Баймаҡ районында алтын табыусы компаниянан тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплауҙы талап итәләр. Башҡортостандағы "Таналыҡ" алтын табыу компанияһы Баймаҡ районы еренә (тупрағына) ярты миллиард һумлыҡ зыян килтергән. Был предприятие Баймаҡ районының Таналыҡ сәсмәләре алтын сығанағы участкаларын эшкәртә.
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы алтын эҙләүселәрҙең эшмәкәрлегенә 2019 йылдан алып ризаһыҙлыҡ белдерә. Компания тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә, ти улар. "Таналыҡ" яуаплылығы сикләнгән ойошманың элекке директоры Станислав Горбатенко 2021 йылда лицензия мөҙҙәте үткәс тә эшкәртелгән ерҙәр тәртипкә килтереләсәк, тип вәғәҙә иткән, ләкин урындағы халыҡ вәғәҙәләнгән рекультивация сараларын өлөшләтә булһа ла көтөп ала алмаған. Компанияның хатта рекультивация проекты ла булмай сыҡҡан. 24 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов алтын табыусыларҙың тәбиғәткә ҡырағайҙарса мөнәсәбәтенә ҡаршы сығыш яһаусы урындағы халыҡ менән осрашты. Ҡаҙылма биләмәһендә өс сәғәткә яҡын барған был һөйләшеү ваҡыты менән бик ҡыҙыу төҫ алды. Район халҡы компания тарафынан тупраҡтың уңдырышлы ҡатламына төҙәтелгеһеҙ зыян килтереп кенә ҡалмауы, ә шуның һөҙөмтәһе булараҡ, Таналыҡ йылғаһының һайығыуы, хатта йүнәлеше үҙгәреүе хаҡында ла әрнеп һөйләне. Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, прокуратура органдары, Экология министрлығы, Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса идаралыҡ һәм "Таналыҡ" компанияһы вәкилдәре ҡатнашҡан был осрашыуҙан һуң Хөкүмәт вице-премьеры шундай күрһәтмәләр бирҙе: алтын табыу компанияһына бер аҙна эсендә урындағы ятҡылыҡтарҙы рекультивациялау проектын әҙерләү һәм эш башлау бурысы йөкмәтелә. Компания шулай уҡ урындағы халыҡты социаль яҡлау сараларында әүҙем ҡатнашлыҡ итергә һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондарҙы үтәргә бурыслы. "Экология өлкәһен көйләүсе норматив база һәм закондар өҫтәмә эшкәртеү талап итә. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға йоғонто яһау механизмдары етешмәй һәм улар эшмәкәрлегенә ҡарата күрелгән саралар йыш ҡына һуңлай. Ләкин беҙҙең район йәмәғәтселеге һәм предприятие вәкилдәре менән булған был һөйләшеү күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙың ҡапма-ҡаршылыҡҡа ҡарағанда һөҙөмтәлерәк икәнен күрһәтте, бындай диалог ваҡытында дөрөҫ ҡарарҙарға килергә була. Беҙ шулай уҡ предприятие эшмәкәрлегенә контроль булдырыу буйынса эшсе төркөм төҙөнөк. Әгәр район башлығы, бер яҡтан, эш урындары булдырыу кәрәклеген, икенсе яҡтан, экологияны һаҡлау бурысын аңлай һәм шуға ярашлы ваҡытында заманса саралар күрә икән, халыҡта ла ризаһыҙлыҡ тыумаясаҡ",- тине вице-премьер А.Бадранов Баймаҡ район хакимиәтендә уҙған кәңәшмәнән һуң.
Мәғлүм булыуынса, Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин экологияға зыян килтереүсе предприятиеларға ҡарата финанс яуаплылығы йөкмәтеүсе закон ҡабул итеүҙе тиҙләтергә ҡушты. Рәсәй Президенты тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа ҡаты саралар ҡулланырға саҡырҙы. "Тәбиғәт иҫәбенә килем алдың икән - артыңдан йыйыштыр!" - бына шундай мөнәсәбәт булырға тейеш, тине В. Путин. Бының менән ул килем артынан ҡыуып, экология закондарын боҙоусы һәм тәбиғәткә төкөрөп ҡараусы предприятие етәкселәренә асыҡтан-асыҡ ишараланы. Әйткәндәй, былтыр Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлауҙы күҙәтеү ведомствоһының Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы прокуратура һәм Башҡортостан буйынса Федераль хәүефһеҙлек советы менән берлектә предприятиела тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондар үтәлешен тикшергәйне. Тикшереүселәр "Таналыҡ" компанияһының Таналыҡ сәсмәләре лицензияланған участка сиктәренән ситтә лә 48 389 кв.метр майҙанда бульдозер-гидравлик ысул менән ҡаҙыныу эштәре алып барғанлығын һәм 500 млн һумлыҡ зыян килтерелгәнлеген асыҡланы. Һөҙөмтәлә предприятие һәм уның етәксеһенә ҡарата административ эш ҡуҙғатылды. "Таналыҡ" компанияһы Мәскәүҙә теркәлгән һәм уның хужаһы - Владимир Хамуляк. Башҡортостандағы тағы ике алтын табыу ойошмаһы - "Граф" һәм "Солтан" компаниялары ла уның ҡулында.
Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|