Гәзитебеҙҙең 36-сы һанындағы "Бәхәс ҡорайыҡмы?" тигән рубрикала Рәсилә исемле авторҙың монологын уҡып сыҡҡас, күптәр был гүзәл заттың ысынлап та бәхетһеҙ булыуына инанып, уны йәлләгәндер. Мин дә йәлләнем. Әммә, "өмөтһөҙ - шайтан", тигәндәй, үҙем шәхсән "хәл ителмәҫтәй ситуация булмай ул", тигән инаныуҙамын. Кемдер берәүҙең был ҡатын-ҡыҙға "Эскесе иреңдән айырыл да кит", - тип еңел генә кәңәш биреүен дә күҙаллайым. Һирәгерәктәр "Түҙеп йәшә", - тип әйтәсәк. Мин Рәсилә һылыуға: "Башҡаларға ҡарап фекерлә лә, үҙеңә ҡарап Аллаһ Тәғәләгә шөкөр ит", - тип кәңәш итер инем. "Ни өсөн? Ирем эсексе булғаны өсөнмө?..." - тиәсәк ул мотлаҡ. "Юҡ, Рәсилә ҡыҙым, - тип әйтер инем мин уға. - Уның өсөн түгел, Аллаһ хаҡы өсөн".
Тирә-яғыңды байҡап, кешеләрҙең нисек йәшәгәнен ҡараһаң, ысынлап та, үҙең әйтмешләй, бик күптәр бына тигән йәшәп тик ята һымаҡ. Әммә һәр бер ғаиләнең эсенә инеп ҡарап булмай икәнлеген үҙең дә һис инҡар итмәҫһең, моғайын. Кемдер берәү һиңә ирһеҙ тыныс ҡына йәшәп ятҡан һымаҡ тойола, әммә уның яңғыҙлыҡтан ут йотоп ғүмер кисергәнлеген башҡалар белмәй. Икенсе берәү ире менән һис бер ҡайғыһыҙ ғүмер итә, әммә бик бәхетле тип һаналған ғаиләлә лә һәр саҡ ниндәй ҙә булһа проблемалар килеп сығып тора. Һәр кеше өсөн үҙенең проблемаһы иң ҙур булып тойола. Бер кем дә һиңә килеп ғаиләһенең ана шул хәлен һөйләп тормай, әлбиттә.
Уйланып алайыҡ әле, Рәсилә һылыу. Бер ғаилә финанс мәсьәләһендә һәр саҡ ҡытлыҡ кисерә, ә һин дә мин йәшәп ятҡан икенсеһе автоһәләкәткә осрап, машинаһын ватҡан, өсөнсөһөнөң йорт - ҡураһы янып, өйһөҙ ҡалған, дүртенсеһенең өйөн һыу баҫҡан һ.б.
Фәлән ғаилә бай, ир ҙә аҡсаны көрәп ала, ике ҡатлы коттежда йәшәй. Әммә, бер балаһы сирле тыуып, нисәмә йыл түшәктә ята. Инде матур егет төҫөнә ингән, мыйыҡ сығып килгән, әммә бер йәшлек сабый кәүҙәле был баланы һаман күтәреп йөрөгән, ҡалаҡ тотоп ашатҡан ата-әсәһе һиңә ҡарағанда бәхетлерәкме? Үҙеңдең яныңда, кемдер әйтмешләй, шалҡандай һап-һау балаларың йүгереп йөрөй, һин бәғзе ваҡыт уларға хатта асыуланып та алаһың. Ошо йәһәттән һин бит күпкә бәхетлерәк!
Икенсе бер яҡташбикәң ҡәйнә йортонда ирҙең ҡаты әсәһенә нисек ярарға белмәй аптырай. Шул арҡала яратҡан ире менән әленән-әле ҡытыршылыҡтар сығып тора. Тағы бер пар бала-сағаһы булмау сәбәпле ниндәй генә табиптарға мөрәжәғәт итмәне. Күңел баҫырлыҡ сабыйы булмаған был ғаиләнең нәфис заты ла үҙен донъяла иң бәхетһеҙ итеп тоя. Ниндәйҙер хужабикә көн дә дарыу эсеүҙе талап иткән сир менән ыҙалана, икенсеһенә үҙенең яратҡан ашамлығын ашауҙы табип тыйған, өсөнсөһө - кардиологта, дүртенсеһе офтальмологта иҫәптә тора, бишенсеһе - ҡиммәтле операцияға мохтаж, шуға аҡса йыя…
Аңлауымса, Рәсилә ханым, һин юғары уҡыу йортон тамамлағанһың, яратҡан эшең дә бар. Ә күрше урамда йәшәгән тиҫтерең күпме генә уҡырға инергә тырышып та булдыра алманы. Теләгән уҡыу йортона инә алмай, өйөнә әйләнеп ҡайҡан һайын: "Мин - бәхетһеҙ", - тип илай ине. Тағы бер әхирәтең күптән түгел генә: "Ирем эсеүгә эсмәй ҙә ул, тик ситтә гүләйт ҡыла," - тип зарланғанын онотма. Ул да үҙен иң бәхетһеҙҙәрҙән һанай. Ә икенсе бер гүзәл зат үҙе үк ситтән "урлаштыра". Уны ла һиңә ҡарағанда бәхетлерәк түгел тип иҫәпләйем. Бындайҙарҙы һанап китә башлаһаң, осо-ҡырыйы юҡ бит ул, Рәсилә һылыу!
Ирең егет саҡта, уға тормошҡа сығырға ризалығыңды биргән мәлдә: "Мин һиңә яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып ҡына кейәүгә сығам", - тип әйтмәгәнһеңдер, моғайын. Уның һөйөүенә, наҙына шундай уҡ йылылыҡ менән дә яуап биргәнһеңдер. Баштан, йәғни, тәүге никах кисе үткәс тә, иртәгеһенә үк шулай эскесе булып китмәгәндер хәләл ефетең. Аңлауымса, балаларығыҙ ҙа берәү генә түгел. Тимәк, күпмелер ваҡыт башҡалар һымаҡ рәтле генә йәшәп тә алғанһығыҙ. Тын алыуыңдан һиҙеп торам, Рәсилә: өйөгөҙҙә - ныҡлы тәртип, таҙалыҡ тотаһың. Балаларыңды ла әллә ни иркәләп бармайһың, уларға ярайһы ғына талапсанһың. Хәләл ефетеңде лә ныҡ ҡына итеп "тоторға" ҡаршы түгелһең, әммә ул, әлеге хәрәм эсемлек арҡаһында һиңә баш бирергә уйламай. Һин уның һайын нығыраҡ асыуланаһың. Эскесе булыуына ҡарамаҫтан, һаман да үҙенең ирлеген итергә маташып, һиңә ул айбарланған була. Күңелем һиҙә, ул һиңә ҡул күтәрергә баҙнат итмәй. Айыҡ саҡтары ла булғылай бит уның. Беҙҙең халыҡта "Бүренең ауыҙы ашаһа ла, ашамаһа ла - ҡан" тигән әйтем йөрөй. Уға ҡарата гел генә асыулы булыуың да - тәбиғи. Һинең урында бер генә ҡатын да бындай иргә шат булмаҫ ине шул. Аңлап торам, иреңдең хәмер яратыуын бик ауыр кисерәһең. Рәсилә һылыу, ә башыңа бер саҡ ошондай уй килгәне бармы: бәлки, бына ошо ауыр сирҙән ул үҙе лә нисек ҡотолорға белмәйҙер? Һин уны, моғайын, һәр саҡ "алкаш", тип тиргәйһең, ә табип булараҡ, мин алкоголизмды "сир" тип атайым. Бәлки, ул һинең һәр саҡ асыуланып йөрөүеңдә түгел, ә уның менән бер аҙ ғына йомшағыраҡ мөғәмәләлә булып, матурлап ҡына һөйләшеп алыуыңа ла мохтаждыр…
Тағы бер нәмә: һинең хәмергә ҡырҡа кире ҡарашта булыуың - үҙең өсөн оло бәхет бит! Ә күпме ғаилә башлыҡтары ҡосаҡлашып ултырып йә "һөйрәлеп йөрөп" эсеп, балаларын зар илатып ғүмер итә. Минеңсә, Рәсилә һылыу, һеҙҙең ғаилә хәле башҡа бик күптәргә ҡарағанда хатта яҡшыраҡтыр ҙа. Ә эскесе иреңде нисек тә булһа дауаларға кәрәклеге, әлбиттә, көн кеүек асыҡ. Алкоголик, ғәҙәттә, үҙен бер ҡасан да сирле кешегә һанамай. Үҙенең ана шул хәлен таныу бәхетенә ирешкән кеше һис шикһеҙ ошо сирҙән ҡотолорға теләйәсәк. Ул сирҙән арына алмаған кеше әкренләп (хатта шәпләп тә) упҡын төбөнә тәгәрәй. Бындай сирҙән ҡотолорға теләмәгән кеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әллә ни оҙаҡҡа ла бармай (Бынан бер нисә йыл элек "Мәкерле сир" тип аталған мәҡәләм ошо гәзиттә донъя күргәйне. Ана шуны табып иреңә уҡытһаң, ифрат та файҙалы булыр ине. Бәғзе берәүҙәр шул мәҡәлә менән танышҡас: "Минең хаҡта яҙғанһың бит," - тип тә әйткеләне).
Ә ғаиләңде тарҡатырға ашыҡма, Рәсилә һылыу. Эскелектән ҡотолоп, ысынлап та, ифрат яҡшы йәшәп киткән кешеләрҙе лә күргәнем бар. Ә "…егеттәргә саф ҡыҙҙар кәрәкмәй икән, минең менән бергә уҡыған ҡыҙҙар йәштән егеттәр менән йоҡлап йөрөп, уларҙың яҡшыһын һайлап алды…" тигәнерәк уйҙарыңдан арынырға тырыш. Ир-егеттәрҙең күпселеге тормошта тап һинең һымаҡ эшсән, етди ҡыҙҙарҙы хуп күрә ул.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
КИРЕ СЫҒЫРҒА