Ауыл-ҡалаларыбыҙҙа һирәкләп кенә осратабыҙ бындай "сәйер" кешеләрҙе. Уларҙы халҡыбыҙҙа "диуана" тип тә атайҙар. Медицинала уларҙы "шизофрения", ә ҡайһы берҙәрен "олигофрения" (слабоумие) тип аталған сирле кешеләр тип һанайҙар.
Бәғзе бер шундайҙарҙың ауырыуы әленән-әле киҫкенләшеп, "яҡты аралыҡ" (светлый промежуток) менән алышынып торһа, икенселәре ябай кешегә әллә ни беленеп тә бармаған еңел формала булыусан. Бындай сирҙең ҡайһы бер төрөн тик табип-психиатр ғына аныҡлауы мөмкин. Агрессив булмаған, йәғни йәмғиәткә зыяны теймәҫтәй сирлеләрҙе стационарҙа дауалау мотлаҡ түгел. Яҡындары, таныштары араһында үҙ урынын табып, күптәре һин дә мин үҙләшеп китә ундайҙар. Айырыуса яуаплылыҡ талап итмәгән эшкә лә урынлашып, эшләп ғүмер ҙә итәләр. Ундайҙарға инвалидлыҡ статусы биреп, тейешенсә пенсия ла түләү ҡаралған. Хатта ғаилә ҡороп та ала бәғзеләре. Бындай кешенең ниндәйҙер берәй һәләте (мәҫәлән һүрәт төшөрөү) айырыуса көсәйеп китеүе лә ихтимал. Ғәҙәттә, яҡындары, тирә-йүндәгеләр етди ҡабул итмәгән ошондай диуананың берәй елле генә фекер әйтеп һалыуы ла ихтимал. Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" тигән трагедияһындағы Диуана образын күптәр хәтерләйҙер. "Мөрйәһе ҡыйыш булһа ла - төтөнө тура сыға" тип әйтәләр бындайҙар хаҡында.
Беҙ бала саҡта өҫтөнә иҫкерәк сапан, аяғына ситек һәм галош, эҫе йәй көнө булыуға ҡарамаҫтан, башына теүәтәй тышынан ҡама бүрек кейгән, киң маңлайлы, ҙур һаҡаллы бер ҡарт ауылыбыҙға йыш килеп йөрөй торғайны. Бер ҡасан да уның юл буйында туҡталышта машина йә автобус көтөп торғанын күргәнем булманы. Арҡаһына тоҡ аҫып, ауылдан-ауылға, тауҙар-яландар аша, эре-эре аҙымдар менән йәйәүләп кенә йөрөй торғайны. Бер ҡулында һәр саҡ шымарып бөткән таяғы булды. Был ҡартты беҙҙең ауылда "диуана бабай" тип кенә йөрөттөләр. Олораҡтар "Шаһишәриф диуана" тип тә әйтер ине. Үҙе дин юлындағы кеше булараҡтыр инде, башлыса ауылыбыҙ муллаһының өйөнә килә торғайны. Ололар уға ҡарата бик ихтирамлы, яҡшы мөғәмәләлә булды. Бала-сағаны күрһә, бабай туҡтап тороп: "Мә, улым, бишинйә", - тип, ҡапсығынан иҙелеп бөткән печенье йә икмәк һынығы сығарып һона. Беҙ уны алмай ҡасып китәбеҙ. Ҡарттың ғәҙәти түгел ҡиәфәттә булыуы, тау-таш араларында йөрөүе беҙгә, малай-шалайға, бигерәк тә серле, ирмәк тойола ине. Урам буйынан китеп барған, һис бер кемгә лә насар һүҙ әйтмәгән был йыуаш кешегә "Диуана, аҡса бирһәң - ҡыуана", тип һамаҡлап ҡала торғайныҡ. "Оло кешене үртәү ярамай, гонаһ була", тип өлкәндәр беҙҙе тыйғылай ине.
Бабайҙың тоғонда нимә барлығы ла беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ. Балалар араһында бәғзе берәүҙәр "тоғоноң эсе тулы аҡса" тигән имеш-мимештәр уйлап сығарып һөйләй... Ҡыйыуыраҡ малайҙар хатта кемдәрҙеңдер йортона ҡунырға туҡталғанда олатайҙың тоғон асып ҡарағанын да белә инек. Һәр төрлө үлән, япраҡтар, иҙелеп йә иһә ҡатып бөткән икмәк, печенье ҡалдыҡтары, кәнфит-маҙар ғына ине, тип һөйләне улар аҙаҡтан.
Апайым һөйләүенсә, элегерәк беҙгә лә килгеләп йөрөгән икән был бабай. Уның бер килгәнен мин үҙем дә яҡшы хәтерләйем. Мосафирҙы хөрмәт итеүҙең ҙур сауаплы ғәмәл икәне, уның доғаһы ҡабул булыуы хаҡында риүәйәтте оло кешеләр яҡшы белгәндәрҙер. Атайым менән әсәйемдең дә уны ихтирамлап ҡаршы алыуы, хатта ҡунаҡ итеүе иҫемдә. Ҡарттың өйгә килеп инеү менән "Әссәләмү ғәләйкүм!" тип сәләм биреп, беҙгә, бала-сағаға, шунда уҡ иғтибар итеүе, "И-и-и, балаҡайҙар!" тип ихлас йылмайып ебәреүе күҙ алдымда. Әсәйемә: "Һин, һеңлекәш, был балаларға майға икмәк бешереп кенә бир инде. Уларҙың самай майикмәк ашар саҡтары бит!" - ти. "Майикмәк"кә ишараны шунда уҡ аңлаған әсәйем, самауыр ҡайнағансы ҡамыр баҫа һалып, шыжлатып, майға икмәк бешерә башлай… Түргә ултырғас, матур, ҡыҙыҡ итеп һөйләшә-һөйләшә майикмәләп, баллап-ҡаймаҡлап, оҙаҡ ҡына сәй эсергә ярата ине бабай. Атайымды көлдөрә-көлдөрә һөйләгән хәбәре бер аҙ иҫемдә ҡалған: "…Мин Сәмәрҡандта, Бохарала ла булдым. Пуйыз менән йөрөнөм. Юлда милисийә "Ҡайҙа китеп бараһың?" тип һорай. Ә мин: "Там даруга - там пошел, тут даруга - тут пошел", - тип кенә әйтәм дә ҡуям… Ул ғына түгел, хатта дүкәмит тә һорайҙар бит. "Дүкәмит нимә була ул? - тип кенә яуаплайым тегеләргә (үҙе ихлас көлөп тә ебәрә). - Һыйыр мөгөҙөнә оҡшаған нәмәме ул, әллә болан мөгөҙөнә оҡшағанмы? Әгәр дүкәмит кәрәк булһа ни, ундай нәмә, ана, урыҫтарҙа күп була. Шуларҙан һорағыҙ", - тигәс, ҡул һелтәп, китә лә баралар…"
Минең ҡартатайымдың (атайымдың атаһы) исеме лә Шаһишәриф булған. Шул хаҡта ишеткән бәғзе берәү: "Диуана бабай һинең ҡартатайыңмы әллә?" тип һорағаны ла бар. Ҡайһы берҙә шаяртып: "Эйе, минең ҡартатайым шул. Оҡшамағанмынмы ни?" - тип тә ебәрә торғайным.
Мин армияла саҡта әлеге "диуана" олатайҙың вафаты хаҡында әсәйемдән ишеттем. Ҡыш көндәренең береһендә юлда аяҡтарын туңдырып, Баймаҡ дауаханаһының хирургия бүлегендә ятҡаны тураһында уның менән палаталаш бер ағай һөйләгән. Ҡарттың иҫ киткес сабыр булыуына, һис кенә лә ыңғырашмауына аптыраған барыһы ла. Шулай тыныс ҡына ятып үлгән бабай…
Ҡайһы бер ауылдарҙа был ҡартты "Һыуһаҡ бабай" тип тә йөрөттөләр. Уның хаҡында хәҙер төрлө гәзиттәрҙә лә телгә алғылайҙар. Бәғзе берәүҙәр, был "диуана" бабай "һыуһаҡ" һүҙен һәр саҡ ҡабатлап йөрөгән, тип яҙа. Әммә минең хәтерләүемсә, бабай гел генә (айырыуса, көрһөнгән саҡта) "Аллаһ" һүҙенә нығыраҡ баҫым яһап, "Аллаһуһаҡ, Аллаһуһаҡ", ти торғайны. Уға тағылған ҡушаматы ғына "һыуһаҡ" булып киткән. Ә инде әлеге һүҙҙең мәғәнәһенә килгәндә, дини гәзиттәрҙең береһендә бер мөслимә ҡәрҙәшебеҙ "Аллаһу-Хаҡ" тигән зекер тураһында мәҡәлә яҙып сығарғайны ("Зекер" һүҙе ғәрәпсәнән "иҫкә алыу" тип тәржемәләнә). Был олатай тап ана шулай тип, Аллаһ Тәғәләне һәр саҡ иҫкә алып йөрөгән булһа кәрәк. Элегерәк был һүҙҙе әсәйемдән дә ишеткеләй торғайным, әммә уға артыҡ иғтибар итмәгәнмен. "Хаҡ" һүҙе ғәрәпсәнән урыҫ теленә "истина" тип тәржемәләнә. Ул - Аллаһ Тәғәләнең исемдәренең береһе. Бына ниҙән килеп сыҡҡан был һүҙ. Үҙе ингән һәр бер өйҙөң ғаилә ағзаларына яҡшы теләктәр теләп, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылып ҡына йөрөгән изге күңелле кеше булған был бабай. Ҡасандыр, бала сағынан мосолман рухында тәрбиәләнеп үҫкән, дингә ныҡ инанған, әммә һуңғараҡ бер аҙ ғына "диуаналанып" киткән, сабый балалар һымаҡ эскерһеҙ бындай кеше өсөн Раббыбыҙға беҙ үҙебеҙ доға ҡылып торорға тейешбеҙ, тип һанайым. Шәриғәт ҡануны буйынса, балиғ булмаған балалар менән бер рәттән, ана шундай аҡылға зәғиф булғандар хатта бөтә мосолманға мотлаҡ тип ҡушылған намаҙ ғибәҙәтенән дә азат ителә бит…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА