Аҡтамыр (пырей ползучий) - күп йыллыҡ үҫемлек, май-июнь айҙарында төҫһөҙ сәскә ата, июль - сентябрҙә орлоғо өлгөрә.
Аҡтамыр болон-яландарҙа, урман ситендә, баҡсаларҙа үҫә. Аҡтамыр республикабыҙҙа киң таралған үҫемлектәрҙән һанала. Дауалау өсөн үләндең тамырын иртә яҙ йәки көҙ ҡаҙып алырға кәңәш ителә. Әммә башҡа үҫемлектәрҙән айырмалы рәүештә, уны йәй дауамында ҡаҙып алып, ҡулланырға була. Һут өсөн булһа, үләне менән бергә йолҡорға һәм һыуыҡ һыуҙа яҡшылап йыуып, шунда уҡ ит турағыстан үткәреп, бер нисә ҡат марля аша һығып алырға кәрәк.
Халыҡ медицинаһында тамырһабаҡтан әҙерләнгән төнәтмәне (йәки ҡайнатманы) ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән, үт ҡыуығында, бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында таш барлыҡҡа килгәндә, дөйөм шешенгәндә, подагра һәм ревматизм кеүек сирҙәрҙән, һыуыҡ тейҙереп ауырығанда, тын алыу юлдары шешкәндә, тирләтеү өсөн, аналыҡтан ҡан килгәндә, дауамлы рәүештә сиҡан сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә. Күҙ күреү һәләте өлөшләтә насарайған осраҡта үләндең яңы һығып алынған һутын йә йәш үлән төнәтмәһен йәй дауамында эсеү ярҙам итә. Ҡайһы бер белгестәр аҡтамырҙы хәтер тарҡалғанда, мейе ишемияһы, шәкәр диабеты, оло йәштә бәүел тота алмауҙан, остеохондроз ауырыуҙарын дауалауҙа ла файҙалы тип таба.
Күҙ күреү һәләтлеге. Әле меңәр йыл элек Әбүғәлисина аҡтамырҙың һутын һығып, бал йә шарапҡа ҡушырға (барыһы ла ауырлығы буйынса бер тигеҙ миҡдарҙа алына) һәм ҡалаҡ менән болғата-болғата бер төрлө ҡатышма килеп сыҡҡансы талғын утта 3-5 минут ҡайнатырға кәңәш итә. Һөҙөргә һәм көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә, яҙҙан көҙгә тиклем дауаланырға. Был дауа һыналған, әммә уны 6 ай дауамында бер туҡтауһыҙ ҡулланырға кәрәк.
Остеохондроз. 3-4 ҡалаҡ яңы ҡаҙып алынған йәки киптерелгән үлән тамырына 1 литр һыу ҡойорға, ҡайнап сыҡҡас, утты яйлатырға һәм яртылаш бешекләргә. Көнөнә 3 тапҡыр 100 мл - ярты стакан тирәһе эсергә. Был тоҙ алмашыныуына бәйле ауырыуҙарҙан дауалай.
Үпкә туберкулезы. 1 ҡалаҡ яңы йәки 2 ҡалаҡ киптерелгән тамырын 1 стакан һөткә һалып, 5 минут ҡайнатырға. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр стакан эсергә. Был башҡа төр сирҙәрҙән дә файҙалы.
Бәүел тота алмау. 1 ҡалаҡ ваҡланған тамырына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, ярты сәғәт ҡайнар һыу быуында тоторға, һыуытып, һөҙөргә. Стакандың өстән бер өлөшө итеп, көнөнә 3 тапҡыр эсергә. Ялҡауланмай ошо рәүешле дауаланыуҙы 2-3 ай дауам иткәндә, хроник циститтан арынырға һәм бәүел ҡыуығының сфинктерын нығытырға була.
Шәкәр диабеты, ҡан баҫымы күтәрелеүе, нефрит, пневмония, цистит, ревматизм, үт ҡыуығында таш булғанда, һыҙлауыҡ баҫҡанда (фурункулез). Организмда матдәләр алмашыуға, эске ағзалар шешеүенә бәйле башҡа ауырыуҙарҙы ла аҡтамыр ярҙамында дауалап булыу ихтимал. Сөнки уның шешкә ҡаршы, ҡанды таҙартыусы сифаттары бар. Бының өсөн үләндең 25 грамм тамырына 250 мл һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатырға, 1 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Аҡтамырҙы ниндәй осраҡтарҙа ҡулланырға ярамауы хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Шулай ҙа ҡан баҫымы түбәнәйеүе, киҫкен панкреатит, ашҡаҙандың яман шеш ауырыуы көсәйгән осраҡта ҡулланырға кәңәш ителмәй.
КИРЕ СЫҒЫРҒА