«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕРОЙ ҠАЛАҒА ТИҢЛӘШТЕК
+  - 

Баш ҡалабыҙ Өфөгә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы шундай ҡарар ҡабул итте.

"Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеме үҙҙәренең хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм ҡаҙаныштары менән фашизмды еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларға бирелә. Өфө - илебеҙгә еңеү тәьмин иткән бик күп ҡалаларҙың береһе. Тәү сиратта ул - ҡаланың ҡаҙаныштарын таныу һәм оло быуынға ихтирам билдәһе. Ул ауыр йылдарҙа һәр кем Бөйөк тыуған илебеҙ һәм Бөйөк Еңеү хаҡына хеҙмәт итә. Һуғыштың беренсе көндәренән үк Өфө лә хәрби тормошҡа көйләнә. Беҙҙең ҡалала эвакуацияланған сәнәғәт предпериятиелары урынлаша. Өфө фронт өсөн ҡорамалдар, боеприпастар, кейем-һалым ебәрә, бында хәрби техника өсөн двигателдәр йыйыла, армия ихтыяжы өсөн автомобилдәр ремонтлана, беҙҙән фронтҡа билдәле "Салауат Юлаев", "Александр Невский", "Полководец Суворов", "Өфө" бронепоездары эшләп оҙатыла. Тап батырлыҡ, ныҡышмаллыҡ һәм ҡаһарманлыҡ Өфө халҡына һуғыштың барлыҡ ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә. Башҡортостандың баш ҡалаһының барлыҡ халҡы исеменән һәм шәхсән үҙемдең исемдән ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә тәрән һәм ихлас ихтирамымды белдерәм", - тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин.
Был маҡтаулы исем 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арнап, Рәсәйҙең 20 ҡалаһына тапшырылды. Өфөнән тыш улар араһында Боровичи, Екатеринбург, Иваново, Ижевск, Иркутск, Ҡаҙан, Магнитогорск, Түбәнге Новгород, Түбәнге Тагил, Новокузнецк, Новосибирск, Омск, Пермь, Һамар, Һарытау, Томск, Ульяновск, Силәбе һәм Ярославль ҡалалары бар.
- Бөйөк Ватан һуғышында армияның ҡеүәтен арттырған ата-бабаларыбыҙға хөрмәт белдереү был. Шулай уҡ ҡалаң менән ғорурланыу тойғоһо ла. Мин һәр ваҡыт Башҡортостанда, Өфөлә йәшәүебеҙ менән ғорурланайыҡ, тигәнде алға һөрәм. Беҙҙең йәштәр ҡалабыҙ ил өсөн нимә эшләүен белергә тейеш, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров һәм был ваҡиға айҡанлы оло шатлыҡ кисереүен белдерҙе. - Владимир Владимирович ошо ҡарарын иғлан иткәс тә Өлфәт Мансур улы менән был статусты хәтерҙә ҡалдырыу өсөн нимә эшләйәсәгебеҙ тураһында уйлай башланыҡ - матур объекттар төҙөлөргә, ҡала артабан үҫешергә тейеш. Был беҙҙең уртаҡ еңеү һәм мин тауыш биреүҙә ҡатнашҡан республика халҡына рәхмәтемде белдерәм.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөгә 36 предприятие күсерелә, 104 меңдән ашыу кеше эвакуациялана. Һуғыш йылдарында баш ҡала хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәрлеге арҡаһында 51 мең авиация моторҙары етештерелә, бында тонналап яһалған бензин танкыларға яғыулыҡ итеп ебәрелә, 29 хәрби госпиталь асыла һәм уларҙа 150 мең яралы яугир дауалана. Бына ошо хаҡта киләсәк быуындар онотмаҫҡа һәм хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейеш.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 443

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru