Уҡырға, белем алырға тырышырға, һөнәр үҙләштерергә, юғары уҡыу йортона инергә, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә һәм эшләргә, эшләргә, эшләргә... Күптәребеҙ тап ошо формула тип әйтәйекме, планмы ул, шуның буйынса йәшәйбеҙ. Унан ситкә тайпылыусылар ҙа, үҙ тормоштарына яңылыҡ, үҙгәреш индереүселәр ҙә бар, әлбиттә, әммә улар бик аҙ. Бөгөн шундайҙарҙың береһе - Мәләүез районының Һыртлан ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Стәрлетамаҡта йәшәгән һәм эшләгән Илназ ӘСЛӘМОВ тураһында бәйән итмәксебеҙ.
Илназ бәләкәйҙән тырышлығы менән айырыла, һәр ваҡыт үҙенә ауырыраҡ юлды һайларға, алдына маҡсат ҡуйырға, башлаған эшен еренә еткереп ҡуйырға өйрәнеп үҫә. Мәктәпте тамамлағас, электрик һөнәрен үҙләштерә. Етешһеҙлектәрҙән, аҡсаһыҙлыҡтан арыныу, яҡшы тормош тураһында хыяллана. Тәмәке тартыу, һыра йә башҡа төрлө алкоголле эсемлекте тәмләп ҡарауҙы башына индереп тә ҡарамай, сөнки был ҡылыҡтарҙың аҡсаңды юҡҡа сарыф итеү, елгә осороу икәнен аңлай.
Тиҙҙән Илназ ауылда пилорама аса, сәскәләр һата башлай. Былар барыһы ла уға, әлбиттә, ҙур тәжрибә мәктәбе була. Шунан Илназ Себер тарафтарына сығып китә. Шул уҡ ваҡытта юғары белем тураһында ла онотмай, ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Ғаилә ҡороп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә, ипотекаға фатир алалар. Барыһы ла һәүетемсә бара, эш хаҡы алаһың, бурыстарыңды түләйһең, тағы ла эшкә сығып китәһәң. Бер ҡараһаң, барыһы ыңғай ғына барған һымаҡ, әммә ул хыялланыуҙан туҡтамай. Үҙ эшен асыу тураһындағы уй башынан сыҡмай. Тик... эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн башланғыс капитал кәрәклеге уны ете ҡат үлсәргә мәжбүр итә.
Ваҡыты еткәс, эш үҙенән-үҙе килеп сыға. Уйламаҫтан. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына кәләшенә... гример көҙгөһө эшләп бирә. Бар күңелен һала был яңы шөғөлгә: яҡтылыҡ лампалары менән ҡаймалай, тартмалы өҫтәле лә бик йәтеш генә килеп сыға. Матурлыҡ салонындағы заманса йыһазың ары торһон! Ҡатынының ҡыуаныуын, туғандарының, дуҫ-иштәренең һоҡланыуын күреү һәм уларҙың да заказ биреүе тап ошо шөғөлгә этәрә лә инде. Тәүҙә яратҡан эше менән фатирында ғына шөғөлләнә, вахтаһынан йөрөп ҡайта ла, йәнә дәртләнеп ағас эшенә тотона. Уның тауарын алырға теләүселәр артҡандан-арта бара. Өлгөрә алмай башлағас, Себерҙәге эшен ҡалдырып, бар көсөн, ваҡытын, күңелен үҙенә оҡшаған ошо шөғөлөнә бағышлай.
Эшҡыуарлыҡ Илназға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә, ә иң мөһиме, ул эшенән ҡәнәғәт. Цех аса, эшкә кешеләр ала. Заказдар Стәрлетамаҡтан, республиканан ғына түгел, бөтә ил буйынса килә, хатта алыҫ Хабаровск крайына ла оҙатыла уның гримёр көҙгөләре. Белемен дә камиллаштырырға онотмай Илназ. "Аңды тулыһынса үҙгәртеү өсөн күп әҙәбиәт уҡырға тура килде", - ти ул. - Әгәр ҙә кеше эскеселәр йәки ялҡауҙар араһында йәшәй һәм бер нәмә лә үҙгәртергә теләмәй икән, тимәк, улар һымаҡ буласаҡ. Ҡурҡмаҫҡа, уйларға, эҙләргә, тырышырға, табырға һәм йәшәргә кәрәк. Үҙең теләгәнсә, һәр көндөң, үҙ көсөңдөң ҡәҙерен белеп".
Әлбиттә, эшҡыуар булып китеүе еңел түгел. Ауыр ваҡыттар ҙа, Илназдың башланғыстарын хупламаусы хейтерҙар ҙа булмаған түгел, булған. Әммә улар егетте ҡурҡытмай, киреһенсә, алға этәрә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп алға барыуы үҙе бер бәхет, тип иҫәпләй ул. Ябай ауыл егетенең тырышып алға, тауға үрмәләүенә, бар күңел йылыһын һалып эшләгән көҙгө, шкаф, өҫтәл һәм башҡа сифатлы йыһаздарына ҡарап ҡыуанырға ғына ҡала.
Фәниә БИКМӨХӘМӘТОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА