«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯЛА ЯҠҠАН ӨСӨН ЯЗА
+  - 

Дәүләт Думаһы депутаттары интернетта яла яҡҡан өсөн ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү сараһын өс ултырышта ла яҡлап сыҡты. Шулай итеп, дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр менән яла яҡҡан өсөн 1 миллионға тиклем штраф йәки 2 йылға тиклем хөкөм ителеү язаһы ҡарала. Закон проекты тағы ла түбәндәге тәртиптәрҙе лә индерә:
- вазифаһын ҡулланып ялған хәбәр таратыусыға 2 миллион һум штраф йәки 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү;
- кемделер йәмғиәткә ҡурҡыныс янаусы ауырыу менән сирле тигән ялған хәбәр таратыусыға 3 миллион һум штраф йәки 4 йылға тиклем хөкөм;
- кемделер енси характерҙағы енәйәттә ғәйепләгән ялған мәғлүмәттәр өсөн 5 миллионға тиклемге штраф йәки 5 йылға тиклем хөкөм итеү.

Был ҡарар менән Дәүләт Думаһы депутаты, Ғаилә, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар комитеты рәйесе урынбаҫары Оксана Пушкина риза түгел. Һәм, моғайын, риза булмағандар бер ул ғына ла түгелдер. Сөнки, ысынлап та, беҙҙең йәмғиәттә интернетта яла яғыуға, ғәйбәт һөйләүгә һәм һөйләүселәргә артыҡ ҙур иғтибар бирелә. Ниндәйҙер икенсе, мөһимерәк булған һәм етди иғтибар талап иткән йүнәлештәргә бындай уҡ язалар юҡ. Мәҫәлән, енси бәйләнешкә инергә мәжбүр иткән өсөн енәйәтсе бер йылға тиклем генә хөкөм ителә. Ун алты йәшкә тиклемге үҫмер (бала) менән енси бәйләнеш дүрт йыллыҡ төрмә менән янай. Шундай уҡ балиғ булмағанға ҡарата әҙәпһеҙ енси мөнәсәбәт тә өс йыллыҡ язаға тарттырыла. Ә бында интернетта яла яғыусы 2-4 йыллыҡ хөкөмгә һәм 1-3-5 миллион штрафҡа дусар ителә. Артыҡ ҡаты түгелме? Һәм бөтөн был эштәр ябай халыҡҡа кәрәкме? Ябай халыҡ өсөн был закондан зыян да, файҙа ла юҡ һымаҡ. Ысынында, зыяны булырға мөмкин, йәғни интернет донъяһын аңлап етмәүе һәм уны артыҡ етдигә ҡабул итмәүе арҡаһында кеше ошо тәртиптәр ҡармағына ҡабыуы ла бар. Аңһыҙлыҡ йәки уйһыҙ эштәр өсөн төрмәгә эләгергә лә, ҙур түләүгә ҡапланып ҡалырға ла мөмкин.
Барыбер ҙә был закон йондоҙҙар, етәкселәр, байҙар һәм шуның кеүек билдәле кешеләр мәнфәғәтендә яһалған кеүек. Үҙәк каналдарҙан барған күп тапшырыуҙар бөгөн "Бер йондоҙҙо былай тип ҡаралағандар", "Бер олигархҡа шундай яла яҡҡандар" йәки "Интернеттағы йәшерен фотоларын, хәбәрләшеүҙәрен, видеоларын киң даирәгә сығарып мыҫҡыл иткәндәр" тигән "разборкалар"ға ҡайтып ҡала. Ошондай күренештәр арҡаһында уларҙың рейтингтары төшә, дандарына зыян килә һәм башҡалар. Әлбиттә, уларҙың шәхси һәм башҡа хоҡуҡтары ла боҙола, әммә был тәңгәлдә башҡа төрлө хоҡуҡ һаҡлау закондары бар. Һәм бынан ары уларҙы әлеге яңы закон да һаҡлаясаҡ.
Ябай кешене миҫалға алайыҡ. Уның хаҡында интернетта ялған мәғлүмәттәр сыҡты, ти. Ул ни эшләй ала? Ябай әҙәмдең был хәбәрҙе сығарыусы инештәрҙе таба һәм язаға тарттыра алыуына шик бар. Махсус төркөмдәрҙе, мәғлүмәт сығарыусыларҙы асыҡлау өсөн дә белем, ваҡыт, аҡса кәрәк. Асыҡлаған хәлдә лә, иҫбатлау, судлашыу һәм язаға тарттырыуға алып барып еткереү өсөн әллә күпме сығымдар талап ителәсәк. Бөгөн ауыл халҡы кәрәкле юридик эштәрен дә эшләй алмай ултыра. Йәғни, яңы закон менән ябай халыҡ икеһе ике параллель донъяла һымаҡ...
Ялған менән дөрөҫлөктө интернет аша асыҡлауға килгәндә, бер мәҫәлде һөйләп китергә була. Бер әҙәм барыһына ла туп-тура йөҙҙәренә ҡарап, тик дөрөҫтө генә әйткән. Кемдәргәлер уның хәбәренән һуң ҡыйын булған, кемдәрҙеңдер йөрәге туҡтаған, кемдәрелер һуғышҡа ташланған, икенселәр унан ҡурҡып боҫҡан. Һәр хәлдә, тура әйтелгән хәҡиҡәт берәүҙе лә тыныслыҡта ҡалдырмаған. Уның артынан бола, яу, талаш-тартыш, күҙ йәштәре ҡалған. Шул ваҡыт был кеше уйлана башлаған: дөрөҫлөк бит шундай бөйөк, таҙа, саф һәм матур күренеш, ни өсөн ул шундай насар эҙемтәләргә килтерә?
Кеше Дөрөҫлөктөң үҙен эҙләп табып, уға шул һорауҙы бирергә булған. Ай эҙләгән, йыл эҙләгән һәм... тапҡан. Ҡараңғы мәмерйәнән уның ҡаршыһына ҡурҡыныс, ҡарт, ҡоро һөлдәгә ҡалған Дөрөҫлөк килеп сыҡҡан. Эҙләп килеүсе бик аптыраған. Ҡарт менән бер аҙ ваҡыт әңгәмәләшеп ултырып, уның эргәһенән китер алдынан шулай тип һораған:
- Дөрөҫлөк, һинең хаҡта халыҡҡа нимә һөйләйем?
Ә Дөрөҫлөк былай тип яуаплаған:
- Нимә һөйләһәң дә һөйлә, тик мине матур, саф, бөйөк һәм йәш ине, тип әйт, - тигән.
Ошонан сығып, һәр кем үҙе фекер төйнәһен.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 456

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru