Май айында бик күп шифалы үләндәрҙе йыйып алып ҡалырға мөмкин. Был осорҙа һары умырзая, май ландышы, тиле шалҡан (сурепка), бәпембә, юл япрағы, ала миләүшә, сөйәл үләне, кәкүк баш (медуница лекарственная), бесәй тәпәйе, ҡырҡбыуын үләндәрен; һаҙанаҡтың (багульник болотный) япраҡһыҙ ботаҡтарын; һалбыр ҡайын, ҡыҙыл көртмәле, тайтояҡ, кесерткән, үгәй инә үләне, кәкүк емеше (первоцвет весенний), ҡара ҡарағат, талҡанемеш япраҡтарын; ҡайын, аҡ шыршы, күк тирәк, уҫаҡ бөрөһөн; сирень, муйыл, алмағас, сейә, ҡыҙыл энәлек сәскәһен; айыу ҡурайы, дегәнәк, шифалы бәпембә, цикорий, керән, ҡырҡҡолас тамырын; балан, этмуйыл, имән ҡайырыһы, аҡтамыр тамырһабағын йыялар. Быларҙың барыһын да төрлө сирҙәрҙән дауаланыу өсөн ҡулланырға була, халыҡта дарыу үләндәре булараҡ киң таралған ҡайһы берҙәре буйынса төрлө сығанаҡтарҙан алынған кәңәштәрҙе еткерәбеҙ.
Тиле шалҡан
Тиле шалҡан (сурепка обыкновенная) - был ҡый үләненең йәш, яҙғы япраҡтарын салатҡа ҡушыу яҡшы. Организмға витамин етешмәүгә бәйле ауырыуға һабышҡанда ғына ла түгел, хатта инфаркт һәм инсульт кисергәндән һуң терелергә лә ярҙам итә. Борондан халыҡ уның һуты йәки йәш үләне ярҙамында фалижды, мейе фалижы, быума ауырыуҙарын дауалаған. Йәш тиле шалҡан, бигерәк тә сәскә атҡан үләндән һығылған һут, енси әүҙемлек түбәнәйгән, аталыҡ орлоғо тейешле бүленмәгән осраҡта файҙалы булыуы һыналған. Үләндең ныҡ көслө бәүел ҡыуғыс сифатын һары һыу ауырыуы, шешенеү, бөйөр ауырыуҙары, ирҙәрҙең енес биҙе шешеүен (аденома простаты) дауалағанда ҡулланалар. Хатта организм хәлһеҙләнгән саҡта тиле шалҡандың киптерелгән үләненән сәй бешереп эсеү яҡшы.
Быума, неврастения, аталыҡ орлоғо тейешле бүленмәгәндә енси әүҙемлек артҡанда. 20 грамм тиле шалҡан үләненә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 3 сәғәт төнәтергә, көнөнә 4 тапҡыр 40-ар мл эсергә. Тиле шалҡан йәй дауамында сәскә ата. Үләндең яңы әҙерләнгән һутын 1-2 ай дауамында көнөнә 2-3 тапҡыр 30-ар мл эскән саҡта, хатта оло йәштәге ирҙәргә лә дарман өҫтәй.
Иҫкәртеү: Тиле шалҡанды ҡан ағыуын туҡтатыу еңел булмаған, бөйөрөндә һәм бәүел ҡыуығында таш булған кешеләр һаҡ ҡулланырға тейеш.
Уҫаҡ
Уҫаҡтың (осина) кеше организмына файҙаһын һанап бөтөрлөк түгел. Бер яҡтан, уҫаҡ кешегә матди яҡтан ҙур ярҙам килтерһә, икенсе яҡтан, ул халыҡ медицинаһында иң ҡиммәтле дарыуҙарҙан һанала. Был ағас бөрөһөнән эшләнгән төнәтмә һыуыҡ үткәндән файҙалы, биҙгәк, пневмония һәм үпкәләр туберкулезынан ярҙам итә. Ошо уҡ төнәтмә менән цистит һәм башҡа бәүел ҡыуығы, бөйөр ауырыуҙарын дауалайҙар. Йәш ботаҡтарынан яһалған спиртлы төнәтмәне нейроревматизм булғанда ҡабул итәләр. Уҫаҡ бөрөһөнән ошондай төнәтмә яһарға мөмкин: ярты банка бөрө һалырға, тултырғансы араҡы ҡойорға. Төнәтмәне бер ай ҡараңғы урында тоторға.
Ололарҙа бәүел ҡыуығы тотмау, подагра, ревматизм булғанда ошондай рецепт: көнөнә 3 тапҡыр бер стакан һыу менән 25-30 тамсы төнәтмә ҡабул итергә.
Мигрень. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан бер сәғәт алда ошо төнәтмәнән бер балғалаҡ эсеү ярҙам итә.
Мастопатия. 2 литр һыуға 600 г уҫаҡ ҡабығы һалып, һүрән утта 2 сәғәт ҡайнатырға. Һыуытҡансы төнәтергә, һарҡытырға. Төнәтмәгә 0,5 л араҡы ҡойорға. Килеп сыҡҡан ҡушылманы 20 өлөшкә бүлергә. 20 көн рәттән ашарҙан ярты сәғәт алда ҡабул итергә.
Нефрит. Уҫаҡтың ботағын, япраҡтарын һәм ҡабығын 1 стакан һыуға һалып, төнәтмә яһарға. 10 минут ҡайнатырға. Көнөнә 3-5 тапҡыр ярты стакан ҡабул итергә. 3-4 аҙнанан 10 көнгә тәнәфес яһарға, әгәр кәрәк булһа, дауаланыуҙы дауам итергә.
Панкреатит. 0,5 литр һалҡын һыуға 3 ҡалаҡ уҫаҡ ҡабығы һалып, 10 минут бешерергә. Һыуытҡансы төнәтергә, һарҡытырға. Көнөнә 4 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр ҡалаҡ ҡабул итергә. Ошо уҡ ысул диабеттан да ярҙам итә.
Кесерткән
Яҙғы кесерткән йомшаҡ та, файҙалы ла. Уны сәскә атҡанға тиклем йыйырға кәрәк. Борондан кесерткәнде яраны уңалтыусы, бәүел ҡыуыусы, организмды нығытыусы, эсте йомшартыусы, витаминлы, ҡорошҡаҡҡа ҡаршы, ҡаҡырыҡты сығарыусы сара итеп файҙаланғандар.
Кесерткән төрлө ҡанһырап торған яралар, геморрой, бөйөрҙә, үт ҡыуығында таш булғанда, тын ҡыҫылғанда, бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙары, шешенгәндә, эс ҡатҡанда, йөрәк ауыртҡанда, туберкулез, ҡурылдай астмаһы, ҡурылдай ауырыуы, аллергия ваҡытында ҡулланыла. Шулай уҡ ул тире ауырыуҙары һәм сәсте нығытыу, үҫтереү өсөн да файҙалы.
Кесерткәндә аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағатҡа һәм лимонға ҡарағанда 2 тапҡырға күберәк, каротин һырғанаҡ, кишер, ҡуҙғалаҡҡа ҡарағанда юғарыраҡ. Кесерткәндең 20 япрағы А витаминының көндәлек нормаһы менән тәьмин итә. Кесерткән К, Е, В витаминдарына, тимер, магний, баҡыр, кальций һәм башҡа микроэлементтарға бай.
Составында кремний һәм органик кислоталар булыуы һөҙөмтәһендә ул организмды дөйөм нығытыу һәләтенә эйә: организмдың бик күп бактерияларға, токсиндарға, радиация йоғонтоһона ҡаршы тороуы көсәйә, иммунитетты нығыта, кислород етешмәүҙән юғары кимәлдә һаҡлай.
Кесерткән углевод һәм аҡһым алмашыныуын стимуллаусы булараҡ, уны бик йыш хроник ауырыуҙар ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр. Ҡанды туҡтатыусы булараҡ, уны эске - аналыҡтан, үпкәнән, бөйөрҙән, эсәктәрҙән һ.б. ҡан килгән ваҡытта ҡулланалар. Әммә тап ошо ҡанды ойоштороу көсө арҡаһында уны ҡан тамырҙарының варикозы, тромбофлебит һәм ҡан ҡуйы булғанда, шулай уҡ ҡан баҫымы юғары, атеросклероз, бөйөрҙәр ауыртҡанда ҡулланыу ярамай.
Сирень сәскәһе
Сирень сәскәһен ҡулланыуға әҙерләү өсөн бөрөләнгән саҡта ипләп кенә ҡырҡып алып, 3-5-әүһен бергә йыйнап, ҡоро, яҡшы елләтелгән һәм саңһыҙ урында элеп ҡуялар. Сирень сәскәһе 1-2 аҙна тирәһе эсендә кибә, һуңынан уны ҡапҡасы ябыҡ быяла һауытта йәки махсус моҡсайҙа һаҡлағанда 1,5-2 йыл ҡулланырға ярай.
Сирень сәскәһенең араҡыға һалып эшләнгән төнәтмәһе шифалы һанала. Уны әҙерләү өсөн ҡыуаҡтың сәскәләрен һәм бер аҙ япраҡтарын быяла банкаға һалырға, дөйөм ауырлығы 95-100 грамм тартырға тейеш. Сеймалға 900 миллиметр спирт, араҡы ҡойорға һәм капрон ҡапҡас менән ныҡлы ябып, ҡараңғы һәм һалҡыныраҡ урынға 9-11 тәүлеккә ултыртырға. Төнәтмәне һөҙөп алырға кәрәкмәй, ҡараңғы һәм һалҡын урында тотҡанда 1 йыл тирәһе файҙаһы һаҡлана. Был рәүешле әҙерләнгән төнәтмә бөйөрҙә таш булғанда, йүтәл, үпкә туберкулезы, тапма ауырыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, баш ауыртыу, быуын шеше, подагра, ревматизм, остеохондроз, төрлө бәшмәк ауырыуҙары, вируслы, бактериаль ауырыуҙарҙы дауалауҙа файҙалы. Һыҙлаған урынды сирень төнәтмәһе менән көнөнә ике тапҡыр ыуыу ярҙам итә. Ҡайһы бер сирҙәрҙән дауаланыу тиҙерәк булһын өсөн үрҙә килтерелгән рецепт саҡ ҡына үҙгәртелергә мөмкин.
Ҡан тамырҙарының варикозлы киңәйеүе. 0,5 литрлыҡ банкаға сирень сәскәһен һалып, өҫтөнә араҡы ҡойоп, ай ярым төнәтергә. Шунан һөҙөп алып, тәндең зыян күргән урынын көнөнә 1-2 тапҡыр сылатырға кәрәк, ыуаламаҫҡа.
Иҫкәртеү: ашҡаҙан-эсәк юлы көслө ауырыуҙары, аменорея, гломерулонефрит, бөйөрҙөң хроник ауырыуы булғанда һәм 16 йәшкә тиклем балаларға сирень төнәтмәһен ҡулланыу тыйыла.
Ҡуҙғалаҡ
Ҡуҙғалаҡ флавоноид, липид, аҡһым, минераль тоҙҙар, органик кислоталар (алма, ҡуҙғалаҡ, лимон кислоталары), каротин, В1, В2, С, К, РР витаминдарына бай.
Ҡуҙғалаҡ аш һеңдереү процесын, эсәк, үт ҡыуығы, бауырҙың эшен яҡшырта. Шулай уҡ был үлән колит ауырыуы төрҙәрен, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла. Ҡуҙғалаҡ түлһеҙлектән дә ярҙам итә.
Рецебы бик ябай: 1 ҡалаҡ ҡуҙғалаҡҡа бер стакан эҫе һыу ҡойорға, һүрән утта 1 минут ҡайнатырға, һыуынғансы төнәтергә. Стакандағы төнәтмәне өскә бүлеп, көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Ҡуҙғалаҡты бешкәнсе ҡайнатырға ярамай, был осраҡта ҡуҙғалаҡ кислотаһы барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ ҡуҙғалаҡты ауырлы саҡта, бөйөр шеше ауырыуы, юғары кислоталы гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге яман шеше ауырыуҙары осрағында ҡулланырға ярамай. Ҡуҙғалаҡ кальций матдәһен үҙләштереүҙе ауырлаштыра.
Аҡ тал
Аҡ тал (өйәңке, ива белая) менән бер рәттә талдың башҡа төрҙәре лә халыҡ дауаһында ҡулланылыш таба. Өйәңкенең ҡабығы, япрағы, сәскәлеге ярҙамында ла дауаланалар. Һутҡа тулышҡан осорҙа талдың 3-4 йыллыҡ ботаҡтарынан ҡабығын һыҙырып алалар. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: һыу ситендә үҫеп ултырған талдың ҡабығын ҡырҡып, һыҙырып алырға ярамай. Сөнки был ағастың тамырҙары һыу булған ҡатламға тиклем китеп үҫә һәм талды ҡаты яралаһаң, һыу ҡаса.
Өйәңкене төрлө невроздар, невралгия, ревматизм, подагра, һалҡын тейеүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан, биҙгәк, гастрит, эсәктәрҙең елһенеүе, һары ауырыуы, бауыр һәм талаҡ ауырыуҙары, бәүел бүлеп сығарыу юлдары ауырыуҙарын дауалау маҡсатында ҡулланалар. Тал ҡабығынан әҙерләнгән сәй плеврит, хроник колит менән сирләүселәргә ыңғай тәьҫир итә, ә киптерелгән сәскәләренән төнәтмә тахикардия, экстрасистола булғанда дауа. Өйәңке ҡабығы онтағынан эшләнгән мазь яра, язваларҙы йүнәлтә. Ангина, ауыҙ ҡыуышлығы һәм теш ҡаҙнаһының стоматит, гингивит, пародонтоз кеүек сирҙәренән өйәңке ҡабығының төнәтмәһе менән сайҡау ярҙам итә, ә сәс ҡойолғанда дегәнәк япрағын өҫтәп баш йыуалар. Веналарҙың варикозлы киңәйеүен ҡабыҡтан ванналар эшләү ярҙамында дауаларға була.
Тромбофлебит, веналарҙың варикозлы киңәйеүе. 1 күнәк һыуға 250 грамм тал ҡабығын һалып, ҡайнар хәлгә еткерергә һәм талғын утта тағы 15 минут тоторға. Шунан 37 градусҡа тиклем һыуытып, ярты сәғәт дауамында аяҡтарҙы шул һыуға тығып ултырырға. Аҙаҡтан аяҡтарҙы ял иттерергә, ҡалын йәки резина ойоҡтар кейергә кәрәк. Ауырыуҙың хәле тотороҡланғанға тиклем ошо рәүешле дауаланыу яҡшы.
Тахикардия, аритмия. Һары талдың (ива пурпурная) 100 грамм тирәһе аталыҡ сәскәлегенә ярты литр араҡы ҡойорға. Бер ай төнәтеп, һөҙөргә. Көн һайын бер ҡалаҡ һыуға 30-35-әр тамсы төнәтмә тамыҙып, ашарҙан алда көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.
Гинекологик ауырыуҙар, ҡан ағыуҙар. 1 ҡалаҡ онтаҡланған ҡабыҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, термоста 5-6 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс 1-әр ҡалаҡ эсергә. Аналыҡтан ҡан күп килгәндә көнөнә 6-7 тапҡыр, шулай уҡ 1-әр ҡалаҡ эсергә кәрәк.
Ҡул ойоғанда, муйын тапҡыры һыҙлағанда, радикулит булғанда. 1 балғалаҡ ваҡлап туралған тал ҡабығына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Һауыттың ауыҙын ябып, һыуынғансы төнәтергә. Көнөнә 4-5 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Гипотония - ҡан баҫымының түбәнәйеүе. 1 ҡалаҡ ҡабыҡҡа 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, термоста 6 сәғәт төнәтергә. Төнәтмәне 3 өлөшкә бүлеп, тонусҡа килтереүсе сара булараҡ, ашарҙан 20-30 минут алда эсергә.
Иҫкәртеү: Тал сәскәләре бөтә йөрәк сирҙәренән дә шифалы түгел. Мәҫәлән, брадикардия булғанда уны ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Тал төнәтмәһе эсте тағы ла нығыраҡ ҡатыра. Уны ашҡаҙандың юғары кислоталылығына бәйле гастрит менән сирләгән осраҡта ғына түгел, ашҡаҙан һәм һуҡыр эсәк язваһы булғанда ла эсергә ярамай. Тағы бер мөһим иҫкәртеү: 16 йәше тулмаған балаларға аҡ тал препараттарын һыуыҡ тейгәндә, грипп һәм башҡа вируслы инфекцияларҙан бирергә ярамай, сөнки тал салицилат матдәләренә бай һәм был үҙ сиратында Рейе синдромы тигән үлемесле сиргә сәбәп була ала. Талды аспирин менән бергә ҡулланырға ярамай. Шулай уҡ талдан әҙерләнгән дауаларҙы ҡулланғанда организмдан С витамины күп йыуылыуын иҫтә тоторға кәрәк.
КИРЕ СЫҒЫРҒА