Һуңғы йылдарҙа башҡортса ҡурсаҡтар күреп аптырау ҡатыш һоҡланыуыбыҙҙы тыя алмағайныҡ, сөнки быға тиклем ҡурсаҡтар тик русса ғына һөйләшә торғайны һәм уларҙың үҙ телебеҙҙә әңгәмә ҡороуы аяҙ көндө күк күкрәгәндәй булды. Ҡасандыр республикала бала сағынан уҡ шиғырҙар яҙыуы, төрлө мәҙәни саралар уртаһында булыуы менән билдәле Фәнзил Әҙелбаев һәм шулай уҡ сәхнә, телевидение йондоҙо булған Лилиә Дауытова ғаилә ҡороп, ижади тандем нигеҙендә тыуған идея һөҙөмтәһе булды ул. Бөгөн Сибай телевиденияһы директоры булып эшләгән Фәнзил, Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге режиссеры Лилиә ошо көндәрҙә тағы ла шәп яңылыҡ менән ҡыуандырҙы. Әйҙәгеҙ, шул турала һөйләшеп алайыҡ.
Әле яңы ғына һеҙ тормошобоҙға башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтарҙы индергәйнегеҙ, бөгөн балалар өсөн яңы уйынсыҡ - башҡортса, татарса һөйләшкән планшеттар эшләүҙе юлға һалғанһығыҙ. Был ихтыяж ҡасан һәм нисек тыуҙы, был хаҡта уй электән йәшәй инеме, әллә үҙегеҙ атай-әсәй булғас ҡына уйлана башланығыҙмы?
- Башҡорт телендә ҡурсаҡтар, шулай уҡ планшет, смартфондар хаҡында беҙ үҙебеҙ атай-әсәй булғас ҡына уйлана башланыҡ, сөнки сауҙала балаға алып бирерлек, уны бәләкәйҙән туған телгә ылыҡтырырлыҡ, әсә теленә һөйөү уятырлыҡ уйынсыҡтар юҡ ине. 2018 йылда башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар менән бер рәттән, шунда уҡ ошо планшет һәм смартфондарҙы ла сығарырға хыялландыҡ, әммә ул йылда беҙ үҙебеҙҙең теләккә өлгәшә алманыҡ. Республика етәкселеге алмашынып, Радий Фәрит улы Хәбировтың командаһы килеү менән власть тарафынан маҡсатыбыҙға хуплау алдыҡ һәм уйыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Был, әлбиттә, беҙҙең ғаиләнең генә түгел, тотош команданың ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһе. Шиғырҙарҙы яҙыуҙа шағирә Гөлнара Хәлфетдинова ҡатнашты, көйҙәрҙе БР Милли халыҡ инструменттары оркестры артисы Раян Хөснуллин яҙҙы, уларҙы башҡорт эстрадаһы йырсыһы Ләйсән Ғәлимова, Милли йәштәр театр артисы Нәғим Нурғәлин, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Заһир Иҫәнсурин башҡарҙы. Был проектты "Маҡсат" РОМО-һы менән бергәләп Башҡортостан Республикаһы Грантына тәҡдим итеп, еңеп сығыуыбыҙ һөҙөмтәһендә тормошҡа ашыра алдыҡ.
Башҡортса планшеттар тураһындағы хәбәр социаль селтәрҙәрҙә йәшен тиҙлегендә таралды һәм шунда уҡ "бөткән, яңы партия килгәнен көтөгөҙ", тип яҙалар. Тәүге партия шулай тиҙ таралдымы, уны кемдәр алды, моғайын да, әлегә сауҙа селтәрҙәренә сығарылмағандыр?
- Башҡорт планшеттары һәм смартфондар әлегә исемлек буйынса республикабыҙҙың балалар баҡсаларына бушлай таратыла башланы. Киләһе партияны сауҙа селтәрҙәренә сығарырбыҙ тип уйлайбыҙ.
Планшет тураһында ҡыҫҡаса аңлатып та китегеҙ әле: ул нисек эшләй, унда ҡыҙыҡлы ниҙәр бар?
- Уның режимдары күп. Эсендә алфавит, һандар, төҫтәр, ноталар, шиғырҙар, йырҙар, еңелсә иҫәпләү (алыу, ҡушыу), хайуандар атамалары, уйындар тупланған. Төймәләргә баҫып, бала уны рәхәтләнеп ҡуллана ала. Уның нисек эшләүе тураһындағы инструкция бик ябай, ололар тиҙ генә төшөнөп, балаларға аңлата ала. Шулай ҙа нимәнән башларға белмәһәгеҙ, минең йәки "БашТой"ҙың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәләге видеоны ҡарарға мөмкин.
Хәҙер балалар күберәген гаджеттар ҡуллана, хатта йәнһүрәттәрҙе лә гаждет аша ғына ҡарай. Башҡортса йәнһүрәттәр, әкиәттәр тупланған гаджет эшләүҙе күҙалламайһығыҙмы?
- Башҡорт телен үҫтереү менән бәйле беҙҙең пландарыбыҙ бихисап, әлбиттә. Әммә уларҙың ҡасан тормошҡа ашырылыры ғына билдәһеҙ. Нисек кенә булмаһын, төп маҡсатыбыҙ - һәр баланың үҙ телен белеп, һөйөп үҫеүе өсөн заманса мөмкинлектәр булдырыу.
"БашТой" - ул нимәне аңлата һәм ни өсөн тап шундай исем һайланығыҙ? Бөгөн һеҙ халыҡ-ара кимәлдә билдәле компания менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ. Был кимәлгә нисек сыҡтығыҙ, әллә ятып ҡалғансы - атып ҡал, тип, бәхетегеҙҙе һынап ҡарарға булдығыҙмы?
- "БашТой" - ул башҡорт уйынсыҡтары тигәнде аңлата ("toy" - инглиз теленән тәржемәһе - уйынсыҡ). Ҡурсаҡтарҙы сығарыр алдынан исем хаҡында оҙаҡ баш ваттыҡ. Сөнки компания исеме эшебеҙҙең йүнәлеше хаҡында әйтеп торорға, интернациональ булырға тейеш тип иҫәпләнек. "БашТой" беҙҙең бар талаптарға яуап бирҙе. Ысынлап та, әлеге мәлдә халыҡ-ара кимәлдә билдәле компания менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Рәсәй Федерацияһында күптәргә билдәле "Азбукварик" компанияһы уйынсыҡтары ла шунда эшләнә. Башҡорт планшенттарын, смартфондарын билдәле булмаған Ҡытай заводтарында күпкә осһоҙораҡ хаҡҡа ла эшләтеп булыр ине, әммә беҙ тәү сиратта уйынсыҡтарҙың сифатына, эшләнгән материалына иғтибар бүләбеҙ, сөнки балалар һаулығы - ҡиммәтрәк.
Һеҙҙең балаларығыҙ ҙа бәләкәй генә ваҡыттарынан уҡ социаль селтәрҙәр геройына әйләнгәйне. Моғайын, ҡурсаҡ-планшет кеүек уйынсыҡтарығыҙҙың тәүге баһалаусылары ла уларҙыр. Улар был уйынсыҡтарҙы нисек ҡабул итте? "Баһалама ағзалары" бик талапсан, ҡәтғи булмағандыр, моғайын?
- Әлбиттә, тәүге ҡулланыусылар - беҙҙең балалар. Башҡорт ҡурсағын Айзель ҡыҙыбыҙҙа һынаһаҡ, планшет, смартфондар малайҙарға бирелде. Шиғырҙарын тиҙ генә ота һалып һөйләгәндәре ҡыуандыра. Үҙ-ара шиғырҙарҙы бутап, көлөшөп ултырғандары шатландырҙы. Тимәк, балаларға ҡыҙыҡ - был иң мөһиме.
Башҡорт телен артабан да үҫтереү, уның ҡулланылышын киңәйтеү, балаларҙа бәләкәйҙән үк әсә теленә һөйөү тәрбиәләү өсөн тағы ла нимәләр эшләргә була һәм кәрәк?
- Туған телде атай- әсәй яратһа, бала ла ситтә ҡалмай. Кистән балаға әкиәттәр уҡыу, тыңлатыу ҙа мөһим роль уйнай. Әлбиттә, үҙ-ара башҡорт телендә аралашыу - иң мөһиме.
Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА