырып киткәйнеләр бит. Әле килеп… тороп баҫҡан.
- Икеһе лә үлде тигәйнегеҙ бит? - завод директоры аңлатма талап итте.
- Үлгән кеүек ине… - ветврач яурынбаштарын ғына күтәрә алды.
- Бөгөн үлмәгәндә лә… Яңы тыуған ҡолондо инәһеҙ мал итеп алыуы… белмәйем, - зоотехник та ни әйтергә белмәй ыуаланды.
- Шундай тоҡомло малдарҙың орлоғон булһа ла ҡалдырырға ине, - директор ҡолондоң муйын-яңаҡтарын ҡапшап ҡарарға иткәйне, тегеһе ҡомһоҙ ирендәре менән уның бармаҡтарын эләктереп алды. - Оһо! Был ҡолон үлмәҫкә лә ҡалмаҫҡа итә. Барығыҙ, шешә алып килегеҙ.
* * *
Икеһен уҙып, дүнән ҡорона инеп барғанда Керчты тоҡом яҡшыртыу маҡсатында колхозға - ауылға ебәрәләр. Башҡорт тоҡомонан булған киң һөйәкле, көслө, сыҙамлы өйөр айғыры менән бейек нәҙек сираҡлы Орлов сабыш тоҡомонан яралған йәш айғыр баш бирмәҫ холҡо, йылғырлығы, уҫаллығы менән ат заводында дан алып та өлгөрә. Йәше етер-етмәҫтән бейәләрҙе өйөрөргә, йәштәштәренә ҡаршы сығырға ынтыла ғына түгел, өйөр башы булған атаһына ла буйһонмай ыҙалата. Бындай характерлы атты мотлаҡ өйөр айғыры итеп кенә тотонорға була ине. Шулай иттеләр ҙә.
Киң туғайҙарҙы иңләп, үҙ өйөрөн алып йөрөй хәҙер Керчь. Менеп йөрөгән хужаһы ла председатель. Уны, әсәһе Һылыу бейә хөрмәтенә, бейәнең тыуған яғы - Керчь ҡултығы атамаһы менән исемләгәндәр ине, ауыл халҡы үҙенсәләп "Кириш"ҡа әйләндерҙе. Әммә Кириш булып китеү генә айғырҙың кәрен ҡайтарманы, киреһенсә, йылдан-йыл ғәйрәтләнеп, тулы көскә ултырып, бөтөн-тирә яҡҡа даны таралған сабыш айғыры булып алды. Һуңғы һабантуйҙа ла ул еңгәйне. Ҡара-һоро йөнө тиргә төшөп йылтырап, кирелеп сабып килеп ҡыҙыл таҫманы өҙөп үткәндә, артындағы юртаҡтар күҙ күреме арала ятып ҡалғайны. Эйәрендәге малай, өйрәтелгәнсә, уны ҡапыл туҡтатмай бер килке саптырып алып китте, унда ла халыҡ ҡыуып етеп, өҫтөндәгеһен һөйрәп төшөрөп күккә сөйҙө, йылҡының муйынын-һыртын шапылдатып һөйҙө.
- Ай, Кириш! Уай, Кириш! - тип һоҡландылар уға.
- Ҡанатлы ҡара толпар был! - тип маҡтанылар.
Һуңғы һабантуй тип иҫләй Керчь, сөнки был байрамдың ахыры булманы - һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр килде. Председатель уны атланып, районға сапты. Унан киләһе көндәр ҙә ғауғалы, ығы-зығылы булып, айғыр өйөрөнә йоҡмай ҙа йөрөнө.
* * *
Ҡышҡа һарайға ингәндә өйөрө ярайһы кәмегәйне Керчтың. Сөнки һуғыштың тәүге көнөнә үк ауылдар илгә һалдатын да, атын да, ризығын да ебәрә башлағайны. 1942 йылдың башында, уның үҙен дә, тиҫтәләгән өйөрҙәштәре менән бергә кешнәтә-кешнәтә кәртәнән етәкләп алып сыҡҡандарында, эстә бары оло бейәләр ҙә, тай-ҡолондар ғына ҡалды. Аттар тынысһыҙланды, үрәпсене, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ бәлә, ҡиәмәт хәтәре тойҙо уларҙың һиҙгер күңеле. Ауылдары күҙҙән юғалғансы боролоп ҡараған, ҡул болғаған эйәрлеләренә ауаздаш булып улар ҙа сарбаулап кешнәне, тыуған төйәктәре менән хушлашты.
Өс айҙай һуғышҡа өйрәтеү алып барылды. Кешеләр менән бер рәттән аттар ҙа күнекмәләр үтте. Стройҙа тороу, шул уҡ теҙем менән хәрәкәт итеү, бойороҡҡа ҡапыл туҡтау, ятыу, тороу, кәртәләрҙе һикереп сығыу… Тик быларҙың барыһы ла беренсе атакала уҡ баштан сығып осто. Ерҙә-күктә-эргә-тирәлә геүләгәндән, йәнәшәлә генә тупраҡ ҡутарылып һауаға осҡандан, алдағы аттар йән-фарман сапҡанда тиктомалға тәкмәс итеп киткәндән, һыбайлылары ҡолап ҡалған йәки өҙәңгегә һөйрәлеп барғандан ҡот осто, күҙ алдары ҡараңғыланды, аяҡ аҫты бәүелде. Тик ҡасыр, йәшенер урын юҡ. Алға, тик алға ғына барырға ҡала. Һыбайлыһының балтырҙарын ҡабырғаһына ҡуша ҡыҫҡанын ғына тоя ла, туҡтауһыҙ ярылған снарядтар утын урап үтергә икәнде генә белә Керчь. Бөтөн был геүләү-шартлау тауышынан, ҡан-үлем еҫенән һәм ошо ҡурҡыныс эсендәге сабыш ҡомарынан ярһыған атты был ваҡытта, һыбайлыһы туҡтатырға теләгәндә лә, башын ҡайыра алмаҫ ине. Толпар был халәтендә үлә лә, еңә лә, ҡанатланып осоп китә лә ала ине. Ул кирелеп сапты ла сапты. Бөтөн уттар, шартлауҙар, ҡысҡырыуҙар ялпылдап ятып ҡала барҙы. Аттың маҡсаты бөтөн был ғауғаны алыҫта, күрмәҫ-ишетмәҫ арауыҡта ҡалдырыу ине. Бөтөн был тауыштар уға бәйге ҡыйғыуы һымаҡ була башланы. Уны әйҙәләйҙәр! Унан бәйге көтәләр! Керчь тағы ла ҡыҙыбыраҡ, тағы ла көсәнеберәк йомолдо. Унда толпар асылы уянғайны.
* * *
Ауылды фашистарҙан азат итеп, ял итергә туҡтағас, һыбайлы аты янында оҙаҡ ҡына торҙо. Күптән түгел генә ауылынан сығып, һалдат шинеле кейгән йәш егет ине ул кавалерист. Егеттең бармаҡтары ҡалтырағанын да, тауышына ҡарағанда илай икәнен дә тойҙо шул саҡ юртаҡ.
- Керчь… Керчь, әгәр һин булмаһаң… мин ҡурҡып ҡаса инем… оят миңә, Керчь… Ҡурҡтым мин… Ә һин мине алға алып киттең… Иң беренсе барып индең ауылға… Беҙҙе күргән немецтар автоматтарын ташлап ҡасты… Пулемет менән ҡаршы сыҡҡанын бәрҙереп үттек… Командир минең ҡулымды ҡыҫты… батырһың икән тине… Мине һин батыр иттең, Керчь… Ҡаһарман атым, ҡара толпарым минең.
Тик был йәш, тәжрибәһеҙ ҡуллы эйәһе менән оҙаҡ бергә булырға яҙманы Керчҡа. Сираттағы шундай утлы сабышта хужаһын ел осороп алып ҡалғандай булды. Өҫтөндәге еңеллектең сәбәбен аңлаған ат, тиҙлеген ҡапылдан ташлай алмай саба бирҙе лә, йүгәне алға төшөп сайҡала башлағас, ҡайырылып артҡа ҡараны. Унда, бәйге үткән яланда, уның бейәләре лә, ырыуҙаштары ла, кешеләр ҙә сәселешеп ята… Ер яна… төтөн…
Егетен шулар араһынан эҙләп тапты ат. Еҫкәп ҡараны - шул. Снаряд ярсығы түбә осон алып киткәндән урғып аҡҡан ҡаны битен ҡыҙыл пәрҙәләй ҡаплаған. Ат уның ибәтәйһеҙ ятҡан кәүҙәһен ҡыбырлатырға теләп томшоғо менән улай-былай этәргеләп ҡараны, эргәһендәге тупраҡты сапсыны, күҙҙәрен астырырға теләпме, әленән-әле йөҙөнә ҡағылып, морон-яңаҡтарын ҡанға буяп бөттө. Егет ҡуҙғалманы. Һиҙгер йәне менән эйәһенең хәлен төшөнгән толпар йүгән тимер-биҙәктәрен сылтыратып башын сайҡаны ла, ян-яҡтың ғәрәсәт геүен телеп әсе кешнәне:
- Ииһо-һо-һо-һооо!
* * *
Икенсе эйәһенең теҙгенен алыуынан уҡ йылҡы малы менән эш итеп өйрәнгән әҙәм икәнлекте аңланы ат. Тупаҫ түгел, әммә ҡаты, ышаныслы, көслө ине был ҡулдар. Тауышы ла йәшәгән ирҙәрсә ҡалын, төптән килә. Йыш ҡына Керчь менән һөйләшә йә шым ғына йырлай. Ана шул саҡтарҙа ирәүәнләнеп тыныслана һәм ҡарышҡырлығы әллә ҡайҙа юғалып, йыуаш малға әйләнә лә ҡуя атың. Эйәһе уның тояҡтарын алмаш-тилмәш күтәртеп дағаларын тыҡылдатып тикшерә, эйәр аҫтындағы һуғылған урындарын майлай, ҡутыр-талпандарынан таҙалай, ҡойроҡ-ялын ҡырҡып тигеҙләй. Яйы тура килгән, яу-фәлән булмаған саҡтарҙа, йылға-күл тирәһендә торғанда, йүкә йыуғысын күпертеп ышҡып-ышҡып йыуа ла. Бындай мәлдәрҙә ҡабаттан ауылында, конюхҡа ярҙам итеүсе малайҙар тәрбиәһенә ҡайтҡандай тойола Керчҡа. Әйтерһең, был ҡанлы һуғыш булмаған, әйтерһең, уны һәм өйөрөн тыуған ерҙәренән айырып, йәһәннәм төбәгенә алып китмәгәндәр, әйтерһең…
- Керчь, малҡай, бына беҙ һинең менән Донда ла, Днепрҙа ла ҡойондоҡ…
* * *
Ерҙә ниндәй генә афәттәр, яу-ҡырылыштар, үлем-ҡиәмәттәр барғанда ла, йәшәү дауам итә. Тәбиғәт йәшәй. Ул бөрөгә тулыша, сәскә ата, кибә лә тағы йоҡоға тала, яҙға тағы ла баш күтәрә. Ундағы барлыҡ йән эйәләре лә шулай: үлән-ағастар ҙа, кейек-йәнлектәр ҙә, кешеләр ҙә…
Ҡар асылыр асылмаҫтан дивизияның йылҡы өйөрөндә ҡолондар тауышы сыңғырай башланы. Шундай саф, саңҡыу, сөңгөр уларҙың һалҡын һауаны телеп ебәрер әсе ауазы. Ялан кәртәлә сабышҡан ҡолоҡайҙар кешнәгән һайын әсәләре һағайып баштарын күтәрҙе, ҡолаҡтарын ҡайсылатты. Ҙур тупта уның кеүек тоҡом айғырҙары күп булмағанлыҡтан, ниндәй бейәләр үҙенеке икәнен дә, ҡайҙа сыңраған ҡолонда уның ҡаны тирткәнен дә белә Керчь. Ана, урынында тороп сыҙай алмаған, туҡтауһыҙ уйнаҡлап, әле арт һынын, әле башын сойорғотоп сапҡылаған сысҡан һыртлы ҡара-көрән бәләкәс тә уныҡы. Үткән аҙнала ғына тыуған булһа ла ҡалай теремек, ала-ҡола инәһенә лә, башҡаларға ла тынғылыҡ бирмәй.
Керчь ауыр башын ҡойма тәртәһенә һалып, күпте күргән хәсрәтле ҡарашы менән ҡолондарын һәм бейәләрен күҙәтә. Бейәләр әсә булыу бәхетенән донъяларын онотоп, ҡолондары әле был ерҙә үлем һәм бәлә барлығын белмәй ирәйеп йөрөй. Тик айғыр ғына тыныслана, онотола алмай. Уның һиҙгер танауы көнбайыштан килгән елдә дары, ут, ҡан еҫтәрен тотоп ала, көслө мускулдары араһында ҡыҫылып дарҫлаған йөрәге яҡынлашып килгән шомдо һиҙә. Был байманлыҡ күпмегә һуҙылыр?..
* * *
Атака алдынан ҡолондарҙы айырып ҡалдырырға тигән бойороҡ булды. Юлда осраған ауылдарҙа, таныш булмаған кешеләргә таратылды ҡолонсаҡтар. Уларҙы нәҙек муйындарына ҡороҡ һалып ҡайырып алып ҡалдылар. Тулап сыңрашты, аҙарынып кешнәп өйөр артынан атылырға теләп, ҡолап ҡалдылар. Дивизия рәтендә тәртип китте. Бейәләр алға барырға теләмәй ҡарышты, уларҙы балаларының тауышы кирегә борҙо. Үксә типкеһен дә, ҡамсы ярыуын да, ауыҙлыҡ шаҡарыуынан ауыҙ ситтәре йыртылыуын да тоймай айҡашты улар. Бер урында тапанған һәм туҡтауһыҙ өйөрөлгән аттарҙың аҙарынып кешәнәүе, сорлап үрәпсеүе дәшһәтле бер күренешкә әүрелде. Тик был алыш оҙаҡҡа һуҙылманы. Әҙәмдәрҙең ҡулы ҡаты булды. Уларҙы алға ҡыуҙылар. Ҡолондарҙың тауышы алыҫайғандан-алыҫая барып, йылға, урман шауы, күмәк ат тояғы тауышы артында ҡалды. Еҫкәп-ялап та туймаған бәләкәстәренән айырылыу хәсрәтенән шаңҡыған бейәләр, улар зарын яҡшы тойоп барған башҡалары, артабан бер өнһөҙ баштарын эйеп атланы ла атланы. Эйәрҙәге ир-егеттәр ҙә шым. Хатта тәмәке лә көйрәтмәйҙәр. Берәүҙәре шинел осо менән йәшертен генә күҙҙәрен һөрттө, икенселәре ҡаштарын емереп, ирендәрен ҡымтып, үҙ уйҙары солғанышында ҡалды.
* * *
Атакала… юҡ, бәйгелә саба ине Керчь. Ҡапыл алдында ер убылды ла, уны эйәһе менән бергә ҡом ямғыры япты. Яуын аҫтынан сыҡҡанда толпарҙың эйәре буш, ҡараштары аларған, танау-ҡолаҡтарынан ҡан киткән, үҙе тояҡтарының ҡайҙа нисек баҫҡанын аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Күпме йөрөгәндер ул шулай ут-төтөн араһында. Эргә-тирәһендә снарядтарҙың ерҙе ҡутарып күккә ташлауын күрҙе - тауышын ишетмәне. Көбәктәренән ут бөркөп килгән танкыларҙың өҫкә менеп килгәнен аңғарҙы - тауышын ишетмәне. Танк артына йәшеренеп боҫоп килгән автоматсыларҙың үҙенә ҡарай йүгергәндәрен һәм уратып алырға иткәндәрен самаланы - тауыштарын ишетмәне.
* * *
Керчты һәм тағы ла ике тиҫтәләгән атты бер ихатаға йыйып бикләне немецтар. Докторҙары малдарҙы ҡарап-тикшереп сыҡҡас, яралары ауырыраҡ булғандарҙы ситкә алып китеп аттылар. Керчты тотоу өсөн әллә нисә һалдатҡа арҡан осонда һөйрәлеп йөрөргә тура килде. Шулай ҙа уны аҙбар мөйөшөнә ҡыҫырыҡлап, тешен, ҡолаҡтарын, тояҡтарын ҡаранылар. Доктор, осмотр үткәргәс, бөтөн был эште ойошторған һәм тамаша күҙәтеп урам уртаһына ҡуйылған артлы ултырғыста ултырған түрәһенә яҡын уҡ барып, баш ҡаға-ҡаға отчет бирҙе:
- Был мал сабыш аты булырға оҡшай. Тик бик уҫал һәм ҡырағай. Аңлауымса, рустарҙың Орлов тоҡомона тартым, тик ниндәйҙер тағы ла бер көслө ҡушылмаһы бар…
- Яҡшы, яҡшы, - тине уға хужаһы, -мин был атты Германияға ҡайтартам. Унда минең фермам бар. Бик шәп трофей буласаҡ.
- Хәүефле идея, кәңәш итмәҫ инем, оберст әфәндем, был ат буйһона торғанға оҡшамай. Әлегә ул контузияла ғына.
- Ҡурҡмағыҙ, доктор, мин бер атты ғына түгел, күрәһегеҙ, әллә күпме ғәскәрҙе буйһондорҙом. Ошо ҡаланы алғас та был аттарҙы тимер юлына сығарып тейәтербеҙ. Бына һеҙ күптән отпуск һорай инегеҙ, яйы сыҡты, ошо айғырҙы минең фермаға алып барып тапшырғас, ялға китерһегеҙ. Ундағы беҙҙең ҡупшы бейәләргә шәп тоҡом бирәсәк был ҡырағай...
Аҙна-ун көн кәртәле урам эсендә иркен йөрөгән, яҡшы һолола һәм һыуҙа ғына торған, доктор дауаһын алған Керчтың ҡолаҡтары яйлап асылды, ҡарашы асыҡланды. Ул хәҙер эргәһендәгеләрҙең яттар икәнен дә, уға аңлашылмаған тел-ауаздар менән аралашыуҙарын да төшөнә. Еҫтәре, биргән бойороҡтары, ҡыланыштары башҡа быларҙың. Уны менәм тип килбәтһеҙ ҡыланыуҙары, ҡойма башынан өҫтөнә һикереүҙәре, тояҡ аҫтында ятып ҡалыуҙары, әүрәтәм тип ҡулдарын һуҙып сутылдап килеүҙәре - барыһы ла башҡа. Керчь ундай мөнәсәбәткә өйрәнмәгән. Ул ҡысҡырғанды, сыбыҡ болғағанды, ҡурҡып ҡалтырап торғандарҙы өнәмәй. Ул һыҙғырыуға, өзләүгә, йыр-моңға, шыбырлап иркә һөйләшеүгә, ҡыҫҡа киҫкен командаларға, ышаныслы ҡулдарға күнеккән. Быларҙан сыҡҡан татлы еҫ тә, эргәһендә туҡтауһыҙ сәбәләнеүҙәре лә ялҡытты, ярһытты айғырҙы. Господин оберстың һалдаттарына атҡа атланып, урамда бер түңәрәк әйләнә алыусыға приз иғлан итеүе уғата ҡуҙғытты фрицтарҙы. Хәҙер улар менгегә сиратҡа баҫты. Әле береһе ырғыны, әле икенсеһе ҡолап ҡалды, әле өсөнсөһө теҙгенгә йәбеште, дүртенсеһе тапалды, бишенсеһе тешләнде... Генерал-офицерҙар бейек болдорҙан тамаша ҡылып көлдөләр, шаулап ҡул саптылар, ставканы күтәрҙеләр. Шулай ҡайнашҡан мәлдә Керчтың ҡолағына бер өн салынды. Ул талымһыҙ ғына сабып йөрөгән еренән шып туҡтаны, ҡолаҡтарын ҡайсыланы. Өн тағы ҡабатланды:
- Фьюууу…
Ул арала, күнде, тип уйлап, атҡа бер-нисә һалдат килеп тә йәбеште. Кемеһелер теҙгенгә аяғын тыға һалырға ашыҡты.
- Фьююууу…
Таныш һыҙғырыуҙан йөрәге ҡупҡан толпар бөтә тәне менән талпынып, ер тетрәтеп кешәнәне лә, көтмәгәндә артҡы аяҡтарына үрә баҫып, алғылары менән һауаны төйгәс, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй алға йомолдо. Бимазалаусыларҙың ҡайһылары ситкә һибелеп өлгөрһә, теҙгенгә эләгеп киткәне һуғылып барып, айғыр ҡойма аша һикергәндә ырғытылып ятып ҡалды. Тояҡ тауыштары алыҫая башлағас ҡына оберст әфәнде аңына килеп аҡырҙы:
- Ҡыуып етергә! Тоторға! Мотоциклдарға!
Тик ҡайҙа ул! Һалдаттар мотоциклдарын ҡабыҙып сыҡҡанда ауыл тирәһендә аттың әҫәре лә юҡ ине. Ул һыҙғырыусыһының йылға буйындағы ағаслыҡта икәнен аңлап, тура шунда елдереп, инде атлы-һыбайлы булып, фронттың ҡаршы яҡ һыҙығына етеп тә баралар ине.
- Стой! Кто идет?
- Свои!
Часовойҙар атты танып ҡаршы килде:
- Маладис, тәки алып ҡайттың бит!
- Мин уны юғалтмаҫҡа, ташламаҫҡа тип һүҙ биргәйнем…
Һүҙендә торҙо майор, ташламаны.
* * *
Ә шулай ҙа бер мәл, ант боҙола, сабырлыҡ һына яҙған мәл булды. Хужаһы ҡаты яраланып госпиталгә оҙатылғас, айғыр инде уның еҫен һәм тауышын онота башлаған, һағыныуҙан ябыҡҡан, башҡаларға баш бирмәй ҡарыулашып арыған һәм инде һындым ғына тигәндә, күҙ алдында таныш һын пәйҙә булды. Ял араларына таныш бармаҡтар инеп батты, танауға таныш еҫ тулды.
- Керчь, толпарым минең… Бына мин ҡабаттан терелеп килдем.- Айғыр дымлы томшоғон ирҙең йөҙөнә терәп, тынып ҡалды. - Һин мине ут эсенән алып сыҡҡанһың… Миңә һөйләнеләр, беләм. Барыһы ла белә һинең батырлыҡты, малҡай, хатта тыуған яҡтарҙа ла ишеткәндәр…
Ә йылҡы, тоҡомо ергә яратылғандан алып ир-егеткә тоғро юлдаш һәм яуҙаш булыу ҡанына һеңгән йылҡы малы, дәшһәтле атакаларҙың һуңғыһында эйәһе ҡолап ҡалғас, уны эҙләп кире боролғайны. Яртылаш ергә күмелеп ятҡан кешеһен тапҡас, уны иҫенә килгәнсе төрткөләне, битенә ҡайнар тынын бөрктө, нимәлер һөйләп аңлатырға теләгәндәй булып ҡолағы төбөндә фырылданы, әкрен генә кешәнәгән ауаздар сығарҙы. Ниһайәт, иҫенә килде майор, тик арҡаһына инеп ҡалған һәм балтырын үтә сыҡҡан пуля яралары ҡуҙғалырға, баҫҡан тупраҡты йырып сығырға бирмәй. Шулай ҙа ирҙең ҡулдары иҫән һәм көсөн юғалтмаған. Ул аттың йүгәненә йәбешә лә шыбырлай:
- Артҡа, Керчь, артҡа…
Ат ипләп кенә артҡа сигенә. Кеше бер ҡарышҡа ҡуҙғала, әммә ыңғыраша ла тағы иҫен юя. Малҡай тағы ла уны төрткөләй, мороно менән битен ыуалай. Күпмелер ваҡыттан майор яңынан телгә килә:
- Керчь… арт-ҡа…
Бер аҙым, ике аҙым… тағы ла аҙ ғына… Ирҙе соҡорҙан ситкәрәк һөйрәп һалғас, уның саҡырыуына яҡын уҡ килеп, аяҡтарын бөкләп эргәһенә ятты, ә хужаһы көскә эйәргә үрмәләп менеп, бөтә кәүҙәһе менән елкәһенә ауҙы. Кәрәкле йөгөн тейәп алған толпар еңел ҡуҙғалып, кирегә, бығаса тороп өйрәнгән төйәгенә ҡарай юртты. Ә үҙенең снаряд ярсығы йыртҡан янбашынан һәм муйын тәңгәленән леркелдәп йылы ҡан һарҡып килгәнен аңғарманы ла малҡай.
* * *
Еңеүҙе Германия янындағы Бранденбург провинцияһында ҡаршыланы Керчь. Һыбайлыларҙың кәпәс сөйөп ҡыуанғандарына, тик атакаларҙа ғына ҡысҡырған орандар яңғырауына ҡарап, һабантуйҙан да ҙур байрам икәнлеген аңланы.
- Хәҙер ҡайтабыҙ! Ҡайтабыҙ, Керчь! Үлем бөттө, ҡайғы бөттө, - тип ҡат-ҡат ҡабатлаһа ла хужаһы, айғырға тағы бер ауыр ҡайғы кисерергә тура килде. Вагондарға тейәлеп килгән дивизия аттары юлдан арынып, күҙ-баш алып та өлгөрмәне, уларҙы ҡабаттан поездға тейәй башланылар. Кавалеристар был юлы сөбөрләп аҡҡан йәштәрен тыя алмай, аттарының муйындарын һыға ҡосаҡлап илаштылар.
- Хуш бул, Бурат, үпкәләп китмә инде, зинһар…
- Бойороҡ шундай, Ҡолас… бойороҡ был…
- Яуҙашым минең… Күксәйем… онотмам һине, үлгәнсе онотмам…
- Турысай…
- Аҡбәкәл…
- Саптар…
Ә аттар яуап итеп сорнашып кешнәне лә кешнәне. Әйтерһең, баш осонан хушлашып торналар тубы үтте. Яу юлы, утлы һуғыш, юғалтыу, үлем ғазабын үтеп сыҡҡан аттар тағы ла йыраҡҡа, Украина, Кавказ яҡтарының ауыл хужалығын күтәреүгә оҙатылды. Уларҙың тыуған тупраҡтарына тояҡ баҫыр хыялы тормошҡа ашманы. Вагон тәҙрәләренән баштарын сығарып тилмерешеп ҡарап китте улар. Аттарының үпкәле күҙҙәрен оҙаҡ, бик оҙаҡ онота алманы кавалеристар. Был ҡараштар уларҙы ғүмер буйына эҙәрлекләне. Был ҡараштар станцияла кешеләр менән бергә ҡалдырылған Керчҡа ла тынғы бирмәне һәм ул киләһе тыныс көндәрҙә лә өйөрө араһында шул күҙҙәрҙе, шул аттарҙы - яуҙаштарын күрҙе.
* * *
-Ииһо-һо-һо-һоой! - айғырҙың кинәнеп кешнәгәне йылға-ялан өҫтәрен генә түгел, ҡаршы тауҙарҙы ла тетрәтте. Улар ҡайтауаз булып тауыш бирҙе:
- Һо-һо-һоой!
Өйөрөп килгән өйөрөн урап үтте лә, алға сығып башҡа торҙо Кириш. Уның һуңғы йылдарҙа үҫеп киткән ҡап-ҡара ялдары елдә туҙғыны, йыуан муйыны дәшһәтле дуғаланды, танауҙары ҡуржырап көҙгө һауаға пар бөрктө, ауыр кәүҙәһе бөтөн көс-ҡөҙрәтен күрһәтеп мөлкөп, уйнап килде. Өйөр уға буйһоноуын белдереп, беренсе ауазынан уҡ ҡуҙғалып эйәрҙе. Улар уны ғәйрәтле, алыштырғыһыҙ, еңелеү белмәҫ башлыҡ итеп белә. Ә тәненең ике урынында мина ярсығы ышҡылып сәңкетеп барғанын һәм алғы аяҡ төбөндә яңылышыраҡ уңалған һөйәктең һыҙлауын… һәм төштәрҙә һаман да утлы атакаларға күтәрелеүен ул үҙе генә белә.
Данлыҡлы толпар өйөрөн һыулауға әйҙәне…
КИРЕ СЫҒЫРҒА