«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘҮӘҪКӘР БАЛЫҠСЫЛАРҘЫ КЕМ ҠЫЙЫРҺЫТА?
+  - 

Башҡортостан - иллегә яҡын төр балығы булған йылға-күлдәргә бай төбәк. Балыҡсылар араһында айырыуса Ағиҙел, Әй, Ләмәҙ, Эйек йылғалары, Яҡтыкүл, Асылыкүл, Ҡандракүл, Павловка һыуһаҡлағысы популяр иҫәпләнә. Республикала йылдың һәр миҙгелендә лә, ыуылдырыҡ сәскән ваҡытты, атап әйткәндә, 15 апрелдән 15 июнгә тиклем осорҙо иҫәпләмәгәндә, балыҡ тоторға мөмкин.

Әммә һуңғы йылдарҙа һәр бер районда тиерлек һәүәҫкәр балыҡсыларға үҙе йәшәгән төбәк янындағы һыу ятҡылығына барып, тыныс ҡына балыҡ ҡармаҡларға мөмкинлек булмай башлауы билдәле, сөнки уларҙың күбеһе шәхси милектә. Был бигерәк тә быуаларға ҡағыла. Бындай яһалма күлдәрҙә хатта күпселек осраҡта һыу инеү рөхсәт ителмәй, ә балыҡ ҡармаҡлау күптән түләүлегә әйләнде. Хаҡтар ҙур түгел дә ул. Әммә түләп ингәс, ниндәй ҙә булһа шарттар тыуҙырылырға, урындағы бюджетҡа ла өлөш сығырға тейеш. Һыу ятҡылыҡтарының шәхси ҡулдарға күсеүгә бәйле ошоға оҡшаш күренештәр, әлбиттә, халыҡ араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Улар мәсьәләне граждандар сходында күтәрә, яҡлау эҙләп, судҡа мөрәжәғәт итә башланы. Һәүәҫкәр балыҡсыларға бөгөн тағы бер проблема өҫтәлде: БР буйынса Рәсәй федераль балыҡсылыҡ агентлығы йөҙөндә балыҡ аулаусыларҙың үҙҙәренә "һунар итеүселәр" барлыҡҡа килде.
Шуға бәйле Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәттәре институттары советы агентлыҡ тарафынан балыҡсыларҙы ҡыйырһытыуҙы туҡтатыуҙы һорап, прокуратураға һәм Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итергә йыйына. Был турала Совет ағзаһы Зөлфиә Ғайсина хәбәр итте. Уның фекеренсә, "Росрыболовство" һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау буйынса үҙ бурыстарын башҡарыу урынына һәүәҫкәр балыҡсыларға көн күрһәтмәй. Миҫалға Зөлфиә Ғайсина ылымыҡ баҫҡан һыу ятҡылығының сүп-сар менән тулы яр буйҙары төшөрөлгән фотоны килтерә һәм агентлыҡтың үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙан һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға биреүҙе һәм һәүәҫкәр балыҡсыларға штраф һалыуҙы ғына күҙ уңында тотоуын билдәләй. Мәсьәләне өйрәнеү барышында Совет йәнә шуны асыҡлай: балыҡсылыҡ хужалығы эшмәкәрлеге өлкәһендә милекселек менән идара итеү БР буйынса "Росрыболовство" ҡарамағында һәм уның биләмәһе иҫәпләнә икән. "Ҡуртымға бирелгән һыу ятҡылыҡтары ошо ведомствоның вазифалы кешеләре һағында тип әйтерлек, шунлыҡтан, һәүәҫкәр балыҡсылар йыш ҡына ана шул һаҡтың "ҡорбаны"на әүерелә лә инде. Ошонан сығып, шундай һорау тыуа: бынан республика халҡына ни файҙа? Бюджет бындай "һаҡ"тан ниндәй килем ала һәм унан муниципалитеттар тормошо яҡшырамы икән?

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.20 | Ҡаралған: 411

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru