(3-се бүлек)
Ҡаҙан ханлығында йәшәүсе халыҡтар араһында XVI быуатҡа ҡараған рус документтарында можар тип исемләнгәне лә бар. Можар атамаһын йыш ҡына мишәр этнонимына тура килә тип тә яҙалар. Шул уҡ ваҡытта можар тигәндең мадъяр атамаһының бер аҙ үҙгәртелеп әйтелгән варианты булыуы хаҡында ла фараздар бар. Әммә көнсығыш мадъярҙары Волга буйында түгел, ә Дон йылғаһына яҡын ерҙәрҙә көн итә, уларҙың XV быуатта ла ошонда йәшәүе билдәле. Венгр монахы Юлиандың тап ошо мадъярҙар менән осрашыуын күҙаллап була. Быны уның сәйәхәт маршруты буйынса ла асыҡлап була. Юлиан тәүҙә Будапештан Константинополгә юллана, унан һуң карапта Ҡара диңгеҙ аша сығып, Аланияға барып етә. Ул артабан Волга үренә, Булғар ҡалаһына йүнәлә, тап ошо юлда боронғо ватандаштары һәм ҡәрҙәштәре менән осраша. Бында Дон (Танаис) һәм Волга (боронғо Этиль) йылғаларының бер-береһенә ныҡ яҡынлашҡан урыны хаҡында һүҙ бара. Ни тиһәң дә, алдараҡ иҫкә алынған Dentumoger (Дон мадъярҙары) һәм легендар Hungaria Major ("ҙур йылға Этиль буйында") тип исемләнгән ике ил бары тик көнсығыш мадъярҙарының бер үк боронғо төйәге булыуына шик юҡ. Был ерҙәр хәҙерге Волгоград тарафтарында булған, тип фаразлау дөрөҫтөр.
Саксин ҡалаһында (хәҙерге Әстерханға яҡын ерҙәге ҡала) оҙаҡ йылдар йәшәгән ғәрәп сәйәхәтсеһе Әл Гарнати ошо ҡаланың айырым кварталдарында булғарҙар һәм суварҙар ҙа йәшәгән. Ә венгр монахы Юлиан Волга Булғарияһын мәжүсиҙәр батшалығы, тип атай, ә "сарациндар" (мосолмандар) йәшәгән Вела исемле ил унан көньяҡ-көнсығыштараҡ була. Ә был заманда булғарҙар күптән мосолманлыҡта булып, уларҙың Биләр ҡалаһы Волга (Итиль) буйында ҙур Ислам үҙәгенә әйләнгән була. Тимәк, Юлиан Волга Булғарияһының көньяҡ сиктәренә генә килеп еткән була, һәм, әлбиттә, ул сәйәхәт иткән ерҙәрҙә башҡорттар йәшәмәгән, ә башҡорттар тураһында башҡа бер кешеләрҙән алынған мәғлүмәттәрҙе килтергәндер, тигән фараздың ысынбарлыҡҡа тап килеүе бар.
Шулай ҙа боронғо мадъярҙарҙың тәү ватандарында йәшәгән заманда уҡ башҡа ҡәүемдәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгәнен хәҙерге венгр теле бик асыҡ күрһәтә. Венгр телендә иран (фарсы), палеотөрки (булғар, сувар, хазар) телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр байтаҡ. Әйтергә кәрәк, хәҙерге башҡорт теле һуңғараҡ осорҙа формалашҡан төрки телдәре төркөмөнә инә, шулай ҙа башҡорт һәм венгр телдәрендә уртаҡ тамырлы һүҙҙәр бар. Тик Булғар иленә сәйәхәт ҡылған Плано Карпини һәм Рубрук, үҙҙәренә тиклемге авторҙарға эйәреп, монгол яуы осорондағы (1230 - 1240 й.й.) Башҡорт иленең ҡасандыр үҙҙәре эҙләгән Magna Hungaria (Бөйөк Венгрия) булыуына ышана. Ошо хаҡта тикшеренеүсе В.П. Шушарин, венгр ғалимы Г. Векониға һылтанып, былай яҙа: "Уларҙың көнсығыш мадъярҙары, Башҡорт иле һәм башҡорттар тураһындағы мәғлүмәттәре - монгол һарайы даирәләре менән аралашыу һөҙөмтәһе". Ысынлап та, монголдарға көнсығыш мадъярҙары (Волга-Итилдең түбәнге ағымында) һәм башҡорттар менән дә алышҡа инергә тура килә. Тарихсы С. Хәмиҙуллин яҙыуынса, монголдар башҡорттарҙы бачжигит, мадъярҙарҙы мачжарат тип атай, күрәһең, ошо ике ҡәүем кешеләрен улар бер үк халыҡ итеп ҡабул иткәндер. Инде күп быуаттар дауамында телдән төшмәгән башҡорт-венгр ҡәрҙәшлеге хаҡындағы мәғлүмәттәр тап ошо осорҙа яралған да инде. Шулай ҙа XIII быуат аҙағында уҡ был фекерҙе кире ҡаҡҡан шәхестәр ҙә була. Венгр хронисы Шимон Кезаи үҙенең "Гун ғәмәлдәре" ("Деяния гуннов") әҫәрендә (1282 - 1285 й.й.) бына ниндәй мәғлүмәт теркәп ҡуйған: "Скифия берҙәм ил, әммә ул өс төп короллеккә бүленә, исемләп әйткәндә: Башҡорт иле (Bascardia), Денция (Бенция), Магория (Мадьярия)".
Шулай ҙа венгр уҡымышлы заттары, шул уҡ монахтар алыҫ Башҡорт илендә үҙҙәренең боронғо ватанын табыу ниәтенән арынмай әле. Юлиан сәйәхәтенән һуң 90 йыл үтеүгә, Иоганка Венгр исемле икенсе бер монах, Плано Карпини һәм Рубрук отчеттарына ныҡ ышанып, Башҡорт иленә юллана. Ул ысынлап та Көньяҡ Уралға тиклем килеп етә, әммә бында тик башҡорттар ғына йәшәгәненә инанырға мәжбүр була. Ул Францискандар Ордены генералына бына шундай мәғлүмәт бирә: "Бөтөн Баскардияның дәүләт башлығын һәм уның ғаиләһенең күпселеген беҙ тулыһынса сарацин яҙығы менән зарарланған хәлдә таптыҡ... Беҙ, динебеҙгә өйрәтеүҙе йышайтҡас һәм сарацин ғалимдарына мөмкин булған барса ысулдар, һәм яҙмалар менән, һәм мөғжизәле күренештәр менән, һәм дәлилдәр менән, һәм миҫалдар менән уларҙың ҡануны ялған һәм мәжүси икәнен иҫбатлағас... улар, ярһып китеп, беҙҙе үлтерергә маташтылар. Беҙҙе тотоп алдылар һәм уҫал рәүештә, тимер менән бығаулап, төрмәгә яптылар, һәм беҙ... үлемебеҙҙе шатланып көттөк, әммә улар, татарҙарҙан ҡурҡып, быға ҡыйманылар. Сөнки татарҙар христиандарҙы ярата, ә уларҙы күрә алмай һәм эҙәрлекләй".
Венгрҙар X быуат башында Карпат тауҙары аша уҙып (йылъяҙмала был тауҙар Уғыр тауҙары тип исемләнә), Паннония территорияһына сыға. Күрәһең, уларға союздаш булған башҡорттар ҙа ошо хәрәкәттә ҡатнаша. Хәҙерге венгрҙар араһында енё һәм джармат (дьярмат) ырыуҙары вариҫтары булыуын башҡаса аңлатып булмаҫ ине. Әммә көнбайыш тарафтарына юлланған барса башҡорттар ҙа венгрҙар менән бергә китмәй: көнбайыш бәшнәктәре һәм башҡорттарының байтаҡ өлөшө Ҡара диңгеҙ буйҙарында, Дунай йылғаһы тамағында төпләнә. Был хаҡта рус йылъяҙмаларында ла, ғәрәп авторҙары китаптарында ла иҫкә алына. Бер ғәрәп сығанағында ошондай мәғлүмәт бар: "... булғар, рус, баджна, баджнак, башгурд диңгеҙе - ә былары төрөктәрҙең өс тоҡомо - Ниташ диңгеҙе ул". Ул заманда ғәрәптәр Ҡара диңгеҙҙе шулай атаған. Бындағы бәшнәк-башҡорт ханлығы 150 йыл дауамында тирә-яҡтағы ҡәүемдәргә хәүеф һалып, уларҙың бәғзеләрен вассалдары сифатында тота. Улар хатта Византия империяһының да ҡотон алып тора. Тарихи сығанаҡтарҙа 932 йылда баджнак, яджна, баджгурд һәм наукерда тип аталып йөрөтөлгән ҡәүемдәрҙең союздаш ғәскәре Византияға баҫып инеп, император Романдың 70 меңлек ғәскәрен тар-мар итеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Улар хатта бер ни тиклем ваҡытҡа Константинополь менән Рим араһындағы юлдан бер кемде лә үткәрмәй, уны ябып ҡуйыуға өлгәшә.
Әммә XI быуатта бәшнәк һәм башҡорттар Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яры буйҙарынан ҡыпсаҡ-кумандар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Был тарафтарҙа йәшәгән башҡорттарҙың үҙҙәренең ырыуҙаштары - Венгрия короллегендә йәшәүсе ҡәрҙәштәре янына барып һыйыныуын фаразларға була. Тимәк, Дунай буйы башҡорттары боронғо союздаштары - мадъярҙар иленә тулҡын-тулҡын булып барып ҡушылған: тәүгеләре - йәнәй һәм юрматыларҙың бер өлөшө - мадъярҙарҙың көнбайышҡа хәрәкәтенә тәүҙән үк ҡушылһа, ҡалғандары тарихи сәбәптәр арҡаһында элекке ҡәрҙәштәре янына бер нисә быуатҡа һуңыраҡ килеп етә. Әлбиттә, Венгрия короле уларҙы, мосолман динендә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙ ҡулы аҫтына бик теләп ала, сөнки башҡорт яугирҙарының даны тирә-яҡта күптән билдәле була бит.
Бында венгрҙар менән башҡорттарҙы бер нисек тә бутап булмай, телдәре лә, диндәре лә, хатта ойошоп йәшәгән ерҙәре лә башҡа. Ошо хаҡта ғәрәп авторҙарының ентекле мәғлүмәттәре тарихи сығанаҡтарҙа хәҙергә тиклем һаҡланып ҡалған.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА