«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘРӘКӘТЛӘНӘҺЕҢ ИКӘН ЙӘШӘЙҺЕҢ
+  - 


Һуңғы йылдарҙа ҡала парктарында ғына түгел, хатта йорт ихаталарында, төпкөл ауылдарҙа таяҡтар ярҙамында скандинавса атлаусыларҙы осратыу ғәҙәти күренешкә әйләнә башланы. Улар араһында техникаһы менән айырылып торғандар ҙа, яйлап ҡына, саҡ-саҡ ҡыбырлап йөрөгәндәр ҙә бар. Ләкин берәү ҙә башлаған шөғөлөн ташлап ҡуймай, көн һайын бер үк маршрут буйынса әллә нисә тапҡыр урай. Был спорт төрөнөң сәләмәтлек өсөн файҙаһы ниндәй, ни өсөн бөгөн ул бөтөн ҡатламдарҙы ла үҙенә ылыҡтыра? Ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индереү өсөн баш ҡалала скандинавса атлаусыларҙың "Твой ход" клубын ойоштороусы Зөһрә МОРТАЗИНАҒА мөрәжәғәт иттек.

Ни өсөн башҡа спорт төрө түгел, ә тап ошо таяҡ менән йөрөүҙе һайланығыҙ?

- 1978 йылдан алып альпинизм менән шөғөлләндем. Ниндәйҙер ваҡытта минең күнекмәләрем һәм даими рәүештә тауҙарға йөрөүем кәмене. Шулай булһа ла, йылына бер тапҡыр тауҙарҙы буйһондорам. Ә күнекмәләргә өйрәнгән организмға нимәлер етмәгән кеүек. Шуға күрә, скандинавса атлау тураһында мәғлүмәт ишеткәс, ошо спорт төрө менән шөғөлләнергә булдым. Тәүҙә яңғыҙым ғына Аграр университет ҡаршыһындағы Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа йөрөнөм, яйлап икәү булып киттек, шунан өсөнсө кеше ҡушылды. Бер аҙҙан төркөм йыйылды. Шулай үҙ алдыбыҙға йөрөгәндә Һамарҙан инструкторҙар күреп ҡалып, мине инструкторлыҡҡа уҡып алырға саҡырҙы. Был 2013 йылда булды. Хәҙер инде баш ҡаланың һәр паркында, һәр скверында төркөм булдырыу хыялын тормошҡа ашырырлыҡ инструкторҙарыбыҙ етерлек. Улар менән бер командалабыҙ.

Бөгөн ололар ғына түгел, йәштәр ҙә скандинавса атлауҙы һайлай. Хатта ауылдарҙа ошо спорт төрө үҫә. Шул уҡ ваҡытта күптәр таяҡтарҙы нисек һайларға, нисек йөрөргә белмәй. Был төрҙөң үҙенең ҡағиҙәләре, техникаһы барҙыр бит?

- Хәҙер скандинавса атлау ҙа, беҙ уны төньяҡ атлауы ла тибеҙ, спорт дисциплинаһы булып китте һәм тиҙҙән разряд нормалары ла булдырыласаҡ. Шуға уға ҡыҙыҡһыныу ҙа арта. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта хатта Студенттар уйындары ла уҙғарыла. Беҙ ҙә сафтарыбыҙҙың йәштәр иҫәбенә артырына өмөтләнәбеҙ. Мәҫәлән, күптән түгел Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондарында үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәрендә йәштәр күп булды. Тәжрибәле инструкторҙар Өфөлә лә, республика райондарында ла таяҡ менән атлауҙың дөрөҫ техникаһын күрһәтергә, таяҡты нисек дөрөҫ һайларға, ҡулдар нисек хәрәкәт итергә, нисек этергә, кәүҙәне нисек тоторға, ниндәй аяҡ кейеме кейергә икәнен өйрәтергә тырыша. Шуға күрә инструктор менән осрашып һөйләшмәй тороп, алдан таяҡтар һатып алырға ашыҡмағыҙ, тиер инем. Һәр кемдең кәүҙә пропорциялары төрлө. Ҡулдары оҙон кешеләргә таяҡтарҙың ростовкаһын ҡыҫҡартырға, оҙон аяҡлыларға, киреһенсә, оҙонайтырға кәрәк. Бының өсөн бер сәғәт булһа ла инструктор менән күнекмә үтеү зарур.

Ниндәйҙер спорт төрө менән шөғөлләнә башлайым тиһәң, бер аҙ булһа ла тәжрибә, күнекмә, оҫталыҡ талап ителә. Свандинавса атлау өсөн ниндәй ҙә булһа таһыллыҡ кәрәкме?

- Бына бында уйламаған нәмәләргә шаһит булаһың, хатта үҙең дә аптырап китәһең. Ғәҙәттә, беҙ спортсылар ғына еңеүсе була, тип ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ә беҙҙең ярыштарҙа бер ваҡытта ла спорт менән шөғөлләнмәгән кешенең дә беренсе урын алыуы мөмкин. Әлбиттә, кем саңғы менән дуҫ, улар тиҙ өйрәнә, сөнки техника шул уҡ тиерлек. Бары тик таяҡтар ҡыҫҡараҡ һәм шыуыу элементы юҡ, атлау ғына бар. Ә аҙым шулай уҡ нисек этенеүеңә бәйле.
Төньяҡ атлауында дүрт йүнәлеш бар: сәләмәтлек төркөмдәре, фитнес, спорт һәм реабилитация. Беҙ һуңғыһы менән шөғөлләнмәйбеҙ, сөнки быға хоҡуғыбыҙ юҡ. Нигеҙҙә, беҙгә сәләмәтлеген нығытырға, еңелсә фитнес теләүселәр һәм ярышҡа әҙерләнеүселәр килә, сөнки темп, тиҙлек буйынса һ.б. көсөргәнеш һөҙөмтәлерәк. Әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә реабилитация ла бар: кемдеңдер ауырлығы, икенселәрҙең ҡан баҫымы кәмей, быуындар ауыртыуы үтә. Иң мөһиме, даими шөғөлләнергә кәрәк. Бигерәк тә был спорт төрө ололар өсөн уңайлы - артыҡ сығымдар талап итмәй. Ә үҙ-үҙеңә ярҙам итә алыу ҙа яҡшы, шулай бит?

Өфөлә бындай клубтар күпме һәм уларҙа нисә кеше шөғөлләнә?

- Клуб берәү генә. "Башҡортостан Республикаһының альпинизм федерацияһы" Төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағындағы "Твой ход" скандинав/ төньяҡ атлау клубы тип атала. Беҙҙең инструкторҙар баш ҡаланың барлыҡ парктарында һәм скверҙарында, шул иҫәптән Затон, Дим, Нуғай, Ҡарағайҙар биҫтәһендә, Благовещенда, Өфө районының Нижегородка биҫтәһендә, барлығы 15 майҙансыҡта даими рәүештә күнекмәләр үткәрә. Дөйөм алғанда, баш ҡалала даими рәүештә спорттың был төрө менән шөғөлләнеүселәрҙең көндәлек һаны 500-ҙән артып китте. Өфөлә генә 4 мең кеше техниканы ныҡлап өйрәнһә, республика райондарында был һан 1500-ҙән ашыу. Улар - даими күнекмәләр эшләүселәрҙән башҡа, үҙҙәре өсөн бер тапҡыр өйрәнеп алдылар ҙа, хәҙер үҙаллы шөғөлләнәләр. Майҙансыҡтарға ҡарағанда инструкторҙарыбыҙ ҙа күберәк, әгәр беҙ берәй сараға китһәк йәки булмаһаҡ, улар беҙҙе алмаштыра, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Әммә әлегә үҙаллы айырым төркөмдәр йыймайҙар.

Быйыл бишенсе тапҡыр үткән Халыҡ-ара Өфө юбилей марафонында скандинавса атлаусылар ҙа ҡатнашты. Киләсәктә лә был тәжрибәне дауам итергә ниәтләйһегеҙме?

- Марафонда тап беҙ ҡатнаштыҡ та инде. Киләһе йылдарҙа ҡатнашырбыҙмы, юҡмы, киләһе йыл беҙҙе индерерҙәрме, юҡмы - әлегә билдәһеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул беҙҙең байрам түгел. Беҙ төп спортсылар артында ҡойроҡ кеүек йөрөргә, уларға ҡамасауларға теләмәйбеҙ. Трасса берәү булғас, юлдың ситенән генә барһаҡ та, марафонсыларға беҙҙе урап үтергә тура килде. Әлбиттә, насар мөнәсәбәт күрмәнек, барыһы ла дуҫтарса ҡабул итте, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Марафонға скандинавса атлауҙы индереү тап Өфөнән башланды. Әммә беҙ үҙебеҙҙең байрамыбыҙ булыуын теләйбеҙ. Эйе, ярыштарыбыҙҙың бюджеты меңдәрсә, хатта тиҫтә меңдәрсә аҙыраҡ, әммә үҙебеҙҙең байрамыбыҙҙы ойошторорға тырышабыҙ.

Скандинавса атлау кешегә нимә бирә?

- Әгәр кеше даими шөғөлләнгәндә, сәләмәтлекте һаҡлай һәм нығыта. Фитнес булараҡ, саф һауала актив шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Спорт төрө булараҡ, йәштәрҙе ылыҡтыра, киләсәктә яңы исемдәр асыр һәм чемпиондар ҙа бирер әле. Хәйер, клубта Рәсәй, халыҡ-ара ярыштар чемпиондары, судьяларыбыҙ ҙа бар. Инструкторҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙ төркөмөн экскурсияларға алып сыға, өҫтәмә күнекмәләр һәм башҡа саралар үткәрә. Әгәр һин хәрәкәтләнәһең икән - йәшәйһең! Ҡайһы берҙә ололарҙың таяҡтар менән туҡылдап ҡына йөрөгәнен күреп, күңел төшөп китә. Әлбиттә, бындай прогулка, теләһә ниндәй активлыҡ кеүек, файҙалы, әммә сәләмәтлек өсөн бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Скандинавса атлауҙың сере - техникала. Кемдер уны беренсе күнекмәлә үк аңлай, кемгәлер оҙағыраҡ ваҡыт кәрәк. Скандинавса атлауҙы фитнестың төрлө төрҙәрен алмаштыра һәм йөҙөү менән бер рәттә тора, тип тә әйтәләр. Йүгереүселәр, һикереүселәр, велосипедсылар һәм роллерҙарҙан айырмалы, таяҡ менән атлаусылар мускулдарының 90 процентын көсөргәндерә: арҡа, янбаш һөйәге зонаһы, ҡулдар, ҡулбаштар эшләй, үпкә яҡшы эшләй башлай, капиллярҙар уяна, йөрәккә ҡан тиҙерәк барып етә. Хатта ҡулдар алмашлап эшләгәнлектән, баш мейеһе лә эшкә егелә. Көсөргәнеште кеше еңелерәк үткәрә. Шуға ла, барыһына ла: "Хәрәкәтләнегеҙ!" тип әйтке килә. Һәр двигатель, һәр механизм хәрәкәтләнергә һәм эшләргә тейеш. Ниндәй тиҙлек, ниндәй юлдар һәм ниндәй яғыулыҡта - уныһы инде үҙегеҙҙән тора.

Земфира ХӘБИРОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.20 | Ҡаралған: 650

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru