Хәтәр дәүерҙә йәшәйбеҙ. Интернет аша әллә күпме яңылыҡ ишетәбеҙ, ваҡиғалар шаһиты булабыҙ. Мине һуңғы ваҡытта аптыратҡаны шул: кешеләр берәҙәк эттәрҙе, бесәйҙәрҙе яҡлап бер була. Хатта был юҫыҡта закондар ҙа ҡабул ителә. Ә кешене кем йәлләр? Эт, бесәйҙән ауырыу йоҡторған кешеләрҙе кем ҡурсалар?
Күп йылдар ветеринар булып эшләнем. Шуға ышаныслы әйтәм: эт-бесәй - йоғошло сир таратыусы хайуандар. Етмәһә, һуңғы ваҡытта эттәрҙән таланған балалар хаҡында ла күп ишеттек.
Эттәрҙән ауырыу төрлө юл менән күсә. Мәҫәлән, йөнөнән. Һыйпаның икән, кешегә ҡысынма, лишай, демодекоз ауырыуҙары тыуҙыра торған һәр төрлө паразит йоға. Икенсе юлы - эттең шайығы аша туберкулез, гельминтоз, токсоплазмоз, лептоспироз, лямблиоз, ҡотороҡ сире эләгеүе ихтимал. Паразит һәм вирустар аҙыҡ аша ла йоға. Әлбиттә, өлкән кеше эт мискәһенән алып аҙыҡ ашамаҫ. Әммә бер ни аңламаған бала өсөн был ерәнеү тыуҙырмай.
Эттең ҡаны. Дүрт аяҡлы дуҫығыҙ йәрәхәтләнһә, уның яраһын бәйләйһегеҙ йә ике эт һуғышып киткәндә - айыраһығыҙ, ти. Шул саҡ уның ҡаны хәүеф тыуҙыра ла инде.
Шулай уҡ йыш ҡына эттәрҙән кешегә эхинококкоз йоға. Был таҫма ҡорт бик ҡурҡыныс. Кешегә генә түгел, башҡа йорт хайуандарына ла күсә ул. Мал һуйғанда ярты үпкәһе юҡҡа сыҡҡан һарыҡтарҙы осратҡаным булды. Эсәк-ҡарынында йөҙөм шәлкемеләй булып ҡорт ятҡанын да күрҙем. Ошо ҡорттан үлеп ҡалған, инвалид булып ҡалған таныштарым да бар. Бер ирҙе оҙаҡ йылдар рактан дауаланылар. Ысынында, яман шеш түгел, эхинококкоз булып сыҡты.
Нимә эшләргә һуң? Законды ҡәтғиләштерергә! Эт тотҡан кешеләрҙән яуаплылыҡ талап итергә, этен сығарып ебәрһә, штраф һалырға. 21-се быуатта йәшәйбеҙ, һәр кемдең этенә микрочип ҡуйып булмаймы икән ни? Аҙаҡ шуның аша хужаһына яза бирергә мөмкин. Ә әлегә берәҙәк эттәрҙе атыуҙан башҡа сара ҡалмай. Шулай уҡ эт тотоусылар дүрт аяҡлы дуҫын даими бағып, прививка эшләтеп торорға, бауҙан ысҡындырмаҫҡа бурыслы. Эйе, атып бөтөргә тигәндә, күптәр шау-шыу ҡуптарыр, йөрәкһеҙ, ҡаты бәғерле, тиер... Мин дә йәлләйем уларҙы. Шулай ҙа таланған, ауырыған кешеләр нығыраҡ йәл. Эт дуҫ ҡына түгел шул...
Фәйзрахман УСМАНОВ.
Баймаҡ районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|