8 ғинуарҙан Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл реконструкцияға ябылды. Ҡалаға аэропорт яғынан көньяҡтан инеү "ҡапҡаһы" булған урын иң йәнлеләрҙән һәм көсөргәнешлеләрҙән һанала һәм ул үҙенең үткәреү һәләтен түбәнәйтеп, бик йыш "тығын"дар барлыҡҡа килтерә ине.
Ағиҙел йылғаһы аша һалынған ике күпер араһында төҙөлгән яңы күпер уның үткәреү һәләтен арттырырға тейеш тип күҙаллана, әммә артабан юл сиселеше ихтималлығы килеп баҫа, сөнки транспорт ағымы артып, "тығын"дар проблемаһы тағы ла киҫкенләшеүе мөмкин. Реконструкция ихтыяжы ошо киләсәкте күҙаллауҙан килеп тыуа ла инде. Эштәрҙе 2021 йылдың ноябренә тамамлау планлаштырыла, 2022 йылдың төҙөлөш миҙгелендә Ҡала көнөнә тиклем уны ахырына еткереү күҙаллана. Йәғни реконструкция эштәре 11 ай туҡтауһыҙ, ялһыҙ, байрамдарһыҙ тәүлек әйләнәһенә ике сменала алып барыласаҡ. Яһалма ҡоролмаларҙа (юлдар һәм күперҙәр) эшләү махсус технологик циклдарҙы һәм процестарҙы һаҡлау талап иткәнлектән, унда эшселәр талап буйынса эшләй. Тәүҙә проект буйынса эштәр өлөшләтә башҡарылырға тейеш булһа, төҙөлөштө 5-6 айға ҡыҫҡартыу маҡсатында юлды тулыһынса ябыу схемаһы ҡабул ителә.
Автомобилдәр ағымының йүнәлешен бер аҙ үҙгәртеү маҡсатында быға тиклем Посадская, Сун-Ят-Сен, Октябрь Революцияһы, Минһажев һ.б. урамдарҙа юлдар ремонтланған. Посадская урамында Салауат Юлаев проспекты йүнәлешендә һәм Минһажев урамында ҡала үҙәге йүнәлешендә бер яҡлы хәрәкәт индерелә, бынан тыш, Октябрь Революцияһы урамынан төшкәндә һул яҡҡа боролоу һәм эргәләге урамдарҙа транспорт сараларын парковкалау, Зәки Вәлиди, Пушкин, Октябрь Революцияһы, Коммунистик, Минһажев, Ветошников урамдарында автотранспорт парковкалары тыйыла. Менделеев, Сун-Ят-Сен, Воровский, Минһажев урамдары сатында светофорҙарҙың эш режимы көйләнгән. Шулай уҡ Яр буйы урамы менән Дуҫлыҡ Монументы майҙаны, Зәки Вәлиди урамы менән "Торатау" Конгресс-холы районында яр буйына төшкән урында өҫтәмә светофорҙар ҡуйылған. Ҡала үҙәгенән Дуҫлыҡ Монументына йәки кире йүнәлештә хәрәкәт иткәндә граждандар Яр буйы урамын файҙалана ала. Бынан тыш, Октябрь Революцияһы, Баҡалы, Киров, Ғөбәйҙуллин урамдарын һәм башҡа төньяҡтараҡ урынлашҡан урамдарҙы файҙаланырға мөмкин. Төҙөлөш эштәре барышында Салауат Юлаев проспектынан Әй урамына тиклемге арауыҡта көндөҙгө ваҡытта йөк транспорты хәрәкәте туҡтатылған. Тейешле мәғлүмәт барлыҡ сауҙа селтәрҙәренә һәм транспорт компанияларына еткерелгән.
Реконструкция эштәре барышында автомобиль хужалары тығындарҙы булдырмау өсөн урау юлдарҙы һайлай ала. Мәҫәлән, Дим районы халҡы Өфөгә Затон биҫтәһе аша йөрөй ала. Шулай уҡ "Пугачев урамы - Нуғай шоссеһы - М5 федераль трассаһы" маршрутын да файҙаланырға була. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәргә "Интернациональ урамы - Перспективалы урам - М5 федераль трассаһы" маршруты тәҡдим ителә.
Автотранспорт хәрәкәте үҙгәреүе сәбәпле, ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында барлыҡ мәғлүмәт, схемалар, урау юлдар варианттары һәм барлыҡ һорауҙарға аңлатмалар тупланған махсус бүлек эшләй. Йәмәғәт транспорты ла маршрутын үҙгәртә, әммә туҡталыштар үҙгәрмәй. Был юл буйынса 31, 51, 51а, 211, 234, 291, 14, 57, 57a, 214, 216, 257к, 277, 298, 54, 232, 235 һанлы автобус маршруттары үтә, уларҙың хәрәкәтен № 2А, № 2Б, № 2В схемаһында күрергә мөмкин. Транспорт урау юлдан йөрөгәс, йәмәғәт транспорты менән файҙаланыусыларға юлдағы ваҡыттың оҙайлыраҡ булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Әйткәндәй, № 31, 51, 57, 234, 235, 262к, 291 маршруттарында автобустар һаны 22 берәмеккә арттырылған. Шулай уҡ шәхси автотранспорт хужаларына ла хәрәкәт маршрутын алдан планлаштырыу зарур.
Әлбиттә, ҡала ҙурайған һәм халыҡтың йәшәү кимәле үҫкән һайын тәү сиратта юл проблемаһы тыуып торасаҡ. Әммә граждандарҙы проект хаҡында алдан тейешле кимәлдә иҫкәртмәйенсә, 30 декабрҙә генә иғлан итеп, 8 ғинуарҙа уны тормошҡа ашыра башлауҙары борсой. Ғәмәлдә иһә Өфө ҡалаһының генераль планында Салауат Юлаев проспекты проекты беренсе тапҡыр уҙған быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килә. Һуңынан проект 2000 йылда эшләнеп бөтөп, 2007 йылда ҡулланыуға тапшырыла. Шул ваҡытта уҡ юл сиселешенең камил булмауы, унан төшөү юлдарының етмәүе билдәле була. 2017 йылда ғына юл сиселешен реконструкциялау проекты раҫлана һәм ул өсөнсө күпер төҙөлөшө менән тығыҙ бәйләнгән, әммә финанстар бары тик 2020 йылда ғына бүленә һәм шунда уҡ эш тә башлана. Заманса мәғлүмәт технологиялары заманында йәшәйбеҙ, тиһәк тә, ҡайһы берәүҙәр Яңы йыл каникулдарында махсус рәүештә яңылыҡтарҙан ял итеү өсөн цивилизациянан ситкәрәк китергә, аҙна-ун көн бер ниндәй бәйләнеш булмаған ерҙәрҙә йөрөрөгә тырыша... һәм ҡайтыуҙарына шундай яңылыҡ ҡаршы ала.
Эш аҙнаһы башланыуы юлдарҙа "тығын"дар барлыҡҡа килтермәһен өсөн баш ҡала муниципалитеты хакимиәтенең һәм ҡала хеҙмәттәренең (20,5 мең самаһы кеше) эш көнө иртәнге 9-ҙан түгел, ә 8-ҙән башлана хәҙер. Был иртәнге 8-ҙән 9-ға тиклем барлыҡҡа килгән "тығын"дарҙы бер аҙ кәметеүгә лә килтерергә тейеш. Шулай уҡ ҡаланан ситтә йәшәгән (аэропорт йүнәлешендә) ғаиләләр балаларын балалар баҡсаһына һәм мәктәптәргә иртәнге 7-лә килтерә ала. Уларҙы дежур төркөмдәр ҡабул итәсәк. Ә мәктәп уҡыусылары дәрестәр башланғанын тантаналар залында йәки дежур кластарҙа көтөп тора ала.
Ауыҙың бер бешкәс, һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡабаһың, тигәндәй, халыҡ хәҙер алдағыһын хәстәрләп, киләсәктә Шаҡша һәм Затон күперҙәрендә лә ремонт башланып, уларҙа ла шундай проблема килеп тыумаҫмы, тип борсола. Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был объекттар буйынса проекттар эшләнә, әммә әлегә финанс мәсьәләһе хәл ителмәгән.
Теманы дауам итеп...
"Вести-Башкортостан" телеканалының "Интервью" программаһы эфирында Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдар һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Константин Паппе көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
Республика Башлығының реконструкция эштәре мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу буйынса күрһәтмәһе булды. Уны нисек тормошҡа ашырырға уйлайһығыҙ һәм был башҡарылған эштең сифатында сағылмаҫмы?
- Был мәсьәлә өҫтөндә эшләйбеҙ, инженерҙар советын йыйҙыҡ. Әле үк төҙөлөш ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеге биргән фекерҙәр бар. Әммә бының өсөн ҡайһы бер эксперт советтарын үткәрергә кәрәк. Шунан ғына һуңғы һүҙ әйтергә мөмкин. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла, ләкин ҡайһы бер технологик мәсьәләләр арҡаһында эш туҡтатылып тороуы ла ихтимал. Мәҫәлән, ҡышҡы осорҙа бетон һалыу өсөн ул тәүҙә йылытылырға тейеш, йәғни бетон нығынмай тороп, башҡа эштәрҙе дауам итеү ярамай.
Баштан уҡ юл ноябрь һуңында тапшырыласаҡ тип күҙалланғайны, ә хәҙер ниндәй мөҙҙәт ҡарала?
- Беҙ ваҡыттан бер ни тиклем алда барабыҙ, аныҡлап әйткәндә, реконструкцияны өс этапта үткәрергә, беренсеһендә ғәмәлдәге юлға Һупайлы биҫтәһе яғынан тағы бер юл, икенсе этапта Ағиҙел яғынан бер юл төкәтергә тейеш инек. Өсөнсө этапта урта өлөштө һүтеп, шул урында тағы бер юл үткәргес эшләргә планлаштырғайныҡ. Бөгөн эшләнгән һәм тормошҡа ашырылған хәрәкәт схемаһы барлыҡ эштәрҙе бер этапта башҡарыу мөмкинлеге бирә. Өҫтәүенә, хәҙер тимер-бетон кострукцияларҙы объектта түгел, ә цех биналарында эшләү мөмкинлеген ҡарайбыҙ, йәғни әҙер материалды килтереп, урында монтаж ғына эшләргә була. Былар барыһы ла төҙөлөш ваҡытын ҡыҫҡартырға ярҙам итә.
Ҡала был объектты реконструкцияларға күптән планлаштыра, әммә ни өсөн ошондай киң ҡоласлы эш башланасағы тураһында халыҡҡа алдан хәбәр ителмәне?
- Тап ошо эш мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу маҡсатында проект институттары тарафынан ҡарарҙарҙы оптималләштереү, макро кимәлдә транспорт моделләштереүе буйынса эш алып барылды. Йәғни юл сиселеше үҙе генә түгел, уның эргә-тирәһендәге кварталдар ҡаралып, тикшерелеп, ыңғай һөҙөмтә алғас ҡына ҡарар ҡабул ителде. Ә бындай схемалар бик күп булды.
Ниндәй варианттар булды? Юғары иҡтисад мәктәбе белгестәре ярҙам иттеме?
- Улар моделләштерҙе, схеманы Мәскәүҙән Гипростроймост институты эшләне. Тәжрибәле институт, Рәсәйҙең яртыһында тиерлек, шул иҫәптән яҡын сит илдәрҙә лә күперҙәрҙе улар проектлаған. Схеманы улар тәҡдим итте, уларҙың техник хәл ителешен Юғары иҡтисад мәктәбе тикшерҙе. Иң ҡулай вариант һайланғас ҡына халыҡҡа хәбәр иттек, йәғни һөҙөмтә алынғанға тиклем тиҙерәк һәм яҡшыраҡ эшләп була икәнлеге хаҡында әйтергә лә ҡурҡтыҡ.
Был бөгөн беҙ күргән вариантмы?
- Эйе, тап шул. Өс этаплы реконструкция эштәрен моделләштереү һөҙөмтәләрен шулай уҡ "тығын"дар күрһәтте. Ғөмүмән, реконструкцияға тиклем дә ғәҙәти көндәрҙә Салауат Юлаев проспекты йүнәлешендә 300 метрға тиклем "тығын"дар күҙәтелде, эштәрҙе өс этапта үткәрһәк, ул 950 метрға тиклем һуҙылыр ине. Бөгөн тормошҡа ашырған вариант буйынса "тығын" 1200 метрға етә, әммә төҙөлөш ваҡыты ярты йылға тиклем ҡыҫҡара.
Эштәр ҡышын башланды һәм юлдарҙы таҙартыу ихтыяжы менән дә ҡатмарлаша. Ә махсус хеҙмәттәр, МЧС, тиҙ ярҙам, ЮХХДИ техникаһы хәрәкәте нисек көйләнәсәк?
- Барлыҡ хеҙмәттәр, шул иҫәптән "Башавтотранс" һәм башҡа йәмәғәт транспорты иҫкәртелгән. Ҡайһы бер маршруттарҙа маршрут оҙайлығы 15-25 минутҡа артыуы һөҙөмтәһендә өҫтәмә автобустар сығарыла. Ни өсөн эштәр ҡышын башланды? Яҙҙы көтһәк, эштәрҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау өсөн күҙалланған 11 ай иртә яҙға йәки һуң ҡышҡа тура килә. Төҙөлөш эштәре асфальт-бетон һалыу менән тамамланырға тейеш, ә был ваҡытта асфальт түшәү ярамай. Тимәк, эштәр тулыһынса тиерлек тамамланыу алдында булһа ла өҙөклөк барлыҡҡа килә. Әлеге схема буйынса, төп төҙөлөш конструкциялары буйынса эштәр июль-августа тамамланып, ҡалған эштәрҙе ноябргә тиклем тулыһынса башҡарып бөтөргә тейешбеҙ.
Барлыҡ эштәр тамамланғандан һуң беҙ ниндәй һөҙөмтә алырбыҙ? Был эштәр хәл-торошто яҡшыртыу теләгеме, әллә ихтыяжмы?
- Транспорт хәл-торошон яҡшыртыу теләге һәр саҡ бар, ғәмәлдә ул - ихтыяж. Барыбыҙ ҙа өсөнсө күпер төҙөлөүе хаҡында хәбәрҙар. Ул төҙөлөп бөтһә, өс күперҙән сыҡҡан транспорт бер нөктәгә килеп туҡтай һәм шуға ла уны киңәйтергә кәрәк. Юл үткәргесте реконструкциялау Зәки Вәлиди урамын 4 һыҙаттан 6 һыҙатҡаса киңәйтеүҙе генә күҙалламай, беҙ Салауат Юлаев проспекты буйлап киңәйтелгән айырым хәрәкәт һыҙатына ла эйә булабыҙ. Тимәк, был теләк кенә түгел, ә ихтыяж.
11 ғинуарҙы алып ҡарағанда, транспорт хәл-торошон яҡшыртыу буйынса саралар ғәмәлдә һөҙөмтә бирҙеме?
- Ысынлап та, нимәлер эшләнде, уларҙың ҡайһы берҙәре һөҙөмтәле булды, ҡайһылары - юҡ. Мәҫәлән, 11 ғинуарҙа иртәнге 8-се ярты менән 10-сы ярты араһында 9 баллы "тығын"дар күҙәтелһә, икенсе көндө улар кәмене. Саралар ҡулланыла һәм улар һөҙөмтә бирә.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА