Өфөләге башҡорт балалары туған телдә уҡырға ғына түгел, туған телдә йырларға, бейергә, ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡубыҙҙа, башҡорт думбыраһында уйнарға ла теләй. Бының бәхәсһеҙ хәҡиҡәт икәненә беҙ әлеге сарала - Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторған Милли музыка ҡоралдарында уйнаусы балаларҙың I Өфө ҡала конкурсы мәлендә тағы бер тапҡыр инандыҡ.
Баш ҡалабыҙҙа атай-әсәйҙәрҙең, балаларҙың бындай хыялын, теләген тормошҡа ашырырҙай шарттар ҙа бар, тиергә мөмкин: тиҫтәләп башҡорт гимназия-лицейҙары эшләй, уларҙа ғына түгел, башҡа белем усаҡтарында ла, мәҙәниәт йорттарында ла башҡорт милли сәнғәте йүнәлешендә төрлө түңәрәктәр ойошторолған. Бына шул үҙ халҡының сәнғәтенә битараф булмаған, уның моң-көй ҡомартҡыһын үҙ иткән ҡурайсы, думбырасы, ҡыл-ҡубыҙҙа уйнаусы балалар ҡатнашты ла инде әлеге конкурста.
Бынан ике йыл элек Өфө башҡорттары ҡоролтайы ойошторолғас, уның составындағы ете район ҡоролтайҙарына баш ҡала кимәлендәге ете байрам-сара ойоштороу йөкмәтелгәйне. Пандемия ғәләмәте эште бер аҙға тотҡарлаһа ла, Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы - "Башҡорт ғаиләһе" конкурсы, Октябрь районы ҡоролтайы Шәжәрә байрамы ойоштороп өлгөрҙө. Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы өлөшөнә бына ошондай еңелдән булмаған бәйге тура килде. Ҡоролтай етәксеһе Әхиәт Ғәйетбаевтың Ә. Исҡужин исемендәге 9-сы Балалар сәнғәт мәктәбе директоры булыуы, әлбиттә, эште бер аҙ еңеләйтте. Мәктәп коллективы Ленин район хакимиәте башлығы Олег Котов, Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Шамил Аптраков фатихаһы менән был эштең яуаплылығын үҙ өҫтөнә алды һәм йырып сыҡты. Афариндар, тиергә генә ҡала.
Конкурсты иғлан иткәндә әллә ни күп ҡатнашыусыларға өмөт ителмәгәйне. Әммә ойоштороусыларҙы аптыратып, ҡатнашырға теләүселәр бихисап булып сыҡты, хатта республика райондарынан да бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән хәбәрҙәр килеп етте. Улар араһынан Иглин менән Өфө райондарына ғына өҫтөнлөк биреп, 108 заявка бәйге программаһында теркәү үтте. Шулай итеп, был сара үҙенән-үҙе Асыҡ ҡала конкурсына әйләнде лә ҡуйҙы. Әйткәндәй, баш ҡала округы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы Шамил Аптраков был тәҡдимде яңғыратты ла инде: "Киләһе йыл конкурсты Асыҡ ҡала конкурсы итәсәкбеҙ",- тине ул. Асыҡ ҡала бәйгеһендә, тимәк, республика райондарынан да һәләтле балалар үҙ көстәрен һынай аласаҡ.
Эйе, былай тип ҡарар итер өсөн ерлек бар: шул тиклем күп балалар ҡатнашыуында ғына түгел әле хикмәт. Юлай Ғәйнетдинов етәкселегендәге баһалама комиссияһы ағзалары - Өфө сәнғәт институты уҡытыусылары Фирҙус Шәрәфуллин, Венер Йылҡыбаев, Сабир Әбхәлимов был сараны ҡайһы бер республика конкурстарына ҡарағанда ла юғарыраҡ кимәлдә булды, тип баһаланы: "Бының сәбәбе лә билдәле: А.Ҡарасов, А. Байтимеров, И. Нәҙерғолов, В. Дәүләтбирҙин, Р. Мөлөков һәм башҡа иң яҡшы музыка уҡытыусылары барыбер ҙә баш ҡалала тупланған, - тине Юлай Ғәйнетдинов. - Улар тарафынан бынан тиҫтә йылдар элек һалынған традициялар дауам иттерелә. Олораҡ быуын традицияларҙы кесе быуынға тапшыра, йәғни быуындар бәйләнеше өҙөлмәгән. Бына шуның өсөн дә юғары кимәлдә сығыш яһаны был бәйгелә ҡатнашыусы балалар..."
Был нимә тураһында һөйләй? Эйе, башта билдәләнеүенсә, баш ҡалабыҙ Өфөлә иң аңлы милләттәштәр йәшәй, улар балаларын ысынлап та йырлы, бейеүле, ҡурайлы быуын итеп тәрбиәләй. Улар, әлбиттә, балаларын быға саҡлы ла ҡала, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыра килде. Ләкин ошондай дәррәү күтәрелеп үҙен таныта, талантын балҡыта торған үҙ конкурстарына - үҙе төйәк иткән баш йортонда ойошторолған бәйгегә барыбер ҙә ихтыяж бар ине.
Эйе, дәррәү килеүҙәре менән генә түгел, үҙенсәлекле сығыштары менән дә аптыратты балалар ҙа, уларҙың уҡытыусылары ла. Беҙ, ғәҙәттә, ҡурайҙа уйнаусының образын нисек күҙ алдына килтерәбеҙ? Эйе, ул туған телдә һөйләшеүсе, туған мөхиттә үҫеүсе, атай-олатай, әсәй-өләсәй ҡанаты аҫтында тәрбиәләнеүсе кеше. Баҡтиһәң, был моңға ғашиҡ башҡа милләт вәкилдәре һәм... ҡан хәтере аша килгән ауазды ҡабул итеүселәр ҙә күкрәгенә һалып ҡурайҙа уйнай ала икән. Валерия тигән һигеҙ йәшлек рус ҡыҙы, мәҫәлән, беҙҙе ошо һәләте менән аптыратты, хатта бәйгенең өсөнсө дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Ә бына ҡурайҙа "Ашҡаҙар" көйөн шул тиклем оҫта башҡарған Суфия Нурлыева тигән ҡыҙыҡайға баһалама ағзалары беренсе урын бирҙе. Ә аҙаҡ билдәле булыуынса, ҡыҙ башҡортса аңламай ҙа, һөйләшә лә белмәй булып сыҡты. Ләкин күҙҙәрендәге осҡон был баланың башҡорт йырлы, башҡорт рухлы күңеленең бер сағылышы икәненә инандырҙы.
Ә ысын ҡурайсы образын, әлбиттә, бәйгенең төп бүләген - гран при алған егет һынландырҙы. Юлай Ғәйнетдинов уның тураһында ла телгә алып һөйләп торҙо: "Калинин районындағы 5-се музыка мәктәбенән Хәким Ғилманов исемле был егет, Айрат Ҡарасовтың уҡыусыһы, ололар өсөн үткәрелгән ҡурайсылар конкурстарында 7 йәшенән ҡатнаша. Октябрьский ҡалаһында үткәрелгән республика Ҡурай бәйгеһендә шулай уҡ беренсе урындарға лайыҡ булды..."
Әйткәндәй, ҡурайсы-уҡытыусы Айрат Ҡарасов был конкурсҡа "Сорнай" исемле ике ҡурайсылар ансамбле алып килгәйне: береһе, конкурста беренсе урын алғаны - З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһыныҡы, икенсе урынға лайыҡ булғаны - 2-се Башҡорт лицейы ансамбле. Ҡарас сәсән нәҫеленән булған Айрат Ҡарасов бына 20 йыл инде баш ҡала балаларын ошо ҡурайыбыҙ серҙәренә өйрәтә, үҙе лә күп бәйгеләр еңеүсеһе.
Шулай итеп, бәйгенең төп шарты үтәлде: ҡатнашыусыларҙың һәләте абруйлы баһалама комиссияһы тарафынан үҙ баһаһын алды, улар төрлө дәрәжәләге дипломдарға, Өфө ҡала округы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығының, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, Өфө башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарына, бүләктәренә лайыҡ булды. Иң мөһиме, баш ҡала кимәлендә башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусы балалар өсөн ошондай айырым конкурс ойоштороу ихтыяжының хаҡ булыуы раҫҡа сыҡты.
Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА