Был тажзәхмәт, ирекһеҙҙән, йәмғиәтте шикләнергә өйрәтте: эргәлә берәйһе сөскөрһә лә, йүткерһә лә, шунда уҡ баштан мең төрлө уй үтә - сирле түгелме икән... Ә бит кеше сәбәпһеҙ ҙә сөскөрөүе йәки йүтәлләп алыуы мөмкин. Шулай ҙа бөгөн шикләнеү кәрәктер ҙә, сөнки эргәбеҙҙә әллә күпме кешенең сирҙе тышҡы билдәләрһеҙ генә үткәреп ебәреүе, вирус йөрөтөүсе булыуы мөмкин. Әммә шикләнеү ҙә самалы булырға тейеш, юҡһа, уның фобияға әйләнеп, организмға кире йоғонто яһауы ла бар. Юҡҡа ғына психологтар ҙа, ниндәй генә сир булыуға ҡарамаҫтан, иң мөһиме - күңел көрлөгөн һаҡларға, шатлана-ҡыуана белеү сифатынан айырылмаҫҡа кәңәш итә, көлөүҙе хатта терапия тип тә атай. Ләкин бәндә бағышлай, Хоҙай һағышлай, тип бер нигеҙһеҙ әйтмәгәндәр: Аллаһы Тәғәләнең беҙгә ҡарата үҙ пландары бар һәм ул көтмәгәндә-уйламағанда һынау биреп тә ҡуя. Әгәр ҙә организмығыҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр һәм яңы коронавирус инфекцияһына шик тыуһа, артабан был шигегеҙ раҫланһа, нимәләр эшләргә? Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына ошо хаҡта бына нимәләр һөйләй.
Коронавирус симптомдары киҫкен респиратор вирус инфекцияһына (ОРВИ) оҡшаш:
- тән температураһы күтәрелә,
- тын алыуы ауырлаша,
- сөскөртә, йүткертә, танау тона,
- мускулдар һәм күкрәк ауырта,
- баш ауырта һәм хәлһеҙлек тойола,
- күңел уйнарға, эс китергә мөмкин.
Әгәр коронавирус сирле менән бәйләнештә булһағыҙ, ауырыу көсәйгән илдән ҡайтһағыҙ, температурағыҙ юғары, тынығыҙ ҡыҫыла, йүткертә икән - өйҙә ҡалығыҙ һәм табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Хәҙер өйҙә медицина ярҙамы элекке кеүек 38,5 градус булғанда ғына түгел, ә теләһә ниндәй температура ваҡытында ла күрһәтелә. Әйткәндәй, терегөмөшлө градусниктарға өҫтөнлөк биреү яҡшы, сөнки улар дөрөҫ күрһәтә. Контактһыҙ градусниктар кеше урамдан ингәндә - түбән итеп, ә инде хәрәкәт иткәндән һуң, киреһенсә, юғары температура күрһәтеүе ихтимал. Медицина хеҙмәткәре температураны үлсәргә, йөрәк эшмәкәрлеген тикшерергә, ҡан баҫымын үлсәргә, пульсоксиметрия үткәрергә тейеш. Һөҙөмтәләр буйынса ул йә ҡандың дөйөм анализын тапшырыуҙы, йә компьютер томографияһы (КТ) үтеүҙе билдәләйәсәк.
Сир киҫкен үткәндә тән температураһы 38,5 градустан юғарыраҡ була, тын ҡыҫыла, тын алыуы ауырлаша. Сатурация ваҡытында ҡандағы кислород 90-92 процент булһа, өҫтәмә рәүештә ҡандың биохимик анализы, күкрәк ситлегенә КТ йәки рентгенография билдәләнә. Коронавирус раҫланған осраҡта һәр ваҡытта ла мотлаҡ дауаханала ятыу кәрәкмәй. Сир еңел үткәндә пациент участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙә дауаланырға мөмкин. Сир урта һәм ауыр дәрәжәлә булһа, тиҙ ярҙам бригадаһы саҡырыла. Сирле, әгәр хәл-торошо ҡапыл насарланһа, үҙе лә тиҙ ярҙам саҡыра ала.
Ниндәй профилактика ғәмәлдәре башҡарырға?
- Социаль дистанция һәм битлек режимын һаҡларға!
- Ҡулдарҙы йыуырға һәм эшкәртергә!
- Биткә ҡулдар менән теймәҫкә!
- Халыҡ күп булған ерҙә йөрөмәҫкә!
- Сәйәхәттәрҙе кисектерергә!
Компьютер томографияһы һәм рентген-тикшереүҙәр
Алда әйтеп үтеүебеҙсә, пневмонияны диагностикалау ике юл менән башҡарыла: КТ һәм рентгенография. Уларҙың икеһе лә һөҙөмтәле. Ауыр дәрәжәле сирлеләргә генә КТ үткәрелә, башҡа осраҡтарҙа рентгенография ла үткәрелеүе мөмкин. Бында шуны ла оноторға ярамай, компьютер томографияһы - ул дауа түгел, ә организмдың нурланыуы сәләмәтлек өсөн зыянлы. Шуға күрә, тәүге шик булыу менән КТ үтергә ашыҡмағыҙ. Сирләгән осраҡта ла тәүге 5-6 көндә үпкәнең зарарланыуы күренмәй. КТ-ға йүнәлтмәне дауалаусы табип температура 5 көн дауамында 38 градустан юғары булғанда, ҡапыл тын алыуы ауырлашҡанда, күкрәк ситлеге ауыртҡанда, һауа етмәгәндәй тойолғанда, сатурация 92-90 проценттан түбән булғанда бирә.
Пульсоксиметрияға килгәндә, ул тын алыу етешһеҙлеген асыҡлау өсөн кәрәк. Прибор менән табиптар ҡуллана, әммә уны граждандар үҙҙәре һатып алып, өй шарттарында ла сатурацияны күҙәтеп тора ала. Норма - 97-99 процент, әгәр 95 проценттан түбән булһа - күҙәтеү аҫтына торорға, 92-90 процент булғанда мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк.
Күптәр "тиҙ ярҙам" саҡыртып та, уларҙы көтөп ала алмауына зарлана. Әлеге ваҡытта, яҙғы осор кеүек, сирҙең артыуы күҙәтелә һәм "тиҙ ярҙам" бригадаһына шылтыратыуҙар геометрик прогрессияла арта. Әгәр был хеҙмәткә шылтырата алмаһағыҙ, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирус инфекцияһы мәсьәләләре буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләгән күп каналлы тура бәйләнеш телефондарына шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20.
КИРЕ СЫҒЫРҒА