«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ДУҪ - ӨС ТАҒАН
+  - 


Утыҙ бер йыл рәттән кантон булып торған Дәүләтша Бикмөхәмәтовтың (Бикмәтовтың) ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән Хужәхмәт сабый сағынан, исем-аты менән генә түгел, ҡылыҡ-фиғеле яғынан да башҡа уландарынан ныҡ айырылып торған. Атай кеше уның исеменә "Йәсәүи" өҫтәмәһен тиккә генә бирмәгәндер. Киләсәктә ул аҡыллы улын шөһрәт ҡаҙанған ир уҙаманы итеп күрергә теләгәндер.

Хужәхмәт башланғыс белемде селт аҡ таштан төҙөлгән "Аҡ-Мәсет" ямиғ-мәктәбендә эстәй. Мәктәпте тамамлағанда һәләтле егет Ҡөрьән-Кәримде тулыһынса һәм һис яңылышмайынса яттан һөйләгән. Дәүләтша кантон, хәрби кеше (есаул) булараҡ, артабан уны үҙ юлынан китеүен теләп, ул мәлдәге данлыҡлы һәм мәртәбәле белем йорто һаналған Неплюев исемендәге Ырымбур хәрби училищеһына уҡырға алып бара. Ул Хужәхмәтте киләсәктә кантон дибегәһен үҙ ҡулына алыр ышаныслы вариҫы итеп күрә.
Ул осорҙа ике йөҙҙән ашыу уҡыусы һаналған хәрби мәктәптең утыҙ урыны махсус рәүештә Башҡорт-Мишәр ағуталарының балалары өсөн тотолған. Ырымбур губернаторы Перовский менән яҡындан танышлығы, хатта ниндәйҙер кимәлдә әшнәлеге арҡаһында Дәүләтшаға Хужәхмәтте унда урынлаштырыуы ҙур ауырлыҡ тыуҙырмағандыр. Шулай уҡыуының ике йылы арыу ғына үтеп китә. Сираттағы йәй етеп, үҙе әйтмешләй, "оҙай" ялына ҡайтҡанында булған осраҡ Хужәхмәттең ыуыҙ яҙмышын көтөлмәгән ерҙән ҡырҡа бороп ебәрә. Улының рөшдине уңышлы (икенсе баҫҡыс) ослап ҡайтыу хөрмәтенә Дәүләтша ҡунаҡ йыя. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында ул мәлдәге яҡын-тирәгә билдәле Камалетдин мулла ла була. Мулла Хужәхмәттең тиҫтере самаһындағы үҫмер малайын да эйәрткән. Өлкәндәр һый-хөрмәт, уйын-көлкө менән булған арала малайҙар танышып алырға өлгөрә.
- Һинең исемең кем? - тип ҡыҙыҡһына Хужәхмәт.
- Мифтахетдин, - була яуап.
Хужәхмәт шул мәлдә уның алдында киләсәктә даны алыҫтарға таралыр ялҡынлы, тура, үткер һүҙле шағир, мәғрифәтсе торғанын уйлап та бирмәгәндер. Алсаҡ холоҡло, итәғәтле, һиҙгер Мифтахетдин тиҙ арала Хужәхмәттең күңелен яулап өлгөрә. Уларҙың мөнәсәбәте дуҫлыҡҡа әүерелә. Өс көндән ҡунаҡтарҙы оҙатҡанда Хужәхмәт атаһын көтөлмәгән үтенес менән шаҡ ҡатыра:
- Атай, мин Мифтахетдин менән китәм.
- Мифтахетдин менән? Ҡайҙа, ҡунаҡҡамы?
- Юҡ, беҙ уҡырға китергә һөйләштек. Стәрлебаш мәҙрәсәһенә.
- Ә Ырымбур? Кадет мәктәбе? - Кантон башлығы, әлбиттә, ҡырҡа ризаһыҙлыҡ белдерә. Ошо урында күпте күргән, күпте кисергән ниндәйҙер кимәлдә әүлиәлек һәләтенә эйә Камалетдин хәҙрәт һүҙгә ҡушыла:
- Дәүләтша ҡустым, - ти ул, - күреп торам, уғланыңдын күңеле ҡәтғи ҡанунлы хәрби эшкә тартылмай, фиғеле йомшаҡ кеүек. Һин уның теләгенә ҡаршы килмә, тәҡдирен боҙоп ҡуйырһың. Ул шәфҡәтле фәндәрҙе өйрәнергә тейеш.
Камалетдин мулланың абруйы шул ҡәҙәре булғандыр, хатта кантон ише кантон да уға ҡаршы төшә алмай. Шул рәүешле Хужәхмәт Йәсәүи данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһе шәкерте булып китә. Унда әле бүтән бер ерҙә лә булмаған йәҙит ысулы индерелә. Дини дәрестәр менән бер ҡатарҙан урыҫ теле, әлеге заманда иң кәрәклегә әйләнә барған география, математика фәндәре уҡытыла, һәр төрлө тарих, тәбиғәт күренештәре өйрәнелә.
Мифтахетдин дуҫы кеүек Хужәхмәт тә күҙгә ташланып торған һәләттәре менән тиҫтерҙәрен генә түгел, уҡытыусыларҙы ла шаҡ ҡатыра. Изге Ҡөрьән-Кәримде яттан һөйләү бәйгеләрендә уға еткән кеше булмай. Шулай һәүетемсә генә уҡып йөрөгәнендә атаһы ауырып, түшәккә йығыла. Хәле үтә ауыр Дәүләтша шулай ҙа уландары алдында васыяттарын әйтеп ҡалдырырға өлгөрә. Васыят буйынса Хужәхмәт 3-сө кантон үҙәге Ҡорман ауылы мәсетенә мулла булып ҡайтырға тейеш була. Әммә быға урындағы мәсеттәрҙең мөхтәсибтәре ҡаршы килә. Имеш, Бикмәтовтар шайтан ҡотҡоһона бирелеп, көфөрҙәр ихтыярына табына. Дан хаҡына хатта имандарын һатырға һәләтлеләр. География, математика, тарих, тәбиғәт фәндәрен, урыҫ телен өйрәнеү Хужәхмәткә шул рәүешле ҡабырғаһы менән сыға. Ошо сәбәпле ул күрше урыҫ ауылы Карпиноға урынлашырға мәжбүр була.
Ҡорман ауылы мәсетенә нигеҙ һалыусы Дәүләтша кантон вафат ҡылып, йыназаһын үтәгәндә әҙәп-иман яғынан үҙҙәре өлгө булырға тейешле руханиҙар яғынан аҡылға һыймаҫ эштәр башҡарыла - имам мәйетте пакландырыу йолаһынан баш тарта, мәрхүмде ерләргә ҡәберлектән урын бирмәйҙәр. Ғөсөл, кәфенләү ғәмәлен уландары башҡара, мәрхүмде ауыл ситенә ерләйҙәр. Хәҙерге көндә ул урын "Сәйетйәғәфәр аймағы" тип атала. Матур сауҡалыҡ эсендәге ҡәбер өҫтөнә Дәүләтша кантон исем-шәрифе соҡоп яҙылған ҙур таш ҡуйылған.
Һәләтен, оҫталығын артабан үҫтереү ниәте менән, ғаиләһен ваҡытлыса Мөслим ауылында ҡалдырып, Хужәхмәт далан артынан юллана. Уның ҡолаҡ ситенә ҡайҙалыр бик уҡымышлы, бик зыялы, әҙәм уйында ни барын белә алған хәҙрәти кеше бар икән, тигән хәбәр ишетелеп ҡалған була. Маҡсаты уны эҙләп табыу. Дөм-ҡара йыһандағы сағыу йондоҙҙо шәйләп алыуы ҡыйын булмаған кеүек, үҙенән даны алда йөрөгән хәҙрәтте лә табыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ул Үрге Урал (Верхнеуральский) Аҡҡужа ауылы имам-хатибы Рәсүлев Зәйнулла атлы уҙаман булып сыға.
Алдына тәрбиәле, мәҙәниәтле, зирәк аҡыллы кеше килеп баҫҡанын күреп алған Зәйнулла мулла Хужәхмәтте ихлас күңелдән ҡабул итә.
- Беҙгә һинең кеүектәр кәрәк, бик тә кәрәк, - тип арҡаһынан ҡаға һәм ошо уҡ мәсеттә эшкә ҡалдыра. Күп тә үтмәҫтән, шул уҡ Рәсүлев ярҙамында ғаиләһен дә эргәһенә күсереп ала. Тора-бара Хужәхмәт үҙенән дүрт йәшкә кесе имамдың уң ҡулына әүерелә. Имам уға иң сетерекле, уйлай, фекерләй белеү талап иткән эштәрҙе ышанып тапшыра, үҙе белемен арттырырға Ыстамбул ҡалаһына юлланғанда урынына ҡалдыра. Шул рәүешле Хужәхмәт Йәсәүи Бикмәтов данлыҡлы Аҡҡужа мәсетенең имам-хатибы дәрәжәһенә күтәрелә.
Намаҙҙарҙан һуң, бигерәк тә йома кистәрен, Хужәхмәт хәтирә-уйҙарға сумып ултыра, тыуып үҫкән яҡтарын юҡһына, ватанын һағына. Ошо мәлдә Ҡормандар, яҡын туғандары ни хәлдә яталарҙыр? Атаһы төҙөткән иман йортондағы иманһыҙ бәндәләрҙең ҡылығына һаман булһа йәне әрней. Мифтахетдин дуҫы ҡайҙарҙа, ни ҡылып йөрөй икән? Бына кемгә ышанып тапшырырға ул иман таратыуҙы! Ә уныһы был мәлдә тура теле арҡаһында тиктомалға эҙәрлекләүҙәр үҙәгенә ныҡ үтеүҙән, ҡасып-боҫоп тигәндәй, ҡаҙаҡ далаларына сығып китеп, балалар уҡытып йөрөгән була. Тора-бара ябай ҡаҙаҡ кешеләре уның былай ҙа билдәле исем-шәрифенә абруйлы, мәңгелеккә йәбешеп ҡалыр "Аҡмулла" ҡушаматын өҫтәп әйтер була. Әммә уны күрә алмаған, уның әсе теленән "зыян" күргән тар эсле әҙәмдәр Мифтахетдинды, хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөй, тип шикәйәт яҙа. Уны шунда уҡ тотоп ябалар. Хәйер, хәҙрәт Зәйнулла Рәсүлев менән дә шул уҡ хәл ҡабатлана. Уны Вологда губернаһы, Никольский ҡалаһы тарафтарына һигеҙ йылға һөргөнгә оҙаталар.
Дуҫтарынан яҙҙырылған Хужәхмәт шулай ҙа сит тарафтарҙа яңғыҙ ҡалған торна ише аҙашып йөрөмәй, ҡабат үҙ яҡтарына ҡайтып төпләнә, имандарына ҡайта белмәгән иҫкелек ҡалдыҡтары менән көрәшкә тотона. Элекке кантон башлығының улы булараҡ властар алдында уның абруйын оҫта файҙалана. Маҡсатына ирешеү өсөн губерна, Дәүләт Советының үҙенә мөрәжәғәт итеүҙән дә тартынып тормай. Хужәхмәт Йәсәүи хатта ике тапҡыр Ырымбур губернаһы Дәүләт думаһы депутаты Шәһишәриф Мәтинов менән бергә Санкт-Петербург ҡалаһының граждандар һәм руханиҙар Департаменты комиссияһының ултырышында ҡатнаша. Унда ул ошоғаса алдына алып, ғүмеренең маҡсаты итеп ҡуйған милли мәктәптәр асыу, уларҙың һанын арттырыу, белем усаҡтарының таралыш селтәрен киңәйтеү мәсьәләһенән тайпылмай.
Һөргөндән иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан Зәйнулла Мифтахетдин менән Хужәхмәт дуҫтарын янына саҡыра. Хәҙер инде улар өсәү - өс дуҫ, өс таған, тип ҡанатлана. Әммә янына Хужәхмәт кенә килә.
- Ә Мифтахетдин ҡайҙа? - тип һорай Рәсүлев.
- Аҡмуллабыҙ бар донъяһын күтәреп һуҡты ла, сыҡты ла китте, - ти Хужәхмәт, - хәҙерге көндә ҡайҙа йөрөгәне лә билдәһеҙ.
Бер мәлде Зәйнулла Рәсүлев Уралтау аръяғы олоҫтарының зыялы башҡорттарын йыйып, ҡор үткәрә. Ошо ҡорҙа уны бер тауыштан ишан дәрәжәһенә күтәрәләр. Йыйын аҙағында ишан Тамъян-Түңгәүер олоҫо, Амангилде ауылынан килгән Сафуан хәҙрәтте осрата. Хәҙрәттең ҡатыны вафат булған икән, уны өйләндерә. Сафуан хәҙрәттең йәш кенә кәләше Хужәхмәт Йәсәүиҙең ҡыҙы була. Зәйнулла ишан Хужәхмәт дуҫын да икенсегә өйләндереп ташлай. Уның йәш ҡатыны Шәрип ауылына күрше Мулдаҡайҙың хәлле генә кешеһе Әлфәх Исхаҡовтың ҡыҙы Мәфтуха һылыу була.
Ҡайныһы менән сәфәргә сыҡҡанында Хужәхмәт Хәлил ауылын күреп, уны тыуған ауылы Ҡорманға оҡшата һәм ошонда заман мәктәбе асырға ҡарар итә. Аҙаҡ Хужәхмәт Йәсәүи ошо мәктәптең хужаһы итеп ҡуйыла. Унда ошоғаса күрелмәгәнсә ағас улаҡтар буйлап һыу үткәрелә. Тәүге уҡытыусылар булып, Троицк тарафтарынан Мусин Камил, Собханғолов Фазыл, Әминев Мөхәммәт, Батыршин Нәжәр исемле кешеләр саҡырыла, уларға тейешле эш хаҡы тәғәйенләнә. Ғүмеренең иң оло маҡсатына ирешкән зыялы зат оло ҡәнәғәтлек кисерә. Ул бит башҡа яҡтарҙа әлегә күрелмәгән яңылыҡҡа нигеҙ һала. Бынан ары балалар тик Ҡөрьән генә тотоп ултырмаясаҡ, ә бүтән төрлө доньяуи фәндәрҙе лә үҙләштерәсәк. Быныһы инде илебеҙҙең алға барыуына, артабанғы үҫешенә ҙур этәргес булыр, иншалла, тип өмөмтләнә ул.
Күп ваҡыт та үтмәй, ҡара эсле әҙәмдәр төн ҡараңғылығында Мифтахетдин Аҡмулланың ғүмерен ҡыйып китә. Дуҫының вафатына йыл тулыр-тулмаҫ Хужәхмәт Йәсәүи Бикмәтов та донъя ҡуя. Арҙаҡлы шәйех дәрәжәһенә күтәрелгән Зәйнулла ишан Рәсүлевҡа үткәненән дә болғауырыраҡ яңы быуатта ун ете йыл ғүмер кисерергә яҙа. Бер туғандай йәшәгән өс дуҫ кешегә ярҙамсыл, барыһына мәрхәмәтле, шәфҡәтле холоҡтары, игелек-итәғәт сифаттары, йомшаҡ һүҙҙәре, яҡты йөҙҙәре менән халыҡ хәтерендә ҡалған.

Иҙрис НОҒОМАНОВ,
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.20 | Ҡаралған: 504

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru