«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКАНЫ ИҢЛӘЙ ЫРЫУҘАР ХӘРӘКӘТЕ
+  - 

Ошо көндәрҙә Ҡариҙел районында унлар ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы. Сара Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тормошҡа ашырған "Ырыу ағасы" фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолдо.

Хәҙерге ваҡытта унлар вәкилдәре Башҡортостандың Асҡын районының - Упҡанкүл, Борай районының - Баҡалы (Имәнкүпер), Дауытлар, Иҫке Киҙгән, Иҫке Ҡарағош, Кәшкәләү, Яңы Киҙгән, Яңы Ҡарағош, Ҡариҙел районының - Абдулла, Дүртөйлө, Иҫке Аҡбүләк, Йәнсәйет (Иҫке Йәнсәйет), Кантон, Кедесе, Ҡараяр, Малик, Маты, Тигермән, Туйыш, Хәлил, Шамрат, Юлдаш, Яҡуп, Яңы Аҡбүләк, Яңы Бәрҙәш, Яңы Йәнсәйет ауылдарында, шулай уҡ Балтас һәм Мишкә райондарында йәшәй Оло ҡорға Ҡариҙел, Борай, Асҡын райондарынан унлар ырыуы вәкилдәре йыйылды. Ҡунаҡтарҙы тантаналы ҡаршы алғандан һуң уларҙы ырыу халҡына ғына хас үҙенсәлектәр, төрлө ҡул эштәре, традицион башҡорт ғаиләһе кәрәк-яраҡтары һәм йорт йыһаздары ҡуйылған күргәҙмә менән таныштырыу хәҙер инде айырым бер йолаға әүерелде. Хәлил, Түбәнге Булмазы, Иҫке Бағазы, Яңы Бәрҙәш, Тайҡаш ауылдары оҫталары алып килгән кейем-һалым, биҙәү-естәр, милли аш-һыу төрҙәре һәм башҡа экспонаттар барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты.
Шулай уҡ съезд эшендә Борай районында йәшәүсе унлар ырыуы вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар ҙа йыйынға тарихы, көнкүреше һәм мәҙәниәтен сағылдырған башҡорт милли кейеме һәм биҙәүестәре күргәҙмәһе әҙерләп алып килгәйне.
Мәртәбәле ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, Ҡариҙел районы башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповтан тыш, йыйын эшендә тарихсы ғалимдар, билдәле унлар ырыуы вәкилдәре - ветеран педагог Сәймә Ғиззәтуллина, журналистар Ришат Миндияров менән Вәрисә Ниғмәтуллина ҡатнашты. "Тамыр" республика балалар телеканалының "Нурбостан"ы ла ырыуҙар буйлап сәйәхәтен дауам итә, кескәйҙәрҙе тарих менән генә түгел, "Нурбостан" беренсе башҡорт йәнһүрәт сериалы менән дә таныштыра. Балалар ҙа осрашыуға буш ҡул йөрөмәй улар үҙҙәренең шәжәрәһен эшләп, ағай-апайҙарына үҙҙәренең тәрән тамырлы булыуын һөйләй. Был юлы "Тамыр" менән осрашыуға Ҡараяр, Абдулла, Яңы Бәрҙәш ауылдарынан ҡыҙҙар һәм малайҙар йыйылғайны.
Йыйынды район башлығы Айҙар Шәйҙуллин асып: "Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереү һәм уларҙың үҙенсәлеген һаҡлау - республика һәм район алдында торған өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Йылдар дауамында тупланған ғилем һәм тәжрибәне йәш быуынға тапшырыу белем биреү учреждениеларында туған телде, тыуған төйәк һәм республика тарихын уҡытыу аша башҡарылһын өсөн күп эштәр атҡарыла", - тине. Урындағы тыуған яҡты өйрәтеүсе тарихсылар Өлфәт Ҡыямов, Фидаил Сафин, Әлиә Камалиева, Камил Солтанов һәм башҡаларҙың сығыштары бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды.
"Без башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев шәжәрәләрҙең ғәмәлдәге файҙаланыу мөмкинлеге һәм ата-бабалар алдындағы яуаплылыҡ хаҡында һөйләне. Ғалимдар Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосоповтың сығышы йыйылыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында тыуған яҡты өйрәнеүселәр айырыуса әүҙем эшләй. Һөйләштәре әҙәби телдән айырмалы булғас, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына үҙ башҡорт тамырҙарын иҫбатлау өсөн тарихына, килеп сығышына айырыуса иғтибар итергә, шәжәрәләрен барларға тура килә. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа республикала был өлкәлә ыңғай яҡҡа ярайһы уҡ үҙгәрештәр күҙәтелә. Төньяҡ-көнбайыш диалектын төбәк мәктәптәрендә өйрәнеү, ошо телдә гәзит-журнал сығарыу, китаптар баҫтырыу мөмкинлеге ҡарала.
Форумдағы фәһемле һәм файҙалы һөйләшеүҙән, фекер алышыуҙарҙан һуң делегаттар съезд Советын, ҡор башын һайланы. Ырыуҙар йыйыны штандарты Бүздәк районы вәкилдәренә тапшырылды. Хәҙер инде Ҡаңлы ырыуы башҡорттары ҡор йыясаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 472

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru