Баш ҡалала тыуып үҫкән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле бейеүсе Урал Хәйрулла улы Мортазин Өфөгә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Һеҙҙең ғаиләнең Өфө ҡалаһы менән тарихы ниҙән башлана?
- Атай-әсәйем Мәскәүҙә уҡып йөрөгән саҡтарында танышҡандар. Атайым Башҡорт дәүләт университетына эшкә ҡайтып, 4-се ятаҡтан бүлмә алғас, әсәйемә хат аша өйләнешергә тәҡдим яһаған. Күсенгәндә әсәйем бер сумаҙан менән, атайым ике сумаҙан менән килгән: береһендә әйберҙәр, икенсеһендә китаптар тултырылған булған. Шулай донъя ҡороп йәшәп киткәндәр. Ә минең ғүмер тарихы ул заманда Өфөнөң Совет майҙаны эргәһендә урынлашҡан 1-се балалар табыу йортонан башлана. Хәҙер был бинала Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбе урынлашҡан.
Бала саҡ хәтирәләрегеҙ кемдәр менән бәйле?
- Беҙ бәләкәй саҡта кешеләр бер-береһенә ҡунаҡҡа күп йөрөй торғайны, шуға, атай-әсәйемдәр аралашҡан бөтә башҡорт интеллигенцияһын күреп үҫтем. Ҡала балалары булһаҡ та, башҡорт мөхите, башҡорт йыры, бейеүҙәре күңелгә һеңгән. Атайым үҙенең студенттары менән яҡындан аралашты, мин дә улар араһында, уларҙың тормошсан кәңәштәрен, фекерҙәрен тыңлап йөрөй торғайным. Атай тәрбиәһенең асылы шунда: уның тормошҡа ҡарашын, фекерҙәрен, әйткән һүҙен, эшен күҙәтеп йөрөгән улы киләсәктә "Мин дә атайым кеүек булам", тип үҫергә тейеш. Мин атайымдың математика фәненә һөйөүен, ярҙамсыллығын күреп, унан өлгө алып үҫтем.
Ә шулай ҙа атай юлын дауам итмәй, бейеүсе һөнәрен һайлағанһығыҙ...
- Мин үҙ юлымды һайланым, тип әйтә алам. Бейеү - йәш саҡтан килгән шөғөлөм, Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда ла бейеп йөрөй торғайным. Атайым менән етди һөйләшеү ваҡытында: "Ике ҡуяндың ҡойроғон тота алмайһың улым, йә математика, йә бейеүҙе һайла", - тигәс, бейеүҙе һайланым. Математик булараҡ атай ярҙам итермен, тип тә ҡараны хатта. Бейеүҙә ярҙам итеүсе булманы, әммә яҡшы уҡытыусыларға эләктем, талантлы бейеү ҡуйыусылар менән эшләнем. Атайым педагогтарыма әҙерәк көнләшеп тә йөрөнө һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үҙ концертымды ҡуйғандан һуң ғына маҡтау һүҙҙәрен әйтте. Ныҡышмаллығым һәм һайлаған юлдан тура барыуым менән атайыма оҡшағанмын, тип иҫәпләйем. Шулай ҙа тормошомда математика ғилеменә урын әле лә бар: Өфө сәнғәт училищеһында бейеү дәрестәренән тыш ошо предметты ла алып барам.
Өфө йылдан-йыл матурая бара, ә һеҙҙең күңелгә яҡын Өфө ниндәй?
- Бәләкәйҙән гел Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә йөрөргә яраттыҡ, Ағиҙел ярында төшкән ҡаралы-аҡлы фотолар ҙа һаҡланған. Мин коляскала ятам, ҡартинәйем һәм атай-әсәйем эргәлә баҫып тора. Артабан мин үҫә киләм, ә һәйкәлдең тирә-яғы үҙгәрә бара. Өфөнөң Пушкин урамындағы бер йорт Азат Мифтахов, Азат һәм Имель Тухметовтар, Азамат Моратов атлы дуҫ малайҙарҙың уртаҡ хәтирәләре менән тулы. Беҙ бер ихата малайҙары, бергә уйнап үҫтек. Тағы ла бейеү түңәрәгенә йөрөгән Комаров исемендәге пионерҙар йорто, тәүге тапҡыр сәхнәгә күтәрелгән Нефтселәр мәҙәниәт һарайы, ҡыштарын ғаиләбеҙ менән саңғы шыуған Якутов паркы күңелемә яҡын. Атайым менән икәү генә һөйләшеп, Салауат Юлаев баҡсаһында йөрөп, шул урамдан күпер яғына уҙа биргән урында "Пельменная" тигән тәғәмханаға инеп, тамаҡ туйҙырып ҡайтып китеү ғәҙәтебеҙ бар ине. Бына шулай, ҡайһы осорҙо хәтерләһәң дә, бөтә иҫтәлектәр тыуған ҡалам Өфөгә бәйле.
Ҡала башҡортоноң рухы, миллилеге тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Рус мәктәбендә уҡыһам да, атай-әсәйемдең туған телемдән мәхрүм итмәүенә рәхмәтлемен. Әле үҙемдең улдарым башҡорт гимназияһына йөрөп, өйҙә башҡортса һөйләшһәк тә, үҙ-ара русса аралашып китә. Шуға ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшәләр, тип маҡтанып әйтә алмайым. Беҙ үҫкәндә, нисектер, башҡортлоҡ, башҡорт рухы көслөрәк булған һымаҡ. Уйлап ҡараһаҡ, русса һөйләшеү менәнме инде, барыбер йөҙөбөҙгә "башҡортһоң" тип яҙылған. Үҙ асылын аңлаған кеше көслө була, ә беҙ бай тарихыбыҙға, рухиәтебеҙгә һаман ышанып етә алмайбыҙ шикелле. Беҙҙең быуын үҙе лә ошо хәҡиҡәткә инанырға, балаларына ла шуны аңлатып, күңеленә һеңдереп тәрбиәләргә бурыслы, тип уйлайым. Бына шул осраҡта ғына ҡала башҡортоноң рухы булыр, шул саҡта ғына тамырҙарынан айырылмаҫ.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмәсем баш ҡала тураһында хәтирәләре менән бүлешеү генә түгел, бында йәшәгән башҡорт ғаиләләренең нигеҙе ныҡлы, быуындары рухлы булыу серен дә аса бирҙе, буғай. Күптәр өсөн өлгө булырҙай шәхес тәрбиәләүҙең нигеҙе - ғаиләлә атай кешенең абруйынан тора шул.
Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА