«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ҠЫРҒЫҘ, ҮҘЕБЕҘ – БАШҠОРТ
+  - 


Ғәрәп сәйәхәтселәре яҙмаларында ҡырғыҙҙарҙың ер эшкәртеп, төрлө ашлыҡ культуралары үҫтереүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Уларҙың ҡайһылары ҡырғыҙҙарҙың төп ризыҡтары иҫәбенә икмәкте лә индерә. Ә был уларҙың ултыраҡ тормош алып барыуы хаҡында ла һөйләй. Тимәк, улар малсылыҡ һәм ер эшкәртеү менән бер рәттән, хәрби походтар ойоштора алыусы яугир халыҡ булған.
X быуатта Ҡырғыҙ илен килеп күргән ғәрәп шағиры һәм сәйәхәтсеһе Әбү Дулаф ошо халыҡтың юғары кимәлдәге мәҙәниәтле ҡәүемдәрҙән булыуы хаҡында яҙа. Был автор ҡырғыҙҙарҙың яҙыу өсөн ҡамыш ҡәләм ҡулланыуҙарын билдәләй. Бында яҙма документтар өсөн ҡағыҙ ҙа ҡулланылған. Әбү Дулаф урындағы халыҡтың утҡа, Сатурн һәм Венера (Сулпан йондоҙ) планеталарына ҡарата билдәле мистик мөнәсәбәттә булып, дини йолаларын башҡара торған ҡорамдары булыуына иғтибар иткән. Икенсе бер ғәрәп авторы Гардизи иһә ҡырғыҙҙарҙың медиумдары һәм күрәҙәселәренең музыка тәьҫирендә трансҡа инеп, киләсәктә ни булырын алдан иҫкәртеүҙәре хаҡында яҙған. Күрәһең, ҡырғыҙҙарҙа шаманлыҡ культы көслө булған. Гардизи яҙыуынса, был халыҡта тотемизм, йәғни төрлө ҡоштарға, йәнлектәргә һәм тәбиғи стихияларға табыныу ҙа киң таралған була. Ғәрәп ғалимы ҡырғыҙҙарҙың мәйет яндырыу йолаһына ла иғтибар итә: "Ҡырғыҙҙар, индустар кеүек үк, үлгәндәрҙе яндыралар, һәм әйтәләр: "Ут - иң таҙа әйбер; утҡа эләккән бар нәмә таҙара; ут мәйетте бысраҡтан һәм гонаһтан таҙарта". Әйтергә кәрәк, мәйет яндырыу йолаһы шулай уҡ күк төрөктәргә, славяндарға һәм башҡа ҡайһы бер халыҡтарға хас булған. Урта быуаттарҙа Ҡырғыҙ державаһы көсһөҙләнә һәм тарҡала башлай, бер үк ваҡытта мәҙәни регрессия ла башлана. Улар XI- XII быуаттарҙа боронғо яҙмаларын юғалта, ҡәберҙәргә һалына торған керамик һауыт-һаба аҙая бара, уларҙы күскенселәргә хас күндән яһалған һәм металдан ҡойолғандары алмаштыра.
Тарихсы-белгестәр фаразлауынса, ҡырғыҙҙар Көньяҡ Уралға уларҙың дәүләтселеге көслө булған осорҙа - X быуаттан алдараҡ килеп етә. Уларҙың үҙҙәренең тыуған тарихи ерҙәренән бөтөнләйгә айырылып киткән ҙур ғына бер төркөмө бында йәшәгән башҡорттар менән тығыҙ мөнәсәбәткә инеп, артабан башҡорт этник номенклатураһы составына инеп китә.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Фидан Мәрүәров "Иҫке Күктау ауылы тарихы" исемле китабында Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары шәжәрәһенең бер вариантын килтерә. Был шәжәрәгә ярашлы, ырыуға нигеҙ һалыусы сифатында Ҡорҡот ата түгел, ә тарихи шәхес - Ҡандар (Ҡалдар) бей күрһәтелә. Тап ошо зат легендар "Дәфтәр-и Сыңғыҙнамә" әҫәренә лә индерелгән: "Андин суң Джингиз-хан әйтде: "Әй, Ҡалдар-бий, синең ағачың сандал үә ҡошоң күгәрчен үә ораның "Арнау!" үә тамғаң чумеч булсын...". Уның атаһы Ялан бей (ҡайһы бер версияларҙа Балын йә иһә Бален бей), ҡартатаһы Манғытай исемле булған.
XVI быуаттың икенсе яртыһында, башҡорт ырыуҙары Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, тарихи Башҡортостандың Ҡаҙан даруғаһында (юлында) Ҡырғыҙ олоҫо барлыҡҡа килә. 1913 йылда "Шура" журналында Бөгөлмә мөғәллиме А. Хәлимов баҫтырған шәжәрәлә ҡырғыҙ башҡорттарының башлығы Ҡылчан Күккүҙ бей улының һәм уның бер туғаны Танычтың (йә иһә Тынычтың) батша Алексей Михайловичтан үҙ ырыуҙарының аҫаба ерҙәрен биләү буйынса (владенная) грамота алыуы хаҡында мәғлүмәт бирелгән: "…через Белую на устье р. Манашты и вверх от той речки до устья Кичу, через р. Кичу по лугам Базыво, вверх р. Маты, р. Лязяды, Четкурга, Писаман, М. Маты, р. Балчиклы, р. Телгазы, Имчак, Сухов дол, р. Зюня, Сарсаз, Сагын, Узень дол, р. Ик, через р. Ик до р. Кривой Туб, до устья р. Ютазы, до устья Демской, до вершины р. Клану, от вершины Бавлы до устья р. Нижней Усоярлык, до вершины р. Демской, до вершины р. Заю, по р. Заю до р. Зарелы, до вершины р. Ютазы, до истоку Кугуст, через р. Лесной Зай до устья р. Имашу, от него до Кантюбы через р. Ик до Кайслы, до вершины р. Чукай, до вершины р. Соковой, через р. Зай до киргизского Булыку, от него до Дищуй, до соснового суходолу, вниз до р. Ушази и до устья Ишази через Сюнь реку, до устья р. Большой Маты и вверх по Мате до вершины р. Илды, а с вершины до р. Ташлы, до устья через р. Сунь, до р. Мезиллы до Карык Кулану, от него до р. Бизяды, до Сарсаз от вершины Сарсазу, до вершины р. Актаныш до оз. Иргинеш, от него до вершины р. Кутелга, от нее до горы Иградуш, через р. Белую до р. Кунь, от нее до р. Илдаяку, от нее до вершины р. Калтию и до [деревни] Старых Киргиз…"
Әммә ысынбарлыҡта был грамота 1632 йылда, Михаил Федорович батшалыҡ иткән саҡта бирелгән. Ошо батша исеменән бирелгән грамотала һәм индереү (ввозная) грамотаһы тип аталғанында Ҡылчан Күккүзев һәм уның иптәштәренә аҫаба ерҙәре өсөн яһаҡ түләүҙең 1604-1605 йылдарҙа батша Борис Годунов тарафынан билдәләнеүе әйтеп үтелә. Тимәк, тап ошо саҡта ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарың да Рус дәүләте ҡулы аҫтына инеүен раҫлап була.
Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары батша хөкүмәте чиновниктары һәм рус заводчиктарының баш-баштаҡлығына, үҙҙәренең аҫабалыҡ хоҡуғын тупаҫ боҙоуға ҡаршы башланған барса халыҡ күтәрелештәрендә әүҙем ҡатнаша. Башҡа ихтилалдар менән сағыштырғанда, рус историографияһында Алдар-Күсем бунты тип аталып йөрөтөлгән халыҡ күтәрелеше (1704-1711 йылдар) батша властарын үтә ныҡ һиҫкәндереп, башҡорттарға ҡарата барған ҡыҫымды күпкә йомшартырға мәжбүр итә. Ихтилал башында дан ҡаҙанған батырҙар Алдар тархан Иҫәкәев, Күсем Түлекәев һәм Ураҙай исемле башҡорт бейе тора. Һуңғыһы, ҡайһы бер фараздарға ярашлы, Ҡырғыҙ олоҫоноң ырыу башы булған (билдәле документтарҙа уның ҡайһы ырыуҙан икәнлеге күрһәтелмәгән). Әммә 1735 йылға ҡараған бер сығанаҡта Ҡырғыҙ олоҫо Күктау ауылынан Баислан Уразаев исемле "арҙаҡлы башҡорт" иҫкә алына. Уның Ураҙай батыр улы булыуына шик юҡ.
1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы аяуһыҙ рәүештә ҡанға батырылғандан һуң халҡыбыҙ иҫ китмәле юғалтыуҙарға дусар ителеп, барлыҡ олоҫтарҙа ла халыҡ һаны ҡырҡа кәмей. Мәҫәлән, Ҡырғыҙ олоҫо башҡорттарын иҫәпкә алыу документтарында был аяныслы хәл асыҡ сағылыш тапҡан. 1725 йылда Көнгөр бургомистры Юхнев тарафынан төҙөлгән документта ошо олоҫта 1000 хужалыҡ иҫәпкә алынып, бында хәрби хеҙмәткә яраҡлы 3 меңгә яҡын ир-ат теркәлә. Ә XVIII быуат урталарында Петр Рычков списоктарында Ҡырғыҙ олоҫонда ни барыһы 113 хужалыҡ булыуы күрһәтелә. Тимәк, бер тиҫтә йыл арауығында ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары 9 тапҡырға тиерлек кәмегән.
Шулай итеп, ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының 2 мең йылдан ашыу боронғо тарихы барлығына инанып була. Әлбиттә, был осраҡта Ҡытай хроникаларында иҫкә алынған ҡырғыҙҙарҙың үҙ заманында боронғо башҡорттарҙан айырым бер ҡәүем булып йәшәп, башҡа халыҡтарға билдәле булған дәүләтселеге булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта башҡорттарға килеп ҡушылған боронғо Енисей ҡырғыҙҙарының бер өлөшө һәм Ҡырғыҙ этнонимы исемендәге башҡорт ырыуы араһындағы этногенетик һәм тарихи бәйләнештең ысынбарлыҡҡа тап килеүен тарихсы ғалимдар бер нисек тә инҡар итмәй. Һәр хәлдә лә, башҡорт этник номенклатураһындағы ҡырғыҙ бүлемен үтә боронғо тарихи реликт, тип атап була. Быны башҡорттарға ғына хас эксклюзив тарихи күренеш итеп ҡарау ҙа дөрөҫтөр: башҡа төрки халыҡтар составында ҡырғыҙ атамаһын йөрөткән субэтник таксон юҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 15, 18-19-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.20 | Ҡаралған: 526

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru